-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Март 2021, 07:00

УРЛАНҒАН БӘХЕТ Хикәйә Алтынсы бүлек

Хужа кеше, ысын мәғәнәһендә, арығайны. Рәйестең ни өсөн ике сәғәт буйы уны йонсотоп, ниндәйҙер һорауҙар ҡуйыуын, мәғариф менән ҡыҙыҡһыныуын, ниһайәт, ап-асыҡ төшөндө. Һуҙып-һуҙып, ауыҙын ҡулы менән ҡаплап, оҙаҡ ҡына иҫәнләне. – Фәһим, һин ҡайҙа? – тип өндәште. Тегеһе ишек артында ғына торған, күрәһең, йәлп итеп килеп тә керҙе. – Бына ҡағыҙ, – тине хужа. – Алып ҡуй, теге дүрт кеше торған исемлеккә индер. Фәһим ҡағыҙҙы алып, бик оҙаҡ ҡараны, хатта төҫө боҙолоп китте: – Мөбәрәк Ибраһимович, ә кемде һыҙып ташлайбыҙ? – Теләһә кемде һыҙ, ләкин был ҡатынды керет.

УРЛАНҒАН БӘХЕТ
Хикәйә
Алтынсы бүлек
Хужа кеше, ысын мәғәнәһендә, арығайны. Рәйестең ни өсөн ике сәғәт буйы уны йонсотоп, ниндәйҙер һорауҙар ҡуйыуын, мәғариф менән ҡыҙыҡһыныуын, ниһайәт, ап-асыҡ төшөндө. Һуҙып-һуҙып, ауыҙын ҡулы менән ҡаплап, оҙаҡ ҡына иҫәнләне.
– Фәһим, һин ҡайҙа? – тип өндәште.
Тегеһе ишек артында ғына торған, күрәһең, йәлп итеп килеп тә керҙе.
– Бына ҡағыҙ, – тине хужа. – Алып ҡуй, теге дүрт кеше торған исемлеккә индер.
Фәһим ҡағыҙҙы алып, бик оҙаҡ ҡараны, хатта төҫө боҙолоп китте:
– Мөбәрәк Ибраһимович, ә кемде һыҙып ташлайбыҙ?
– Теләһә кемде һыҙ, ләкин был ҡатынды керет.
Был ярҙамсы, тигәндәре бик ныҡыш бәндә булып сыҡты:
– Әгәр онотһағыҙ, Мөбәрәк Ибраһимович, хәтерегеҙгә төшөрөргә мәжбүрмен, – тине ул яғымлы ғына итеп. – Һеҙ кисә, Бураншин килгәс, ер эштәре министрының киленен һыҙып ташлап, Бураншиндың ҡыҙын яҙып ҡуйҙығыҙ. Ә хәҙер теләһә кемде һыҙып, исемлеккә Яхинаны индерергә ҡушаһығыҙ. Халыҡ быны аңламаясаҡ.
– Ҡолағыңа киртеп ҡуй! – тине хужа. – һин – минең ярҙамсы, мин һиңә нимә әйтәм, шуны эшлә! Ишеттеңме?!.
– Ишеттем, – тине тегеһе бошоңҡо ғына итеп.
– Һин нәмә, мине депутат алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуяһың? Ҡыуҙым-сығарҙым, шул булыр. Урын тап, яҙып ҡуй, ҡағыҙ түҙә ул.
– Эшләрбеҙ, – тине тегеһе, яғымлы ғына итеп.
– Эшләрбеҙ, үтәрбеҙ, – тип үсекләште хужа, – һин ҡара, унда минең “земляк”тарҙы төшөрөп ҡалдырма. Әтеү йәш ярымлыҡ тайҙы ҡайҙан алабыҙ? Ә һеҙ беләһегеҙме, иптәш депутат, мин ҡаҙы эшләүҙең бер серен һеҙгә һөйләп еткермәнем. Уныһы тап беҙҙеңсә, ауылса һәм бик ябай. Эсәккә итте майы менән бөтәүләй тултыраһың. Эйе, бөтәүләй. Бер ниндәй тәмләткес юҡ, хатта лавр япрағы ла юҡ. Әйткәндәй, иптәш, һеҙҙән аш тәмләткес япраҡ еҫе килә.
Хужа танауын мышҡылдатып, еҫкәштереп ҡуйҙы:
– Эйе, һеҙ аш тәмләткес япраҡ яратаһығыҙ икән. Яратығыҙ, ярай. Депутатлыҡ мәңгелек түгел.
– Мин дә шулай уйлайым, – тип йөпләүҙән башҡа, сараһы ҡалманы Рәйестең.
– Ә ул тәмләткесһеҙ генә тултырылған ҡаҙылыҡтың тәмлелеген күрһәң! Берәй ял килерһең, өйҙән һинең өсөн махсус бешертеп алып киләм. Билләһи, һиңә оҡшаясаҡ.
– Ә мин ҡайтһам яраймы, Мөбәрәк Ибраһимович? – тине Фәһим Тәлғәт улы. – Ҡатынға иртәрәк ҡайтырмын, тигәйнем.
– Дүрт яғың – ҡибла. Күптән ҡайтырға кәрәк ине һиңә. Ни эшләп ултырҙың һуң?
– Үҙегеҙ көтөргә ҡуштығыҙ бит.
– Туҡта, туҡта, килтер әле ҡағыҙҙы, смотри, минең “земляк”тарҙы обижать итмә! Башың менән яуап бирәсәкһең! Ҡыуҙым, сығарҙым, шул булыр. Йөрөрһөң, эш эҙләп. Туҡта, теге яртыны ла сығар әле. Эх, халыҡ слабыйланды. Ике кешегә – нибары бер “ярты”. Икебеҙгә ҡой.
***
Был йорттан Рәйес ауыр һәм борсолоулы уйҙар менән сыҡты һәм шуға төшөндө: мәсьәлә унан башҡа ла хәл ителәсәк, ләкин уның ыңғай булырына ышаныс юҡ, тип әйтерлек.
Интернеттың яңы таралып барған сағы. Күпселек уның әһәмиәтен дә аңлап бөтмәй. Рәйес яңы өйрәнеп килә, ләкин аҙмы-күпме соҡона белә. Мәҫәлән, бәйге хаҡында бер мәғлүмәт тә тапманы. Уның ҡарауы, телевидение, радио, гәзиттәр был хаҡта шаулай инде, шаулай. Бына хәҙер Рәйес баш ватып ултыра. Был эшкә юлығып, үҙенең барлы-юҡлы абруйын тамам юғалтып ҡуймаҫмы? Юғалтыу бик ҡиммәткә төшмәгәйе.
Мәғариф етәксеһе бер көн һис көтмәгәндә шылтыратҡас, арыу хәбәр көтөп, яуап биргәйне.
– Һаумыһығыҙ, иптәш депутат. Һеҙҙең заданиеғыҙ үтәлеү өҫтөндә, Яхина беҙҙең етәкселектә тәүге турҙы уңышлы йырып сығып, бүкәндең мөмкин тиклем йыуанырағына һонола. Әйткәндәй, хәлдәрегеҙ нисек?
– Хәлдәр, һеҙ шылтыратҡанға тиклем, бер төрлө ине, һеҙең тауышты ишеткәс, шыпа яҡшырыр, тигән өмөт бар.
– Өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ, иптәш. Бөтәһе лә үҙ яйы менән бара. Бәхәскә керергә, низағлашырға, тауыш сығарырға ярамай. Һеҙ кандидатығыҙҙы киҫәтеп ҡуйығыҙ. Зинһар өсөн, был ифрат етди һәм яуаплы сара, уның өсөн генә ойошторола икән, тип уйламаһын.
– Ғәфү итегеҙ, Мөбәрәк Ибраһимович, әллә бер-бер хәл булдымы?
– Әлегә булманы, ләкин булыуы бик ихтимал, әгәр һеҙҙең кандидат үҙен бөгөнгө һымаҡ тотһа. Беҙҙең система шулай ҡоролған, алдан йүгереп барған һыйырҙарҙың мөгөҙөн бик тиҙ һындыралар. Ә һеҙҙең кандидат нимә тип белдерә? Әгәр иң юғары урынды миңә бирмәһәгеҙ, Мәскәү кимәлендә яуап тоторға тура килмәгәйе, тип янағанмы, киҫәткәнме.
– Ысынлапмы, Мөбәрәк Ибраһимович? Эш шулай ҙурға киттеме?
– Әлегә китмәне, китә яҙҙы. Беҙ туҡтатып өлгөрҙөк. Шулай ҙа, асыҡлайһы бар, һеҙгә, йә миңә ҡаршы ойошторолған провокация түгелме икән? Әйткәндәй, һеҙҙең зауыҡ миңә оҡшай. Ҡатындарҙы һайлай беләһегеҙ икән. Аһ, уның килеп сығыуҙары, яуап тотоуҙары. Хәйер, депутаттарҙыҡы шулай булырға тейештер инде.
– Берәй өмөт бармы?
– Һуң инде, һуң, һеҙ бурысты ҡуйғас, беҙ тотонғас, булмаймы һуң инде? Әйткәндәй, йомғаҡ яһау кисәһендә һеҙҙе күреүгә шат буласаҡбыҙ. Бәлки бәләкәй генә телмәр, ике-өс һөйләм?..
– Килербеҙ, Мөбәрәк Ибраһимович, – тине Рәйес.
– Килегеҙ, көтәбеҙ.
Түҙмәне Рәйес, кис менән, Зөһрәгә шылтыратырға батырсылыҡ итте:
– Беҙҙең хәлдәр нисек бара? – тине ул етди генә итеп.
– Насар, – тине тегеһе, хатта мышҡылдап, танауын тартып ҡуйҙы, әллә илай инде.
– Нимә булды? – тине ир, түҙемһеҙләнеп.
Зөһрә тәүҙә оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо:
– Бындай бәйгеләрҙә мин көс һынашып өйрәнмәгәнмен. Тәүге көндәрҙә йомшаҡлыҡ күрһәттем, үҙемә лә бик ышанманым, ахыры. Етмәһә, йәрәбәлә һуңғыларҙың береһе булып сыҡтым.
– Йәрәбәнең бер йоғонтоһо ла юҡ, – тине Рәйес, – һиңә баштан уҡ, аҙаҡҡа тиклем ҡатнашырға һәм үҙең белгәнсә сығыш яһарға ине. Ә һин нимә эшләнең?
– Бында бит – йөҙләп кеше. Ә Яхиналар бер түгел, өсәү. Алдан икәү сығыш яһай, уларға алмаш-тилмәш, юғары балдар ҡуялар, сығыштары бик түбән кимәлдә булһа ла. Күреп торам, был ике ҡатынға минең балдарҙы һеңдерәләр. Ярай, мине эҙләп таптылар, саҡ көйләп ебәрҙеләр. Үҙемә лә бер аҙ әйтеп алырға тура килде.
– Ишеттем мин уны, миңә лә хәбәр иттеләр.
– Мине ул тиклем яманламағандарҙыр, тип өмөт итәм.
– Әлегә ул хаҡта һөйләшмәйбеҙ. Һуңынан, йомғаҡ яһағанда.
– Рәйес, беләһеңме, мин ҡурҡам.
– Тағы нимә булды?
– Уны хәтереңә төшөрһәм, тағы үпкәләрһеңме икән?
– Кем тағы?
– Кем булһын, Вәзирә йөрөп ята.
Рәйес эстән генә, ҡаты һүҙ ысҡындырҙы:
– Уға нимә ҡалмаған?!
– Йөрөй инде темеҫкенеп.
– Килде, һорашты, ҡайҙалыр шылтыратып алды. Мин ҡатнашмайым, эксперттар советындамын, тип әйтермен, тигәйнем, һорашманы. Беләлер. Мәғлүмәттәр яҙылған таҡта шунда уҡ эленеп тора.
– Әле һин нисәнсе булып киләһең?
– Тәүге егерме биш иҫәбендә мин. Көндәшлек бик көслө. Бер-береһенең баштарына баҫып, алға, юғарыға ынтылыусылар бар.
– Үкенмә. Хәҙер, бер тотонғас, еңергә кәрәк.
– Белмәйем, әллә еңәм, әллә юҡ инде. Юҡҡа тотондом, тип үкенеп тә ҡуям.
_______________________________
Иҫкәрмә: Һеҙ әле танышҡан әҙәби әҫәрҙә барған ваҡиғаларға оҡшаш күренештәр республика тормошонда тиҫтә, ике тиҫтә йылдар самаһы элек күҙәтелде һәм бөгөн барған ваҡиғаларға ҡәтғи рәүештә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Исемдәрҙең, ваҡиғаларҙың, образдарҙың һәм персонаждарҙың оҡшашлығы осраҡлы һәм хәҙерге бәйгеләргә һәм ваҡиғаларға бер мөнәсәбәте лә юҡ. Был әҙәби әҫәрҙәге һығымталарҙың хәҙерге ваҡиғаларға мөнәсәбәте күҙәтелмәй.

Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: