+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Март 2021, 15:12

ҠАРА КӨН Хикәйә Беренсе бүлек

Хәҙерге хеҙмәтләндереү баҙарында кешенән аҡса һығыу өсөн нимәләр генә уйлап тапмайҙар! Зәкинә бында осраҡлы ғына килеп эләкте. Ауылынан әсәһе хат яҙып ебәрҙе. Алтын-көмөштән яһалған иҫке ҡомартҡыларҙың хаҡын билдәләй торған ойошма бар икән. Олатаһынан ҡалған бер алтын тәңкәһе ятҡан. Шуларға күрһәтеп, хаҡын асыҡлап, аҡсаһын ике ҡыҙына бүлеп бирергә ҡарар иткән. Зәкинә ике ишек аша ҡыйыу ғына үтеп барып керһә, “Икенсе бәхет” тигәненә барып юлыҡты. Күреп ҡалыу менән, ҡыуанып ҡаршы алдылар, үҙе һымаҡ өс ҡатын эргәһенә ултырттылар, сәй ҡойоп бирҙеләр, ғүмерҙә ишетмәгән маҡтау һүҙҙәре яуҙырҙылар. Быға тиклем бындай иғтибарҙы күргәне булмаған ҡатын ирене лә төштө. Кем әйтмешләй, күҙ менән ҡаш араһында уларҙыҡы булды ла ҡуйҙы. “Икенсе бәхет” тигәндәре ирҙән айырылған ҡатын-ҡыҙҙы бәхетле итеү, йәғни кейәүгә биреү һымаҡ сетерекле мәсьәләне үҙ өҫтөнә алған, имеш. Юҡ, әлбиттә, буш түгел, табырһың хәҙер аҡсаһыҙ эште. Паспортын һорап алдылар, килешеүен төҙөнөләр, өс меңен түләттеләр, маҡтай-маҡтай, алдына ҡатын эҙләүсе ир-егеттәрҙең мәғлүмәттәрен сығарып һалдылар. Һай-һай-һай! Ниндәйе генә юҡ! Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр етмәй, тип зарланған булабыҙ. Шыпа дөрөҫ түгел. Бына улар – өйөрө менән йөрөп ята, һәүеректәр. Оҡшағанын һайлап ал. Һис юғы, таныш, мөмкинлектәреңде барла.

ҠАРА КӨН

Хикәйә

Беренсе бүлек

Ҡуй инде, баш әйләнеп, аңды-тоңдо белмәй, әсәһенең йомошон да, алтын тәңкәһен дә онотоп, ике сәғәтләп һайланды ла ҡуйҙы. Юҡ, былар ныҡтан тотонған. Ана бит, бынау йәш ҡыҙҙарының теле телгә йоҡмай. Нимә тигән була бит әле!

– Һеҙ бындай бәхеткә күптән лайыҡ. Күпме һалҡын юрған аҫтында мендәр ҡосаҡлап ятырға була? Илдең демографик хәле ҡатмары, һеҙ үҙ өлөшөгөҙҙө индерә алаһығыҙ. Бының өсөн күп кәрәкмәй. Үҙегеҙгә оҡшаған ирҙе һайлап алаһығыҙ ҙа уның менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе рәсмиләштерәһегеҙ. Бөгөн һайлаһағыҙ, иртәгә, иртәгә һайлаһағыҙ, иртәгә һуң һеҙҙең эргәгеҙҙә Филипп Киркоров һәм Руслан Ғиззәтуллин һымаҡ баһадир күҙҙәрегеҙгә генә ҡарап торасаҡ, күңелегеҙҙе күрәсәк.

Әүрәне лә ҡуйҙы Зәкинә, ҡаршы килә алманы. Иртәгә кис буш ине, биш мең ҡушып түләне лә билет һатып алды.

Иртәгәһен таң менән тороп, бөҙрәханаға барып, прическа эшләтеп, сәсен рәтләтеп, кейемен ҡараштырып, киске клубҡа барғайны, икенсегә бәхет эҙләп килгән төрлө кимәлдәге һәм күләмдәге ҡатындар, ирҙәр араһында ирене лә ҡуйҙы. Бер бейеп алғас та, күңеле күтәрелде, һыуһап китте, бер стакан һыу алып эскәйне, күңеле тамам күтәрелде, башҡаларға ҡушылып, әүрәгәндәй булды. Тамам сиселде, бер нисә күрмәлекле генә ир-ат менән танышып өлгөрҙө. Берәүһен кире ҡағырға булды, өсөнсөһө менән арыраҡ мөйөштә аҡрын бейеүҙә үҙенең мөмкинлектәрен күрһәтте.

– О! Һеҙ, ҡош мамығы һымаҡ, еңел икән, – тип маҡтаны теге ир, – хатта һеҙҙе йөрөтөүе еңел. Мин – Әғләм. Һеҙҙең исемегеҙ нисек? О, Зәкинә! Ниндәй матур исем! Беренсе тапҡыр ишетәм.

Улар һайланып торманы, бер-береһен оҡшатҡандай булдылар. Ҡайтырға сыҡҡанда ойоштороусылар алдағы көндәргә лә билет һоноп булаша ине, Зәкинә тағы берҙе һатып ала яҙҙы.

– Мин килә алмайым, – тине Әғләм.

– Ни эшләйһең, әллә эшкәме? – тип ҡыҙыҡһынды Зәкинә.

– Мин тағы килеүҙән, билет алыуҙан, аҡса түгеүҙән фәтеүә күрмәйем. Дөрөҫ аңлаһам, һеҙ миңә битараф түгел. Мин инде һеҙҙе миңә ҡарата аныҡ фекергә килгәнһегеҙҙер, тип уйланым, – тине Әғләм шаҡтай иҫке кәпәсен ҡулында йомарлап, – мин, әгәр һин риза булһаң, һинән башҡаны эҙләп йөрөмәҫкә ине.

Бәй, был үҙенең Зәкинәне оҡшатыуын аңлатырға тырыша түгелме һуң? Ҡатын өндәшмәне. Ҡырҡ йәшең тулып барғанда һайланыу урынһыҙ, баш тартыу уңайһыҙ һымаҡ. Автобусҡа ултырҙылар, телефондарын алыштылар, хатта Әғләм Зәкинәне йәшәгән йортоноң ишек алдына тиклем оҙатып ҡуйҙы. Хушлашыр алдынан Әғләм баҙнатһыҙ ғына итеп:

– Ошо йортта йәшәйһегеҙ икән. Нисәнсе ҡат? – тип һораны.

– Эйе, ошонда. Өсөнсө ҡат, ун икенсе фатир.

– Иртәгә ҡайҙа осрашырбыҙ икән? – тине Әғләм. – Бәлки, бөгөн үк сәйгә саҡырырһың?

Был яҡтан Зәкинәнең тәжрибәһе әллә ни юҡ. Ҡапылда фатирына һөйрәкләй башламаһа ла, саҡырып ҡуйһа, үҙен бик әрһеҙләп тормаһын әле. Көтһөн, йөрөһөн, үҙен күрһәтһен. Ана, ҡара, танышыуҙарына 4-5 сәғәт, ә ул ир, хужаһыҙ эт һымаҡ, ҡатынға һыйынып уҡ килә. Күренеп тора, тәрбиә һәм ҡәҙер-хөрмәт күргәнгә бик оҡшамаған.

Иртәгә театрға барырға килештеләр. Бик оҡшатып ҡайттылар. Тамашасылары ла байтаҡ ине. Зәкинә шуға иғтибар итте: күбеһе ҡатын-ҡыҙ икән. Эйе, үҙе һымаҡ, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ. Хәйер, туҡта әле, Зәкинә ни эшләп яңғыҙ булһын? Һис тә бер үҙе түгел, матур ғына, ҡалын ғына, күрмәлекле генә ир менән.

Ишек төбөндә кисәге хәл тулыһынса ҡабатланыр ине, әгәр Әғләм, әрһеҙләнеп, сарсағанмын, бер шәшке генә сәй, тип фатирға килеп кермәһә.

Дауамы бар.
____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: