-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Март 2021, 18:50

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҠОЛОНЛО БЕЙӘ Хикәйә Өсөнсө бүлек

Мәктәп тынып ҡалды. Балаларҙың йәйге каникулы башланды. Уҡытыусылар үҙ мәшәҡәттәре менән мәшғүл, ҡағыҙ-документтарын тапшыралар, отпускыға әҙерләнәләр. Дилә лә эштәренә йомғаҡ яһай, кабинетын йыйыштыра, нимәләрендер төҙөкләндерә. Уға отпускыға ғына юлланырға түгел, ә бөтөнләй эштән китергә кәрәк. Шуға хәстәрҙәре лә күберәк.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҠОЛОНЛО БЕЙӘ
Хикәйә
Өсөнсө бүлек
Мәктәп тынып ҡалды. Балаларҙың йәйге каникулы башланды. Уҡытыусылар үҙ мәшәҡәттәре менән мәшғүл, ҡағыҙ-документтарын тапшыралар, отпускыға әҙерләнәләр. Дилә лә эштәренә йомғаҡ яһай, кабинетын йыйыштыра, нимәләрендер төҙөкләндерә. Уға отпускыға ғына юлланырға түгел, ә бөтөнләй эштән китергә кәрәк. Шуға хәстәрҙәре лә күберәк.
Йәш уҡытыусының ниәтен белгән завуч борсолоп китте, уйларға кәңәш итте. Тик Диләнең хәле нисек уйлаһаң да үҙгәрерҙәй түгел ине. Уҡыу йылын көс-хәлгә тамамланы бит инде. Бынан өс ай тирәһе элек, директор саҡыртып әрләгәндән һуң, көйлө барған хеҙмәтендә аңлашмаусанлыҡтар китте. Класына ураған һайын шелтә эләкте, күргәҙмә дәрестәре түбән баһа алды, киләһе уҡыу йылына дәрестәре лә аҙ ғына ҡалдырылды. Күп уҡытыусылар ҡырын ҡараны. Берәүҙәре теге хәлде ғәйбәт итеп шыбырлашты, икенселәре хужабикәләренә ҡуштанланып өҫтән ҡараны. Бөтөн был ҡаршылыҡтарҙың ҡайҙан сыҡҡанын белгән Диләгә, бүре өйөрөндә эт булып өрөү хәүефле булған кеүек, дөрөҫлөк юллап маташыу ҙа баш етмәҫлек хәл ине.
Был мәктәптән генә түгел, был ҡаланан китергә тура киләсәк уға. Әлмира Ҡыуандыҡовнаның авторитеты ҙур, ниндәй мәктәпкә барғанда ла ул теләһә насар мәғлүмәт бирә ала. Эш урынынан ғына түгел, ҡаланан да сығарып ебәрергә тырышасаҡ бит инде. Улы әйләнеп ҡайтҡансы уның исемен дә, еҫен дә онотторасаҡ был тирәлә.
Теге мәл, әсәһе менән һөйләшкәндән һуң, Айрат һуң ғына шылтыратҡайны. Йоҡо алдынан хәл белә торған тип алғайны, егеттең тауышы бошонҡо сыҡты.
— Һин миңә берәй нәмә һөйләргә теләмәйһеңме? – тине ул тура итеп.
— Мәҫәлән, нимә? – ҡыҙ шаяртыуға бормаҡсы.
— Мәҫәлән, балаң булыуы хаҡында. Ни эшләп мин был хаҡта әсәйемдән ишетергә тейеш? Беҙҙең арала серҙәр юҡтыр, миңә мөнәсәбәтең етдилер тип өмөт иткәйнем.
Дилә бер аҙ өндәшә алмай торҙо. Яйлыраҡ һүҙҙәр эҙләне:
— Айрат... Минең балам булыуы берәүгә лә сер түгел. Мин уны йәшереп йөрөтмәйем. Һине бер аҙ ҡарайым, күҙәтәйем, һынайым тигәйнем... Бер тапҡыр ауыҙың бешкәс, икенсеһе һыуыҡ булғанда ла өрәһең икән...
— Шунан?
— Шунан... Кемдер минең баламды ҡабул итмәй тип, мин унан баш тартырға йыйынмайым. Мин уны тиҙҙән яныма алам, үҙем тәрбиәләп үҫтерәсәкмен. Үҙемде ысынлап яратыр кеше ҡыҙымды ла яратыр. Булыр әле ундайы. Ә һиңә – хуш! – тине лә трубканы ташланы.
Икенсе көн аңлашып та өлгөрмәнеләр, Әлмира Ҡыуандыҡовна барыһын да урынына ҡуйҙы. Ғорурлығы һәм намыҫы тапалған Дилә инде Айратҡа боролоп ҡарамаҫлыҡ булды. Шылтыратыуҙарын алманы, смстарына яуап бирмәне, күрешеүгә сыҡманы, юлына сыҡһа, һөйләшмәне, килһә, ишеген асманы. Егеттең дә зитына тейҙе был. Ул да ҡапыл йөрөүҙән туҡтаны, һәм ғазаплы көндәр башланды. Ни өсөн бындай хәлдәр бары Дилә менән булалыр? Беренсе курста үлеп ғашиҡ булған егете, алтын тауҙар вәғәҙә итте лә, әсәләренә ҡунаҡҡа алып ҡайтып күрһәтеп, артынан ҡалмай йөрөнө лә, ауырға ҡалғанлығын белгәс, мин атай булырға әҙер түгел әле, тип баланан баш тартты. Ниндәй генә түбәнһенеүҙәр үтмәне был юлда буласаҡ әсә, туғандарынан әрләнде, егетенән ташланды, ғәйбәт-хәбәр инешенә әйләнде, әммә ҡарынындағы сабыйынан төңөлмәне. Беренсе курсын тамамланы ла, ситтән тороп уҡыуға күсеп, төйөрөм генә ҡыҙсығын күкрәгенә ҡыҫып, ауылына ҡайтып киткәйне.
Һәм бына тағы ла ул матур һүҙҙәргә әүрәй. Һәм бына тағы ла ғашиҡ була. Һәм сираттағы ир заты уның балаһын күпһенә. Юҡ! Дилә быға юл ҡуймаясаҡ. Үҙе ниндәй хәлде лә кисерер, нимәгә лә түҙер, тик балаһын ҡыйырһытырға, хатта уға ҡырын күҙ менән ҡарарға ла бирмәҫ. Әгәр яҙмыш сираттағы тапҡыр уны һөйөү менән бала араһына ҡуя икән, ул сираттағы тапҡыр балаһын һайлаясаҡ. Башҡаса булыу ла мөмкин түгел. Нимә тигән әле уны Әлмира Ҡыуандыҡовна? “Ҡолонло бейә” тигәнме? Әйтһен! Эйе, ул ҡолонло бейә. Ҡолоно ҡалған ергә әллә нисә саҡрымдар урап та сабып ҡайтыр, ҡолонон ҡалдырып алыҫ китә алмаҫ, ҡайҙа ла уның сыңғырау тауышын ишетеп һиҫкәнеп йөрөр айбарлы, алаҡандаҡ бейә ул. Әйтһен, был һүҙгә ул бер ҙә генә лә кәмһенмәй. Булһын әле уларҙың да шундай ҡолонҡайы! Һөйөп туймаҫ, еҫкәп туймаҫ, яратып туймаҫ ҡолонсағы.
Оҙаҡ йылдар дуҫлашҡан әхирәте бар Әлмираның. Ҡултыҡлашып йөрөшөп, ауыҙға-ауыҙ терәшеп сөсөләшмәһәләр ҙә, ваҡыттары булғанда осрашып күңелдәрен бушатып алалар. Ҡасандыр икеһе лә ауылдан килеп бер мәктәптә уҡыта башлағайнылар. Гөлниса алсаҡ һәм шаян, Әлмира ҡырыҫыраҡ булып парлашып алдылар. Бер-береһенә дуҫ-иптәш, ярҙамсы инеләр. Артабан Әлмира шул мәктәбендә ҡалды, Гөлниса бер ағайҙың саҡырғанына әүрәп мәғариф министрлығына сәркәтип булып күсте. Тормошҡа сыҡмаған һәм бар аҡсаһын үҙенә генә тотоноп йәшәгән әхирәте аҙ ярҙам итмәне Әлмираға. Аҙығы булмаһа аҙыҡ, аҡсаһы булмаһа аҡса тотоп килде, балаһын да ҡарашты, башҡа мәсьәләләрҙә лә кәрәк ерҙә һүҙе үтте. Министр урынбаҫарының һөйәркәһе ине бит һәр хәлдә. Уның был тормошон Әлмира хупламаны, йәшәүен бер улына бағышлаған уның өсөн бындай еңел-елпелек аңлашылып етмәй ине. Әммә шул уҡ ваҡытта әхирәтенең ғашиҡ икәнлеген дә аңлай. Эргәһендәге берҙән-бер иркә холоҡло, йомшаҡ күңелле йән эйәһен нимәлер тип рәнйетергә лә теләмәй. Шулай икеһе ике холоҡло, ике төрлө рәүешле, бөтөнләй башҡа яҙмышлы әхирәттәр булды улар.
Ялды еткереп, алдан хәбәр итеп барҙы Гөлнисаға. Әхирәте уны һәр ваҡыттағыса оло ҡунаҡ итеп ҡаршы алды. Эй, төҫ ташламай ҙа инде үҙе! Йөҙө көлөп тора, буйы зифа, теле татлы.
— Алтыным! Әйҙә үт. Һағындырып ҡына күрешә инде, эшем эйәһе ҡатын бит ул, — тип төрттөрөп тә өлгөрә.
— Эштән бушап буламы ни? Аҙнаһына бер ял көнө, уныһы ла һиңә тәтемәй.
— Ярай-ярай, аҡланма. Һинең ғүмер буйы шулай булды. Бөтөн ереңдә тәртип булдырмайынса йоҡларға ла ята алмайһың бит һин, белмәйемме инде, — Гөлниса үҙе хәбәренән үҙе сыңғыратып көлөп йөрөй, өҫтәл ултыртып йөрөй.
Әхирәттәр ғәҙәти донъя хәлдәрен һөйләшеп, ваҡ-төйәк ғәйбәтте һөйләшеп, яңылыҡтарын һөйләшеп бөттө. Ҡупшы ғына йоморо сәйнүк әллә нисә ҡабат эҫетелде. Өҫтәл артынан диванға күстеләр. Унда ултырып та, ҡара ҡаршы ҡырын ятып алып та гәп һаттылар. Әлбиттә, Әлмира улы менән булған хәлде лә, үҙ-ара боҙолоп торған мөнәсәбәттәрен дә ентекләп һөйләп бирҙе. Гөлниса аңламаған ерҙәрен ҡайта-ҡайта һорап тыңланы. Хәҙер барын төпсөнөп белеп бөткәс, Әлмираның аһ-зарын ишеткәс, ул уға яҡшы ғына кәңәш бирергә, һис юғында уны яҡлашып фекерен әйтергә, бик булмағанда ҡуша әрләшергә тейеш ине. Элек шулай була торғайны. Һәр ваҡыт шулай булды. Улайһа ул бында нимәгә килә?
— Ҡарале... Әлмира, мин нимә уйлап ултырам, — бер арауыҡ шымып ҡалған Гөлниса нисектер ҡыйыуһыҙ ғына итеп һүҙ башланы, — Был хаҡта йыш уйлайым мин һуңғы йылдарҙа... Хәтерләйһеңме, мин бер ваҡыт ауырға ҡалғайным?
— Эйе, тик ул нимәгә әле бында?
— Шул ваҡыт мин ни эшләргә белмәй һиңә килгәйнем, иҫләйһеңме?
— Иҫләйем.
— Утыҙ биштәмен, йәшем үтеп бара... Ғүмер буйы яратҡан кешемдән йөклөмөн... Шундай бала тапҡым килә... ә ҡыймайым...
— Ул йүнһеҙ һине егерме йыл буйы алдап алып йөрөнө! Ана алам, бына алам тип! Оноттоңмо әллә?
— Юҡ, онотманым... Ул да мине яратты, минең уға үпкәм юҡ, бары ғаиләһен ташлай алманы. Ә мин шунда әллә нишләп һине тыңланым... буйһондом һиңә.
— Мин бер үҙем бала аҫраған кеше инем һәм бының ни икәнлеген яҡшы белдем. Әйтерһең, мин һине яман уйҙан абортҡа алып барған? Ултырып ҡалыр инең бала менән, минең шикелле эт күрмәгәнде күреп йәшәр инең.
— Йәшәр инем әле... бына һин күтәргәнһең бит. Хәҙер ҡандай улың бар һинең, ҡарап туйғыһыҙ. Шул баламды тапҡан булһам, бәлки, минең дә шундай улым йә ҡыҙым булыр ине...
— Мин ғәйеплеме инде хәҙер? Әйҙә, барығыҙға ла мин ғәйепле булып ҡалайым.
Гөлниса үпкәләп түгел, ә нисектер эске бер зар менән әйтте быларын:
— Юҡ, барына ла мин үҙем генә ғәйепле. Һөйөүемә баш була алмағанға ла, баламды алдырғанға ла. Мин бит һине һәр ваҡыт дөрөҫ йәшәй, дөрөҫ кенә эштәр эшләй, бар нәмәне лә дөрөҫ хәл итә тип ҡабул иттем. Шуға ла һинең “Алдыр, яңғыҙыңа бала нимәгә” тиеүеңә лә ҡаршы тора алманым. Етәкләп алып барғаныңда, табипҡа индергәнеңдә эсемдә кескәй генә бер ҡаршылыҡ бар ине, ул шундай туланы, йөрәгемде өҙөрҙәй итеп һулҡыны... әммә ул да һинән көсһөҙ ине...
— Беҙ үкенгән нәмәләр аҙ түгел, Гөлниса, ҡалайтаһың? Мин дә һине ирһеҙ бала тотоп ултырмаһын, үҙ кешеһен тапһын, бәхетле булһын тигәйнем.
— Ә ҡайҙан белдең һин мин һайлағандың үҙ кеше түгеллеген? Йәки башҡа кеше теләгәндең хата икәнлеген? Йәки икенсе кешегә нисек бәхетле булырға икәнлекте һин ҡайҙан беләһең ул? Нисек һин улай ҡәтғи фекерле була алаһың? Нисек итеп һәр ваҡыт дөрөҫ әйтеүеңә, дөрөҫ хәл итеүеңә иманың камил була ала?
Әлмира был һорауҙар ямғыры аҫтында күшегеп, әхирәтенең йомшаҡ, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан да ҡарашына төбәлеп ҡатып ҡалды. Нимә булған был Гөлнисаһына? Уның менән килешмәйме?.. Һәр ваҡыт килешмәгәнме әллә?.. Нисек инде...
— Эйе, мин үҙемсә, хаталар һәм яныуҙар эсендә йәшәнем, — тип һаман да һаҡ ҡына дауам итте Гөлниса. – Әммә мин үҙем теләгәнсә, күңелемә хуш килгәнсә йәшәнем, йөрәгемә буйһоноп йәшәнем. Бәхетле инем уның янында, уны күреп йөрөүгә генә лә риза инем, әллә ниҙә бер осрашыуҙарға ҡанатланып бара инем. Үкенмәйем уларына. Бары тик бер нәмәгә генә үкенәм – ана шул баланы тапмағаныма. Шунан сығып әйтә алам, әхирәткәйем, һин һәр ваҡыт дөрөҫ уйламайһың һәм хәл итмәйһең. Һин дә беҙҙең кеүек үк ябай әҙәм. Башҡалар яҙмышына һин эйә лә, хужа ла түгел. Хатта әхирәтең яҙмышына ла, улың яҙмышына ла. Беләһеңме, ә мин ул ҡыҙыҡайға көнләшәм. Уның батырлығына, аҡылына көнләшәм. Ул балаһын һаҡлап ҡалырға батырлыҡ тапҡан, ә мин – юҡ.
Төйөнсөк-сумкаларын йыйнап ултыртҡан Дилә, ишек туҡылдатыусыны фатир хужабикәһелер тип уйланы. Уны көтөп ултырыуы. Әммә тупһала көткән кеше түгел, ә Әлмира Ҡыуандыҡовна тора ине. Ҡыҙҙың аптыраулы ҡарашына ул уңайһыҙланып ҡына йылмайған булды. Унан үҙе үк һүҙ башланы:
— Үтергә яраймы?
— Үтегеҙ, — Дилә юл биреп ситкә тайшанды.
Килеүсе инеп бүлмәгә күҙ һалды:
— Йыйынғанһың икән...
— Эйе.
Әлмира төпкәрәк үтте лә, тулыраҡ ҡалын кәүҙәһе менән еңел генә итеп әйләнеп баҫты:
— Ә мин һиңә үтенес менән килгәйнем. Тыңлаһаң, әгәр, рәхмәтле булыр инем.
Диләнең ҡаштары өҫкә һикерҙе. Был хәбәргә ул нисек яуап бирергә лә белмәне. Был ни ғәләмәт? Үтенес, имеш...
— Тыңлайым, – тине шулай ҙа, башын бер яҡҡа ҡыйшайта биреп, йәнәһе, бөтөн иғтибары шунда.
Әлмира сумкаһының биген бер асты-бер япты, тулҡынлана, күрәһең. Әллә уңайһыҙлана? Ҡыҙарып-бүртенде...
— Дилә... Мин, башта, һинән ғәфү үтенәм... Аңлайһыңмы?.. Мин улымды бер үҙем бәпләп үҫтереп, бар донъям унан ғына тороп... уны артыҡ үҙемдеке итеп ташлағанмын, ахыры. Уға берәү ҙә тиң була алмаҫ кеүек булып...
— Әлмира Ҡыуандыҡовна, мин балалы булыуымды кәм булыу итеп ҡабул итмәйем. Баламды күпһенгәндәр менән аралашмайым да.
— Дөрөҫ эшләйһең, һылыу. Һәр ваҡыт шулай бул, балаңды бер донъя рәхәтенә лә алмаштырма, һатма уның күңелен, ышанысын.
Хәҙер инде директорға ысынлап аптырап ҡараны Дилә. Уның был тойғо-кисерештәрен йөҙөнән уҡыған Әлмира күҙ йәштәре аша:
— Дөрөҫ эшләйһең, һылыу. Һәр ваҡыт шулай бул, балаңды бер донъя рәхәтенә лә алмаштырма, һатма уның күңелен, ышанысын.
Хәҙер инде директорға ысынлап аптырап ҡараны Дилә. Уның был тойғо кисерештәрен йөҙөнән уҡыған Әлмира күҙ йәштәре аша көлдө генә:
— Мин үҙем дә шул ҡолонло бейә бит. Ҡолоном тип алаҡанлаған, ҡолоном тип утҡа-һыуға ингән әсә. Бына әле лә уның бәхетен юллап баш эйеп килдем.
— Быны нисек аңларға?
— Нисек бар – шулай аңла инде, Дилә. Һуңғы көндәрҙә оҙаҡ уйландым. Тормошом, эштәрем, ҡылғандырым хаҡында. Ике ай инде улым минең менән яҡшылап аралашмай ҙа. Хәл белә лә, хушлаша ла һала. Ә мин ғазапланам... Шулай ғазаплана-ғазаплана хаталарымды аңлай барам... Һәм мин дә һинең кеүек үк баламды һайлайым – уның бәхетле булыуын теләйем.
— Мин нисек ярҙам итә алам һеҙгә?
— Һин китмә, һылыу, йәме. Ҡал. Ҡыҙыңды алып кил, баҡсаға урынлаштырайыҡ. Тиҙҙән Айрат ҡайтып төшөр. Ҡаршы алайыҡ. Аңлашырһығыҙ, һеҙ бит йәштәр, үпкәләшеүегеҙ ҙә, ярашыуығыҙ ҙа бер урында... Ә?..
Йәйге эңер яйлап ҡына шылышып ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды. Бүлмәләге ҡатындарҙың артабан нимә һөйләшкәне уға ҡыҙыҡ түгел ине. Улар, моғайын, ут ҡабыҙыр, моғайын, сәй эсер, моғайын, әллә ниндәй хәбәрҙәргә төшөп китеп ултыра бирер. Ә эңерҙең мәле ҡыҫҡа.

----------------------------------
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: