+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Март 2021, 11:16

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЗӘҢГӘР ТӨЙМӘ Хикәйә Беренсе бүлек

Хафиз ҡайыш ҡамсыһын шыйылдатып өҫкә күтәргәйне генә, ауыр имән ишек асылып китте. Өйҙәгеләр барыһы бер юлы шымып инеүсегә боролдо. Унда, тупһа аша атлап өлгөргән дә, ингәс кенә хәлде аңғарып ҡалып, ни сәләм бирергә, ни боролоп сығып китергә белмәгән ҡарашта дәрүиш ҡарт тора ине. Әле генә йортто осороп алып барған ҡатындарҙың йөҙөндә башта юғалып ҡалыу, унан оялыу, хатта ояттарынан ер тишегенә инеп китергә теләү ғәләмәте сағылды. Икәүһе шулай итте лә: шаршау артына йәшенеп өлгөрҙө. Олораҡ ҡатын ярһыуҙан ҡыҙарып киткән йөҙөн яулыҡ осо менән ҡаплай биреп, ынтылып, иренең һаман үрҙә торған ҡулына төрттө. Ире ҡамсыһын урындыҡ аҫтына бырғатты.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ЗӘҢГӘР ТӨЙМӘ
Хикәйә
Беренсе бүлек
Хафиз ҡайыш ҡамсыһын шыйылдатып өҫкә күтәргәйне генә, ауыр имән ишек асылып китте. Өйҙәгеләр барыһы бер юлы шымып инеүсегә боролдо. Унда, тупһа аша атлап өлгөргән дә, ингәс кенә хәлде аңғарып ҡалып, ни сәләм бирергә, ни боролоп сығып китергә белмәгән ҡарашта дәрүиш ҡарт тора ине. Әле генә йортто осороп алып барған ҡатындарҙың йөҙөндә башта юғалып ҡалыу, унан оялыу, хатта ояттарынан ер тишегенә инеп китергә теләү ғәләмәте сағылды. Икәүһе шулай итте лә: шаршау артына йәшенеп өлгөрҙө. Олораҡ ҡатын ярһыуҙан ҡыҙарып киткән йөҙөн яулыҡ осо менән ҡаплай биреп, ынтылып, иренең һаман үрҙә торған ҡулына төрттө. Ире ҡамсыһын урындыҡ аҫтына бырғатты.
– Әссәләмәғәлә-әйкүм бы-ыл йортҡ-аа! – тип, бөтөн был күренештәрҙе лә аңғармағанға һалышып, һуҙып ебәрҙе инеүсе.
Хафиз да үҙен ҡулға алды, хатта ки балаларса шатланып китте:
– Вәғәләйкүмәссәләм, дәрүиш хәҙрәт! Әйҙүк-әйҙүк! Түргә үҙ.
Үҙе ҡатынына бер генә ҡарап алды, тегеһе тилбер ҡуҙғала һалып барып, көлдөксәлә ҡырын ятҡан самауырҙы бер ҡолағынан эләктереп һөйрәп тә алды. Һыу тултырып ултыртыуына, шаршау артындағы ҡатындарҙың береһе йәһәтләп килеп уны тышҡа алып сығып та китте. Өлкәне урындыҡҡа ашъяулыҡ түшәп, унда ит һәм башҡа ризыҡ теҙгәнсе, йәшенгән урынынан бөтөнләй йәш сырайлыһы баш баҫып ҡына сығып, янып ятҡан усаҡтың торонбаштарын йәмкә менән һуҡҡылап күмер төшөргәс, шуларҙы һоҫҡоға өйөп һалып көндәше артынан сыҡты.
Ирҙәр күрешеп, хәл-әхүәл һорашып, урындыҡҡа менеп ҡунаҡланы. Хафиз өлкән ҡатыны алып килеп тотторған тас һәм ҡомған менән ҡунағының ҡул-битен сайҙырып алды. Унан, самауыр түргә килеп ултырып, сәй яһалғас, ҡатындарына китергә ҡушып ҡул иҙәне. Тегеләре йәһәт йыйынышып, шаршау артындағы урындыҡта уйнаған балаларын алып, төкөтмә аръяғына – бәләкәй өйгә күстеләр.
Ҡунаҡ - суфый дәрүиш ине. Уның ысын исемен бер кем дә белмәй һәм һорарға ла ҡыймай. “Һыу-һаҡ, һыу-һаҡ” тип сәйер генә итеп һамаҡлап йөрөүенән үҙен “Һыуһаҡ ҡарт” тип тә атап ҡуялар. Ауылдарҙан ауылдарға, унан тағы ла әллә ҡайҙарғалыр әле, туҡтауһыҙ йөрөп ятыуынан “дәрүиш” тә тигәндәр. Ә инде туҡтаған урындарында дин тәғлимәттәрен һәм пәйғәмбәрҙәрҙең сихри тарихтарын тыңлаусыларын мөкиббән китәреп һөйләүҙәренән уның суфый хәҙрәт икәнлеген дә беләләр. Һәр хәлдә был ҡартты бөтә ерҙә лә ихлас ҡабул итәләр, уның өсөн һәр йорттоң ишеге асыҡ, төн йөҙөндә лә, көн йөҙөндә лә уның өсөн ваҡыт бүләләр, мунса яғып төшөрәләр, аш һалып һыйлайҙар, уның менән бергәләп намаҙ ҡылалар һәм фатихаһын алып оҙатып ҡалалар. Ҡарт үҙе лә бик ипле, тәүфиҡле һәм таҙа әҙәм. Керен йыуып-киптереп биргән ҡатындар уның кейем-һалымында артыҡ кер юҡлығын, хужалар табын артында ла ҡыҫтатып ҡына ҡабыуын, юлға ла бер телем икмәк һәм бер баш ҡороттан башҡа һый алмауын беләләр. Ә инде ул һайлап ишек ҡаҡҡан йорт был изге йәндең тап уның өйөн һайлауын ҙур мәртәбә итеп ҡабул итә. Хатта үҙенең артыҡ тамағы булмағандар ҙа был бурысты намыҫ менән үтәргә тырыша. Сөнки күптәр уны Хызыр Илъяс тип тә уйлай. Ысынында Хызыр Илъястың үҙеме-юҡмы, был хаҡта берәү ҙә бәхәсләшмәй, бары ҡарттың ризалығын алыу өсөн, уның был йөрөп ятыу сәфәрендә ниндәйҙер файҙа килтереү өсөн тырышалар. Әйтеүҙәренсә, үҙенең һөйләгәндәге килтергән мәғлүмәттәре буйынса, ҡарт Мәккәлә лә , әллә ниндәй сит-ят яҡтарҙа ла булған. Һәм юлының күп өлөшөн ул ошолай йәйәү үткән.
Дәрүиш хужаның ҡатындарын ҡыуып сығарыуынан уның бисә-сәсәһенә ныҡ асыулы икәнлеген аңланы. Улай тиһәң, бая ингәндә үк өйҙә талаш-тартыш барыуын аңғарғайны. Нимәгәлер ныҡ ҡыҙҙырып ташлаған ҡатындары ирҙе.
– Асыуҙы оҙаҡ һаҡлама, ул һиңә барын ҡара затта күрһәтер. Асыу артында хата бар, хата артында бәлә ята...
Ҡарттан йәшереп булмаҫын төшөнә Хафиз да. Күңелен өйкәп торғанын әйткеһе килә:
– Бына бисәләр үҙәккә үткәрҙе бит, хәҙрәт... Һин килеп инмәһәң ысынлап туҡмап ташлай инем был юлы.
– Э-эй, ҡустым. Туҡмап ҡына аҡыл ултыртып булһа, аң индереп булһа, ана, күпме һуғылыуға һыйырҙан аҡыллыһы булмаҫ ине. Һөйләшеп киткән булыр ине ул мал, – тип кеткелдәп көлдө уға ҡаршы ҡарт.
– Ҡалайтырға быларҙы – хайран булынған?
– Тоталмағас ни ниәттән ҡатындарҙы өсәү итеп ебәрҙең? Нәфсеме был әллә башҡа сәбәпме?
– Нәфсе тип... Өлкән ҡатын ағайҙан ҡалған еңгәм ине. Ике бала менән ултырып ҡалғайны, ул саҡта атай мәрхүм бар ине әле. Атай миңә, ун ете йәшлек кенә егеткә, мин аңын-тоңон аңлағансы, алды ла бирҙе. Ярай, үпкәм юҡ, еңгәм һәйбәт булды, тартты мине, уның ҡуйынында ир булдым. Бөтөн хужалығым уның ҡулында, балаларҙы ла тәрбиәләп ул ҡарай.
– Быныһын бик дөрөҫ иткәнһең, етем ҡатынды ҡанатың аҫтына алып, үҙ ҡаның балаларын ситкә һипмәй. Бик хуп, хуп...
– Икенсе ҡатынымды күҙем төшөп алдым. Егерме биштән үткәс, ялан яғына һалабаш, күмер һатырға барғайным, шунда бер ауылда бер ҡыҙҙы күреп тыныслығымды юғалттым. Минең уйланып йөрөүемде ҡатыным һиҙеп ҡалып төпсөнгәйне, үҙ еңгәм дә инде, уға бар серемде һөйләп өйрәнгәнмен, әйт тә һал. Был, уйланы-уйланы ла, теге ҡыҙ менән һөйләшеп ҡарарға ҡушып ебәрҙе. Барып эҙләп табып һүҙ ҡушһам, ҡыҙ ҙа мине онота алмай икән. Ҡайттым да яусы ебәрҙем. Оҙаҡламай алып та ҡуйҙым.
– Өсөнсөһө нимәгә кәрәк булды быныһына күңелең ятҡас?
– Өсөнсөһөн мин анау аслыҡ йылдары ҡалаға сауҙаға барғанда табып алып ҡайттым. 13–14 йәштәрҙәге генә бала ине, аслыҡтан миктәп, ҡала ситенә сығып ҡолағайны. Ылаусылар уны үлгәндер тип туҡтамай ҙа үтеп китә, мин, үҙ башымамы инде, санамдан төшөп янына барҙым. Ҡараһам – тере. Күтәреп йөк өҫтөнә һалдым да алдым. Ҡатындарым бағып терелтте. Ҡоро һөлдә лә төймә танау ине. Мишәр ҡыҙы булған икән, инәһе менән генә йәшәгән, уныһы ауырып үлгән дә, был баланы ашатыр-ҡарар кеше табылмаған.
Аҙағы бар.
____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: