Дик тигәне теләкһеҙ генә буйһоноп, Шоңҡарҙың өҫтөнән төшөп, йөнтәҫ итектәр тәңгәленә килеп ятты. Ә Сәләхетдиндең эте “был нимә булды һуң әле” тигән ҡиәфәттә тороп һелкенде лә, “Нимәгә бындайға юл ҡуйҙың?” тигән үпкәле ҡарашын хужаһына атып алғас, ҡойроғон ҡыҫып ат санаһы артына китте.
— Здорово, дед! – тип көр тауыш менән килеп күреште әлеге эт хужаһы. Был һунарҙың төп хужаһы ошо әҙәм икәнлеге лә беленде хәҙер. Ҡалған икәүһе лә күрешеп, ҡартты баштан-аяҡ күҙҙән үткәргәс, бер-береһенә баш һелкеп көлөштөләр:
— Мин ошолай күҙ алдына килтергәйнем дә инде эҙәрмәнде.
— О-о! Ҡайһындай саңғылары ла бар әле, ҡара! – ҡалтағайҙарынан да ҡыҙыҡ таптылар.
Быларҙы алып килгән теге ғәйепле егет руссалап ҡарттың һунар шарттарын аңлатты. Был аңлатманан да мәрәкә яһаны ҡунаҡтар.
— Һин, дед, беҙгә өңдө күрһәтһәң булды. Һинең бурыс шул ғына. Ҡалғанын беҙ үҙебеҙ ҙә беләбеҙ. Беҙ тауҙарҙа тигрға ла һунарға сыҡҡан кешеләр, так что, һинең эшең... – тип артыҡты тыңлап торорға теләмәгәнлеген белдерҙе әлеге ҡорһаҡлы.
Йәйәү китеп алдан атлаған ҡарттың арҡаһына аҫылған иҫке ҡушкөбәктән дә ишаралашып тауышһыҙ көлөштө арттағылар. Береһе бармаҡтарын тоҫҡап атҡан булды, йәнәһе пулемет был. Бүкән башлы эттән шөбһәләнеп ситтәнерәк барған Шоңҡарға ҡар йомарлап ташланылар ҙа, тегенең ҡапыл тертләп ситкә һикергәненән шарҡылдарға керештеләр:
— О-о! Шәп һунар эте был!
— Ҡарҙан ҡурҡып ҡолай яҙҙы!
Шулай ҙа Сәләхетдиндең бер боролоп ҡарауынан шымдылар. Үтә ҡырҡыу, хатта ҡырағайҙарса яндырай булды был ҡараш. Тауға үрмәләп тейешле урынға килеп еткәс, оҙаҡ ҡына итеп урындар һайланды. Берәү видеокамера менән ҡаршылағы ҡарағайға мендерелде, уның объективына ҡамасаулаған ботаҡтар ҡырҡып алынды. Ҡулдарындағы ҡиммәтле һәм әллә ни төрлө функциялары булған ҡоралдарын ҡырҡ алып, ҡырҡ һалып, төрлө урындарҙан тороп тоҫҡап ҡарап мәшәҡәтләнделәр. Ахырҙа ошо ҡаңғырыҡтар тамамланғас, ҡарт өң ауыҙын ҡыҫҡа һаплы ағас көрәге менән көрәп алып асты. Унан ҡулы менән генә ымлап, ҡорһаҡлының ошоға тип махсус тейәп килгән этен ебәрергә ҡушты. Хужа этенең моронлоғон сисеп өң тәңгәленә алып килеп төрткәйне, тегеһе алабарманланып әле былай әле тегеләй сапҡылап алды ла китте.
— Дик! Бында! Бында, Дик! – тип этен муйынсаһынан тотоп өң ауыҙына тоҫҡаһа ла, тегеһе шул тирәлә өйөрөлөп тик йөрөнө. Ҡарт һаман шулай ҡул иҙәүе менән генә был этте алып китергә ҡушып, Шоңҡарын саҡырҙы. Ғүмер буйы ошо һунар менән йәшәп ҡартайған бурҙай хужаһының һәр ымын ҡарашынан эләктереп алып теүәл үтәне: лыпын ҡарға ятты ла өңгә ҡарай шыуышты. Тау тишегенә инеп китеп ҡойроғо ғына күренеп ҡалғас, ырылдай-ырылдай ләңкелдәп өрөргә кереште. Сыға бирҙе лә кире эскә ынтылды, йә төпкәрәк үтеп, йә артҡараҡ сигенеп өрҙө лә өрҙө. Унан тағы хужаһының бойороғонан шымып ситкә китеп торҙо. Сәләхетдин ҡарағай ылыҫынан төтөнлөк эшләп оя ауыҙына бөркөттө. Унан тағы этен ебәрҙе. Тағы төтөнләтте. Ахырҙа бер йәш ҡарағайҙы тумырып йығып эскә тығып көжгөнө. Шул ваҡыт уның баһрау осон эстән эләктереп алып көслө итеп һелкеттеләр. Тыштағылар һағайып ҡоралдарын тоҫҡаны.
— Дед! Һин бар анау ағастар тәңгәленә кит! Этеңде лә ал!
Ирҙәр алдан билдәләнгән урындарына баҫып, айыуҙың сығырын көтә башланы. Бына-бына ул үкереп ебәрер ҙә, ер һелкетеп пәйҙә булыр һымаҡ тойолғайны ... януар бер тауышһыҙ, “ялп” итеп атылып килде лә сыҡты. Сыҡҡанғайы аяғүрә баҫты. Уның ҙурлығынан һәм ҡот осҡос ғәйрәтенән барыһы ла ярты секундҡа шаңҡыны. Шулай ҙа ҡорһаҡлы иҫенә килеп этен ебәрҙе. Ҡорбанына туп-тура ташланып еңеп өйрәнгән был бүкән башлы дәү эт был юлы ла тура һөжүм итте һәм ғүмерендәге һуңғы хатаһын яһаны ла. “Эх, алйот...” тип кенә уйлап өлгөрҙө артта торған Сәләхетдин, бер ынтылыуҙа һикергән тоҡомло эт һауала көйө үк айыу усынан сәрпәлеп ситкә осто. Әммә ергә лә төшөп өлгөрмәне, айыу уны бер һикереүҙә ҡыуып етеп, икенсе ҡулы менән эләктереп алып борхолдатаһынан ҡарға һуҡты ла, алғы ҡулдары менән һикереп-һикереп өҫтөнә баҫҡас, ярһып өҙгөләргә кереште. Бахыр эт “сый” итеп тә өлгөрмәне, сөнки беренсе һуғыуҙан уҡ йән биргәйне.
Тәүге ҡорбаны менән эште тамамлаған айыу, башҡаларына боролғанда, өң эргәһендә ситтәрәк торған бер кеше менән эт кенә ҡалғайны. Шул яҡҡа ыңғайлауы булды, алдына ғына ағас башынан нимәлер килеп төштө. Януар был нәмәне (өҫтәгенең видеокамераһы ине) йәлпелдәтә һелтәп ебәрҙе лә, төшкән ерен эҙәрлекләп өҫкә ҡараны. Унда, ҡарашы, ағас олонон сытырман ҡосаҡлаған берәүҙең самаһыҙ аҡайған күҙҙәре менән осрашты. Айыу ағасты ике усы менән ҡыҫып ауҙарырға итеп һелкетте. Ҡарағай, сайҡалһа ла, бирешмәне. Йыртҡыс уны хәҙер төбө-тамыры менән умырып сығарырға булып йәбешкәйне, иғтибарын икенсе нәмә йәлеп итте. Ситтә торған әҙәм уға этен һөсләне. Эт яҡын килеп абаланы ла, ынтылыу менән ситкә тайшанды, айыуҙы алышҡа әҙерләндереп ябырылып килде лә, был йомолоу менән тағы ҡасты. Шулайтып хужаһына яҡынлатмай ике-өс өйөрөлткәндә үҙенә лә тырнаҡ осо эләккеләп ҡалды. Тик айыу усына йомоп ҡына тота алманы уны, эт оҫта һәм хәйләкәр ине. Был “уйын” менән мауығып ярһығандан-ярһый барғанда, ҡапыл гөмпөлдәп мылтыҡ атылды. Айыу арт һынына ултыра төшөп, көслө һелтәп башын сайҡаны, маңлайынан ағып төшөп күҙен ҡаплаған ҡара ҡаны тирә-яҡҡа сәселде. Оторо ҡоторған януар был үлемдең ҡайҙан килгәнен яҡшы белеп, һаман абалаған эткә лә иғтибар итмәҫтән, мылтыҡ тоҫҡағанға һикергәйне, тегеһе, айыу уға етер мәлдә генә, бер тубығына сүгеп, көбәген өҫтәгенең эйәк аҫтына терәп тигәндәй сәпәне. Бер мәлгә барыһы ла тынды. Бары яралы алабай ғына артынан ҡан эҙҙәре ҡалдыра-ҡалдыра өйөрөлөп йөрөп, хужаһын баҫып ятҡан айыуҙы һаман абаланы...
Аҙмы-күпме мәлдән эргә-тирәләгеләргә йән инде. Үрҙәрәк суҡайған ҙур таш артынан ҡорһаҡтың башы күренде. Ул йәшенгән урынынан сығып мылтығын тоҫҡап килде лә, айыуҙың башына терәп тороп, үлгәнлегенә инаныу өсөн, тағы бер тапҡыр атты. Унан башҡаларын саҡырып ҡысҡырҙы. Кем ҡайҙа ҡарай сапҡанын белмәгән теге икәү ҙә килеп етте. Уларҙың оялыр ҙа, һөйләшер ҙә рәттәре ҡалмағайны. Ағастағыларын саҡ өгөтләп төшөргәс, дүртәүләшеп айыу аҫтында ҡалған ҡартты сығарып алырға булдылар. Өңгә тыҡҡан баһрау менән көскә ҡайырып әйләндергәс, аҫтағы ҡарттың терелеген аңлап, дүртеһе дүрт яҡтан ябырылды:
— Баш аҫтына бына ошоно тыҡ!
— Сәләхетдин бабай! Сәлә... Сәләхетдин бабай...
— Дед! Дед! Бирешмә, йә, бирешмә! – тип сикәләрен, ҡулдарын ыуҙылар.
Шул төндө был биш ир бер өҫтәл артында ултырып таң ҡаршыланы. Ҡарттың, айыу һуңғы һулышында матҡып тотоп өлгөргән яурынын дауаханаға алып барып тектереп бәйләткәс, уны өйөнәсә килтереп, коньяк-күстәнәстәрен теҙеп, эсә-ашай һөйләшеп ултырҙылар. Хәҙер йәш ирҙәр Сәләхетдиндең үҙенән дә, мылтығынан да, һаңғырау этенән дә көлмәйҙәр ине. Улар уның тайыштабан хаҡындағы иҫ киткес тарихтарын, мәрәкә хәлдәрен, ҡурҡыныстарын тыңлап, үҙҙәре кисергәнде тағы бер ҡат күҙ алдынан үткәреп, хайран булып ултыралар. Бер-береһен уҙышып киләһе юлы һис шикһеҙ ҡулланасаҡ һунар нескәлектәрен төпсөнәләр, бергәләп йөрөүгә пландар ҡоралар. Ә Сәләхетдин ҡарт урманға башҡа сыға алмаҫын белә. Был уларҙың һуңғы һунары булды. Үҙенең дә, этенең дә.
____________________________