+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Март 2021, 21:20

ҠАРА КӨН Хикәйә Дүртенсе бүлек

Сират та ҙур түгел икән, биш кеше көтә ине. Берәүһе, сираты еткәс кенә, инеп тә тормайынса, тыҡылдата баҫып, сығып китте. Зәкинәнең ашығыр ере юҡ, көттө, керҙе, ҡаралды. Табип таныш булмаһа ла, үҙе өсөн бер нисә һорау биреүҙе кәрәк тип тапты. Әле автобуста ҡайтып килгәндә лә ҡатын үҙенең хәле тураһында ентекләп уйлана. Эйе шул, бәхеттең тулылығы өсөн ир генә етмәй. Бала кәрәк. Тик әлеге Әғләм менән донъя көтөүҙәренең ышанысһыҙ булыуы, был ирҙең үҙен йомоҡ тотоуы уйландыра һәм икеләнергә мәжбүр итә. Юл ыңғайы әхирәте Гөлзифа иҫенә төштө. Икенсегә бала ҡарап ята. Шуға инеп сыҡһа, нисек булыр икән?


ҠАРА КӨН
Хикәйә

Дүртенсе бүлек

Сират та ҙур түгел икән, биш кеше көтә ине. Берәүһе, сираты еткәс кенә, инеп тә тормайынса, тыҡылдата баҫып, сығып китте. Зәкинәнең ашығыр ере юҡ, көттө, керҙе, ҡаралды. Табип таныш булмаһа ла, үҙе өсөн бер нисә һорау биреүҙе кәрәк тип тапты. Әле автобуста ҡайтып килгәндә лә ҡатын үҙенең хәле тураһында ентекләп уйлана. Эйе шул, бәхеттең тулылығы өсөн ир генә етмәй. Бала кәрәк. Тик әлеге Әғләм менән донъя көтөүҙәренең ышанысһыҙ булыуы, был ирҙең үҙен йомоҡ тотоуы уйландыра һәм икеләнергә мәжбүр итә. Юл ыңғайы әхирәте Гөлзифа иҫенә төштө. Икенсегә бала ҡарап ята. Шуға инеп сыҡһа, нисек булыр икән?

Автобустан төшөп ҡалды ла Зәкинә әхирәте йәшәгән ергә китте. Ул йәшәгән йорттоң эргәһенән үтеп бара ине:

– Зәкинәү! – тип өндәштеләр. Тегендә ҡарай – күренмәй, бында ҡарай – күренмәй. Тағы өндәштеләр:

– Зәкинә!

Иғтибарлап ҡараһа, эргәләге балалар майҙансығында әхирәте үҙе ултыра, имеш. Эргәһендә – балалар коляскаһы.

– Ҡайҙа китеп бараһың? – тип аптыранды әхирәте.

– Һиңә килә инем, – тине Зәкинә, әхирәтенең балаһына ҡарап.

Ултырҙылар, хәл-әхүәл белештеләр, таныштарҙы барланылар.

– Һин бит кейәүгә сыҡтың, ирең нисек? – тип һорашты Гөлзифа.

– Йәшәйбеҙ инде, – тип күңелһеҙ генә ҡул һелтәп ҡуйҙы Зәкинә.

– Эсәме?

– Юҡ, эсмәй.

– Хоҙайым, әллә туҡмаймы?

– Юҡ шул, бәлки, туҡмаһа, еңелерәк булыр ине.

– Эсмәгәс, туҡмамағас, һиңә тағы нимә кәрәк?

– Бер нәмә лә кәрәкмәй, – тине Зәкинә. Ентекләп, өйҙәге хәлдәрҙе, аҡса менән бәйле шик-шөбһәләрен һөйләп бирҙе. Тик аҡсаһын бер аҙ кәметеберәк күрһәтте.

– Шул егерме мең өсөн тауыш сығарырға итәһеңме? – тине Гөлзифа, әхирәтенә ҡарап.

– Егерме мең булһа ла аҡса бит әле ул.

– Эйе, ҙур аҡса. Ләкин тауыш сығарыу хаҡына торошло түгел. Бәлки, берәйһенә ярҙам иткәндер. Нимәгә йыя инең ул аҡсаны?

– Ҡара көнгә булыр тип тотҡайным.

– Ҡараңғыға тип тотҡан берәү, яҡтыға ҡарап йәшәргә кәрәк.

– Әтеү, егерме меңде ҡайҙа ҡуйҙың, тип һорайыммы?

– Һорама, онот, күрмәмеш бул.

– Ярай әтеү, онотормон. Тағы нимә эшләйем?

– Үҙ ағышына ҡуй, – тине Гөлзифа. – Был донъяла күберәк юғалтырға мөмкин. Ҡасан өйләнештегеҙ әле?

– Оҙаҡламай бер йыл була инде.

– Әҙерәк икән шул, – тип һығымта яһаны әхирәте. – Ҡотолоп бөтмәгәнһең икән әле.

– Нимәнән ҡотолмағанмын?

– Нимәнән булһын? Үҙеңдең элекке статусыңдан.

– Ә минең статус ниндәй ине?

– Шуны ла белмәйһеңме?

– Белмәйем шул.

Әхирәте тын ҡалды, бер аҙ һынаған һымаҡ Зәкинәгә ҡарап торҙо.

– Унан ҡотолоу еңел түгел шул. Мин үҙем саҡ ҡотолдом.

– Әйт әле, нимәнән ҡотолорға һуң?

– Тик үпкәләмә, әхирәт, – тин Гөлзифа. – Һиңә лә, миңә лә, нисек әйтергә, бер аҙ һуңларға тура килде. Кейәүгә һуңлап сыҡҡан ҡыҙҙарҙы нисек атағандарын беләһеңдер.

– Беләм, – тине Зәкинә уҫал ғына итеп.

– Белгәс, тыңла. Беҙҙең һымаҡтарға үҙеңде бәхетһеҙ итеп тойоу хас. Беҙ үҙебеҙҙе рәнйетелгән, бәхеттән мәхрүм ителгән итеп һанайбыҙ. Шуға беҙгә был статустан ҡотолорға кәрәк. Үҙеңде ҡарт ҡыҙ тип түгел, йәп-йәш, яратҡан, яратылған, бәхеткә лайыҡ итеп той. Шунан тағы бер кәңәш. Һүҙ араһында ғына иреңә, аҡса кәрәк ине, шуны алам, быны алам, тип һөйлән.

– Шунан?

– Ул һиңә аҡсаны ҡайҙа ҡуйыуын, бәлки, әйтеп ташлар.

– Ҡуй әле, шул егерме мең өсөн һөйләнеп торорға.

– Эш егерме меңдә түгел, әхирәт. Аҡса тураһында иҫенә төшөрөп, һин уға ышанысыңды белдерәһең. Йәнәһе, бына аҡсаны алғанһың, ә мин уны уртаҡ эш өсөн тота инем. Кире ҡайтарһаң да, ҡайтармаһаң да була, тип аңлаясаҡ. Әлеге һинең статусың уға ныҡлы ышанырға мөмкинлек бирмәй. Әйткәндәй, бының арҡаһында һин түгел, ул нығыраҡ борсола.

– Улайһа, һин уның ҡайһы бер шуҡлыҡтарына күҙ йоморға кәңәш итәһең инде?

– Һин минең кәңәшемдән баш тарта алаһың. Ләкин шуны онотма: ирҙәр юҡ-барға ғына үпкәләп тә бара. Уның һымаҡтар ҡойма төбөндә лә, юл ситендә лә ятмай. Эсмәй, тинең бит әле?

– Эсмәй, шуға шикләнәм.

– Шикләнмә. Хәҙер эсмәү модаға ингән, ә эскәндәр үлеп бөтөп бара. Эсмәгәндәр үҙҙәрен ҡарарға, һаҡларға тырыша.

– Эсмәүенә аптырайым шул, – тине Зәкинә.

– Минеке лә эсмәй ине. Хәҙер өйрәндем. Шулай булғас, уның ғына эсмәүенән донъя емерелеп төшмәҫ. Шунан һуң, ғаиләгеҙҙе нығытыу өсөн һеҙгә бер бала кәрәк. Әле һиҙелмәйме?

– Табиптан киләм, – тине Зәкинә. – Анализ бирергә ҡушты.

– Ҡотлайым, әхирәт. Һинең өсөн өр-яңы донъя асыла.

Зәкинә, өйөнә ҡайтҡас, бик оҙаҡ уйланды: һүҙҙе нимәнән башларға икән? Тәмле генә итеп аш бешерҙе.

– Ә ниңә беҙ машина алмайбыҙ ул? – тип аптыранған булды өҫтәл артына ултырышҡас Зәкинә.

– Ниндәй машина? – тип, ир ҡатынға ҡарағанда ла нығыраҡ ғәжәпләнде.

– Дүрт тәгәрмәсле, салонында тағы бер йомро нәмәһе бар. Нимә тиҙәр әле шуны, руль, руль шикелле.

– Ә машина нимәгә беҙгә?

– Машина нимәгә ти, баҡсаға йөрөйбөҙ, ауылға ҡайтабыҙ, һинең әсәйеңдәр янына барып киләбеҙ. Әллә һинең праваң да юҡмы?

– Нишләп булмаһын, бар.

– Шулай булғас, алайыҡ.

– Мин ҡаршы түгел, тик аҡса етер микән? Мин кешегә биреп торғайным. Оҙаҡламай ҡайтарырға тейеш, – тине ир.

Әһә, ысынлап та алған икән шул, ана бит, үҙе әйтеп тора. Ишетмәмеш булды, өндәшмәне Зәкинә. Гөлзифа дөрөҫ әйтә: статусты үҙгәртергә ваҡыт. Ҡара көнгә тип аҡса йыйыу ҙа килешкән эш түгел. Әхирәте хаҡлы, ҡараңғыға түгел, яҡтыға ҡарап йәшәргә кәрәк.

Бөгөн иртәрәк ятырға булдылар. Ҡатын иренә нығыраҡ һыйынды.

– Мин бөгөн табипҡа барҙым. Иртәгә анализдар тапшырам.

Ир тартышҡан һымаҡ күтәрелеп ҡуйҙы.

– Әллә...

– Сеү, өндәшмә, – тип ҡатыны туҡтатаһы итте. – Иртәгә.

– Ә ниңә, бөгөн белергә ярамаймы ни?

– Була. Тик бындай хәбәрҙе иртән әйтәләр, яҡтырғас, ҡояш сыҡҡас.

Ир ҡыуанып көлдө.

– Мин был хәбәрҙе күптән көтә инем.

– Көткәс, түҙ. Иртәгә һөйләшербеҙ.

Дауамы бар.
____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: