+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Март 2021, 18:54

УРЛАНҒАН БӘХЕТ Хикәйә Дүртенсе бүлек

Рәйес күңеле менән һиҙә, ҡатын уға нимәлер әйтергә теләй, ләкин һүҙ башлай алмай. Әллә асылырға теләмәйме? Юҡ, Зөһрә ваҡ-төйәк менән булаша торған ҡатындарға оҡшамаған. Улар үҙҙәренә артыҡ ышана, йә ниндәйҙер хәл иткес ярҙамға өмөт итә. Ир ҡатынға иғтибар менән ҡарап, уны бик ентеләп тыңлаған һымаҡ, әммә бер һүҙен дә йүнләп тыңламай һәм ишетмәй.


УРЛАНҒАН БӘХЕТ
Хикәйә

Дүртенсе бүлек
Рәйес күңеле менән һиҙә, ҡатын уға нимәлер әйтергә теләй, ләкин һүҙ башлай алмай. Әллә асылырға теләмәйме? Юҡ, Зөһрә ваҡ-төйәк менән булаша торған ҡатындарға оҡшамаған. Улар үҙҙәренә артыҡ ышана, йә ниндәйҙер хәл иткес ярҙамға өмөт итә. Ир ҡатынға иғтибар менән ҡарап, уны бик ентеләп тыңлаған һымаҡ, әммә бер һүҙен дә йүнләп тыңламай һәм ишетмәй.
– Үҙең беләһең, Рәйес, уҡытыусы һөнәре бик ауыр һәм мауыҡтырғыс. Бына һин класҡа килеп инәһең, нисәмә күҙ һине өмөтләнеп көтөп ултыра. Мин шул балалар менән аралашып, уларҙы тыңлап, үҙем белгәнде өйрәтеп, ысын мәғәнәһендә илһам алып, дәртләнеп килеп сығам, йәшәреп китәм. Миңә бер ниндәй ҙә фитнес кәрәкмәй. Шул балалар эргәһендә булыу мине тормошҡа илһамландыра. Рәйес, ә һин үҙеңдең уытыусыларыңдың дәрестәрен хәтерләйһеңме? Рәйес, һин мине ишетәһеңме.
Ир һиҫкәнә, нимә тип әйтергә белмәй, баҙап ҡала.
– Нимә? Ишетәм, әлбиттә, ишетәм...
– Юҡ, һин мине тыңламайһың, – тип ҡатын урынынан ҡуҙғалырға ынтылғандай итте. – Һин дә ярҙам итергә телмәгәс инде, миңә ҡайҙа барырға? Юҡ, бер таянысым да ҡалманы, һуңғы өмөтөм, ышанысым селпәрәмә килеп, ыуалды. Эй Хоҙайым, ошо ла булған тормош, ә мин һиңә шул тиклем ышанғайным.
Рәйес урынынан һикереп торҙо:
– Зөһрә, ғәфү ит, зинһар өсөн... Мин һинең хаҡта уйлай инем. Һин әйт, мин һинең өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен. Бер үк ғәфү ит, мин һине үпкәләтергә теләмәгәйнем.
Ҡатын әйберҙәрен йыйып алды. Сумкаһынан ҡулъяулыҡ сығарҙы. Иламһыраған тауыш менән күҙҙәрен һөрттө:
– Юк, Рәйес, булманы инде. Мин, үҙемә тигәндә, бер ваҡытта ла көрәшә белмәнем. Булһа, булыр, булмаһа, юҡ, тип йөрөнөм. Йә, ярай, һин миңә үпкәләмә, һинең бер ғәйебең дә юҡ. Үҙең һиҙгәнһеңдер, мин, Вәзирә класташыбыҙ һымаҡ, эшен дә эшләгән булып, кеше ышандырып, ҙур аҡсалар эшләй алманым. Минән файҙа бик аҙ, шуға миңә үҙ көсөм менән юл ярырға тура киләсәк. Ә тормоштоң ғәҙелһеҙлеген үҙең беләһең, әрһеҙҙәр, оятһыҙҙар күтәрелгән заман килде, иң түрҙә улар ултыра. Ә миңә үҙемә ышаныс менән баҡҡан, минең һәр һүҙемде йотлоғоп тыңлаған уҡыусыларым менән ҡалырға тура килер. Йә, ярай, яҡшы саҡта хушлашайыҡ.
Рәйес күңеле менән һиҙә, бында нимәлер бар һәм был ҡатын юҡтан ғына һүҙ сығарып ултырмай. Иң ҡыҙығы шул, ул нимәгәлер өмөт итә һәм үҙенең маҡсатына ирешәсәгенә тамсы ла шикләнмәй. Ана бит, әгәр шулай уйламаһа, еңел генә хушлашып, бошонған ҡиәфәт менән ҡуҙғала башламаҫ ине.
– Ҡабаланма, ултыр, бәлки мин һиңә ярҙам итә алырмын, – тип Рәйес уны баҙнатһыҙ ғына туҡтатырға ынтылды. – Хәҙер ҡасанан бирле ултырабыҙ, ә нимә кәрәклеген асыҡлай алмайбыҙ. Һин үҙең дә ҡыҙыҡ, уралтып-суралтып йөрөйһөң дә йөрөйһөң, ә иң мөһимен әйтмәйһең.
– Нисек әйтмәнең? Мин Вәзирә түгел. Ул ғына эшен күрһәтә, хаҡын билдәләй һәм шунда уҡ иҫәп-хисап талап итә.
– Аңлашылды. Мин һинең өсөн нимә эшләй алам? Юғары эш хаҡы менән һәйбәт вазифамы, йә фатирмы?
Зөһрә, ысынлап әйтәһеңме, тигән ҡиәфәт менән, осҡон сәсрәп торған күҙҙәрен иргә йүнәлтте:
– Үҙеңдең мөмкинлектәреңде, нисек бар, шул кимәлдә баһала. Үҙеңә күпте алма, айырыуса, үтәй алмаҫлыҡты. Беренсенән, минең фатирым бар, икенсенән, һин миңә фатир эшләй алмайыһың. Әгәр белмәһәң, юҡ ундай мөмкинлектәр хәҙер. Аҡсаң булһа, һатып алаһың, йә ипотека килешеүе төҙөйһөң. Юғары эш хаҡы менән килеп сыҡмаҫ, хәҙерге эшем мине ҡәнәғәтләндерә һәм мин уны алыштырырға уйламайым. Был хаҡта һиңә һөйләнем, шикелле.
– Йә, икеләнмә, әйт, мин һиңә ярҙам итергә әҙер.
– Әйтәйемме, – тип ҡатын уға ныҡлы ҡараны, – әгәр шуны эшләһәң, миңә бер нәмә лә кәрәкмәй.
– Йә, әйт, нимә хаҡында һүҙ бара?
Ҡатын урынына кире ултырҙы. Эйәге менән ҡулдарына таянды, күҙҙәрен йомдо:
– Мин бер ярышта еңергә теләйем.
– Уның һин эшләгән тармаҡҡа мөнәсәбәте бармы?
– Эйе. Һин уны ҡайҙан беләһең?
– Ҡайҙалыр бер мәғлүмәт күренеп ҡалғайны.
– Вәзирәнән, бәлки, заказ алғанһыңдыр?
– Әйҙә, былай һөйләшәйек. Вәзирә менән мин ҙур хатаға юл ҡуйҙым. Мин унан ҡотолдом. Хәҙер мин ул ҡатынды оноторға теләйем. Һин уның хаҡында башҡа иҫкә алма. Килештекме?
– Әгәр башҡа үҙең был хаҡта иҫкә төшөрөргә мәжбүр итмәһәң.
– Юҡ. Уның миңә хәҙер бер мөнәсәбәте лә юҡ.
– Ышанғы килә, тик әйтеп ҡуям, һин унан еңел генә ҡотола алмаясаҡһың.
– Уныһы – минең эш. Әлегә минең мандат бар һәм минең өсөн борсолмаһаң да була. Тимәк, һиңә ярҙам кәрәк.
– Белмәйем инде, ярҙам итә алырһыңмы икән?
– Һиңә бик кәрәкме?
– Әгәр мохтажлыҡ булмаһа, мин һиңә мөрәжәғәт итеп тормаҫ инем. Үтәй алырһыңмы икән?
Рәйес ике лә уйлап торманы:
– Бар мөмкинлектәрҙе файҙаланырға һәм эшләргә тура киләсәк. Ярыш шарттары менән таныштыр әле.
Ҡатын ентекләп һөйләй башланы:
– Бөтә төбәк ҡатнаша, йөҙләп бәйгесе. Өс көн барған ярыштан һуң, унлабы финалға сыға.
– Сама менән, кемдәрҙе фаразларға мөмкин?
– Финалға эләккән бәхетлеләрме? Эйе, уларға квота ҡаралған. Мәҫәлән, төньяҡ райондарға – бер урын, сит төбәктәргә – берәү, ҡаланыҡыларға – икәү, ауыл райондарына – бер-ике урын. Шунан һуң, төрлө дәртләндереү саралары бар.
– Жюри менән танышлығың бармы?
– Юҡ, тип әйтерлек. Унда мине кем яҡынайтһын инде.
– Һиңә унда ҡатнашыу бик кәрәкме?
– Юҡ, миңә ҡатнашыу етмәй, миңә эшемә лайыҡлы урын кәрәк.
– Асыҡтан-асыҡ теләгеңде күрһәтеүеңде баһалайым.
– Миңә ваҡ-төйәк кәрәкмәй, мин иң төп бүләкте яуларға теләйем.
Зөһрә һуңғы һүҙәрен әйткәндә, тауышынан тимер сыңлауы, хатта һандалға сүкеш менән һуҡҡан һымаҡ яңғырап алды. Рәйес эстән генә һиҫкәнде. Зөһрә үҙенең мөмкинлектәрен шулай юғары баһалаймы икән? Был нәфсеме, әллә үҙенең һәләте шулаймы?
– Еңел булмаясаҡ, – тине Рәйес.
– Мин шулайҙыр, тип уйлағайным да, – тип ҡатын тағы ҡуҙғала башланы.
– Мәсьәләне ҡарар өсөн өйрәнеү ваҡыты бирәһеңме?
– Юҡ. Әгәр ҡарарбыҙ, уйларбыҙ, хәл итербеҙ, өйрәнербеҙ, самаларбыҙ, вәғәҙә итербеҙ һымаҡ депутат ауыҙынан сыҡҡан һүҙ булһа, бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ, тип иҫәплә. Тимәк, ҡулыңдан килмәйәсәк.
Һуңғы һүҙҙәр ирҙе сәмләндерҙе. Нимә тине, ҡулыңдан килмәйәсәк тинеме? Ҡарарбыҙ, кемдең һүҙе өҫкә сығыр икән.
– Ярай, мин һинең үтенесеңде ҡабул иттем. Тормошҡа ашырырға тотонорға рөхсәт ит.
– Рәйес, һин ниндәй үтенес һөйләйһең? Минең тарафтан һиңә бер ниндәй үтенес тә тапшырылманы. Һин үҙең ҡат-ҡат, мин һинең өсөн нимә эшләй алам, ниндәй үтенесең бар, тип һораның. Мин теләгемде әйттем, һин ҡабул иттең. Шулай түгелме ни?
– Шулай, – тине Рәйес, ҡатындың күҙҙәренә тура ҡарап, ныҡ итеп әйтте.
– Мин һиңә ышанам, – тине тегеһе.

_______________________________
Иҫкәрмә: Һеҙ әле танышҡан әҙәби әҫәрҙә барған ваҡиғаларға оҡшаш күренештәр республика тормошонда тиҫтә, ике тиҫтә йылдар самаһы элек күҙәтелде һәм бөгөн барған ваҡиғаларға ҡәтғи рәүештә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Исемдәрҙең, ваҡиғаларҙың, образдарҙың һәм персонаждарҙың оҡшашлығы осраҡлы һәм хәҙерге бәйгеләргә һәм ваҡиғаларға бер мөнәсәбәте лә юҡ. Был әҙәби әҫәрҙәге һығымталарҙың хәҙерге ваҡиғаларға мөнәсәбәте күҙәтелмәй.

Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: