+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Март 2021, 11:32

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠОЛОНЛО БЕЙӘ Хикәйә Беренсе бүлек

Эш көнөн саҡ үткәреп бөтөп ҡайтты Әлмира. Быға тиклем төнгәсә ҡалып ултырып, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ яҙыу-һыҙыуынан арынып сыҡҡанында, мәктәбендә төнгө ҡарауылсынан башҡа йән эйәһе ҡалмай торғайны. Бөгөн йәш уҡытыусыларҙан да алдараҡ ысҡынды. Сөнки йөрәге тыныс түгел. Сөнки ҡайта һалып хәл итә торған эше бар. Өҫтөн алыштырып аш бүлмәһенә үтте. Иртәнсәк яҙа-йоҙа йыйыштырып киткән ҡашығаяғын тәртипкә килтерҙе. Һөҙөп ултыртылған һурпаһын сығарып плитәгә ҡуйҙы. Кисәге итен йылытты. Юл ыңғайы һатып алған әсе ҡамырҙы йәйеп, шаҡмаҡлап ҡырҡҡыланы ла, табаға шыйыҡ май ҡойоп газға ултыртты. Хәҙер ҡыҙартып ҡына майғикмәктәр бешереп алыр. Улы ярата бит. Күптән үҙен былайтып иркәләгәне лә юҡ. Шул мәктәп тип йөрөп һаман... ғүмер буйы...



Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠОЛОНЛО БЕЙӘ
Хикәйә
Беренсе бүлек
Эш көнөн саҡ үткәреп бөтөп ҡайтты Әлмира. Быға тиклем төнгәсә ҡалып ултырып, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ яҙыу-һыҙыуынан арынып сыҡҡанында, мәктәбендә төнгө ҡарауылсынан башҡа йән эйәһе ҡалмай торғайны. Бөгөн йәш уҡытыусыларҙан да алдараҡ ысҡынды. Сөнки йөрәге тыныс түгел. Сөнки ҡайта һалып хәл итә торған эше бар.
Өҫтөн алыштырып аш бүлмәһенә үтте. Иртәнсәк яҙа-йоҙа йыйыштырып киткән ҡашығаяғын тәртипкә килтерҙе. Һөҙөп ултыртылған һурпаһын сығарып плитәгә ҡуйҙы. Кисәге итен йылытты. Юл ыңғайы һатып алған әсе ҡамырҙы йәйеп, шаҡмаҡлап ҡырҡҡыланы ла, табаға шыйыҡ май ҡойоп газға ултыртты. Хәҙер ҡыҙартып ҡына майғикмәктәр бешереп алыр. Улы ярата бит. Күптән үҙен былайтып иркәләгәне лә юҡ. Шул мәктәп тип йөрөп һаман... ғүмер буйы...
Ишек асылыу менән Айраттың шат тауышы яңғыраны:
— Подъездан уҡ еҫен һиҙеп киләм! Бындайҙы минең әсәй генә бешерә ала тип уйлайым!
Әлмира уның ошо һүҙҙәрен көтөп тора, йөҙө ҡояштай балҡый:
— Әйҙә, балам! Ҡулыңды йыу ҙа кил, һыуынмаҫ борон.
Айрат кейемен генә һала ла, тәрилкәлә өймәләп булып ятҡан ваҡ икмәктәрҙең береһен эләктереп тә ҡаба:
— Ммм... телеңде йоторлоҡ!
Әсәһе уны бәләкәй балалай итеп шелтәләй:
— Ҡулыңды? Ҡулыңды кем йыуа?
Улы уны “әп” итеп ваннаға юллана ла, йыуынып сығып ҡаршыһына килеп тә ултыра.
— Күптән миңә бындайҙы ашатҡаның юҡ бит, әсәй. Ҡалай һағындырған, – тип һөйләнә-һөйләнә ихлас тотона.
— Ҡабаланма, улым. Башта аш ашап алайыҡ, ҡоро икмәк менән тығынма, – тиһә лә улының ошолай ашағанын ярата ул.
Аш аҙағынан сәй килде. Әлмира балаһына ҡарап-ҡарап ала, тик тел осондағын нисек сисергә, һүҙҙе ҡайҙан башлап китергә белмәй.
— Эшеңдә нисек, улым? Ауыр түгелме?
Айрат яңы урынға күскәйне, был эшендә ике ай ғына йөрөүе.
— Юҡ, коллектив һәйбәт, все нормально.
— Ярай атыу. Бик яҡшы. Ә-ә... ҡатын-ҡыҙҙар күпме?
— Бар былай.
— Ҡыҙ-ҡырҡын тим. Күҙ һалырҙай ҡыҙҙар һиңә...
— Ниндәй ҡыҙҙар, әсәй? – Айрат, ғәҙәтенсә, бындай һүҙҙән ситкә китмәксе.
— Ниндәй ҡыҙҙар тип, ҡыҙҙарға ла күҙ һалырға ваҡыт, мине киленһеҙ итмәҫһең дә инде?
— Булыр, әсәй, ваҡыты еткәс.
Ҡатын улына үпкәле төбәлеп ҡалды.
— Йә? – тине уның был ҡарашын белгән улы, – Әйт, нимә ишеттерергә теләйһең?
— Улым, — әсә бер генә тәрән тын алды ла теҙеп һалды, — Һинең кем менән буталғаныңды еткерҙеләр инде. Тик мин ҡаршы. Мин был мөнәсәбәткә тешем-тырнағым менән ҡаршымын. Ишетәһеңме?
Айрат уны ҡаштарын үргә сөйөп тыңланы ла, һындыра ҡарап ҡаршы һорау бирҙе:
— Ниңә ҡаршыһың? Нимәһе менән оҡшамай һиңә Дилә?
— Шулай, балам, оҡшамай. Ул ҡыҙ һиңә пар түгел.
— Ә ниндәй ҡыҙ пар миңә? Алтын сәсле, көмөш тешлеме? – Айраттың тауышы тыныс ҡалды, әммә унда тимер сыңы ла салынды. Улын ҡатылыҡ менән һындыра алмаҫын белгән ҡатын ҡапыл ғына икенсе юҫыҡҡа төштө.
— Балаҡайым, һин бит уны бөтөнләй белмәйһең. Шуға әйтәм бит, ҡыҙ-ҡырҡын менән күберәк аралаш, күр, һайла тип. Кеше бер-берен йәш саҡта һайлай инде.
— Диләне һин саҡырҙың бит беҙгә, һин таныштырҙың. Һинең мәктәп уҡытыусыһы. Нисек инде белмәйем? – улы һаман яуап талап итте.
Әлмира һөйләшеүҙе ошо ыҙанға алып бара бит инде. Ярып та һалды:
— Бына ул һиңә балаһы бар икәнлеген әйттеме? – улының ҡарашынан аңлап тантана ла итте, — Ә-ә! Әйтмәгән бит! Ә һин уны беләм тиһең.
— Нисек... Ниндәй балаһы?
— Бына шундай балаһы. Ҡыҙы бар уның, дүрт-биш йәштәр самаһылыр инде. Ирһеҙ тапҡан булған.
Айрат был яңылыҡты ысынлап белмәгән, ахыры, бер килке өндәшә алмай ҡалды. Уның был халәтен күҙәтеп ултырыуы еңелдән дә түгел ине әсәгә.
— Ирһеҙ?.. Ул бит шундай йәш... Ҡасан?.. Мәктәптә уҡығандамы ни?
— Мәктәпте бөткән дә ауырға ҡалған инде. Ярай, уныһы нимәгә беҙгә? Иң мөһимен әйттем – балалы ҡатын кәрәкмәй беҙгә.
— Беҙгә? Һиңәме әллә миңәме?
Йә инде, кемгә оҡшап ҡарышҡыр еңмеш һуң был малай?
— “Беҙ” ул, улым, беҙҙең ғаилә тигән һүҙ, йәғни, икебеҙ.
— Мин фекеремде әйтмәнем әле.
Ауыр ҡарашын күтәрҙе улы әсәһенә. Тәүгә күргәндәй төбәлде. Унан һәр һүҙен айырым-асыҡ итеп яйлап ҡына әйтте:
— Үҙемә кем кәрәк икәнен мин үҙем хәл итермен, әсәй. Рәхмәт ашыңа.
— Айрат! Мин бит һине уйлап... – улының бүлмә ишеге ябылды.
Төнө буйы йоҡламаны Әлмира. Уйламаған уйы, ҡормаған планы ҡалманы. Инде был хәбәрҙе ҡуҙғатырын ҡуҙғатҡас, башлағанын тамамлап, ҡабат ҡайтмаҫлыҡ итеп ябып ҡуйырға кәрәк. Ярай, улы әлегә асыуланды, тик был оҙаҡҡа бармаҫ. Уның холҡо шундайыраҡ бит. Үҙенә оҡшамағанды ныҡышһаң, баҫым яһаһаң арҡырылана ла китә. Ыңғайына һыпырыңҡырап, яйлап, ҡаты бәрелмәй генә ыҡҡа килтереп була уны. Әлбиттә, ыңғайламай ҡуя торған яғы ла бар. Әммә был мәсьәләлә ҡалайтһа ла ҡалайтыр Әлмира, ризалаштырыу яйын күрер. Сөнки башҡаса булыуы мөмкин түгел. Уның берҙән-бер ғәзиз балаһы, күҙ өҫтөндәге ҡаш булған улы нисек итеп балалы ҡатын алһын, ти? Юҡ-юҡ! Бая анау бер һүҙе лә көйгәнендә башына килеп инде бит әле, саҡ әйтеп ысҡындырманы. Ҡолонло бейә! Һы... Уны ҡалай тота килеп иҫләне әле? Хәтеренә төшөрөп тормаһа ла, күңеленә ныҡ уйылып ҡалған икән...
... Әлмира ла йәшләй генә әсәй булғайны. Мәктәптән артынан йөрөгән Сәлих, армияға повестка алғас та, ата-әсәһен ебәрҙе уларға. Әлмираның әсәһе “йөрөп ҡайтһынсы әле”, тип ҡараһа ла, йәштәр өтөп-ҡырып алып барҙы.
Никахлашып, аҙна-ун көн йәшәп ҡалдылармы, ирен алып та киттеләр. Ул китеүгә ике ай тигәндә йәш ҡатын йөклө икәнлеген төшөндө, мәле еткәс улы ла тыуҙы. Педучилищела уҡып йөрөгән еренән бер йылға ял алып ауылға ҡәйнәһе янына ҡайтты килен. Шунда ирен көтөп алды. Барыһы ла яҡшы, барыһы ла яйлы кеүек ине лә, Сәлихы ғына ҡайтҡанынан алып эсендәге һыҙланыуға түҙә алмай яфаланып хәүефкә һалды. Дауаханаға һалғайнылар, ауырыуы бер аҙ баҫылды ла, сығып аҙыраҡ йөрөүгә тағы башланды.
Шулайтып бер ятты, бер сыҡты, унан ҡабат ятты. Бәләкәс балаһы, йәш ҡатыны менән рәхәтләнеп йәшәү бәхетен татый ҙа алманы. Ыҙаланы, сырайы һытыҡ, йөҙө йонсоу булды. Был халәтенән уңайһыҙланды, шуға ла бүлмәлә стенаға ҡарап бөгәрләнеп ятыуға күнекте. Табиптар эсәктәрендә ниндәйҙер инфекция таптылар, ваҡытлыса ауыртыныуҙарын баҫтылар, әммә тулыһынса ҡотолдора алманылар. Әлмира уның менән һөйләшеп, әүрәтеп ҡарай ҙа, артыҡ бер ни менән дә ярҙам итә алмай. Үҙенә лә бәләкәй бала менән уҡыуын тамамларға, эшкә төшөү юлдарын ҡарарға кәрәк. Ауырыу ире менән улын ҡәйнәһе ҡарамағына ҡалдырып, диплом яҡлауға юлланды. Эштәрен тамамлап, ҡыуанып, өйҙәгеләренә бүләктәр ҡарап йөрөй биреп, фатирына ҡайтып инһә, унда ҡурҡыныс хәбәр көтә: ире аҫылынған!
Егерме ике йәшендә бала менән тол булып ултырып ҡалды ҡатын. Өҫтөнә күк ҡабағы ауҙарылып төшкәндәй булғайны башта. Әммә ул йәш ине, сәләмәт ине, етмәһә, эргәһендә, иғтибар даулап, бәләкәс улы йөрөй. Ваҡыт та үҙенекен итте. Ауылдағы мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә урынлашты, балаһын баҡсаға йөрөттө, әсәһе менән, ҡустыһы өйләнмәгән ине әле, көңгөр-ҡаңғыр килеп йәшәне лә яттылар.
Ауыл ерендә уның һымаҡ йәш ҡатындар оҙаҡ яңғыҙ булмай ҙа. Әлмираның сәскә атҡан сағы, дәртле, егәрле, алдына алғанын ҡуймай торған ҡара тырыш заттан бит ул. Өс-дүрт йыл уҡытыуынан “яҡшы уҡытыусы” тигән даны ла сыҡты. Һәм ауылда уға ирҙәр түгел, ә егет-елән күҙ һала ине. Шулар араһынан күрше ауылдың уҡытыусы егетен яҡын күрҙе үҙе. Уныһы ҡатындың һырт бормағанын аңғарғас, һандуғас булып һайраны, ҡарлуғас булып кәйелде. Ял көнөндә матайына атланып килеп етте, алсаҡланып өйҙәренә лә килеп инде, әсәһе менән һин дә мин һөйләште, ҡустыһына ярҙамлашып, ярап алды. Был күренеште ауыл халҡы ла күреп-күҙәтеп торҙо. Эштәр туйға баралыр инде, тигәндә генә, берҙән бер кис әсәһенең күрше ауылда йәшәгән ҡустыһы еңгәһе менән килеп төштөләр. Башта әсәһе менән шыш-быш һөйләштеләр ҙә, аҙаҡ Әлмираны ла саҡырып алып күҙен астылар. Баҡтиһәң, кейәү булырға йөрөгән егеттең әсәһе улының һайлаған кешеһен белгәс, яу ҡуптарған икән. Улын тетеп һалыуы ғына етмәгән, ағаларына ла килеп еткән. Төп йортта ҡала торған кинйә улын балалы ҡатынға өйләндереү хаҡында һүҙ ҙә булмаясағын тиҙ төшөндөргән быларға.
— Ҡолонло бейә кәрәкмәй беҙгә! – тип бармаҡ янап ҡысҡырған ул ҡапҡа алдына сыҡҡас та... дөрөҫ булһа инде. Был әйтелгәндәрҙе күршеләр ишеткәндер, күрәһең. Һәм тиҙ арала бөтә ауыл белгән.
Көн дә мәктәбенә барып-ҡайтып бер ни булмағандай йөрөһә лә, эсендә янған уттан саҡ тоҡанып китмәй үткәрҙе ул мәлдәрҙе Әлмира. Ниндәй генә хәл булғанда ла, “яратам” тип өҙөлгән кешеһе килер, аңлашыр тип көттө. Бер ай көттө, ике ай... уныһы килмәне. Тимәк, әсәһе теләгенә ҡаршы бара алманы, һөйөүен яҡларлыҡ көсө булай сыҡты. Исмаһам, ошоларҙы килеп аңлатып та китмәне. “Ҡурҡаҡ! Ҡурҡаҡ...” тип кенә әсенеп уйлай, төндәрен тауышһыҙ һығылып илай алды ҡатын. Шулай өнһөҙ-тынһыҙ кисерҙе ул был һөйөү ғазабын, ҡатылығына барып, хатта еңгәләренә лә, иң яҡын әхирәттәренә лә бер хәсрәтле “аһ”ын ишеттермәне. Шул уҡыу йылы тамамланыуға, эшенән сыҡты ла, баш ҡалаға барып урын эҙләп тапты. Ситтән тороп институтҡа инде. Йәшәргә бүлмә тапҡас, улын да алып китеп, бәләкәс кенә бер ғаилә булып айырымландылар.
Бында ла тырыш уҡытыусыны аңғарманылар түгел. Нисәлер йылдан завуч итеп күтәрҙеләр. Тиҫтә йылдан ашыу ошо вазифаһында ал-ял белмәй сапты ул. Бөтөн тормошо мәктәптә булды. Улы ла янында уҡыны. Ҡала, республика кимәлендә данлы уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре итеп күтәрҙеләр. Үҙенең дә бөтөн ҡыҙыҡһынғаны – балалар, уҡыусылары, коллективы, мәктәбе булды. Башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған ерҙә уның иғтибарын йәлеп итерҙәй ир заты ла булманы, ул турала уйларға үҙенең теләге лә тыуманы, димләгәндәргә ыҡҡа ла килмәне. Ҡасандыр бер ваҡыт ишеткән “ҡолонло бейә” ҡушаматы уға ныҡ тәьҫир иткәйне. Тәьҫир иткәйне генә түгел, ә йөрәген ир-атҡа ҡарата мәңгелеккә бикләгәйне.
Унан килеп, көтмәгәндә, мәктәп директоры итеп күтәрҙеләр. Бынан һуң инде Әлмира өсөн эргә-тирәләге башҡа донъя юғалғандай булып ҡалды. Баш-көллө шул йәмғиәтенә сумды. Ул арала улы үҫеп етеп, институтҡа инде, һалдат хеҙмәтенә барып килде, эшкә урынлашты. Башта тәжрибә өсөн йөрөһә, күптән түгел аҡсалы ғына урын табып та төшөп китте. Йәшәйештәре камил ғына ине... бынау ҡыҙ килеп сыҡҡанға тиклем.
Диләне, ысынлап, Әлмира үҙе алып ҡайтты шул өйөнә. Мәктәпкә эш эҙләп килгән йәш уҡытыусыны завучы эшкә алмаған да, был яҡлау эҙләп директорға килеп ингән. “Мин һеҙҙең райондашығыҙ булам, Әлмира Ҡыуандыҡовна, зинһар, ярҙам итегеҙсе”, – тип инәлеп тороуына ҡолаҡ һалды шул. Һөйләшеп киттеләр, уртаҡ таныштары булып сыҡты. Бала сырайлы ғына ҡыҙҙың өс йәшлек ҡыҙы ла бар икән. Әле ауылда әсәһе ҡулында икән. Үҙе ситтән тороп уҡый, сессияға китергә кәрәк буласағын белгән бер мәктәптә лә алмайҙар. Илар сиккә етеп ултырған йәш ҡатынды йәлләне шул саҡ Әлмира, райондашы булыуы ла үҙенекен итте һәм ул, урынбаҫарын саҡыртып алып, Диләнең документтарын барларға ҡушты. Ҡыуанысы эсенә һыймаған ҡыҙ йүгереп килеп ҡосаҡлап алды директорҙы, ҡат-ҡат рәхмәттәрен уҡыны. Эшләп киткәс тә, яйы тура килгән һайын, инеп, хәл белеште, ауылдан килгән һөт-ҡаймаҡ ҡалдырҙы. Улы икенсе ҡалала уҡыған Әлмираға ла ошондай кеше кәрәк ине, буғай, яңғыҙлыҡ ялҡытҡан да, күрәһең. Ул да хәҙер ҡыҙҙы ялдарға саҡырғылай, баҡсаһына барғанда өндәшә башланы. Алсаҡ йәш ҡатындың һөйләшеүен, фекерҙәрен оҡшаттымы, әллә йәшлеген ҡыҙыҡ күрҙеме, һәр хәлдә, береһе – оло, икенсеһе йәш булып та, бер тиңдәй аралашып алып киттеләр. Ҡарап-ҡарап ултырып, был ҡатынды үҙенә лә оҡшатып китә ине ул. Әлбиттә, Дилә уға ҡарағанда йомшағыраҡ, хислерәк, әммә ул да ҡасандыр Әлмира үткән юлды үтергә тырышып-тырмашып ята. Уҡыуын тамамлайым, балаһын янына алам, йәшәргә берәй мөйөш булдырам тип дәртләнеп йөрөй.
Йыл ярым самаһы элек улы янына ҡайтып бында төпләнгәйне. Әлмира юбилейын үткәрергә булып китте. Ҙурлап билдәләмәҫ тә ине инде, коллективы өҙмәне лә ҡуйманы. Кафела тантана яһағас, яҡыныраҡ кешеләре менән өйҙә лә ултырып алырға булдылар. Әлбиттә, бындай мәшәҡәтле мәлдә Дилә – иң беренсе ярҙамсыһы ине. Бына шунда таныштырғайны улын был ҡыҙ менән. Әммә һис тә улына тиң, уға килен булырҙай итеп түгел, ә йәш коллегаһы итеп кенә күрһәткәйне. Кем уйлаған улы күҙ һалыр тип? Ә тегеһенә, Диләгә, шундай егетте ер тетеп эҙләһә лә табырлыҡ түгел ине. Әллә маҡсатлы рәүештә танышҡандыр ҙа әле, кем белә? Ҡатын-ҡыҙ мәкеренең сиге бармы?..
----------------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: