-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Март 2021, 14:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠОЛОНЛО БЕЙӘ Хикәйә Икенсе бүлек

Улы иртәнсәк тә яҙылмаған ине әле. Әсәһенең йөҙөнә ҡарамай ғына ашаны ла, сығып китте. Хәҙер өйөндәге был күңелһеҙлектең, низағтың ғәйебен бер Диләлә күргән Әлмира, мәктәбенә барып еткәнсе ярһыны. Уның ҡаты, һалҡын ҡарашынан ҡаршыһына осраған уҡытыусылар албырғашып ҡалды. Сәләм биреүселәргә әллә яуап бирҙе, әллә юҡ. Ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙ ҙа, хужабикәһенең кәйефһеҙлеген аңғарып, һикереп торҙо: — Хәйерле иртә, Әлмира Ҡыуандыҡовна! — Хәйерле... Ҡалай тынсыу, килгәс тә, тәҙрәләрҙе ас тип әйтәм бит... Кисәге иғланды ла һаман алмағанһың. Кабинетына ингәс, ҡушҡандарын йүгермәләп йөрөп үтәгән сәркәтибенә яңы фарман бирҙе: — Дилә Фәритовнаны саҡырт әле, срочно ғына.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠОЛОНЛО БЕЙӘ
Хикәйә
Икенсе бүлек
Улы иртәнсәк тә яҙылмаған ине әле. Әсәһенең йөҙөнә ҡарамай ғына ашаны ла, сығып китте. Хәҙер өйөндәге был күңелһеҙлектең, низағтың ғәйебен бер Диләлә күргән Әлмира, мәктәбенә барып еткәнсе ярһыны. Уның ҡаты, һалҡын ҡарашынан ҡаршыһына осраған уҡытыусылар албырғашып ҡалды. Сәләм биреүселәргә әллә яуап бирҙе, әллә юҡ. Ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙ ҙа, хужабикәһенең кәйефһеҙлеген аңғарып, һикереп торҙо:
— Хәйерле иртә, Әлмира Ҡыуандыҡовна!
— Хәйерле... Ҡалай тынсыу, килгәс тә, тәҙрәләрҙе ас тип әйтәм бит... Кисәге иғланды ла һаман алмағанһың.
Кабинетына ингәс, ҡушҡандарын йүгермәләп йөрөп үтәгән сәркәтибенә яңы фарман бирҙе:
— Дилә Фәритовнаны саҡырт әле, срочно ғына.
Бер-нисә минуттан Дилә уның ҡаршыһында тора ине инде. Ул да етәксенең йөҙөнән үк етди һүҙ булаһын аңғарып, һағайып ҡалған.
— Ултыр. Башта ишекте яп.
Йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарған ҡаты һәм һынсыл күҙҙәре менән алдындағы йәш ҡатынды ентекле күҙҙән үткәреп алды директор. Уның ҡиммәтле булмаған, әммә ҡупшы кәүҙәһендә матур ултырған ябай ғына костюмын, тырнаҡтары ҡыҫҡа итеп киҫелгән маникюрһыҙ бармаҡтарын, ниндәйҙер биҙәкле үреү менән үрелеп төшөп иңбашына ятҡан оҙон булмаған толомон тәүгә күргәндәй итеп ҡарап сыҡты. Был ҡараштан ҡыҙ ҡаушаны.
— Әлмира Ҡыуандыҡовна... Берәй нәмә булдымы әллә?
— Булды, — тине өҙөп кенә Әлмира, — нимә булырға тейеш булһа, шул булды.
— Ә... нимә?..
— Айрат менән беҙҙең арала бик етди һөйләшеү булды. Мин һеҙҙең бергә киноға йөрөүегеҙҙе, ял итеүегеҙҙе беләм. Мәктәпкә курьер алып килгән сәскәләрҙең унан икәнлеген еткерҙеләр. Так что, все под контролем.
— Әлмира Ҡыуандыҡовна, һеҙ, зинһар, насар уйламағыҙ...
— Мин бер нәмә лә уйламайым, ҡәҙерлем. Бында мин уйлап ултырыр сәбәп юҡ! Һин үҙеңде минең улыма тиң икән тип уйлайһыңмы әллә?
Дилә нимәлер тип әйтергә асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп ҡалды. Ә ҡыҙғандан-ҡыҙа барған Әлмира төнө буйы йыйылғанын тышҡа һирпте.
— Әлбиттә, юғары белемле, яҡшы эшле, сибәр, тәрбиәле, фатирлы ҡала егете кемде ҡыҙыҡтырмаҫ? Тик уны өйләнмәгәс тә, һине көтөп йөрөгән тип уйлама. Ул бала ошондай булып күктән килеп төшмәгән. Мин уны яңғыҙ үҫтереп кеше иттем! Шул баланы уйлап, үҙ тормошомдо ҡорманым, сит ир күҙенә ҡаратып ултыртҡым килмәне. Бөтөн булмышымды улыма бағышланым. Һәм, һәр әсәй кеүек үк, мин дә улымдың үҙенә тиң ҡыҙ алыуын теләйем. Һәр кем тормошта үҙ тиңе менән йәшәргә тейеш.
Етәксеһенең тел төбөн төшөнгән Дилә ҡайтарып яуап бирмәне. Ул, тәҙрәгә ҡарап, тынып ҡалғайны. Ниндәйҙер ҡаршылыҡ көтөп ярһыған Әлмираға бер аҙ тауышын баҫыуҙан башҡа сара ҡалманы.
— Дилә, һин мине дошман итеп күрмә. Мин һиңә дөрөҫөн һәм тейешен әйтәм. Уны-быны аңлап алһа, Айрат һине үҙе үк ташлаясаҡ. Ул саҡта тағы ла ауырыраҡ булыр ине, аңлайһыңмы?
— Аңлап етмәйем... Һеҙ мине нимәлә ғәйепләйһегеҙ?
— Улымдың башын ҡатырыуҙа. Ул яңы яҡшы эшкә төшкән, әле үҙен күрһәтәһе, карьера эшләйһе бар. Унан үҙенә барғандай ҡыҙ... Һин бит күреп тораһың, ул ниндәй егет?!
— Ниндәй? – ниһайәт, Диләнең дә күҙҙәрендә осҡондар хасил булды.
— Нисек “ниндәй”? Белемле... Тыштан ғына алғанда ла... нисек кейенә, үҙен нисек тота... мәҙәниәтле, сибәр ҡала егете... Нисек икәнлеген һин үҙең лә күрәһең бит. Мин һинең уға ғашиҡ булыуыңа ла аптырамайым.
— Эйе, Әлмира Ҡыуандыҡовна, һеҙҙең улығыҙ миңә яҡын, — йәш ҡатын йылмайғандай ҙа итте, — Тик мин уның, һеҙ уйлағанса, әүрәтергә лә, башын бутарға ла йыйынмайым. Киреһенсә, ул миңә дуҫлыҡ тәҡдим итте, ул мине эҙләп килде. Ул әлеге ваҡытта минең иғтибарымды яулау менән мәшғүл.
— Ишетергә лә теләмәйем. Улай намыҫлы булғас, ни эшләп һин уға балалы икәнлегеңде шундуҡ әйтмәнең?
— Һеҙ әйткәнһегеҙ бит инде, — йәш ҡатындың ҡарашын күтәрә алманы Әлмира, ситкә боролдо. – Үҙем әйтмәҫ тигәйнегеҙме? Мин ваҡыты еткәнен көткәйнем, әгәр хистәре ысын булһа, әгәр ирҙәрсә хәл итә алһа, баламды ла артыҡ күрмәҫ, тигәйнем.
— Белмәйем, Дилә Фәритовна, артабан нисек итерһең, әммә һиңә улымды тоттороп ҡуяһым юҡ. Баштан уҡ шуны бел! Бар дәресеңә.
Ошо һөйләшеүҙәрҙән һуң бер-нисә көн йөрәге тулап ыҙалатты Әлмира Ҡыуандыҡовнаны. Ҡан баҫымы күтәрелә биреп йөрөнө. Медсестра саҡыртып бер-ике укол сәнстерҙе. Унан яйлап тынысланды. Эргә-тирәһе лә уның менән килешкән, уның фекерен ҡабул иткән кеүек булды. Эшендә лә, өйөндә лә эш-хәлдәре элекке ыҙанына төштө. Тағы ла еңел һулағандай итте.
