+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Март 2021, 21:06

УРЛАНҒАН БӘХЕТ Хикәйә Икенсе бүлек

Бына шулай: әйтерһең, ун биш йыл буйына Рәйестең шылтыратҡанын көтөп ултырған инде. Шылтыратып, иҫәнләшеп тә өлгөрмәне, Зөһрә алдан уҡ: – Һаумы, Рәйес, – тип, телһеҙ ҡалдырҙы ла ҡуйҙы. – Һаумы, Зөһрә класташ, – тип өндәште Рәйес. – Хәлдәрең нисек? – Бәй, Рәйес, әллә һиңә берәй нәмә булдымы? – тип аптыранды Зөһрә. – Тауышың бик насар сыҡҡан һымаҡ. – Юҡ-юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, – тип уны тынысландырырға ашыҡты Рәйес. – Әллә һинең тауышыңды ишеткәс, ҡаушап ҡалдым инде. Бары шул ғына. – Бына ҡыҙыҡ, тимәк, һин, минең тауышымды ишеткәс, ҡаушап ҡалдың? – Эйе-эйе, тап шулай, мин һинең тауышыңды ишетеүҙән ҡаушаным. – Ә һин минән ҡаушарлыҡ нимә эшләнем? – тине Зөһрә ҡоро ғына. – Ун биш йыл осрашмай торғандан һуң беҙҙең һөйләшеү ошондай юҫыҡта дауам итер, тип һис көтмәгәйнем.



УРЛАНҒАН БӘХЕТ
Хикәйә
Икенсе бүлек


Бына шулай: әйтерһең, ун биш йыл буйына Рәйестең шылтыратҡанын көтөп ултырған инде. Шылтыратып, иҫәнләшеп тә өлгөрмәне, Зөһрә алдан уҡ:

– Һаумы, Рәйес, – тип, телһеҙ ҡалдырҙы ла ҡуйҙы.

– Һаумы, Зөһрә класташ, – тип өндәште Рәйес. – Хәлдәрең нисек?

– Бәй, Рәйес, әллә һиңә берәй нәмә булдымы? – тип аптыранды Зөһрә. – Тауышың бик насар сыҡҡан һымаҡ.

– Юҡ-юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, – тип уны тынысландырырға ашыҡты Рәйес. – Әллә һинең тауышыңды ишеткәс, ҡаушап ҡалдым инде. Бары шул ғына.

– Бына ҡыҙыҡ, тимәк, һин, минең тауышымды ишеткәс, ҡаушап ҡалдың?

– Эйе-эйе, тап шулай, мин һинең тауышыңды ишетеүҙән ҡаушаным.

– Ә һин минән ҡаушарлыҡ нимә эшләнем? – тине Зөһрә ҡоро ғына. – Ун биш йыл осрашмай торғандан һуң беҙҙең һөйләшеү ошондай юҫыҡта дауам итер, тип һис көтмәгәйнем.

– Мин дә шулай тип уйлап торам, – тине Рәйес. – Мин шылтыратам, ә һин шунда уҡ, һаумы, Рәйес, тип мине танып тораһың.

– Рәхмәт инде баһалағаның өсөн, – тине Зөһрә. Әллә көлдө, әллә ысынлап әйтте. – Бәлки, минең хаҡта һиңә берәйһе шылтыратып берәй нәмә әйткәндер?

– Юҡ, борсолма, берәү ҙә шылтыратманы, бер кем бер нәмә әйтмәне. Бына ҡайтып барам. Ҡарайым: телефон шылтырай. Кем шылтырата, тип ҡараһам, Рәйес тип яҙылған.

– Тимәк, һиндә минең телефоным бармы? – тип, һаман төпсөштө Рәйес.

– Минең телефонымда һинән башҡа Рәйес юҡ һәм булмаясаҡ та, – тине Зөһрә, һәр һүҙгә баҫым яһап, кинәйә менән.

– Ә мин һине йыш ҡына иҫкә төшөрәм, – тип, һөйләшеүҙе хис-тойғоло йүнәлешкә күсерергә тырышты Рәйес.

– Мин дә шулай, – тине Зөһрә. – Минең ирем. Эйе, элекке ирем бер-ике тапҡыр альбомымдың асыҡ ятҡанын күреп ҡалған. Нимә тип көнләшә? Ни өсөн һәр ваҡыт бынау класташыңдың фотоһы асыҡ тора ул, ти. Бер ни тип яуап бирә алмайым. Ысынлаптырып көнләшә бит, әй.

Рәйес үҙенең өҫтөнә ябырылған мәғлүмәттәрҙе эшкәртә. Фотоһының альбомда барлығын белә. Иренең хәҙерге статусын да асыҡ билдәләне: элекке ирем, тине. Тимәк, яңғыҙ һәм йыш ҡына уның фотоһын алып ҡарай икән. Бындай осраҡта, кемдер әйтеүенсә, класташтың һиңә мөнәсәбәтен нисек яҡтыраҡ юҫыҡҡа сығарырға?

“Һин минең өсөн Вәзирә менән һуғышҡанһың, почет таҡтаһынан фотомды урлағанһың, Рәйес эргәһендә уралмағыҙ, тип әхирәттәреңде ҡурҡытҡанһың”, тип әйтеп булмай бит инде.

– Ә мин һине йыш ҡына иҫкә төшөрәм, – тип һөйләнде Рәйес. Тик һүҙҙәре ышанысһыҙыраҡ яңғыраны шикелле. – Ә һиндә минең фотом бармы ни?

– Ышанһаң, ышан, ышанмаһаң, юҡ, миндә һинең фотоң бар.

– Теге ваҡыт почет таҡтаһынан минең фото юғалған тип ишеткәйнем, шул түгелдер?

– Әлбиттә, түгел, – тине Зөһрә. – Мин район үҙәгенә фотоательеға барҙым да класташтарымдың фотоһын йыям, бер нисә фото етмәй, тинем. 100 тәңкә сығарып биргәйнем, фотограф ҡабы менән тотторҙо ла ебәрҙе.

– Ә-ә, шулай булған икән, – тип һөйләнде баҙап ҡалған Рәйес.

– Шулай булған, – тине Зөһрә. – Әллә һин мине, почет таҡтаһынан фото урлап йөрөгән, тип уйланыңмы?

– Юҡ-юҡ, улай уйламаным. Хәйер, һин урлаһаң, бик риза булыр инем.

– Аңлашылды, тимәк, һиңә минең хаҡта кемдер нәмәлер һөйләгән. Хәҙер нисәмә йыл үтте, күбеһе онотолған. Мине, уҡытыусы кешене, фото урлап йөрөгән икән, тип уйламайһыңдыр ҙа инде?

– Юҡ, Зөһрә, мин һинең хаҡта улай тип уйламайым. Һораһаң, ул фотоны мин һиңә былай ҙа бүләк итер инем. Һин нисек уйлайһың, Зөһрә, бәлки беҙгә осрашырға кәрәктер?

Теге башта ҡатын байтаҡ ҡына өндәшмәй торҙо:

– Осрашырға тиһеңме? Бик һуң түгелме?

– Нишләп һуң булһын, әле сәғәт өс тә тулмаған.

– Һинең менән күңелле – өс тә тулмаған икән әле. Ә ун биш йылды ҡайҙа ҡуяһың?

– Ун биш йыл тиһеңме? – тип аптыраны Рәйес.

– Эйе, ун биш йыл үтеп китте бит. Миңә уйларға рөхсәт итәһеңме?

– Әлбиттә. Бөгөн булмаһа, бәлки, иртәгә. Иртәгә булмаһа, иртәгә һуңға.

– Һинең тәҡдимең мине аптыратты. Ун биш йыл буйы күрмәгәнһең дә, иҫкә лә төшөрмәгәнһең. Әлбиттә, уйланым, тип ышандырырға тырышаһың, ышанғы килә, ләкин дәлилдәр юҡ. Эйе, дәлилдәр күрмәйем. Ә класташтарҙан кемдәрҙе күргәнең бар?

– Осрап торалар, – тине Рәйес. – Ваҡ-төйәк йомош менән дә киләләр.

– Беләм, киләләрҙер, – тине Зөһрә. – Бер көн Вәзирәне күргәйнем, шул маҡтанып ултырҙы, кемделер мәктәпкә урынлаштырғанһың, кемеһенеңдер улына балалар баҡсаһынан урын тапҡанһың. Шул да булған икән эш, йомошсо малай һымаҡ килгән берәүҙең йомошон үтәп ултыр инде.

Рәйестең йәне көйөп китте.

– Вәзирәгә бер ҙә ышанмайым шул. Ә һин уны ҡасан күрҙең? – тине Рәйес нимә әйтергә белмәйенсә.

– Ә мин уны күрергә ашҡынып тормайым. Шылтыратмайым да. Иҫенә төшкән һайын үҙе шылтыратып, маҡтанып ала. Әллә кемдең ҡыҙын 39-сы мәктәпкә тыҡҡайным, 50 мең бирҙеләр, балалар баҡсаһы мәсьәләһен хәл иткәйнем, 40 мең...

Был һандарҙы ишеткәс, Рәйестең башы әйләнеп китте. Вәт Вәзирә! Эргәһенә кереп, йылы һүҙҙәр һөйләп, ышандырып сыҡҡайны. Рәйесте йүләр урынына йөрөткән икән дә баһа. Бынан һуң ҡабул итһәме! Йомошон тыңлаһамы! Ярҙам итһәме!

– Ярҙам итмәһәң, килешмәй, – тип мөңгөрләне Рәйес. – Һуңғы арала күренгәне лә юҡ әле.

– Борсолма, күренер, һине хәҙер ысҡындырмаясаҡ инде ул, – тине Зөһрә. – Һин уларҙың нәҫел-ырыуын беләһең бит. Уларҙы айыуҙар тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Бармағыңды күрһәтһәң, ҡулыңды өҙөп ҡабыр, аҙаҡ үҙеңде лә йотоп ҡуйыр.

– Ә һинең бер йомошоң да юҡмы ни, Зөһрә, ниңә бер ҙә шылтыртманың? – тине Рәйес.

– Бына ҡыҙыҡ! Һин минең йомош менән килгәнемде көткәйнеңме? Мединститутҡа уҡырға индер – бына һиңә 500 мең, сит телдәр факультеты – 300 мең тәңкә. Тағы ниндәй мәшәҡәттәр бар әле? Әһә, дауаханаға урынлаштырыу – 100 мең. Аҡ йортҡа эшкә төшөү – 1 миллион. Юҡ, бындай прайс минең кеҫә өсөн түгел. Магазинға барып, кассир булып ултырһам-ултырам, теләһә кемдең эшкинмәгән наҙан балаларын уҡытып, эшкә урынлаштырып йөрөйһөм юҡ.

– Эх, Зөһрә, – тине тамам шаңҡыған Рәйес. – Ниңә беҙ элегерәк осрашманыҡ икән?

– Ә осрашһаҡ, нимә эшләр инең?

– Мин байтаҡ хаталарҙар ҡотолоп ҡалған булыр инем.

– Беҙҙең аҡыл һуң төшә шул, Рәйес, – тине ҡатын. – Һуң төшһә лә мул төшә.

– Ярар, һабаҡтарың өсөн рәхмәт. Мин уларҙы хәҙер ныҡлы хәтерҙә тотасаҡмын. Ә һиңә, Зөһрә, ҙур рәхмәт.

– Ә рәхмәт күп булмаҫмы?

– Рәхмәт кенә аҙ буласаҡ шул. Дөрөҫөн әйткәндә, мин күберәккә өмөт иткәйнем.

– Мәҫәлән?

– Мәҫәлән, тип, һине күрергә, мин оҡшатып, хатта яратып йөрөгән класташ хәҙер нисегерәк икән, тигән ҡыҙыҡһыныу бар.

– Кит, кеше ышандырып, булмағанды һөйләп торма. Һин минең турала ғүмерҙә уйламаның.

– Минең күңелемдең иң түрендә һиңә ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү йәшәй.

– Шунан...

– Тик мин уны һиңә һиҙҙерә лә, әйтә лә алманым.

– Ә ни өсөн әйтә алманың?

– Хәтерләйһеңме, спорт залында дзюдо буйынса район ярыштары бара.

– Һин шунда булдыңмы?

– Эйе, мин шунда булдым, һине күрер өсөн генә барҙым.

– Күрҙеңме?

– Күрҙем, – тине Рәйес.

– Нимә күрҙең?

– Һин бер нисә сәғәт эсендә үҙеңә ҡаршы сыҡҡандарҙы уңға ла, һулға ла әйләндереп һалдың, баш аша ла осорҙоң. Ә беҙ һиңә сәпәкәй итеп ултырҙыҡ.

– Ә ниңә һуңынан мине килеп ҡотламаның?

– Эйе, ҡотламаным, сөнки һин миңә буй етмәҫлек йондоҙ һымаҡ тойолдоң. Эйе, буй етмәҫлек йондоҙ инең. Икенсе аҙнаһына линейка булды, һине маҡтанылар, тағы сәскәләр, бүләк бирҙеләр.

– Күңелле булғайны шул, – тип Зөһрә лә тәьҫораттарға бирелеп алды.

– Ә һинең ғаилә хәле шулай үҙгәрҙеме? – тип һораны Рәйес.

– Үҙгәреүгә бара инде, – тине Зөһрә. – Ҡайтып, ай буйы ятып эсә лә, эсеүенән туҡтағас, вахтаға китер ваҡыты етә лә ҡуя. Ундай ир кемгә хәжәт? Уҡытыусы һөнәре алып, шунан бушаған арала иҫерек ирҙе хеҙмәтләндереүсе вазифаһын башҡарыу күпкә ауырыраҡ. Юҡ икән, юҡ. Ҡыуҙым мин уны. Алиментын түләһә, түләр, түләмәһә, юҡ. Бер баланы нисек тә ҡарармын әле.

– Ә һин минең тәҡдимгә аныҡ ҡына яуап бирмәнең, – тине Рәйес.

– Һин ҡапыл килеп сыҡтың да хәҙер яуап талап итәһең. Етмәһә, мин берәүҙән яңы ҡотолоп йөрөйөм. Килә лә подъезд алдында мине көтөп ултыра. Йәшермәйем, минең дә һине күргем килә ул. Бына беҙ подъезға килеп туҡтайбыҙ, ә арттан минең иҫерек ир алама һүҙҙәр ҡысҡырып, тағылып килә. Бындай хәл һиңә оҡшаймы?

– Оҡшамай, – тине Рәйес. – Мин һине башҡа урынға саҡыра алам.

– Был хаҡта уйларға мөмкин. Былай итәбеҙ, Рәйес. Иртәгә төштән һуң ошо ваҡыттараҡ һөйләшербеҙ. Нисегерәк булыр, тик бер ниндәй ҙә гарантия юҡ, сөнки иҫерек кешене үҙең беләһең, миңә баланы ла ҡарарға кәрәк.

Әлегә хушлаштылар. Рәйес тә бөгөн-иртәгә эштәрен теүәлләп ҡуйырға тейеш. Депутат кешегә эш былай ҙа етерлек. Телефонын ситкә алып ҡуйғайны, дерелдәп, уттары ялпылдай ҙа башланы. Кем шылтыратҡанын ҡараһа, әлеге Вәзирә. Рәйестең кәйефе шунда уҡ төштө. Тағы берәй эш тапҡандыр инде. Рәйес бынан еңел генә ҡотола алмаясаҡ. Баш тартһа, әллә нәмәләр тип һөйләп йөрөүе бар. Бер аҙ уйлағандан һуң, мин кәңәшмәлә, һуңыраҡ шылтыратырмын, тип яуап бирҙе. Биш минут та үтмәне, сауҙа үҙәгендә ниндәй кәңәшмә, әле генә һине шунда күргәндәр, тигән хәбәр килде Вәзирәнән.

“Мин кәңәшмәлә, бушағас, шылтыратам, мине борсомағыҙ”, тип смска ебәрҙе.

Аптырарһың был әрһеҙ ҡатынға. Класташ тигән булып, әллә ниндәй йомоштар өйә лә ҡуя. Юҡ, былай булмай. Иртәгә үк үҙен саҡырырға, ҡабул итергә һәм араларҙы өҙөргә кәрәк. Ана бит, Рәйестең мөмкинлектәренән файҙаланып, нимәләр ҡыйратып йөрөй.

Ә Зөһрә бик ҡыҙыҡ икән, минең бер йомошом да юҡ, тип, өҙә һуҡты ла ҡуйҙы.

Ярай, иртәгә лә көн бар бит әле.
_______________________________
Иҫкәрмә: Һеҙ әле танышҡан әҙәби әҫәрҙә барған ваҡиғаларға оҡшаш күренештәр республика тормошонда тиҫтә, ике тиҫтә йылдар самаһы элек күҙәтелде һәм бөгөн барған ваҡиғаларға ҡәтғи рәүештә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Исемдәрҙең, ваҡиғаларҙың, образдарҙың һәм персонаждарҙың оҡшашлығы осраҡлы һәм хәҙерге бәйгеләргә һәм ваҡиғаларға бер мөнәсәбәте лә юҡ. Был әҙәби әҫәрҙәге һығымталарҙың хәҙерге ваҡиғаларға мөнәсәбәте күҙәтелмәй.

Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: