Икенсе көн әлеге Вәзирә менән башланып китте. Арлы-бирле итеп, Рәйес машинаһын саҡыртып, эш урынына барып етеүгә, арыуҙан-арыу кейенеп, Вәзирә көтөп тә ултыра. Секретаршаһы Лиза ла йыш килеүенә өйрәнеп бөткән, күрәһең, ҡайһы арала уны сәй эсереп, иң түргә ултыртып ҡуйған. Рәйес класташы менән мөмкин тиклем һалҡын иҫәнләште. Уныһы, йүгереп килә һалып, ҡосаҡлап алды, үбергә үрелде.
– Маладис, класташ, йәп-йәшһең, матурһың, ҡыҙҙар ғашиҡ булырлыҡ, – тип маҡтау һүҙҙәрен һибергә лә өлгөрҙө.
Бындай осраҡта нимә эшләргә? Һуң, был йылан тамам Рәйесте үҙ кешеһенә әйләндереп, әллә ниндәй мутлыҡтарға тартҡан бит. Хәҙерге заманда улай мөмкин түгел, ярамай, закон бар. Мәнфәғәттәр конфликты өсөн шунда уҡ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары бик ихтимал. Депутат өсөн айырыуса ҡәтғи бындай закондар. Прокуратура уларҙы ҡарап ҡына тора.
– Йә, Рәйес Тимерович, ниндәй уйға баттың? – тип класташы уны уятып ебәргән һымаҡ булды.
Рәйестең күҙенә Вәзирәнең асыҡ сумкаһы салынды. Сумканың иң өҫтөндә ятҡан Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты ярҙамсыһы тигән таныҡлыҡты күрҙе һәм эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Йә инде, был йылан үҙенең ярҙамсы статусын төшөмлө эшҡыуарлыҡҡа әйләндереп алған.
– Ғәфү ит, Вәзирә, саҡ ҡына көтөп тор. Мине кабинетта мөһим эш көтә. Аҙ ғына түҙ, мин һине саҡырырмын, – тип эскә үтеп барышлай ғына секретаршаһын инергә саҡырҙы.
Рәйес эш бүлмәһенә инеп ултырҙы һәм оҙайлы уйға ҡалды.
Секретаршаһы үҙенең бындалығын иҫкәртте:
– Рәйес Тимерович, мине саҡырғайнығыҙ.
– Эйе, саҡырғайным, – тип иҫенә килде һәм ауыр һулап ҡуйҙы.
– Был ҡатын бында күптәнәнме?
– Иртән килеүемә ошонда тора ине. Һеҙ бит уға ярҙамсы кенәгәһе алып бирҙегеҙ. Эшкә урынлашыу мәсьәләһен дә хәл иттегеҙ шикелле.
– Йыш буламы тип, көн һайын тиерлек, эшкә килгән һымаҡ йөрөй ул бында.
– Уның таныҡлығын алырға кәрәк. Хәҙер үк. Ишек эргәһенән вахтанан үткән ваҡытта тикшерергә һораһындар һәм алып ҡалһындар.
– Белмәйем, Рәйес Тимерович, быны эшләү еңел булмаясаҡ. Ул тауыш күтәрәсәк, ҡысҡырасаҡ, янаясаҡ.
– Нимә, шул ярҙамсыға ла көс етмәй тип әйтергә уйлайһыңмы?
– Әйҙәгеҙ, былай итәйек, мин хәҙер уның таныҡлығын һорап алам һәм һеҙгә алып керәм. Һеҙ әйтәһегеҙ: яңы таныҡлыҡтар бирәбеҙ, алыштырыу өсөн алырға мәжбүрбеҙ.
Рәйес оҙаҡ ҡына уйланды: йә инде, бер класташына ла көсө етмәй. Депутат булып йөрөүен әйт.
– Ҡайҙа булһын? Һеҙ урынлаштырған ерҙә, махсус автохужалыҡта, инженер булып йөрөй.
– Минекенән байтаҡҡа ҙурыраҡ, – тип көлдө секретаршаһы. – Унда үҙҙәренекенә аҡсаны йәлләмәйҙәр.
Бер нисә минуттан Лиза таныҡлыҡты индереп бирҙе. Рәйес, мәсьәлә хәл ителде, тигән һымаҡ еңел һулап ҡуйҙы. Ләкин таныҡлыҡты тартып алыу ғына мәсьәләне хәл итмәне. Киреһенсә, ваҡиғалар ҡуйыра башланы.
Бер сәғәттән һуң Рәйес осрашыуға барырға сыҡты. Ишек алдында аптыранған Вәзирә көтөп тора.
– Рәйес Тимерович, мине аптыраттылар, таныҡлығымды тартып алдылар. Һинең яныңа индермәйҙәр. Өҫтәлемдәге әйберҙәремде алырға ҡуштылар. Әллә бер-бер хәл булдымы?
Рәйес туҡтаны, түҙмәне, ентекләп ҡатынға ҡараны. Баяғы шат, һауалы эшем эйәһенән бер нәмә лә ҡалмаған. Уның алдында күҙҙәре йәшләнгән, сәстәре туҙған ниндәйҙер ҡатын бөршәйеп кенә тора һәм ярҙам көтә.
– Беҙгә эште үҙгәртеп ҡорорға ҡуштылар. Ярҙамсылар статусын үҙгәртеү менән бәйле яңы тәҡдимдәр булды. Шуға мин үҙемдең ярҙамсыларҙың таныҡлыҡтарын йыйып алырға ҡарар иттем. Мөмкинлек булыу менән барыһын да яңынан ҡараясаҡбыҙ. Әлегә мин һиңә икенсе эш эҙләргә тәҡдим итәм.
– Эштән дә ебәрәләрме? Әтеү трамвайға, автобусҡа ла түләргә тура килә бит. Мин бит былай эшләй алмайым,– тип ҡатын ҡулъяулығын алып, күҙҙәрен һөртә башланы.
– Бик ҡыйын булһа ла, эшләй башларға тура киләсәк, – тине лә Рәйес, автомобилгә ултырып, осрашыу урынына ҡуҙғалды.
Рәйестең эше еңелдән түгел. Халыҡтың йомошо, мәшәҡәттәре, проблемалары күп. Улар депутатҡа һуңғы, иң аҙаҡҡы инстанция тип килә. Рәхәт тормоштан йөрөмәй, ярҙам, теләктәшлек, исмаһам, тел ярҙамына булһа ла өмөт итеп килә.
Дөрөҫ, депутаттар корпусында ул бер үҙе генә түгел. Хәҙер һайлаусы алдына барып баҫыу, яуап тотоу еңел түгел. Мәғлүмәт сығанаҡтарында халыҡ хеҙмәтселәренә ҡарата барлыҡ факттар белдерелеп бара: депутат ултырыштарҙа нисек ҡатнашҡан, ниндәй закон проекттары индергән, ниндәй әүҙемлек күрһәткән, нисә тапҡыр сығыш яһаған. Ярай, уны халыҡ электән белә, ғөмүмән алғанда, йылы ҡарай.
Юҡ, был Вәзирәнән еңел генә ҡотолоп булмаҫ һымаҡ. Ана бит, телефоны ике-өс тынала әллә күпме смска килтереп һалды. Хәҙер ул ошоно уҡырға, кәйефен боҙорға һәм уны өгөтләп ултырырға тейешме? Уҡып та тормайынса Вәзирәгә шылтыратты.
– Бер генә һорауым бар. Мөмкин тиклем ҡыҫҡа һәм теүәл итеп яуап бир. Утыҙ туғыҙынсы гимназияға мин кемде уҡытыу мәсьәләһе буйынса һиңә мөрәжәғәт иттем?
Теге башта телефон тынды. Вәзирә ыҡ-мыҡ итте, ләкин бер һүҙ ҙә әйтә алманы.
– Яуап бирә алмайым, – тине ул.
– Һеҙ мине һәм үҙегеҙҙе бик уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙығыҙ. Шулай булғас, әлегә беҙҙең хеҙмәттәшлек хаҡында оноторға тура килә.
Вәзирә бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Шуның менән һөйләшеү тамамланған һымаҡ булды.
Төштән һуң Зөһрә шылтыратты.
– Дөрөҫ әйтәһең, эш күп. Ләкин һинең менән осрашырлыҡ, һөйләшерлек ваҡыт бар.
Сауҙа үҙәгендәге кафела осрашырға булдылар. Рәйес инеп, урын алып, Зөһрәне ҡаршыһына ултыртты. Юҡ, был ҡатын бик үҙгәрмәгән. Элекке Зөһрә инде. Үҙен ҡарайҙыр, бик сауналарға йөрөмәһә лә, физик күнекмәләр менән шөғөлләнгән, матурлыҡтың нимә икәнен белгән ҡатын булыуы күренеп тора.
– Һиңә рәхмәт, һин мине уңайһыҙ хәлдән ҡотҡарып ҡалдың.
– Төшөнмәнем, – тине ҡатын, ҡаштарын һикертеп. – Мин һиңә бер файҙалы һүҙ ҙә әйтмәнем, тип уйлағайным.
– Нисек әйтмәнең? Класташым Вәзирә Аҫылбаева, әллә ҡайһы арала минең ышанысҡа инеп, минән таныҡлыҡ алып, вазифаһын төшөмлө бизнесҡа әйләндереп ебәргән.
– Шул ғынамы? – тип аптыранды ҡатын һаман.
– Ә ниңә, шул етмәгәнме ни? – тине Рәйес. – Мин ҡайһы бер ярҙамсыларҙың, депутаттарҙан хаттар яҙҙырып алып, ҙур эштәр атҡарыуын белә инем. Ләкин ошо хәл үҙемә лә ҡағылыр тип көтмәгәйнем.
– Ғәфү ит, Рәйес, мин һине улай уҡ бер ҡатлылыр тип уйламағайным. Әйтерһең, һин был хаҡта беренсе тапҡыр ишетәһең. Иғтибарлап ҡара, беҙҙең йәмғиәт икегә бүленеп бара. Һәм был бүленеү һис тә һинең һайлаусыларың файҙаһына түгел.
– Ә Вәзирәне үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға нимә этәрә?
– Ябай ғына итеп әйткәндә – нәфсе. Эйе, ул университеттан һуң уҡытып ҡараны, ҡулынан килмәне. Тегендә-бында тығылып ҡараны. Ҡулынан килмәгәнс, бик тиҙ ҡотолдолар. Ә бына инде һин тәҡдим иткән төшөмлө урынға эләккәс, ул үҙенә шөғөл тапты. Юҡ, мине дөрөҫ аңла, мин уны ғәйепләргә йә башҡа ярҙамсыларға тап төшөрөргә уйламайым. Күбеһе үҙ вазифаһын еренә еткереп, намыҫлы башҡара. Ул шулай булырға тейеш тә. Ә власть, үҙең беләһең, бик тәмле, ылыҡтырғыс, мауыҡтырғыс, табышлы урын. Һәр кем, мөмкинлеге булһа, файҙаланып ҡалырға тырыша.
Рәйес тынып ҡалды һәм оҙаҡ ҡына Зөһрәгә ҡарап ултырҙы. Бына ун биш йыллап осрашҡандары юҡ. Тормош уларҙы төрлөсә һынаны. Әле килеп күрештеләр ҙә бер һүҙ ҙә таба алмай сәйәсәт хаҡында һөйләшеп ултыралар. Шуға Рәйес, оҡшамаһа ла, класташына ошо йүнәлештә һорауҙар биреүҙән башҡа тема таба алманы.
– Эйе, йәмғиәттә мөнәсәбәттәр шулай ҡоролған, – тине Зөһрә, – һәр кем иң тәүҙә үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта.
– Ә халыҡҡа нимә етмәй һуң? – тине Рәйес. – Бына 2000-се йылдарға тиклемге хәйерселектән, эшһеҙлектән арындыҡ. Халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелә, килеме арта, ләкин хәҙерге сәйәсәт менән ҡәнәғәт булмағандар һаны аҡрын кәмей. Һин яуап бир әле, беҙгә нимә етмәй ул?
– Беҙ һеҙ түгел, – тине Зөһрә. – Бына мин ике смена тип әйтерлек уҡытам, 32 мең һум эш хаҡы алам. Ә һин бына минең менән кофе эсеп ултыраһың, эш хаҡың, яңылышмаһам, 400 мең самаһы. Айырманы һиҙәһеңме?
– Әлбиттә, айырма ҙур, – тип ауыр һуланы Рәйес. – Ләкин эш хаҡы менән генә сағыштырыу дөрөҫ булырмы икән?
– Эш хаҡынан башҡа беҙҙең сағыштырырлыҡ нимә бар? – тине Зөһрә.
– Юҡ, мин эш хаҡын беҙгә юҡҡа түләйҙәр тип әйтмәйем, дәүләт хеҙмәтендәгеләргә, депутаттарға лайыҡлы эш хаҡы түләү кәрәк, уларҙың дәүләт файҙаһына лайыҡлы эшләүе кәрәк. Мин тормош насар тип тә әйтмәҫ инем. Бына беҙҙең эргәлә торлаҡ йорттар төҙөлә. Шундағы фатирҙар бир уңайлы тип әйтәләр. Бер көн “Фатирҙар һатыла” тигән вагон эсенә кергәйнем, ысынлап та, фатирҙар һатыла, дөрөҫөрәге, һатылып бөткән. Хәҙер эргәләге икенсе йорттоң фатирҙарын һаталар икән. Шикләнмәйем, фатирҙарҙың күбеһен ябай кешеләр һатып алғандыр. Тимәк, халыҡ ул тиклем насар йәшәй тип раҫлап булмай.
Шулай булғас, әйт әле, ни өсөн халыҡ тормошонан ҡәнәғәт түгел?
– Ҡара, мин һинән бөтөнләй башҡа һүҙҙәр көткәйнем, һин мине һорау алырға саҡырғанһың дабаһа. Ләкин һинең ҡыҙыҡһыныуыңды күреп, һорауҙарыңа яуап бирергә тырышам. Илдең хәҙерге тормошон икегә бүл: 2000-се йылдарға тиклем һәм 2000-се йылдарҙан һуң. Беҙ, элекке тормошто кисергәндәр, үҙгәртеп ҡороуҙарҙың, аҡсаһыҙлыҡтың нимә икәнен беләбеҙ. Беҙ булғанына шөкөр итәбеҙ. Ә хәҙерге йәштәр беҙҙең тормошто дөрөҫ түгел тип таба. Минең, мәҫәлән, сит илдәрҙә булғаным юҡ, ләкин уларҙа капитализм юғары вазифа биләгәндәрҙе түгел, ғөмүмән, ил халҡын хәстәрләй. Шулай булғас, беҙҙең халыҡтың килеме арта тигән һүҙ дөрөҫлөктө сағылдырмай. Утыҙ квадрат метрлы бер бүлмәне йылытыу өсөн ниңә ай һайын 10 меңгә тиклем аҡса таптыралар? Тимәк, шәхси ҡулдарға күскәс, улар үҙ мәнфәғәтен күберәк ҡайғырта.
– Ярай, ғәфү ит, Зөһрә, әйҙә был теманы ҡалдырайыҡ.
– Ә ниңә теманан баш тартырға булдың? Ҡабаланма, мәсьәләне тикшереп бөтәйек. Бына хаҡтар, мәҫәлән. Килемдәр артыу менән бит аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтар арта бара. Дөрөҫ, берәү ҙә инҡар итмәҫ, юғарыла беҙҙең хаҡта хәстәрлек күрәләр. Ләкин йәштәр беҙҙең хәҙерге тормошто хупламай. Шуға күрә уларға эш урыны табыу, белем алыу, һөнәр һайлау буйынса ярҙам кәрәк. Йә, ярай, етте. Минең хаҡта беләһең, хәҙер үҙең хаҡында һөйлә, Рәйес. Ниндәй эштәр ҡыйратаһың, ниндәй мәсьәләләр хәл итәһең?
– Беҙгә йышыраҡ осрашырға кәрәк икән. Һинең менән һөйләшеүҙән байтаҡ яңылыҡ астым.
– Бәлки, һин мине ярҙамсы итеп алырға итәһеңдер?
– Әллә килергә теләгең бармы?
– Юҡ инде, минең эшем былай ҙа күп, эшемде яратам, ҡыҙыл дипломды юҡҡа алманым. Һин мине Вәзирә кимәленә төшөрмә. Уның эргәһендә йүгерешеп йөрөһәләр ҙә, үҙен бик яратмайҙар, хатта күрә алмайҙар.
– Шулаймы? Ни өсөн? – тип аптыраны Рәйес.
– Бер көн район мәғариф идаралығында бер сара үткәрәләр. Директорҙар борсолоп йөрөп ята. Ах та ух килеп, начальник үтеп китте. Ҡараһам, хакимиәт башлығы урынбаҫары йөрөп ята. Сәскәләр тотоп, кемде ҡаршылайҙра, тиһеңме?
– Кемде булһын, әлеге Вәзирәнелер инде.
– Шул йөрөп ята. Президиумға ултырттылар, залда ултырыусылар менән таныштырҙылар. Тороп баҫты, ҡәнәғәт, хатта шат, халыҡты ла үҙен генә күрергә килде тип уйланымы икән, байтаҡ ҡына алҡыштар теләнселәп торҙо.
– Нимәләр һөйләне инде? – тип һораны Рәйес.
– Нимә һөйләһен, бер нәмә лә һөйләмәне. Үҙен күрһәтергә килгән бит, һөйләргә түгел. Мин уны был йыйылышта нимә хаҡында һүҙ барғанын да аңламағандыр тип уйлайым. Мәктәптә лә ауыр ғына уҡыны, вузды ла көс-хәл менән генә бөттө шикелле. Һәр хәлдә хәбәр һөйләй белһә, арыуыраҡ урында ултырыр ине. Уф, тағы Вәзирәне һөйләй башланыҡ, ҡалдырайыҡ шуны.
Бер аҙ ултырғандан һуң Зөһрә:
– Рәйес, һине телефоныма фотоға төшөрөп алһам, буламы? – тине.
– Һиндә минең бер фотом бар түгелме һуң?
– Эйе, берәү бар, һуңғылары ла байтаҡ.
Зөһрә селфи ҙа төшөрә белә икән, шул арала ялт та йолт итеп байтаҡ ҡына төшөрөп алды.
– Ирең тағы күреп ҡалһа, нимә әйтер?
– Күрмәҫ. Күрһә лә, бер зыяны ла юҡ. Ул хәҙер минеке түгел. Мин дә уныҡы булыуҙан туҡтаным. Үҙемдә бер ҡасан да булмағанса иркенлек һәм азатлыҡ тойғоһо кисерәм. Хәҙер ҡайҙа теләйем, шунда барам, нимә теләйем, шуны ашайым. Ҡыҫҡаһы, тормош булғас, быныһын да кисерергә кәрәк икән, тип уйлайым.
– Эшеңде яратаһыңмы? – тине Рәйес.
– Мин эшемде шул тиклем яратам, – тине Зөһрә, – эшем миңә көс бирә һәм йәшәүгә дәртләндерә. Иртән торам да Хоҙайҙан һорайым: эшемдән генә мәхрүм итмә инде, тип теләйем.
Ҡатындың ихлас һүҙҙәре Рәйесте ғәжәпкә ҡалдырҙы. Һөнәрен шул тиклем дә мөкиббән китеп яратҡан кеше булыр икән. Эстән генә уйлап ҡуйҙы: ә ул үҙенең һөнәрен яраттымы? Бәлки, һөнәреңде яратырға Зөһрәнән өйрәнергә кәрәктер. Хәҙер мөнәсәбәттәр үҙгәргән, кешеләр бер-береһенә яҡынайған һайын аралар алыҫайған һымаҡ тойола. Бына бит, Зөһрә лә телефондан әллә ҡайҙа шылтыратып алырға өлгөрҙө, элек булһа, осрашырҙар, һөйләшерҙәр, әллә күпме ваҡытты бергә үткәрерҙәр ине.
– Йә, ярай, – тине Зөһрә. – Осраштыҡ, һөйләштек, фекерҙәр уртаҡлығы ла бар. Ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса ҡараштар ғөмүмән яҡын килмәй, – тип һаман да көлөп һөйләшә ҡатын. – Ә мин һинән күберәкте көткәйнем.
– Ниңә, ун биш йыл үткәндән һуң саҡ беренсе осраштыҡ бит әле.
– Эйе, ун биш йыл. Утыҙ йылдан һуң да шулай буласаҡ. Сөнки беҙ икебеҙ ике төрлө кеше. Мин һөйләгәнде – һин, һин һөйләгәнде мин аңламайбыҙ. Әйтерһең дә, ике телдә һөйләшәбеҙ.
_______________________________
Иҫкәрмә: Һеҙ әле танышҡан әҙәби әҫәрҙә барған ваҡиғаларға оҡшаш күренештәр республика тормошонда тиҫтә, ике тиҫтә йылдар самаһы элек күҙәтелде һәм бөгөн барған ваҡиғаларға ҡәтғи рәүештә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Исемдәрҙең, ваҡиғаларҙың, образдарҙың һәм персонаждарҙың оҡшашлығы осраҡлы һәм хәҙерге бәйгеләргә һәм ваҡиғаларға бер мөнәсәбәте лә юҡ. Был әҙәби әҫәрҙәге һығымталарҙың хәҙерге ваҡиғаларға мөнәсәбәте күҙәтелмәй.