Улының алдан билгеле булған командировкаһы килеп етте. Германияға өс айға уҡыуға ебәрәләр ине эш урынынан, ниндәйҙер замана технологиялары буйынса. Етәкселеккә әҙерләйҙәр, тимәк. Әсәләрсә борсола ла, шул уҡ ваҡытта бындай яңылыҡтарына ҡыуана ла Әлмира.
Ике-өс көн рәттән юл сумкаһын йыйҙылар. Әсәһе сумаҙанға бер нәмәләрҙе һалды, улы кире алды. Әлмира тағы нимәләрҙелер тултырҙы, Айрат уларҙы башҡаһы менән алмаштырҙы. Бәхәсләшеп тә киттеләр. Ҡалай ҙа төйөнсөктәр төйнәлде һәм мәлендә әсәле-уллы аэропортта ултыралар ине.
Әлмира улының ҡәҙерле йөҙөнән күҙҙәрен ала алмай. Тегеһенең тынысһыҙлығын, нимәгәлер эстән борсолғанын тойомлағанға шулай итә. Һиҙҙермәҫкә тырышһа ла туҡтауһыҙ телефонына күҙ һала, ҡапыл һикереп тороп оҙон булып бер килке баҫып тора, яҡ-яғына ҡарана ла ҡабат утыра. Һөйләшкәндә лә иғтибарһыҙ кеүек, әйткәнде ишетеп-аңлап етмәгәндәй. Башта юлға сығыуына шулай тынысһыҙланалыр тип уйлағайны ла Әлмира, юҡ, бында икенсе ғиллә икәнлеген аңлап алды. Ул ғилләнең сәбәбен дә, исемен дә белә хатта. Әммә төшөнмәгәнгә һалышты, бөтөнләй икенсе нәмәләр һөйләне.
— Уҡыуға ғына ҡапланма, сит илдең матур урындарын да күреп сыҡ. Бындай бәхет һәр кемгә тәтемәй.
— Эйе, – тип кенә килешә лә, хәбәрҙе ялғамай улы.
— Минең бер таныштың ҡыҙы шулай Францияға уҡырға барҙы ла, торҙо ла ҡалды. Кейәүгә лә сыҡҡан, шикелле. Сит илдә тормош күпкә яҡшы тиҙәр бит.
— Шулайҙыр...
— Йылыраҡ куртка алманың әле, яҙ унда ла һыуыҡтыр инде , ә?
— Алырмын. Кәрәк булһа, унда алырмын.
— Ҡара әле... анау медколледждың директоры Земфира Ғафаровнаны иҫләйһеңме? Шуларҙа ҡунаҡта булғайным ошо шәмбе, ҡыҙы һылыу булып үҫеп еткән икән, иҫләйһеңме Региналарын? Медицина институтын тамамлап килә, табип буласаҡ. Ҡалай һәйбәт һөнәр, ивет?
Айрат иғтибарһыҙ ғына баш ҡағыуҙан үтмәй.
— Бына шул ҡыҙыҡай “Айраттың хәле нисек тә, хәле нисек” тип һорашты, номерын да яҙып бирҙе әле. Мә, тегендә күңелһеҙ булмаҫ, аралашып торорһоғоҙ. Ата-әсәһе яҡшы кешеләр...
Тик улы әсәһе һуҙған ҡағыҙға үрелергә ашыҡманы. Ҡағыҙ тотҡан ҡулының һаман һауала аҫылынып тороуына, унан бигерәк һөйләгәндәренең тейешле урынға барып етмәүенә йәне көйҙө ҡатындың.
— Нимә, әсәйең һиңә яманды теләйме әллә? Әсәң һүҙен тапап китерлек булып үҫкәнһең икән.
Эске кисерештәрен баҫып, нисек тә тыныслыҡ һаҡларға тырышып ултырған Айраттың да сабырлығы самалы.
— Мин һинән ҡыҙ һораманым, әсәй. Был мәсьәләне үҙем хәл итәм, тип әйттем бит.
— Итерһең хәл! Кемде көткәнеңде аңламай тип уйлайһыңмы? Оялмаһа, килһен!
— Ә нишләп ул оялырға тейеш? Етәкселегең менән файҙаланып, уны ҡурҡытҡан һиңә оят булырға тейеш.
— Ә-ә-ә?! – Әлмира һуҙып ҡысҡырып ебәрҙе. Уға хатта эргә-тирәләгеләр боролоп ҡараны. – Ошаҡлаштымы ла ни?
— Ошаҡлашманы. Ул хатта трубканы ла алмай, мине күрергә лә теләмәй. Үҙем төшөндөм, сөнки әсәйемде яҡшы беләм. Минең әсәйем һәр ваҡыт үҙ һүҙен һүҙ итеп, башҡаларҙы шул фекеренә, әйткәненә буйһондороп өйрәнгән. Ниндәй юлдар менән булһа ла теләгәнен алға сығарырға күнеккән. Ә ул уйлап сығарылған тәртиптәрҙең, тейеш булғандарҙың башҡаларға кәрәкме-түгелме, башҡаларҙың яҙмышын боҙамы-боҙмаймы икәнендә уның эше юҡ.
Бындайҙы уҡ көтмәгән ҡатын ныҡ аптырауын белдертә булып берсә маңлайын, берсә түшен баҫты. Әммә әртисләнеүе улына тәьҫир итмәне. Ул ысынлап борсолоп, хатта бөлөп китеп алдына төбәлгән.
— Һин шулай әсәйеңде бөтөрәһең инде атыу? Бер ниндәйҙер... ҡолонло бейә тип!
Айрат ҡапыл уға күтәрелеп ҡараны. Күҙҙәре ҙур асылып киткәйне:
— Ниндәй... бейә? Был ниндәй һүҙ ул? Әсәй... ҡайһылай түбәнселек...
— Түбәнселек, эйе. Әммә дөрөҫ һүҙ. Мин уйлап сығармаған. Халыҡта ғүмер буйы әйтелә. Ул һүҙҙе миңә лә әйттеләр. Мин ҡабул иттем, урынымды белдем, күндем. Балалы ҡатын егеткә пар була алмай, йәш ҡыҙҙар тол иргә бармай. Тәртибе шулай. Һәр кем үҙ тиңе, үҙ пары менән йәшәргә тейеш. Һин нимә аңлайһың әле был тормошта?
Артабан һөйләшмәй ултырҙылар. Икеһе лә, әлбиттә, әйткәндәренә үкенде. Тик ҡапыл ғына яҙылып та китә алманылар. Асырғанып ҡаранып та ҡарашы танһыҡлаған һынды көтөп ала алмауҙан да, әсәһе менән низағлашыуҙан да кәйефе төшкән Айраттың ҡиәфәте бигерәк тә ҡыҙғаныс ине. Ҙур кәүҙәһе сүгеп, яурындары төшөп киткәйне. Хушлашыуҙы ла оҙаҡҡа һуҙып торманы, иғлан ишетелеү менән, ҡалҡынып, йәштәренә быуылған әсәһенең маңлайынан үпте лә, ҡосағынан һыпырылып сығып китеп тә барҙы.
— Айрат... шылтырат! Улым! Ишетәһеңме! Барғас та, шылтырат...
Шылтыратты былай. Барып етеп, урынлашҡанлығын хәбәр итте. Тик был тәртип өсөн генә ине. Телефон ауаздарынан йылылыҡ, яҡынлыҡ көтөп тилмерҙе Әлмира, бына-бына улы көлөп ебәрер, берәй йылы һүҙ әйтер, ҡыҙыҡтарын һөйләр, тип өмөтләнде. Әммә улы аралашыуҙы ҡоро һәм ҡыҫҡа тотто. Нурлы йөҙөн күрмәгәс, телефондың теге яғындағы кешенең тауышын танымағандай ҙа булып китте әле. Тап шул ваҡыт үҙе менән бала түгел, ә ҡырыҫ ҡына ир һөйләшеүен аңлағандай булды әсә. Был асышынан хатта шаңҡып ҡалды. Ул был ир менән һөйләшкәндә һүҙ һайлай, уның кәйефен самалай, әллә ҡурҡыңҡырай ҙа инде?.. Ул был ирҙе асыуландырмаҫҡа... ыңғайына һыпырырға тырыша түгелме? Аллаҡай... Ҡасан былай булып китте әле?.. Ҡайҙа булған уның күҙенә генә ҡарап торған балаһы ла, ҡайҙан килеп сыҡҡан әлеге холоҡһоҙ ир? Унан тыуған, ул үҫтергәнме ни? Йә инде, был ни хәл?.. Улы үҫкән... Улы ир булған... Улы уға буйһонмай.

----------------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: