Хужа ҡайтып етеүгә ҡапҡа асылып, терәтелеп ҡуйылған ине. Был да хужабикәнең бурысы. Асылмаған ҡапҡа ҡартының кәйефен күпмегәлер төшөрә тигән һүҙ, шунлыҡтан эт күренеү менән ҡапҡа ла асылып, был өйҙә уны көтөүҙәрен билдәләй.
Һыбайлы аласыҡ тәңгәлендә туҡтап яурын аша эленгән ҡушкөбәген, эйәр башындағы тоғон алып бирә. Элегерәк ул быларын үҙе лә башҡара ине. Бөгөн әбейе уның бер аяғы янбаш тәгәленән яҡшылап тотмағанын һәм йөгө менән эйәрҙән һикереп төшә алмаҫын белә. Аттан төшә алмай тороу ҙа ҡартының ғорурлығын тыранаясаҡ икәнде лә белә шул һиҙгер әбей. Шуға ҡаты әйтеләсәк “тыр-р-р”ҙан алда уҡ йүгерә-атлап килеп ҡулдарын үргә һуҙа.
Бейә тышалып ебәрелгәс, ҡарт бит-ҡулын сайып өҫтәл артындағы һикегә менеп, талған аяҡтарын һуҙып, ҡаҡая биреңкерәп ултыра:
— Дә-ә... йонсотто был тайыштабан.
Уның ҡәнәғәтлеген ҡапҡала күренеүенән үк аңғарған әбейе элә һалып ала:
— Айыу табып йөрөгәнеңде белеп торам инде!
Күңеле булған ҡарт эре генә эйәген күтәреп ебәрә:
— Белмәй әллә! Ошонда илле йыл ултыр ҙа, белмә! – ҡарт менән ҡарсыҡ үҙҙәренә генә аңлашылан мәрәкәнән көлөшөп ала.
Этенән кәм асыҡмаған хужа ла. Ашты ике тәрән тәрилкә итеп йомдороп, аҙаҡҡыһының төбөн күтәреп эсеп ҡуя ла “Э-эх” тип ауыҙ-тирәһен һыпыра. Әбейе сабыр ғына текәлеп көтә. Бына уға ла сират етә.
— Ҡортүлгән сауҡалығында бер ҙур булмаған айыу йөрөй, тип, йәй үк әйтештерә ине малайҙар. Дауна һунар артынан йөрөмәгәс, ҡайҙа ниндәй януар барлығын да беленмәй бит инде хәҙер. Шул хәбәрҙе юллап киттем инде. Дүртенсе көн тигәндә, үҙәк шишмәһе буйында эҙ аңғарып ҡалдым. Бына ошо усымдан саҡ ҡына яһыраҡ инде эҙе. Шул “йәтеш айыу” тигәндәре инде егеттәрҙең, тип уйҙайым һәҙер.
Әбейе күҙен дә шылдырмай текәлеп тыңлай.
— Тағы ике кис йөрөгәс, күреп ҡалдым баяғыны. Эт тә ныҡ ҡартайып китте шул, танауы еҫ һиҙмәйме, эҙҙе ауыр алды. Таба алмай көйәләнә, шыңшый үҙе. “Шым” тип әрҙәйем уныһын. Саҡ тапты. Асығыраҡ һоро бер айыу. Ҡая төбөндәге ҡырҡматаш аҫтындағы соҡорҙо ҡаҙып йөрөй, ятырға итәлер шунда. Тау-таш араһын һайҙаған бит әле...
Ҡарт мунсаға инеп киткәс тә, күлмәк-ыштан апарып, арҡаһын йыуып сыҡҡанға тиклем арманһыҙ булғансы сабынырын белгән әбей, йәһәтләп инеп яңылығын телефон аша кәрәкле урынына еткерә лә. Ул яҡтағыларҙың да эстәренә йылы төшһөн әле. Уларҙың да өмөт ҡуйҙы һүрелмәһен.
Бынан ары, бер-нисә көнгә бер шул яҡтарға барып әйләнә ине ҡарт, һуңғы мәл генә көтөлмәгән хәл булып ҡуйҙы. Теге йәтеш айыуының юлын иҙә баҫып үткән уҫлаптай эҙҙәрҙе күреп тексәйә биреп торҙо ла, этенә бармаҡ янап ҡына ятырға ҡушҡас, эре таштар араһынан эйелә биреп үргә ҡарай бер үҙе ҡуҙғалды. Мылтығын әҙер тотоп, һаҡ баҫып ҡына өңгә өҫтән урап килеп төштө. Һәм уйын дәлилләне лә: уның айыуының өңөн уҫлаптай кәүҙәле ҡап-ҡара бер ғифрит баҫып алған ине. Дәү януар бәләкәй өң ауыҙын тауы-тупрағы менән бергә ҡутарып киңәйтеп ята, әллә нимәләй итеп аҫҡа таш тәгәрәтә. Ҡарт бер килке күҙәтте уны. Бындай тау үрендә, ҡыш, ошо хәтлек ҙурлыҡтағы айыуҙы сығарып алыу яйын самаланы ла, икеләнеп баш сайҡаны: “Йо-оҡ... был эзвирҙе был урында алып бумай... тегеһен табырға кәрәк.”
Йәтеш айыу баҫҡынсынан ҡурҡып ҡасһа ла, алыҫ китмәгән булып сыҡты, йылға ағышын үҙгәрткәндән, элекке яр башында һерәйеп ҡалған ҡарт ҡайын тамыры аҫтындағы иҫке өңдө тәрәнәйтеп маташа. Ауырайған үҙе, йөрөүе лә яй. Көндәр ҙә ҡарлы-елле булып һыуытып тора. Ҡурҡыуы ла барҙыр инде. Бәләкәй айыу әлеге өңгә тамырҙар араһынан ҡыҫыла биреп йәһәтләп инеп ятты ла, ҡабат сыҡманы. Һуңғы килеп киткәнендә өң ауыҙын япраҡ, сыбыҡ-сатыр ябып, унан ҡар баҫырып та ҡуйғайны. “Күсеүе һәйвәт булды әле, тигеҙ урында уңайлы ишшеү” тип ҡайтып әбейен дә тынысландырҙы ҡарт.
Февраль баштарында өйҙә телефон шылтыраны. Әбей алып һөйләште лә, ҡартты саҡырҙы.
— Кем? – тип ризаһыҙ һораны быныһы.
— Теге пракурырға айыу дулжын булған малай, - тип шыбырланы ҡарсығы, ҡартын телефонға ҡарай этәреп.
— Дә-ә... – тип рыя ғына һуҙҙы ҡарт трубкаға. Теге яҡтан һөйләгәнде өнһөҙ генә тыңланы ла, — Ә-ә... йә-ә.. – тип һалып та ҡуйҙы.
— Нимә тине? – янынан китмәй торған әбейе төпсөндө.
— Нимә тиһен? Киләбеҙ, тине.
Санаға егелгән атын бәйләп ҡалдырып, киң ҡалтағайҙарында ашыҡмай ғына һыңар баһрау менән этәренеп эйеп, үҙе кеүек үк ярымһаңғырау ҡарт этен эйәртеп тағы килде теге өң эргәһенә Сәләхетдин. Етер-етмәҫ үк этенә бер ҡаш төйөп ҡарап алғайны, тегеһе муйынын һуҙа биреп һағайҙы ла, аҙыраҡ шыуыша килеп, лыпын ятып ҡалды. Һунарсы алғараҡ китеп йылғаһыҙ яр аҫтына шыуып төштө. Ҡалтағайҙарын һалып, арҡаһындағы ҡуша бәйләп аҫып алынған өс уртаса торбаны алып бер-береһенә тығып ялғаны ла, оҙон көпшәнең бер өсөн ипләп кенә өң ситенә тыҡты. Ҡырын ятҡан килеш торбаны яйлап-яйлап эскәрәк этәрә барҙы. Көпшә инеп бөткәс, уның осон ишеткән ҡолағына терәп тыңларға кереште. Тыңлаған һайын йөҙө емерелде ҡарттың, ап-аҡ ялбыр ҡаштары уртала ҡушылып һынды. Былай ҙа ҡаты ҡарашлы үткер күҙ алмалары улай-былай шылып йөрөнө. Ауыҙы турһайҙы. Ахыр килеп торбаһын тартып сығарып тирҙе лә, саңғыһына баҫып алып, елкәһен ҡашый-ҡашый ат-санаһына китте.
Эте ҡайтырға тип алдан сапҡайны ла, хужаһының икенсе яҡҡа ыңғайлауын аңғарып, ризаһыҙ ғына кире килде.
— Буманы, Шоңҡар, буманы был айыу беҙгә... баллары бар, — тип әллә этенә, әллә үҙ алдына һөйләнде ҡарт. Хужаһы үҙен йәлләй тип аңланымы, эт тә күп уйлап торманы, санаға һикереп менде лә һуҙылып ятты. Маһъмайының был ҡылығына Сәләхетдин асыуһыҙ ғына тағы мығырланы:
— Һәтәр һунар итәбеҙ инде беҙ һинең менән, эт йөрөй санала, айыу көсөктәп ята...
Ҡортүлгән ҡаяһы аҫтындағы өңдән артыҡ тауыш-тын сыҡманы. Бары торба төбөнән килгән бөркөү эсе еҫ кенә ундай айыу йоҡлауын белдерҙе. Һунарсы тағы ла аҙыраҡ эргә-тирәлә тапанып, уны-быны ҡараштырҙы ла, йыйынып ҡайтып китте. Шулайтып, һуңғы бер сәғәт эсендә һунар ҡорбаны алмашынып ҡуйҙы.
Ял көнө иртәнсәктән Сәләхетдин килеүселәрҙе килешелгән урында көтөп тора ине инде. Улар ҡайҙалыр вертолет менән төшөп, был яғына саңғылы матайҙарҙа елдереп килеп етте. Икеһендә икешәр кеше булһа, өсөнсөһөнә бер бүгәй үҙе ҙурлыҡ эте менән ултырып алған. Был күренештән күпте күргән ҡарт та аптырап ҡашын һикертте. Ә быҙау башлы теге эт бер ынтылыуҙа хужаһының алдынан һикереп төштө лә, Сәләхетдиндең үҙе һымаҡ уҡ сәйерһенеп текәлеп торған ҡарт этен түше менән төкөп йығып өҫтөнә менеп тә баҫты. Күҙ асып йомған аралағы хәлгә берәү ҙә бер ни эшләп өлгөрмәне. Ярай әле был тоҡомло һуғыш этенең моронлоғо булды, юғиһә Шоңҡарының ярты яғын умырып ала ине.
— Фу! Дик! Фу! – тип екереп, хужаһы итегенең йөн ҡуңысына усы менән һуҡты: — На место! Дик, на место!
____________________________