-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Март 2021, 17:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ЗӘҢГӘР ТӨЙМӘ Хикәйә Икенсе бүлек

Шул ҡыҙ беҙҙә йөрөп буй еткерҙе, бик үткен, егәрле булып сыҡты. Ҡатындарым ҡулы аҫтында эшкә өйрәнде. Бер-нисә йылдан эргә-тирәнән яусылар килә башланы. Бер урынды яйлы ғына күреп ризалашайым тип уйлап йөрөһәм, ҡыҙ мине аҙбар араһында тотоп алып, күҙемә тура ҡарап сатнатып: “Хафиз абый, мине берәүгә лә бирмә, үҙеңә ал, бирһәң дә ҡасып китәсәкмен, мин һине генә яратам” – тимәһенме? Ултыра төшә яҙҙым. Баҡтиһәң, уның был мөхәббәтен ҡатындарым да белә, имеш. Уларға ла “ятҡа бирмәгеҙ” тип илаған. Ҡатындарым: “Кем ҡулына бара әле, өйрәнгәнбеҙ, ҡасып та китер, әрәм булыр, бигерәк баш-баштаҡ бит” – тип торалар. Уйлаштыҡ-һөйләштек тә, алып ҡалдыҡ...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ЗӘҢГӘР ТӨЙМӘ
Хикәйә
Икенсе бүлек
Шул ҡыҙ беҙҙә йөрөп буй еткерҙе, бик үткен, егәрле булып сыҡты. Ҡатындарым ҡулы аҫтында эшкә өйрәнде. Бер-нисә йылдан эргә-тирәнән яусылар килә башланы. Бер урынды яйлы ғына күреп ризалашайым тип уйлап йөрөһәм, ҡыҙ мине аҙбар араһында тотоп алып, күҙемә тура ҡарап сатнатып: “Хафиз абый, мине берәүгә лә бирмә, үҙеңә ал, бирһәң дә ҡасып китәсәкмен, мин һине генә яратам” – тимәһенме? Ултыра төшә яҙҙым. Баҡтиһәң, уның был мөхәббәтен ҡатындарым да белә, имеш. Уларға ла “ятҡа бирмәгеҙ” тип илаған. Ҡатындарым: “Кем ҡулына бара әле, өйрәнгәнбеҙ, ҡасып та китер, әрәм булыр, бигерәк баш-баштаҡ бит” – тип торалар. Уйлаштыҡ-һөйләштек тә, алып ҡалдыҡ...
– Шунан... нимәһенә риза түгелһең бөгөн?
– Ризалығын ризамын да... талашалар бит. Юҡтан ғына яу булып сарылдаша ла китәләр. Әллә нимә бүлешәләр шулар? Һәр беренең үҙ мөйөшө бар, ҡулдарында бала, айырмаҫҡа, бүлмәҫкә тырышам – юҡ, ирешмәйсә йәшәй алмайҙар.
Ҡарт һаман күҙҙәрен ҡыҫып хәйләкәр көлә:
– Нимә бүлешергә мөмкин бер ирҙең өс бисәһе? Ир һөйөүенән башҡа... Һәр береһе йәнеңдең тик үҙенә генә табыныуын теләй.
– Нисек берәүһенә генә булайым инде, хәҙрәт? Улар бит өсәү икәндәрен белә. Үҙҙәре булдырҙы, үҙ теләктәре менән яһанылар был тормошто.
– И-и, ҡустым, ир уртаһына еткәнһең, бер түгел өс бисәгә хужа булып ултыраһың, ә ҡатын күңелен яйға һалыу хәйләһен белмәйһең икән әле...
– Бармы ни уның юлдары, сере, хәҙрәт? Ярҙам итә алаһыңмы миңә?
– Һин, ҡустым, бына нисек итеп ҡара...
Баҙар көнө ҡатындарына алып ҡайтҡан ваҡ-төйәктән башҡа үҙенә лә әйбер алған ине Хафиз. Ярайһы ғына ҡалын ҡара бәрхәттән ҡала сауҙагәрҙәренекенә оҡшатып тегелгән камзул ине. Ҡатындар яңы кейемде күреп ҡалыу менән бер-береһенән һыпыра тартып тигәндәй алып әйләндереп-тулғандырып ҡаранылар ҙа, ирҙәренә кейҙереп тә ҡуйҙылар.
Үҙҙәре ситкәрәк китеп һоҡланды:
– Әллә-лә-ә! Килешеүе!
– Әҙәм күрке сепрәк, йә әле!
– Төймәләре һуң, төймәләре! Аҫылташ ҡына!
Ысынлап, камзулдың төймәләре зәңгәр ташты көмөш ҡайма менән нағышлатып яһалған да, йылҡылдап, йымылдап, балҡып күренеп тора ине.
– Төймәләре тауар хаҡына барып баҫты. Тегенсе татар өҙмәй ҙә ҡуймай, ошо ғына бара, ти ҙә ҡуя. Ризалаштым инде, бер кейәйем әле, тип.
– Һатта һөйбәт иткәнең! – өлкән ҡатыны йөпләй һала. – Байҙар араһында бай булып йөрөйһөң, ә кейеп сығыр бер күренерлек кейемең юҡ. Бына шулай йөрөр кәрәк һиңә!
Шул кисте үк, оло яҡҡа ире янына инеп ҡунырға сираты еткән йәш ҡатыны, көндәштәренә зарланды:
– Алтынбикә апам көнө буйы һуҡранып тик йөрөнө, йә быны былай итмәгәнһең, йә тегеһе оҡшамай. Мин уларға хеҙмәтсеме ни? Райхана көндәшем дә холоҡһоҙланды, үҙенең балларына күмәстең йомшағын биргән, минекенә ҡатҡанын тотторған...
Ир уның һөйләп бөткәнен көтөп тора алмай бүлдерҙе:
– Нәжиә, һин уларҙың бер нәмәһенә лә иғтибар итмә, йәме. Улар һинән көнләшеп кенә шулай итә. Сөнки минең күңелем һиндә генә икәнде беләләр.
Йәш ҡатын ауыҙын аса биреп, оҙон керфекле матур күҙҙәрен сырт-сырт йомғоланы:
– Ы... ысынмы?
– Ысын, йәнем. Йөрәгемдә бер һин генә. Һин минең өйҙә иң һылыуы, иң яҡыны миңә. Һин минең ҡарлуғасым... минең томбойоғом...
Шул һүҙҙәренән һуң ир тора килеп урындыҡ өҫтөндәге урҙала ятҡан теге камзулының бер төймәһен йолҡоп алды ла тотторҙо:
– Бына, матурым, һөйөүем билгеһе! Ошоно кейемеңдең иң йәшерен еренә генә тегеп ҡуй, берәүгә лә әйтмә. Һин беләһең дә, мин беләм! Йәме?
– Йә! – ҡатыны хисләнеүҙән йәшкәҙәп килеп ҡуйынына һыйынды. – Мин шулай тип уйлағайным да, мине генә яраталыр тип... Мине генә...
Йортҡа яйлап тыныслыҡ килде. Ҡатындарҙың сар-соро, талаш-тартышы күпкә баҫылды. Шулай ҙа ҡайһы саҡта ғына, араларында аҙыраҡ сыйыш сығып китә китеүен. Бына бөгөнгө, бесәндән бер арбала тейәлешеп ҡайтып килгәндәге кеүек. Балалары этешеп-төртөшөүгә ике йәше эләгешә лә китә. Өлкәне уларҙы тыймаҡсы булып ҡушыла. Шул ваҡыт, был әйтештә еңеүсе лә, еңелеүсе лә булмаҫын аңлаған ир, алға ҡарап дилбегә тотоп ултырған килеш, аҡрын ғына йыр һуҙып ебәрә:
Зәңгәр төймәм кемдә – күңелем шунда,
Һөйөүемдең төҫө – зәңгәрҙер.
Ҡулдарыңа башым һалып ҡына,
Ятып торһам донъя *сәңгерҙер.
Был йырҙан ҡатындар шыма. Йыуашаялар. Хатта уңайһыҙлыҡ кисергәндәй булалар. Ипләп кенә эйәктәре күтәрелә, йөҙҙәренә нур, ирендәренә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайыу килә. Арҡалаш ултырған өлкәне, урынын рәтләгән булып, иренә арҡаһы менән терәлә биреп ала. Йәнәшендәге уртансыһы, башҡаларға һиҙҙермәй генә “йәлп” итеп ҡарап ҡуя. Артта балаһын тубығында бәүелтеп килгән йәше ынтылып иренең яурынындағы бесән вағын ҡағып төшөрә. Һәр береһе иренә үҙенең бында, янында, яҡында ғына икәнлеген белдергеһе килә. Һәр береһе эстән теге йәшерен урынға тегеп ҡуйылған зәңгәр төймәне һәм шул төймә бирелгән көндә әйтелгән ләззәтле һүҙҙәрҙе иҫләй... Һәр береһе теге камзулдың дүртенсе төймәһе ни өсөн етмәгәнен һәм ҡайҙалығын үҙҙәре генә белә...
... Ә зәңгәр төймәләрҙең ысынында нисәү булғанлығы бер Хафизға ла, дәрүиш ҡарт ғына мәғлүм. Рәхмәттәрен уҡып бөтә алмай ҡартҡа ир.
Талғын моң ҡатындарҙы иркәләй бирә:
Зәңгәр генә төймәм – (ы)сын үәғәҙәм,
Биҙәк итеп баһсы түшеңә.
Аҡҡош ҡына булып керәһеңдер,
Таң алдынан да татлы төшөмә.
*Сеңгер – салт, яҡты.
____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: