+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
22 Март 2021, 16:46

ҠАРА КӨН Хикәйә Икенсе бүлек

Шулай итеп, был ир беренсе тапҡыр Зәкинәнең тап-таҙа ғына иҙәненә аяҡ баҫты. Уның уң аяғындағы тишелеп барған ойоғо, баҙнатһыҙ ғына итеп, тегендә-бында үрелеп ҡарауҙары, аш бүлмәһе яғында бесәй тып итеп һикереп төшкәс, һиҫкәнеп ҡуйыуҙары – барыһы ла ҡатын өсөн ҡыҙыҡ һәм сәйер ине. Ултырҙылар. Сәйҙәрен ҡойҙолар. Был яҡтан, әлбиттә, Зәкинәнең тәжрибәһе бар. Ир-ат затын һынауҙың бөтә ысулдарын уҡ булмаһа ла, бер нисәһен белә. Мәҫәлән, барыһының да үҙәгенә үткән, миктәткән әлеге лә баяғы шайтан һыуы тулы шешә менән нәфсеһен тикшереп ҡарау. Зәкинәнең бер һүҙ өндәшмәй эргәләге диван артынан шешәне сығарып ултыртыуы булды, эйе, ултыртты ғына, асырға ла, эсергә лә тәҡдим итмәне, Әғләм тәүҙә һиҫкәнде, урынынан тороп уҡ баҫты һәм, шайтандың үҙенең ауыҙына килеп эләккән һымаҡ, “юҡ!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был “юҡ!”та асырғаныу ҙа, үкенес тә, инәлеү ҙә, хатта янау ҙа бар ине. Йән асыуынан сыҡҡан был “юҡ!” Зәкинәнең дә барлы-юҡлы өмөтөн иҙәнгә төшөрҙө һәм селпәрәмә килтереп юҡҡа сығарҙы.


ҠАРА КӨН
Хикәйә
Икенсе бүлек

Шулай итеп, был ир беренсе тапҡыр Зәкинәнең тап-таҙа ғына иҙәненә аяҡ баҫты. Уның уң аяғындағы тишелеп барған ойоғо, баҙнатһыҙ ғына итеп, тегендә-бында үрелеп ҡарауҙары, аш бүлмәһе яғында бесәй тып итеп һикереп төшкәс, һиҫкәнеп ҡуйыуҙары – барыһы ла ҡатын өсөн ҡыҙыҡ һәм сәйер ине.

Ултырҙылар. Сәйҙәрен ҡойҙолар. Был яҡтан, әлбиттә, Зәкинәнең тәжрибәһе бар. Ир-ат затын һынауҙың бөтә ысулдарын уҡ булмаһа ла, бер нисәһен белә. Мәҫәлән, барыһының да үҙәгенә үткән, миктәткән әлеге лә баяғы шайтан һыуы тулы шешә менән нәфсеһен тикшереп ҡарау. Зәкинәнең бер һүҙ өндәшмәй эргәләге диван артынан шешәне сығарып ултыртыуы булды, эйе, ултыртты ғына, асырға ла, эсергә лә тәҡдим итмәне, Әғләм тәүҙә һиҫкәнде, урынынан тороп уҡ баҫты һәм, шайтандың үҙенең ауыҙына килеп эләккән һымаҡ, “юҡ!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был “юҡ!”та асырғаныу ҙа, үкенес тә, инәлеү ҙә, хатта янау ҙа бар ине. Йән асыуынан сыҡҡан был “юҡ!” Зәкинәнең дә барлы-юҡлы өмөтөн иҙәнгә төшөрҙө һәм селпәрәмә килтереп юҡҡа сығарҙы.

– Юҡ!

Зәкинәме һуң инде бындай янауҙарҙы һәм асырғаныуҙарҙы ишетмәгән ҡатын! Атаһы мәрхүм эсеү менән мауыҡһа, Зәкинәнең йөрөгән егеттәре лә, бергә йәшәштереп ҡараған ирҙәре лә шешә төбөнән алыҫ китмәне.

Ә сәйҙе Әғләм рәхәтләндерҙе инде. Әллә өстө, әллә дүртте бушатты. Тәүге төн айырым йоҡланылар. Икенсе көнөнә кис Әғләм, ике ҙур сумаҙан, ике ҙур тоҡ күтәреп, күсенеп килде. Йома ошондағы яҡындарын йыйып, дуҫтарын саҡырып, никахын да уҡыттылар. Ярай, Зәкинәнең алдан әҙерлеге бар ине. Өҫтәлде мул итеп ҡорҙо. Табын һуңында барыһы ла уларға бәхет, һаулыҡ теләп, һыйлағандары өсөн рәхмәттәр уҡып ҡайтып китте. Шулай Зәкинә менән Әғләмдең ғаилә усағы әллә ни быҫҡымай, артыҡ төтәмәй, һауыт-һабаны шалтыратмай башланып китте.

Һиҙелер-һиҙелмәҫ көс һынашыу әллә ни ҙурға китмәне. Бая иҫкә алған шешә һәм уға Әғләмдең хис-тойғоло ҡаршылығы үҙ раҫлауын тапты.

Аҙаҡ ир һөйләүенсә, ул элек ғәләмәт ныҡ эскән икән. Эсмәҫ ине, эше шулайыраҡ булған. Үҙең беләһең, төҙөлөштә эсмәйенсә эшләп буламы һуң инде? Треста иң көслө ташсыларҙың береһе икән ул үҙе. Министрҙарға өй, һарай ҙурлыҡ коттедждар, гараждарҙы ул төҙөгән. Аҡса менән түгел, күберәк шешә менән хисаплашҡандар. Әғләм шулай өйҙәр төҙөй торғас, эскегә һалышып киткән. Ҡатын, ирҙең ҡытыршы ҡулдарына, уйнап торған мускулдарына ҡарап, һөйләүен-һөйләйһең дә ул, баҡса өйөнә мең кирбес алғайным, яйын табып, шуны нисек төҙөтөп ҡуйырға икән, тип уйлап ҡуйҙы. Беренсе май алдынан барып, баҡсаны ла күреп килделәр. Яңғыҙ ҡатын ни, өйрәнгән баш тигән һымаҡ, килеп етеү менән бәләкәй генә будкаһын асып, кәрәк-яраҡтарын алды ла бер һүҙ өндәшмәй эшкә тотондо. Ә теге ир нимә эшләһен инде? Тирә-яҡта тормош ҡайнап тора, барыһы ла эшләй. Ул ғына тик торһонмо? Бер галуш табып, Зәкинәнең иҫке трикоһын кейеп, көрәккә тотонорға мәжбүр булды. Ял да итмәй тип әйтерлек, баш баҫып, кискә тиклем эшләнеләр ҙә ҡуйҙылар . Әғләм былай эшкә ныҡ икән. Баҡсаны ҡаҙып бөтә яҙҙы, ике көрәк һындырҙы. Ҡайтып китер алдынан яйлап ултырып, тағы сәй эстеләр, ашанып алдылар.

Зәкинә, кирбестәргә күрһәтеп, ниндәйҙер йәшерен өмөт менән иргә ҡараны ла:

– Быларҙы нишләтермен икән? – тип ҡуйҙы.

– Ә нимәгә алғайның уны? – тип ҡыҙыҡһынды ир.

– Ана, кешеләр нимәләр төҙөй, – тип тирә-яҡҡа күрһәтте ҡатын.

– Мәскәүә ҙә бер көндә төҙөлмәгән, – тине Әғләм. – Берәй нәмә төҙөрбөҙ. Алда ғүмер бар бит әле.

Һөйләшеү шулай тамамланды. Алда тамамланмаған яҙ, башланмаған йәй тора. Яҙған булһа, бәлки, йорто ла төҙөлөп ҡуйыр.

Алмаш-тилмәш тәүҙә Әғләмдең тыуған ауылына, шунан Зәкинәнең ауылына барып ҡайттылар. Тәүге һынау шулай уңышлы ғына үткән һымаҡ булды. Артабанғы тормош нисек булыр, уныһын әле берәү ҙә күрәҙәләй алмай.

Зәкинә көн һайын ниндәйҙер бер асыш яһай, аҡрынлап ирҙе өйрәнеүен дауам итә. Уныһы әллә ни сер һандығына оҡшағандай түгел. Биш тинлек баҡыр һымаҡ асыҡ, эсендәге тышында, ләкин кеше ҡарбуз түгел шул, ниндәй икәнлеген ярып ҡарап белеп булмай. Ана, ҡырҡар-иллешәр йыл йәшәп тә, бер-береһен аңлай алмағандар донъя тулы. Ә ҡатын-ҡыҙ бик ҡыҙыҡһыныусан. Был тойғо Зәкинәгә лә ят түгел. Уның да эргәһендә ятҡан ире хаҡында күберәк белгеһе, уны аңлағыһы килә. Ә уныһы инде, әйтерһең, ниндәйҙер бер ҙур, ҡатмарлы, бер дәүләт кимәлендәге сергә хужа һәм ул уны берәү менән дә уртаҡлашмаҫҡа, киреһенсә, ныҡ итеп һаҡларға тейеш.

Күсенеп килгән сағында әйберҙәрен урынлаштырған Зәкинә шуға иғтибар итте: кейем-һалымы йыуылған, бөхтә һәм ҡараулы. Һәр хәлдә яңғыҙ йәшәгән йәки урамдан килеп ингән кешенекенә оҡшамаған. Күңелендә шик-шөбһә бар ҡатындың, ләкин ир һынлы ирҙән, күҙҙәренә ҡарап, быларҙы кем йыуып үтекләне, тип һорап булмай бит инде. Йә үпкәләп ҡуйыр, йә ҡыҙып китер, йә тауыш күтәрер.

Әғләмдең тағы бер сифаты аптырата: ул һөйләшмәй. Исмаһам, бер ауыҙ һүҙ әйтһә. Иртәнән алып кискә тиклем ярым йылмайып, шым ғына үҙ яйына тик йөрөй. Зәкинә тағы бер һыҙатына иғтибар итте: ир самаһыҙ тип әйтерлек һаҡсыл. Әллә нисә көн ҡатып ятҡан икмәк һынығын да ташламай, сәйенә ҡалаҡ ярым шәкәр болғатып, икмәк ҡатыһын ҡушып, эсеп ҡуя. Ә был сифаты, мәҫәлән, Зәкинәгә оҡшап етмәй. Икмәк ҡатыһын ебетеп ултырырға аслыҡ йылдары түгел дә инде. Кем белә, бындай сифаттар, бәлки, ғаиләлә алған тәрбиәнән киләлер. Эйе, күмәк үҫкәндәр, бер ғаиләлә унлап бала. Өлкәндәре интернатҡа ҡасып ҡотолған, ә Әғләмгә өйҙә барлыҡ ауыр эште күтәрергә тура килгән. Ярай, икмәккә һаҡсыл мөнәсәбәттән әле берәүҙең дә зыян күргәне юҡ, үҙ ыңғайына йөрөһөн тип, ҡул ғына һелтәне хужабикә.

Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра, тигән һымаҡ, әле беҙ һеҙгә ғаиләнең аҡсаға бәйле һынауҙы нисек үтеүҙәрен күрһәтмәнек.

Социологтар билдәләүенсә, ғаиләлә аҡса менән бәйле мөнәсәбәттәр хәл иткес әһәмиәткә эйә һәм ҡайһы ваҡыт һынауҙы үтә алмау осраҡтары теркәлә. Шул сәбәпле ғаиләләр тарҡала, ир – ҡатынды, ҡатын ирҙе ғәйепләй. Әле быға тиклем был мәсьәлә ул тиклем киҫкен тормағас, йәғни низағҡа, һис юғы бәхәскә урын ҡалмағас, уға ҡағылмағайныҡ. Ә аҡса менән һынау, уны көйләү һәр ғаилә өсөн нигеҙ булып тора. Боронғо мәҡәлдә әйтелгәнсә, бал тиһәң, бер кәмей, бармаҡ тыҡһаң, ике кәмей, тигән һымаҡ, ир менән ҡатын аҡса мәсьәләһен үҙ-ара тыныс һәм бер ниндәй тетрәнеүһеҙ хәл итте. Ләкин бер көн отпускыға йыйынған Зәкинә былтырғы эш хаҡын, Әғләмде өйгә индергәндән һуң күргән сығымдарын, килемдәрен арлы-бирле генә иҫәпләштереп ҡарағайны, һай-һай-һай, олоғара дефицит асыҡланды, хатта башы әйләнеп китте. Иҫәп-хисапҡа яңынан тотондо һәм, юҡҡа иҫәпләне, юғалтыуҙарҙың ике тапҡырға артыуын теркәне. “Туҡта, сәй эсеп ал, иртәгә тағы һанарһың, – тип тынысландырҙы ул үҙен. – Эйе, хәҙер һин бер үҙең түгел, һеҙ хәҙер икәү”. Ғаилә хужалығын тәьмин итеүҙә ирҙең ҡатнашлығы юҡ кимәлендә. Көн һайын һатып алынған икмәктән алып фатир өсөн, өйҙө йылытыу һәм эҫе һыу өсөн барлыҡ түләүҙәр һинең иҫәптән сыға. Ә был ир хужалыҡ өсөн тулы булмаған ярты йылда нисә һум бүлде һуң әле? Зәкинә бик оҙаҡ, көсөргәнеш менән хәтерендә ҡаҙынды һәм 8 Мартҡа алынған һулып барған һары ләләләрҙән, шампунь менән дезодоранттан башҡа бер нәмәне лә иҫкә төшөрә алманы.

– Бәй, – тип маҡтаны ул үҙен, – һинең фатирың гуманитар ярҙам күрһәтеү үҙәгенә әйләнгән түгелме һуң?

Ул ғына етмәне, “Икенсе бәхет” йәмғиәтенән шылтыраттылар һәм нисек йәшәүҙәре менән ҡыҙыһындылар. Тәжрибә уртаҡлашырға саҡырҙылар.

Ул арала булмай, йылмайып, күҙҙәре янып, Әғләм ҡайтып керҙе. Уға ла шундай уҡ смс килгән, уға оҡшаған һәм барырға, маҡтанырға теләге юҡ түгел.

Дауамы бар.


____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: