+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Март 2021, 18:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ТЕЛЕФОН Хикәйә Беренсе бүлек

Ҡарты тышҡа сыҡҡандан файҙаланып, йәһәтләп телефонын эҙләргә кереште Сәйҙә ҡарсыҡ. Этен ашатып, шуның ашағанына тексәйеп тороп, маһъмай менән һөйләшеп-иркәләтеп, унан яйлап бәҙрәф тарафына ла сәйәхәт ҡылып йөрөп киләсәк әле ул. Был хәлдең ярайһы ғына ваҡытты алырын белә ҡарсығы. Юҡҡамы ни “сығып айҙанам” тигәнендә әбейен бурылдата-бурылдата ҡалын итеп телеп икмәк ала, калушлы быймаһын, куфайкаһын кейә, башына ҡолаҡсынлы кәпәсен батырып, ҡулына тиренән тегелгән йылы бейәләйҙәрен эләктерә. Кеше сығып ингәнсе шулай утынға барғандай итеп кейенәме? Яйлап йөрөрөн, йә кәртә яғына, йә баҡса яғына сығып, әле былай, әле тегеләй тексәйеп торорон белеп тә шулай кейенә ул. Сығып инәм, имеш...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ТЕЛЕФОН
Хикәйә
Беренсе бүлек
Ҡарты тышҡа сыҡҡандан файҙаланып, йәһәтләп телефонын эҙләргә кереште Сәйҙә ҡарсыҡ. Этен ашатып, шуның ашағанына тексәйеп тороп, маһъмай менән һөйләшеп-иркәләтеп, унан яйлап бәҙрәф тарафына ла сәйәхәт ҡылып йөрөп киләсәк әле ул. Был хәлдең ярайһы ғына ваҡытты алырын белә ҡарсығы. Юҡҡамы ни “сығып айҙанам” тигәнендә әбейен бурылдата-бурылдата ҡалын итеп телеп икмәк ала, калушлы быймаһын, куфайкаһын кейә, башына ҡолаҡсынлы кәпәсен батырып, ҡулына тиренән тегелгән йылы бейәләйҙәрен эләктерә. Кеше сығып ингәнсе шулай утынға барғандай итеп кейенәме? Яйлап йөрөрөн, йә кәртә яғына, йә баҡса яғына сығып, әле былай, әле тегеләй тексәйеп торорон белеп тә шулай кейенә ул. Сығып инәм, имеш...
— Ҡайҙа булған шул быныһы? – ҡабаланғанда телефоны ла табылманы. Яҡынса ятыр урындарын самалап байҡап сыҡты, тик күҙенә салынманы бәләкәй нәмә. Ваҡыты тығыҙ булған әбей бушҡа йүгермәләп йөрөй алмай ине һәм ул өй телефонын ала һалып, эргәһендәге дәфтәрҙән ҡарап үҙенең һандарын йыйҙы. Кресло менән диван араһында ятҡан икән мәлғүн, сыйылдап тауыш бирҙе. Ҡыҙына шылтыратырға кәрәк уға, бая һөйләшкәндә бер нәмәне онотҡан икән. Өй телефонынан шылтыратыу ҡиммәткә төшә тип өйрәткән ҡыҙы, сотовыйҙан итеү кәрәк. Бая бабайы һөйләшергә форсат бирмәне. Ҡашын емереп, ишаралап йәненә тейҙе. Әбейенең телефондан оҙаҡ һөйләшкәнен ене һөймәй. “Көнө буйы шунда лаңҡылдайһың” тип һөрәнләп ебәрергә лә күп һорамай. Әйй, шуны!
Инде төймәләрҙе йыя башлағайны ғына, ишек аръяғында бабайының быуылып йүткергәне ишетелде. Инә һалып килә! Сәйҙә лә ишек яғына ыңғайланы, тиктәҫкә улай йәһәт урамаған бит инде, тимәк, нимәлер булған.
Әсҡәт ҡарт ингәс тә бер килке эйелеп сәсәп алды, һалҡын һауа ҡуҙғытҡан күрәһең тамағын. Ҡаршы килеп тексәйеп торған ҡатынында эше булмағандай, шундағы эскәмйәгә ултырып аяҡ кейемен һалды, бүреген элде лә, куфайкаһы төймәләрен ысҡындырып бөтөп, ҡуйынынан бесәй балаһы килтереп сығарҙы.
— Эһе! Шулайтҡан тей! – тип Сәйҙәһенең ҡысҡырыуын да яуапһыҙ ҡалдырып, аш бүлмәһенә үтеп теге мәхлүкте бесәй һауыты эргәһенә төшөрҙө. Уныһы төшкән ғайын һауыттағы аш ҡалдығына йәбеште.
Бабайының һыуытҡысҡа һөткә ыңғайлағанын аңғарып ҡарсығы тағы екеренде:
— Сәйҙек кенә һөткә теймә ыштубы!
Тик бабайы тыңлай торғаны бармы? Ҡойоп бирҙе тәки. Бесәй ҡалтырай-ҡалтырай булһа ла һөттө лә эсеп бөтөп, һауытын ялап уҡ ҡуйҙы. Ул был эш менән булған арала әбей менән бабай талашып та китте.
— Урамдағы бар берәҙәк бесәйҙәрҙе йыйып алдың инде, өй тулы бесәй хәҙер, – тип башланы Сәйҙә.
— Бесәй һиңә мишайттаймы? Үҙ алдына йөрөгән нәмәләргә нимәгә бәйҙәләң? – тип бирешмәне ҡарты.
— Һинең шулай алйот икәнеңде белеп ҡалдыралар бит бесәйҙәрен ошо тирәлә!
— Алйот булһам да һинең һымаҡ яуыз түгелмен әле.
— Яуыз булмайым тип ней, әйҙә, бар, ана, бис йыйып ал берәҙәктәрҙе!
— Алһам алырмын да, һинән өрөхсәт һорап тормам. Минең пинсейәм өс бесәй аһырарға ғына етәлер әле. Бер тинен дә күргәнем юҡ, вис һин тотонаң, – тип тә һалды Әсҡәт.
Был хәбәргә әбейе оторо ярһып китте:
— Ай, Аллаһ! Бутта мин аның аҡсаһына яһанып-кейенеп ултырам! Ана свиткә, газға, емгә!.. Һөтөн дә һатып алам! Һин бесәйҙәреңә эсереп бөтөп тораһың әле көнөнөкөн көнөнә.
Ҡарсыҡтың тауышы күтәрелгәнен ишеткән ике бесәй, зал түрендә ултырған ерҙәренән шым ғына төшөп, бабай ята торған бүлмәгә инеп сумдылар. Улар ҙа белә ҡасан ҡайҙа йәшеренергә икәнде. Был йортҡа үҙҙәренең саҡырылмай килеп, шул ҡарттың мәрхәмәтендә генә көн күргәндәрен дә аңлайҙар. Әбей бит уҫал, “прессс” тип эләктереп ебәрергә генә тора. Ярай әле әлеге бабай яҡлай. Бабай иркәләй, бабай ашата уларҙы.
Залға үтеп ултырып телевизорҙың тауышын көсәйтә төшкән бабайына нимәлер һөйләүҙең дә, әрләүҙең дә файҙаһыҙ икәнлеген белгән Сәйҙә, ҡул һелтәне лә, оло дебет шәленә уранып сығып китте. Бәләкәй өйөндә ҡаҙҙары баҫып ята, кәртәләнгән мөйөштә һарыҡ бәрәстәре тора. Бәрәстәрен инәләренә ҡушҡас, мейес артында кибеп ятҡан утындарҙы үрелеп алып усағына тоҡандырып ебәрҙе. Береһе шул мейес артында, икенсеһе урындыҡ аҫтында ултырған ҡаҙҙары һүҙ ҡушҡан шикелле ғығылдап тауыш бирҙе. Сәйҙә лә уларға яуапланы:
— Утырығыҙ-утырығыҙ, теймәйем һеҙгә, теймәйем. Әйҙә, матур ғына итеп баһып алығыҙ балларығыҙҙы.
Даамы бар.
____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: