+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Март 2021, 10:09

УРЛАНҒАН БӘХЕТ Хикәйә Бишенсе бүлек

Рәйес иң тәүҙә, маҡсаттарҙы билдәләп, ҙур ғына план төҙөнө. Мөмкинлектәрен барланы, таныштарын эҙләне. Иң ышаныслы ярҙамсыларының береһе, Вәхит Хәйҙәров, ике көндән уның өҫтәленә баһалама ағзаларының, эксперт төркөмөнөң, кәңәшселәр ҡороноң тулы исемлеген индереп һалды. Исемлек ҙур һәм төрлө йүнәлештә ҡоролған. Берҙән-бер ышаныс – жюриҙағы таныштарға һәм уларҙың яҡындарына. Исемлек өмөтләндерҙе һәм ышанысты арттырҙы.


УРЛАНҒАН БӘХЕТ
Хикәйә
Бишенсе бүлек
Рәйес иң тәүҙә, маҡсаттарҙы билдәләп, ҙур ғына план төҙөнө. Мөмкинлектәрен барланы, таныштарын эҙләне. Иң ышаныслы ярҙамсыларының береһе, Вәхит Хәйҙәров, ике көндән уның өҫтәленә баһалама ағзаларының, эксперт төркөмөнөң, кәңәшселәр ҡороноң тулы исемлеген индереп һалды. Исемлек ҙур һәм төрлө йүнәлештә ҡоролған. Берҙән-бер ышаныс – жюриҙағы таныштарға һәм уларҙың яҡындарына. Исемлек өмөтләндерҙе һәм ышанысты арттырҙы.
Белем биреү буйынса Дәүләт комитеты рәйесе, Мөбәрәк Ибраһим улы Йәнтурин (был вазифала күптән эшләй) – бик ябай һәм аралашыусан кеше. Дәүләт комитеты етәксеһе менән Рәйестең танышлығы күптәнән. Мәскәүҙә лә йыш осрашалар, депутат эштәре буйынса ла даими аралашырға тура килә.
Рәйес Тимер улы әле райондарҙа һәм ҡалаларҙа һайлап алыу туры барыуы хаҡында белгәс, эште комитет урынлашҡан офисҡа сәфәрҙән башланы. Белем биреүгә, мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға бәйле мәғлүмәттәр, төрлө конкурстарға ҡағылышлы күҙәтеүҙәр һәм, әлбиттә, әле төбәк уҡытыусыларының күбеһен ымһынырға һәм дәртләнергә мәжбүр иткән бәйгегә ҡағылышлы, белешмәләр менән ҡоралланды.
Комитет етәксеһе осрашыуҙы шул уҡ көнөндә кискә билдәләне.
– Рәхим итегеҙ, Рәйес Тимерович, – тип ҡабул итеү бүлмәһенә сығып ҡаршы алды ул депутатты, – был биләмәлә мин һеҙҙе тәүге тапҡыр күрәм. Белем биреү, балаларҙы тәрбиәләү мәшәҡәттәре менән шөғөлләнеүегеҙ маҡтауға лайыҡ.
Дәүләт комитеты етәксеһе күпте белә, хәтере яҡшы, тармаҡтың ихтыяждары хаҡында байтаҡ мәғлүмәт бирҙе. Һөйләшеү өсөн ҡаралған ярты сәғәт күптән үтеп китте. Рәйестең һиҙемләүе буйынса, иң төпкө ял бүлмәһендә кемдер бар һәм нимәлер әҙерләй. Уның баштан уҡ комитет етәксеһенә килеүенең сәбәбе шунда, был эш менән Рәйес үҙенең һуңлауын һиҙҙе. Әгәр һайлап алыу туры башланған икән, финалға сығыусыларҙың төҫмөрләнеүе лә бик ихтимал. Был осраҡта етәксе жюриға һылтанасаҡ һәм мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙән баш тартыуы бик ихтимал. Мәсьәләне Рәйес иң һуңғы минуттарға ҡалдырҙы. Һөйләшеүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды. Етәксе, кабинет хужаһы статусында, асыҡтан-асыҡ, сәғәтенә күҙ һала башланы. Аҙаҡ түҙмәне:
– Төшкөнө лә арлы-бирле генә ашағайным, асыҡтырған. Бәлки төпкө бүлмәгә инеп, берәр шәшке сәй?.. Ит еҫе лә сыға, – тине һуҙып ҡына, тағы ла бер сәғәтенә ҡарап алды.
Әле генә етәксенең иғтибарын авария хәлендәге мәктәптәргә йүнәлтергә йыйынған Рәйес был тәҡдимде бик ауырлыҡ менән ҡабул иткән булды. Йәнәһе, ашап-эсеүҙән дә мөһимерәк проблемалар бар бит әле.
– Ярай улайһа, бик ҡыҫтағас. Аштан оло булыу килешмәй, – тип ризалығын белдерҙе.
Ике кешелек өҫтәл ҡорғандар, ләкин өсөнсө кешегә лә ултырғыс күренә. Мөбәрәк Ибраһим улы йомшаҡ ҡәнәфигә ҡолап, ҡыңғырауға баҫыуға, эргәләге ишектән өлкән генә йәштәге бер ағай пәйҙә булды. Таныштырҙылар. Ғүмер буйы ошонда эшләгән бүлек начальнигы икән. “Фәһим Тәлғәт улы”, – тип таныштырҙы ул үҙен. Был йәһәттән Рәйестең тәжрибәһе ҙур, кешене таный белә. Уның планын тормошҡа ашырғанда, ярҙамсының хәл иткес роль уйнауы бик ихтимал.
– Мин һеҙҙе күптән беләм, шикелле, – тип таныш булыуын әйтте.
Етәксе, таныштар икәнлеген ишеткәс
– Ә ҡайҙа, осрашыуҙы йыуырлыҡ, бер нимәң дә юҡмы ни? – тип әйтеп ҡуйҙы.
Өҫтәлдә затлы ғына коньяк барлыҡҡа килде (“Һәнәк” эсеүгә ҡаршы, ләкин мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, саҡ ҡына мөмкин). Берәр киҫәк ит ашап, быйыл ишелеп яуған ҡарға зарланған арала, етәксене ике тапҡыр телефон аша кабинетына саҡырып алдылар.
– Йонсоттолар, үҙәкккә үттеләр, – тип кереп ҡоланы ул ҡәнәфиенә, аҙаҡҡы һөйләшеүенән һуң, – ошо йыл мөғәллиме бәйгеһен яптыртып ҡына ҡуям инде. Халыҡ та ҡыҙыҡ инде. Конкурсты башлап ебәреп өлгөрмәнек, урындарҙы бүлешеп тә бөткәндәр. Фәһим Тәлғәтович, яҙып ҡуй әле, конференцияла ошо мәсьәләне ҡарайыҡ. Хәҙер кешеләр дошманлашып, бер-береһенә эш арттырасаҡтар. Ялыуҙар күбәйәсәк. Ташбай районының хакимиәт башлығы шылтырата: “Былтыр Петровскийҙар еңгәйне, быйыл беҙгә бирергә тейештәр ине”. Мирхәт Фәрғәтович шылтыратып, үҙенең кешеһенең еңеүе хаҡында маҡтанған. Быныһы ышанған да, миңә шылтырата.
Һөйләшеү үҙенән-үҙе башланып китте. Рәйес бер сәғәттән артыҡ ошо мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлтә алмай йонсой ине.
– Әллә урындарға квоталар бармы? Шул хәбәр дөрөҫмө ул? – тип һораны.
Етәксе тынып ҡалды. Бик оҙаҡлап Рәйескә ҡарап торҙо һәм:
– Бер ниндәй ҙә квота юҡ. Кемдәр көслө, шулар еңә. Беҙ үҙебеҙҙең тармаҡты, бәхәскә урын ҡуймаҫ өсөн, бәйгенән тамам ситләттек. Был эш менән хәҙер Белем биреү һәм тәрбиә институты шөғөлләнә. Жюриҙы, эксперттар советын улар төҙөй, кәңәшселәр ҡорон улар йыя.
– Ә ниңә уларға биреп ҡуйҙығыҙ? – ти аптыранды Рәйес. – Әгәр улар үҙҙәренсә хәл итә башлаһа?
– Быға тиклем ялыуҙар бик булманы. Унда кадрҙар элекке һәм һыналған. Директоры ла күптәнге иптәш.
Иғтибарҙы өҫтәлгә йүнәлттеләр. Рәйес ҡаҙыларын маҡтаны, кабинет хужаһы, ысынлап та, асыҡҡан, етмәһә, аш-һыуға әүәҫ икән, ҙур-ҙур киҫәктәрҙе ауыҙына ҡаба ла, сәйнәгәне лә һиҙелмәй, йотоп ебәрә. Рәйес, ҡыҙып алғас, ҡаҙының рецептын белешә башланы. Хужаның ауылда өйө бар икән. Шунда йәш ярымлыҡ тайҙы үҙе һимертә, һуңғы ике аҙнаһында, ғөмүмән, һолола ғына тота, хатта, һуйыр алдынан, бер нисә саҡырым араны юрттырып алыу, йәғни, итте йомшартыу йолаһын да теүәл үтәй икән.
– Ҡаҙыны ла үҙегеҙ тултыраһығыҙмы? – тип һораны Рәйес етәксенән.
– О, уныһы – үҙе бер байрам, – тип һоғаланып, ҡаҙы кимергән һымаҡ, һөйләй башланы белем биреү өсөн яуаплы иптәш. – Бөтә ғаилә менән йыйылабыҙ. Миңә лә эш табыла. Муйын, ҡабырға һәм башҡа ит киҫәктәрен мин тәүҙә бысаҡ менән туратам. Ҡайһы берәүҙәр ит турағыс аша үткәрә. Миңә улай оҡшамай. Ҡаҙы түгел, колбаса килә лә сыға. Ә колбаса магазинда ла тулып ята. Һарымһаҡты,тәмләткестәрҙе ҡушыуҙы үҙем генә башҡарам, башҡа кешегә ышаныс юҡ. Еңгәң дә шулай, ти. Ул ҡушһа, йә күп була, икенсе юлына әҙ була.
– Ә нисек һаҡлайһығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды Рәйес.
– Туңдырғысҡа яҙ ғына күсерәм. Тышта һаҡлайым. Ҡышҡы һалҡында. Тимер һауыт бар, һауыт тышта ултыра. Йоҙаҡлы. Бына, үҙең һынап ҡара: тәбиғи һыуыҡ һәм туңдырғыс һыуығы. Айырмаһы – ер менән күк һымаҡ.
Хужа ҡаҙылыҡты бешереү хаҡында ла һөйләгәйне. Ләкин ҡунаҡтың сәфәренең маҡсаты башҡа булғас, ҡалғанын ул йүнләп тыңлап торманы. Аш-һыу тирәһендә булашыу ирҙәргә килешмәй. Шунда йөрөһә, үҙен ҡатынының өлөшөнә ингән һымаҡ итеп тоя.
Шул ваҡыт етәксенең ҡул осондағы телефоны шылтыраны. Телефонды алғас, ауыҙы йырылып китте һәм шунда уҡ яуап бирҙе:
– Аһ, йәнем-бәғерем, мөхәббәтем! – тине ул. – Һеҙҙең моңло тауышығыҙҙы ла ишетергә насип булған икән. Уф, Хоҙайым, әлдә ошо бәйге бар, мине иҫкә алыусы ла булмаҫ ине, буғай.
Телефондан ниндәйҙер ханымдың ҡалын тауыш менән нимәлер һөйләгәне, кемделер әрләгәне, хатта илаулағаны ап-асыҡ ишетелде.
– Шулай булыр, тип уйлағайным да, – тине кабинет хажаһы, – уларға ҡушһаң, шул инде. Хәтерең алдамаһа, һин, институт директоры – минең яҡшы танышым, тип маҡтанғайның. Коньягыңды ла уға бүләк иткәнһеңдер әле. Шулай булғас, уға мөрәжәғәт итәһең, ә мин бында причем? Улар коньяк менән һыйлана, ә мин һалҡын сәй эсеп ултырам, – тип сәйен шөбөрләтеп, эсеп ҡуйҙы.
Сәғәт һигеҙ булды, Рәйес был кабинетта сәғәттән артыҡ булды, ләкин үҙе өсөн бер ыңғай һөҙөмтә лә күрмәне. Урыҡ-һурыҡ килгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ул барлап йөрөгән бәйге – бөгөн республикала төп ваҡиғаларҙың береһе. Уны ойоштороу менән иң юғары кимәлдә шөғөлләнәләр. Хатта бөгөн ишелеп яуған ҡар ҙа икенсе һыҙыҡҡа күскән һәм онотолған һымаҡ.
Хужа сәғәтенә ҡараны һәм Фәһим Тәлғәт улына күҙ ташланы. Тегеһе өйрәнеп бөткән, күрәһең, өҫтәлде йыйыштырып, сығып та китте.
– Йә, ярай, Рәйес Тимерович, кешене аҙмы-күпме белеү өсөн, бер шешә коньяк етмәй, – тине хужа, ҡунағына хөрмәтле ҡарашын һирпеп. Дөрөҫ аңлаһам, бәйгелә һеҙҙең кемегеҙҙер ҡатнаша һәм һеҙ уны бәхетлеләр сафында күрергә теләйһегеҙ...
Рәйес был һорауға, хәйер, һорау түгел, раҫлауға яуап бирергә әҙер түгел ине. Хатта бер аҙ баҙап ҡалды.
– Был мәсьәлә мине ҡыҙыҡһындыра, – тип өндәшеп ҡараны.
Күпте күргән, кешеләрҙе ярты һүҙенән аңлаған, ошо урында оҙаҡ ултырған етәксене алдаштырып булмай икән.
– Элекке таныштар бер мәсьәләлә ярҙам итеүҙе һорағайны.
Етәксе өҫтәл эргәһендәге шкафтан бер бит ҡағыҙ һәм ручка сығарып һалды.
– Ошонда уның хаҡында бөтә мәғлүмәттәрҙе яҙығыҙ, – тип күрһәтмә бирҙе.
Рәйес түш кеҫәһенә тығылды һәм Зөһрә тураһындағы барлыҡ мәғлүмәттәрҙе етәксенең алдына сығарып һалды.
Ул мәғлүмәттәрҙе тәүҙә бик ентекләп өйрәнде.
– Алдан уҡ асыҡлайыҡ, урын кәрәкме, әллә исемме?
_______________________________
Иҫкәрмә: Һеҙ әле танышҡан әҙәби әҫәрҙә барған ваҡиғаларға оҡшаш күренештәр республика тормошонда тиҫтә, ике тиҫтә йылдар самаһы элек күҙәтелде һәм бөгөн барған ваҡиғаларға ҡәтғи рәүештә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Исемдәрҙең, ваҡиғаларҙың, образдарҙың һәм персонаждарҙың оҡшашлығы осраҡлы һәм хәҙерге бәйгеләргә һәм ваҡиғаларға бер мөнәсәбәте лә юҡ. Был әҙәби әҫәрҙәге һығымталарҙың хәҙерге ваҡиғаларға мөнәсәбәте күҙәтелмәй.

Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: