Рәйес быға тиклем белмәй ҙә йөрөгән икән, мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторолған бындай бәйгеләр төбәктең сәйәси һәм мәҙәни тормошоноң төп урындарының береһен алып тора, имеш. Беҙҙең халыҡ ярата белем биреү тармағын. Яратмаһа, шундай бәйгеләр ойошторор инеме һәм төрлө ҡала һәм райондарҙан йөҙәрләп көйәрмәндәр йыйылыр инеме? Ана, бер төркөм, күңелле йырҙар йырлап, үтеп китте. Иң ауыр ваҡытта ла бирешмәй беҙҙең халыҡ. Әйтерһең, урам иңләп, иң кәмендә еңеүселәр килә. Плакаттар, байраҡтар тотҡандар. “Беҙ – беренсе!”, “Беҙҙең Гөлнур – иң яҡшыһы!”. Гәзиттәрҙе асып ҡарағыҙ. Төп һүҙ улар хаҡында. Ташбаштар уңға үтеп китеүгә, һулаҡайҙан байъяҡтар килеп сыҡты. Күптәнге, ләкин оҙаҡ ваҡыт осрашмай торған дуҫтармы ни, бер-береһен ҡосаҡлап алдылар, әрепләшеп киттеләр. Аҙаҡ берләштеләр ҙә, күңелле ауаздар сығарып, ары атланылар. Ҡарап тороуға, әйтерһең, күптәнге дуҫтар йыйылған инде. Рәйес, былар низағ сығарып, дөмбәҫләшеп китмәһә, ярар ине, тип шикләнгәйне, юҡ, берҙәмлектә – көс шул.
Рәйес юл ыңғайы гәзит-журнал һатыла торған киоскы эргәһендә туҡталды. Мәскәүҙә күптән һәм даими сығыусы гәзиттең ҡалала нәшер ителгән ҡушымтаһына ул осраҡлы ғына күҙ һирпкәйне, беренсе биттә үҙенең профиль һынын күреп, аһ итте. Шунда уҡ, аҡса биреп, ике дана һатып алды һәм, ҡабаланып, нимә яҙғандарын уҡый башланы. Бәй, бында бит, уның артынан эйәреп йөрөгән һымаҡ итеп, уны ла, комитет етәксеһен дә тетеп яҙғандар түгелме һуң? Был Вәзирәгә тарыма, тарыһаң – арыма икән. Бына – класташлыҡтың һөҙөмтәһе.
– Нимә, әллә үҙегеҙҙе таптығыҙмы?
Рәйес боролоп ҡараһа, эргәһендә Фәһим Тәлғәт улы тора.
– Таптым шул. Кемдең эше икән?
– Күрмәйһегеҙме ни, фамилияһын ҡуйған бит.
Рәйес авторҙы ҡараны. Хәҡиҡәт Хөсөтшин.
– Әле был башы ғына, Рәйес Тимерович, – тине етәксенең ярҙамсыһы, – әгәр еңеп ҡуйһағыҙ, аҙаҡтан ғаиләгеҙгә, яҡын нәҫел-нәсәбәләрегеҙгә тотонасаҡтар.
– Ә бынан ҡотолоу юлы бармы? – тип һораны Рәйес.
– Әлбиттә, бар. Әгәр яҙғандар икән, һеҙҙе “көсөкләтергә” итәләр, – тине Фәһим, – шулай булғас, хәл итеү юлдары бар, тигән һүҙ.
– Күпмегә төшөүе ихтимал?
– Һеҙҙең түләүгә һәләтлегегеҙҙе ҡарап, төрлөсә булыуы ихтимал. Мҫәлән, ун мең дана сығарғандар, шуны һатып алыуҙы һораясаҡтар. Һәм ултырасаҡһығыҙ, шул гәзиттәрҙе уҡып.
– Ә уларҙы табып буламы? – тине Рәйес, түҙемһеҙләнеп.
– Һеҙ, берүк, эҙләй күрмәгеҙ. Әгәр эҙләһәгеҙ, һеҙ борсолоуығыҙҙы һиҙҙерәсәкһегеҙ. Ә ул ваҡыт тираждың ун меңдән 20-30 меңгә тиклем күтәрелеүе ихтимал. Ә был һеҙгә кәрәкме?
– Ятһын. Зарядкаһы бөтөп, юғалып ҡуймағыҙ. Дөрөҫ аңлаһам, алдағы бер-ике сәғәт эсендә һеҙҙе табырҙар.
– Улар менән һөйләшкәндә үҙемде нисек тоторға?
– Ҡаушамағыҙ һәм ҡыуанмағыҙ. Үҙегеҙҙең шылтыратыуҙы көтөүегеҙҙе һиҙҙермәгеҙ. Юғиһә, хаҡты бесеп ҡуйыуығыҙ бар.
– Рәхмәт, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө Рәйес, Фәһим халыҡ ағымында юҡ булды.
Бер сәғәт үттеме, юҡмы, түҙемһеҙләнеп, телефоны шылтыраны. Һөйләштеләр, таныштылар, “Фәстер-Таймс” агентлығынан икән. Гәзиттә бөгөн сыҡҡан мәҡәләгә аңлатма биреүҙе һорайҙар.
– Күрҙем мин аны, уҡыным, ишеттем, – тине Рәйес Тимер улы, – мине иғтибарығыҙҙан ситтә ҡалдырмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең менән артабан да хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ.
– Бик яҡшы, – тип, ҡыуанып, яуап бирҙеләр телефондың теге осонан. Тираж-мираж хаҡында һөйләшеүҙе башларға мөмкинме?
– “Осрашыу” кафеһы, ун бишенсе өҫтәл һеҙҙе, һөйләшеүҙәр өсөн, көтөп ултыра.
Күп тә үтмәне, Рәйес кафеға барып етте һәм, туп-тура атлап, ун бишенсе өҫтәл эргәһенә килеп ултырҙы. Эргәһенә яғымлы ғына бер ҡыҙ һәм ике егет ултырҙы.
– Һеҙҙең менән танышыуыма шатмын, – тине Рәйес, – рәхмәт һеҙгә, ниһайәт, мине лә иҫкә төшөрҙөргөҙ.
– Мин – Юля. Беҙҙең эштең һеҙгә оҡшауына шатбыҙ. Шулай булғас, фекерҙәр уртаҡ.
– Мин һеҙҙең тәҡдимегеҙҙе ҡабул итәм, – тине Рәйес.
– Һеҙҙең башҡа үтенестәрегеҙ юҡмы? – тине ҡыҙ.
– Юҡ, бында һатыулашыу урынһыҙ.
Рәйес быларҙан бик еңел ҡотолған һымаҡ һиҙҙе үҙен. Эштең бик ҙурға китеүе лә ихтимал ине. Ҡыҙ Рәйескә ныҡлы вәғәҙә бирҙе:
– Ошо гәзиттең даналары тулыһынса контролдә һәм улар таралмаясаҡ.
Был көн дә үтеп китте. Бәйге яланынан береһенән-береһе дәһшәтлерәк яңылыҡтар килә. Фәлән райондың бәйгесеһе сәхнәлә һушын юғалтып ҡолаған. Икенсеһе яҡташтарын ҡаты тәнҡиткә дусар иткән һәм яҡлауҙан мәхрүм ҡалған. Берәүһе килеп етә алмаған, ә эргәләге райондарҙың береһенең командаһы үҙенең бәйгесеһен яҡлауҙан мәхрүм иткән.
Иртәгәһен эшкә килгәндә ишек төбөндә Рәйесте Вәзирә көтөп тора ине. Ҡоро ғына иҫәнләштеләр, Рәйес баш ҡағып ҡына үтеп китергә теләгәйне, тегеһе уны, инәлеп тигәндәй, туҡтатаһы итте:
– Рәйес Тимер улы, хәҙер мин һеҙгә кәрәкмәйменме инде? – тине ул, илай яҙып, тигәндәй.
Рәйес тәүҙә уға бик оҙаҡ ҡарап торҙо.
– Һеҙ ойошторған этлектән һуң, беҙҙең арала ниндәй уртаҡлыҡ булыуы мөмкин? – тип яуап бирҙе, үҙе лә “һеҙ” тип өндәшеп. – Минең исемдән сауҙа итеп йөрөүеңде ғәфү итергә мөмкин, ләкин минең исемдән миңә ҡаршы эшләүең аҡлау тапмаясаҡ.
– Барыһы ла Зөһрә арҡаһында килеп сыҡты, – тип иламһыраны ҡатын, – шул ҡатын килеп сыҡмаһа, барыһы ла элеккесә ҡалыр ине.
– Ә мин, киреһенсә, Зөһрәгә рәхмәт әйтер инем, – тине Рәйес, – әгәр ул булмаһа, ҡуйынымда йылан йылынып ятҡанын да һиҙмәҫ инем.
– Ә мин был хаҡтта тағы ла яҙасаҡмын! – тине Вәзирә, күҙҙәренән утлы осҡондар сәсрәтеп. – Мин барыһын да беләм, мин теркәп барҙым, һеҙ, депутат эшмәкәрлегенән тыш, башҡа эштәр менән дә шөғөлләндегеҙ!
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, Вәзирә ханым. Эйе, мин башҡа эштәр менән дә шөғөлләндем. Ләкин кеше малайҙарын һәм ҡыҙҙарын балалар баҡсаларына урынлаштырыу, мәктәпкә индереү, вуздарға квота эләктереү менән мин шөғөлләнмәнем. Әгәр мин шуларҙы тикшереүҙе һәм асыҡлауҙы һораһам, исемлеген бөгөн үк төҙөп бирәсәктәр. Уларҙы уҡыуҙан ҡыуырҙар һәм түләү талап итерҙәр, тип көтмәйһегеҙме? Ул осраҡта һеҙгә йыйған миллиондарығыҙҙы ҡайтарып бирергә, хатта фатирығыҙҙы һатырға тура килмәгәйе.
Был һүҙҙәр Вәзирәне тамам шаңғытты. Үҙе Рәйескә эйәреп килә, нимәлер әйтергә теләгән һымаҡ, ауыҙын асып-яба, ләкин айырым һүҙҙәр түгел, аңлайышһыҙ ыңғырашыуҙар ғына ишетелде.
– Һыу бирегеҙ әле, – тине Рәйес секретаршаға.
Рәйес һыуҙы Вәзирәгә эсерҙе. Ҡатын үҙе һыуҙы ғолғолдатып эсә һәм бер ыңғай тыныслана ине.
– Рәхмәт һеҙгә, Рәйес Тимер улы, – тине ул һәм тамам тынысланды, – һыу бирмәһәгеҙ, үләм икән, тип торам.
Рәйес секретаршаһына ҡараны һәм Вәзирәгә күрһәтте:
– Вәзирә ханымды тышҡа тиклем оҙатып ҡуйығыҙ һәм бында башҡа бер һылтау менән дә индермәгеҙ, – тине.
– Яҡшы, – тине секретаршаһы, – әйҙәгеҙ, Вәзирә ханым, рәхим итегеҙ.
_______________________________
Иҫкәрмә: Һеҙ әле танышҡан әҙәби әҫәрҙә барған ваҡиғаларға оҡшаш күренештәр республика тормошонда тиҫтә, ике тиҫтә йылдар самаһы элек күҙәтелде һәм бөгөн барған ваҡиғаларға ҡәтғи рәүештә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Исемдәрҙең, ваҡиғаларҙың, образдарҙың һәм персонаждарҙың оҡшашлығы осраҡлы һәм хәҙерге бәйгеләргә һәм ваҡиғаларға бер мөнәсәбәте лә юҡ. Был әҙәби әҫәрҙәге һығымталарҙың хәҙерге ваҡиғаларға мөнәсәбәте күҙәтелмәй.