Рәйес етәксегә шылтыратып, хәл-ваҡиғаларҙы асыҡларға ҡарар итте.
“Киске туғыҙҙан һуң иркен шылтырата алаһың, оҙаҡлап һөйләшербеҙ”, – тигәйне. Бер генә шылтыратып өлгөрҙө, трубканы шунда уҡ алды ла.
– Рәйес Тимер улы, саҡ ҡына көтөгөҙ, – тип икенсе телефондан кем менәндер һөйләшеүен дауам итте. – Юҡ, юҡ, һеҙ хаталанаһығыҙ. Төптө буш хәбәр. Ярай, миңә шылтыратып, кәңәшләшергә ҡарар иткәнһегеҙ. Һеҙҙең хатағыҙ ҡот осҡос бәләгә килтереүе ихтимал. Күпме әйтәләр, күпме һөйләйҙәр, тултырып яҙалар, ә бер файҙаһы ла юҡ.
Һүҙ араһында икенсе телефонда кемдеңдер ярһып-ярһып мөңгөрләгәне ишетелде. Һаман былар урын бүлешә, шикелле, тип аптыранды Рәйес. Уның өсөн ситтән генә тыңлап тороуы ҡыҙыҡ та, шул уҡ ваҡытта, уңайһыҙ ҙа ине. Шул арала етәксе Рәйестең телефонына ла өндәшергә өлгөрҙө:
– Саҡ ҡына көтөгөҙ, саҡ ҡына көтөгөҙ. Ярай, быныһы аңлашылды. Төшөндөрә белдем, шикелле. Һеҙ – оло ғына кеше, ауылда үҫкәнһегеҙ, шуны ла белмәйһегеҙ икән. Был эште үҙегеҙгә контролгә алырға кәрәк! Әгәр кешегә ышанып йөрөһәгеҙ, һаулығығыҙға зыян киләсәк һәм ҙур юғалтыуҙарға дусар буласаҡһығыҙ. Күпме һөйләргә мөмкин, йылҡы ите менән һыйыр ите араһында айырма ер менән күк һымаҡ. Тоҙһоҙҙо күҙһеҙ ҙә белә, тигән һымаҡ, һыйыр итенең һөйәктәре – ап-аҡ, ите ҡып-ҡыҙыл, хатта алһыу була, Йылҡы ите – ҡарараҡ, һөйәге – һарыраҡ. Һеҙ бигерәк... Улай һыйырҙан йылҡыны ла айырмағас, нисек үҙегеҙҙең тармаҡҡа етәкселек итәһегеҙ? Аптырайым мин һеҙгә. Аптырайым һәм ғәжәпләнәм. О! Һеҙ ҡаҙы тутырғанда һыйыр эсәге ҡулланаһығыҙ икән, кешене алдайһығыҙ, тигән һүҙ. Сөнки һыйырҙыҡы бындай яуаплы аҙыҡ-түлек өсөн эшкинмәй. Һыйырға септә япҡандай, тигәнде ишеткәнегеҙ бармы? Ни өсөн? Сөнки һыйыр, ат һымаҡ, сабып йөрөмәй. Сабып йөрөмәгәс, тирләмәй. Тирләмәгәс, өшөмәй. Тимәк, уға септә лә кәрәкмәй. Ә инде бөгөнгө бәйгегә килгәндә, һеҙҙең кандидат бөтәһен дә тапап үтеп бара, тапап. Кем өйрәткәндер уны ул хәтле? Йүкәләр инде, йүкәләр, һис тә уһаҡ түгел, йүкә был, йүкә. Бына шулай, барыһын да контролдә тоторға кәрәк. Алё, һеҙгә өндәшәм, Тимер Рәйес улы, Рәйес Тимер улы.
Рәйес һиҫкәнде, етәксенең һөйләгәндәрен тыңлай торғас, ойоп киткән икән.
– Тыңлайым, Мөбәрәк Ибраһим улы.
– Тәк, ҡаҙы тултырыу буйынса һеҙҙең һорауҙарығыҙ юҡ, шикелле.
– Юҡ, юҡ, мин бөтәһен дә аңланым, хатта яҙып алдым. Хәҙер йәш ярымлыҡ тай табырға ғына ҡалды.
– Яҡшы. Тәк, һеҙҙең кандидаттың хәле нисек әле? Яхина.
– Эйе, эйе, Яхина Зөһрә, – тип ҡыҫтырып өлгөрҙө Рәйес.
– Да, да, хәтерләйем мин уларҙы, беләм. Өсөһө лә контролдә. Ике фамилялашҡа түҙергә була, ә бында – өсәү. Ҡайһыһын күтәрергә белмәй, баштары ҡатҡандыр инде. Был этлекте ҡайһыһы уйлап тапҡандыр, ҡыҫҡаһы, докладываю: тәүҙә өсөһө лә бер тигеҙ барҙы, аҙаҡ өсөһөн дә сығарып ташланылар. Кемдеңдер – килене, икенсеһенең – ҡыҙы, өсөнсөһөнөң –һөйәкәһе... Ҡыҫҡаһы, бер-икеһен яңынан исемлеккә индерергә тура килде. Көлә-көлә, эс ҡатып бөттө. Ну, һинеке ныҡ, Рәйес Тимер улы, һинеке ныҡ. Әйттем бит, әллә кемдең – балдыҙы, икенсеһенең – ҡоҙасаһы. Ә һине, һине, йәғни, һеҙҙе, белә алмай, баштары ҡата. Аптырағас, бабайҙың урынбаҫарымы, дуҫымы, тип ҡуйғандар. Ҡыҫҡаһы, Аҡ Йорт үҙе контролдә тота. Ну, бәхет буласаҡ, бәхет. Һеҙҙең бәхетте урлап ҡына ҡуймаһалар... Бындағыларға ышаныс юҡ. Әгәр ян-яғыңды ҡарап, контролдә тотмаһаң, урларға торалар. Эһеһе, урланған бәхет кемгә кәрәк инде? Ә бит аласаҡтар, оялмайынса, ошонда иҙәнгә һалып ҡуй, барыһы ла ташланасаҡ. Етәр! Әйттем инде, быйыл – һуңғыһы булыр. Ошо бәйге генә сәсемде ағартты.
Эт өргән һымаҡ, икенсе телефондың ярһып-ярһып шылтырағаны ишетелде. Етәксе шунда уҡ телефонға йәбеште һәм һөйләшә башланы:
– Беләбеҙ, беләбеҙ, һеҙҙең уңыштарға ҡыуанабыҙ! Көслө, бик көслө аҙымдар менән китеп бара, туҡтатырлыҡ түгел. Һуң, һин белмәгән нимә бар инде? Баш баҫып эшләгән, һөнәрен яратҡан, балаларын белемле итергә теләгән уҡытыусы жюри алдында һикерәнләп, фигураһын күрһәтеп йөрөмәй инде. Улар, ана, баш баҫып эшләй. Ауылды улар тотоп тора. Бәләкәй генә эш хаҡына, арымай-талмай, көнө-төнө эшләйҙәр. Уларға оптимизация ла, яптымизация ла кәртә түгел. Бына уларға мин бирер инем исемде. Мәүә апай нимә тип әйткәйне әле? Белмәйһең. Насар. Уҡы! “Донъя һабаҡтары”н да белмәгәс, һин бында ни эшләп йөрөйһөң? Мәғәнәһе былайыраҡ. Беҙ – милләттең ҡалғандары, иҫән-һау ҡотолғандары ғына. Иң арыуҙары, милләттең йөҙөк ҡашы булырҙайҙары, элекке фетнәләрҙә ҡырылып-һөрөлөп, юҡ ителеп бөтөлгән. Шулай булғас, барына шөкөр итәйек. Ошо үҫеп килгән балалар араһында салауаттар, аҡмуллалар, вәлидиҙәр барҙыр. Уларға һинең йыл бәйгеһе бар ни, юҡ ни. Улар уҡый, үҙҙәрен ҙур эшкә әҙерләй. Әйткәндәй, һин миңә нимә вәғәҙә иттең әле? Онотҡанһың. Онотоуың насар. Ә бына мин онотманым. Имән мискәлә ҡаҙыны муйыл ағасы менән ыҫлау рецептын табып бирәм, тигәйнең. Юҡ. Нисә минут тоторға – вис беләм, яҙып алам, тигәйнең. Ә мин һиңә ышанғайным...
Ошо урында һөйләшеү өҙөлдө. Рәйес уйға ҡалды. Ҡолағында һаман етәксенең шәп бәхет, шәп, урланған бәхет, тип һыңғырлауы ишетелеп ҡалғандай булды.
Бына һуңғы көн килеп етте. Бөгөн – йомғаҡлау кисәһе. Рәйесте иртәнән алып, килеү-килмәүе хаҡында ҡыҙыҡһынып, борсой башланылар. Хатта бер заман, әллә барып тормаҫҡамы икән, тип шикләнә лә башлағайны. Күпме көс һалып үткәрелгән, байтаҡ кешеләрҙе үҙенә йәлеп иткән, иғтибар үҙәгендә торған тамашаны күреү теләге көслөрәк булып сыҡты. Иртәгә Мәскәүгә осорға булһа ла, барып ҡарарға теләк белдерҙе.
Ҡаланың иң ҙур мәҙәниәт һарайҙарының береһенең эсе тулы халыҡ. Бер кәйефһеҙ кеше күрермәй, бөтәһе лә күңелле һәм шат. Еңелеү тойғоһо кисереп, башын эйеп, кәйефе боҙолоп йөрөгән бер кеше күренһәсе. Зал тулы кешенең күплегенә Рәйес амфитеатрҙың репитициялар өсөн ябылғанын ишеткәс, төшөндө. Бөтәһе лә таныш, бер сит кеше лә юҡ. Рәйес бер мөйөштә туҡталды ла, үткән-һүткән кешене күҙәтеп тора. Эргәһендә – ҡыҙҙар, егеттәр, ирҙәр, ҡатындар үткән-һүткәнде күҙәтеп тора һәм күргәндәрен, комментарийҙар менән нығыта.
– Ана, ана, йүкәләр үтеп китте. Мөдирҙәре бик шат күренә, моғайын, берәй нимә эләктергәндәрҙер. Әһә, ҡарағыҙ әле, Назарбайҙың ауылдашы, белем биреүгә бер мөнәсәбәте юҡ, ә бында килгән.
– Былтыр приздарын юғалтып, бүләктәрен бутап бөткәйнеләр, телевизор урынына – һыуытҡыс, һыуытҡыс урынына – саң һурғыс. Ташбаштарға шылтыратҡандар, ти. “Газель” ебәрегеҙ, еңеүсегә тигән һыуытҡысығыҙҙы үҙегеҙ алып ҡайтаһығыҙ, тигәндәр.
– Бына ҡыҙыҡ, ярыш тамамланмаған, ә еңеүсе билдәле.
– Нисек билдәле булһын, әле иғлан итмәнеләр ҙә инде.
– Күҙ алдында нимә ҡыйланалар!
– Ярай, еңһендәр, тик ғәҙел булһын.
– Исмаһам, белем биреүгә иғтибар артыр.
– Миңә лекциялары оҡшаны.
– Нимәһе оҡшаһын, йыл һайын бер үк нимәне һөйләйҙәр, ә бер файҙаһы ла юҡ.
Рәйес аптыранды. Ошонда ситтән генә тыңлап тороп, тармаҡта күпме хәл итәһе мәшәҡәт барлығын белде.
Бына еңеүселәрҙе иғлан итә башланылар. Уныһы ла анһат түгел, ярыштың иң һуңғы – хәл иткес этаптарының береһе икән. Меңдән артыҡ тамашасы, һәр фамилия ишетелгән һайын, дәррәү күтәреп ала, амфитеатр тулы халыҡ, ҡомһоҙланып һәм йоторҙай булып, сәхнәне күҙәтә.
Ә бер ҡараһаң, еңеүҙән һәм бүләктән мәхрүм ҡалғандар юҡ һымаҡ. Сөнки амфитеатр йомарт.
Уларҙың кәйефе шәп, күңелдәре күтәренке. Шулай булмай, нисәмә көндәр буйы йонсоп ял иткәнән һуң бөгөн үк өйҙәренә тараласаҡтар, һағынышҡандар.
Бына Рәйестең күңеленә яҡын фамилия һәм исем ишетелде. Ҡара, кейенеүен әйт әле, әйтерһең, батшабикә үҙе килә! Килмәй, барыһын да арбай һәм һоҡландыра.
Аҙаҡ, асыҡланыуынса, көтөлмәгән, бығаса билдәле булмаған кешенең еңеүен ифрат ғәҙел һәм үҙен лайыҡлы, тип тапҡандар.
Әлегә ул, аяҡ быуындары ҡалтыранып, барыһынан да өҫтә, был кем икән, минме икән, тигән ҡиәфәт менән, аптыранып тора.
Рәйес, тамашаны ҡалдырып, ҡайтып китергә булды. Иртәгә таң менән – юлға, бер аҙ ял итергә кәрәк. Ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәгә инеп, кейенде лә, бер һүҙ ҙә өндәшмәй, сығып китте. Шул ваҡыт эргәләге йыуан бағана артында кемдеңдер һулҡылдап илағаны ишетелде. Ҡараһа, йәш кенә бер ҡыҙ, быуылып-быуылып, күҙ йәштәрен түгә һәм телефондан нимәлер һөйләй:
– Алданылар... Минең еңеүемде урланылар! Мин – иң бәхетһеҙе. Бәхетһеҙ иттеләр... Бөгөн шул хәтле тырышып эшләнем, барыбер, бер урын миңә тейеш ине. Үҙҙәре, һин – иң яҡшыларҙың береһе, тип алдаштырып килделәр. Башҡа бында ике аяғымдың береһен дә баҫмаясаҡмын! Кәрәктәре юҡ! Хатта банкетҡа ла саҡырыу бирмәнеләр!
Ҡыҙ, Рәйесте күргәс, тымды, күҙ йәштәрен һөрттө.
– Шуның өсөн илап тораһыңмы? – тине ир.
– Иламай, ағай, нимә эшләйем, күрәләтә урланылар бит.
– Һин йәш бит. Быйыл булмаһа, киләһе йылға еңерһең.
– Юҡ шул, ҡатнашыу хоҡуғы биш йылға бер генә бирелә. Хәҙер миңә биш йыл буйы көтөргә кәрәк.
Рәйестең телефоны шылтырай башланы. Ул, ҡарап та тормай, һүндереп ҡуйҙы. Аҙаҡ кеҫәһенән саҡырыу билетын, банкетҡа пропускыны алды:
– Мә, һылыу, банкеттарында ултырып, күңел асып ҡайт.
Ҡыҙ ышанманы, ҡағыҙҙы ҡат-ҡат әйләндееп ҡараны.
– Ә һеҙ ниңә кермәйһегеҙ?
– Минең эшем бар. Иртәгә Мәскәүгә осам. Кереп ултыр, урын буш тормаһын.
Бая ғына бөтөрөнөп илап торған ҡыҙ күҙ алдында сәскә атҡандай булды.
Рәйес ҡайтырға сыҡты. Уның күңелендә бер ыңғай тәьҫорат та юҡ ине. Эстән генә, был тамашала тағы ҡатнашһаммы, тип кенә уйлап ҡуйҙы.
_______________________________
Иҫкәрмә: Һеҙ әле танышҡан әҙәби әҫәрҙә барған ваҡиғаларға оҡшаш күренештәр республика тормошонда тиҫтә, ике тиҫтә йылдар самаһы элек күҙәтелде һәм бөгөн барған ваҡиғаларға ҡәтғи рәүештә бер мөнәсәбәте лә юҡ. Исемдәрҙең, ваҡиғаларҙың, образдарҙың һәм персонаждарҙың оҡшашлығы осраҡлы һәм хәҙерге бәйгеләргә һәм ваҡиғаларға бер мөнәсәбәте лә юҡ. Был әҙәби әҫәрҙәге һығымталарҙың хәҙерге ваҡиғаларға мөнәсәбәте күҙәтелмәй.