+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Март 2021, 07:00

ҠАРА КӨН Хикәйә Өсөнсө бүлек

Зәкинә ҡат-ҡат иҫәпләне лә әлегә һығымталарҙы иғлан итмәҫкә булды. Инде йоҡларға ятҡайнылар, Зәкинәнең хәтеренә ҡылт итеп теге алтын тәңкә килеп төштө. Бәй, соҡондо-соҡондо, шунда ғына ята ине, алтын тәңкә юҡ табаһа! Аҡсаны ҡарайым тип, ирҙең ҡосағынан һыпырылып сыға яҙҙы. Юҡ, ире ысҡындырырға уйламай, ҡыҫып ҡосаҡлаған да һурып үбә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бындай ваҡытта һыңар алтын тәңкә түгел, тоҡсайы менән ятһа ла, ымһындырырлыҡ башҡа эштәр етерлек. Йоҡлап киткәс тә алтын тәңкә төшөнә инеп йонсотто Зәкинәнең. Үҙе лә бер ҡатлы инде, өйөндә шыпа ят булмаһа ла, үҙе арлы-бирле генә белгән ир. Шуға ышанып, күренеп торған ерҙә иң затлы әйберҙәрен һаҡлай. Иртәрәк торҙо, шифоньерын шым ғына асып, теге алтын тәңкәне эҙләне. Ҡат-ҡат тикшерҙе, аҫтын-өҫкә килтерҙе, ләкин әсәһенең ҡомартҡыһы, апаһы менән икәүләп бүлешәһе алтын тәңкә урынында юҡ ине.


ҠАРА КӨН

Хикәйә

Өсөнсө бүлек

Зәкинә ҡат-ҡат иҫәпләне лә әлегә һығымталарҙы иғлан итмәҫкә булды. Инде йоҡларға ятҡайнылар, Зәкинәнең хәтеренә ҡылт итеп теге алтын тәңкә килеп төштө. Бәй, соҡондо-соҡондо, шунда ғына ята ине, алтын тәңкә юҡ табаһа! Аҡсаны ҡарайым тип, ирҙең ҡосағынан һыпырылып сыға яҙҙы. Юҡ, ире ысҡындырырға уйламай, ҡыҫып ҡосаҡлаған да һурып үбә. Үҙегеҙ беләһегеҙ, бындай ваҡытта һыңар алтын тәңкә түгел, тоҡсайы менән ятһа ла, ымһындырырлыҡ башҡа эштәр етерлек. Йоҡлап киткәс тә алтын тәңкә төшөнә инеп йонсотто Зәкинәнең. Үҙе лә бер ҡатлы инде, өйөндә шыпа ят булмаһа ла, үҙе арлы-бирле генә белгән ир. Шуға ышанып, күренеп торған ерҙә иң затлы әйберҙәрен һаҡлай.

Иртәрәк торҙо, шифоньерын шым ғына асып, теге алтын тәңкәне эҙләне. Ҡат-ҡат тикшерҙе, аҫтын-өҫкә килтерҙе, ләкин әсәһенең ҡомартҡыһы, апаһы менән икәүләп бүлешәһе алтын тәңкә урынында юҡ ине.

– Нимә эҙләйһең? – тигән аптыраулы тауышҡа Зәкинә шифоньер эсенә ҡолай яҙҙы.

– Эҙләмәйем, – тип әйтә алды ҡалтыранған ҡатын. – Кейем алам.

Ғәҙәттәгесә, бер-бер артлы йыуынып сыҡтылар, кейемдәрен кейеп алдылар һәм икеһе ике яҡҡа эшкә киттеләр.

Эшкә тиһәң дә, Зәкинәлә эш ҡайғыһы юҡ ине. Алтын һынлы алтын тәңкә юҡ булһын әле! Ниндәй хеҙмәт ҡайғыһы булһын? Бөгөнгөләй хәтерләй: алтын әйберҙәргә баһа бирә торған урынға барҙы, уны табам тип, “Икенсе бәхет”кә барып юлыҡты. Әғләм менән дә шунда танышты. Тормошона ир керҙе, бөтәһе лә яҡшы, үҙе бәхетле, донъяһы түңәрәк һымаҡ. Кинәнеп йәшә лә бит, әлеге алтын тәңкә юғалып эште уйҙы. Әсәһенең ваҡытһыҙ шул алтынды тоттороп ебәреүен әйт. Полицияға әйтеп булмай, улар ҙа айышына төшөнөп тормайынса өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерер. Иренең кем икәнлеген асыҡлай башлар. Әлбиттә, уның кеҫәһенәнме, ҡайҙан да булһа табырҙар һәм Әғләмде ғәйепле тип иғлан итерҙәр. Инде өйрәнеп киткәндә генә, ирле булдым тигәндә, бер тәңкә арҡаһында юғалтҡыһы килмәй бит әле. Кем белә, бәлки, тәңкәһе шунда яталыр. Ҡараңғыраҡ ине, утты яҡтыртып тормағайны. Тәңкәгенәһе шунда юғалып яталыр, моғайын. Бына бөгөн эштән иртәрәк ҡайтыр, шифоньерын ентекләп ҡарар, килеп сығыр әле.

Зәкинә эштән бер сәғәт алда һорап китте. Начальнигы, донъя күргән ҡатын, хәйләкәр генә йылмайып, рөхсәт итте.

– Ваҡыт инде, ваҡыт, тиҙҙән берәй бәпес алып ҡайтырһың әле, – тип хуплауын белдерҙе, үҙенсә дәртләндерҙе.

Зәкинә үҙе лә ҡаршы түгел декрет ялына китергә. Юҡ шул, һиҙелмәй ҙә, тойолмай ҙа. Өйөнә килеп тә инде, затлы әйберҙәрҙе һалған урынды нығытып ҡутарыуға тып итеп тәңкәһе килеп тә төштө. Әйләндереп-әйләндереп ҡараны, шул да һымаҡ, түгел дә һымаҡ. Барыбер бер тимер киҫәге инде. Йә инде, ошоноң арҡаһында ирен юғалта яҙҙы. Ярай үҙе һабыр, тауыш күтәрмәне, асыҡлай башламаны. Бына бит, аҡса урынында ятҡан.

Зәкинә яңынан иҫәпләргә ултырҙы. Иҫәпләй-иҫәпләй шуға төшөндө: күпме генә иҫпләмә – аҡса етмәй. Етмәгән аҡса хатта теге алтын тәңкә эргәһендә буйтым булып күренә. Ҡара көнгә тип йыйғылаштырған аҡса бит йл. Быныһы инде Зәкинәне тамам уйға һалды. Фатирға түләү, сүп-сар өсөн хисаплашыу, эҫе һыу, һалҡын һыу, күпме генә иҫәпләмә – барыбер сыҡмай.

Зәкинәнең кәйефе төштө. Әғләмдең шәкәрле сәйгә ҡатҡан икмәк ебетеп ултырған сағы күҙ алдына килде. Бик ауыр йәшәгән, аҡсаның, кейем-һалымдың ҡәҙерен белә. Әллә ысынлап та Зәкинәнең аҡсаһын урлай микән? Ул тиклем аҡсаның юҡҡа сығыуы мөмкин түгел. Әллә карталағы аҡсаһын алып, дөрөҫ эшләмәнеме икән? Быға тиклем иптәштәренең, картанан аҡсаны һүтеп алалар, үҙең дә белмәй ҡалаһың, тип һөйләгәндәренә ышанып, аҡсаһын ваҡыт-ваҡыт тиреп ала торғайны. Әллә шунда алданды микән? Шул тиклем аҡсаның картаны хеҙмәтләндергәндә юҡҡа сығыуы мөмкин түгел.

Икенсе көнөнә Зәкинә банкҡа китте. Ундағы халыҡты оторһоң, буғай. Уларҙың иҫәбенең осо осҡа ялғанып тора. Айҙыҡын айға тиреп барған икән Зәкинә.

– Ә ниңә һеҙ аҡсағыҙҙы алып тораһығыҙ? – тине береһе аптырап. Зәкинә: “Аҡсам юғалыуҙан ҡурҡам”, – тип әйтмәне.

– Сығымдарым күбәйем китте, шуның өсөн алдым, – тип алдаштырҙы.

Ашанылар, тағы йоҡларға яттылар. Зәкинәнең кәйефе төшкәндән-төштө. Белһәң ине, ҡайһы арала тора һалып, уның аҡсаһына ҡулын һуҙа икән? Эх, шул ваҡыт һағалап тороп, арттан ғына берҙе елкәһенә биргәндә!

Ята Зәкинә. Йоҡларға итә, йоҡоһо килмәй. Етмәһә, ире тағы һырпаланып килә.

– Бөгөн үҙемде насар тоям, – тип саҡ ҡотолдо. Былай күндәм үҙе, һыйына биреберәк йоҡлап та китте.

Зәкинәлә йоҡо ҡайғыһы юҡ. Эргәңдә ирең ята. Көн һайын аҡсаң юғала. Ни йәнең менән йоҡлап ятмаҡ кәрәк? Ул тиклем аҡсаны ҡайҙа ҡуя икән? Үҙенең бер тинен дә күрһәткәне юҡ. Зәкинәгә тамам һалышып алды. Бына, ниһайәт, уның да эргәһендә тере альфонс ята. Альфонстың да ниндәйе бит әле, аҡса урлай торғаны! Эх, үҙен төрткөләп төшөрөп ебәргәндә! Юҡ, өндәшмәй Зәкинә, шым ята. Күңеле менән һиҙә, хәҙер нәмәлер булыр һымаҡ.

Зәкинә әллә ойоно, әллә йоҡлап китте, әллә быуылды инде. Юҡ, баҫлыҡты буғай. Ә ире нимә эшләй? Аһ, ҡәбәхәт, торҙо түгелме һуң? Торҙо был, торҙо. Туҡта, әллә нимәлер һиҙендеме икән? Зәкинәгә һыйынып, кире ятты. Әллә тағы йоҡлап киттеме? Йоҡлай һиңә, көтөп тор, ана, торҙо. Торҙо ла теге яҡҡа сыҡты. Ҡара, утты ла яҡтыртмай бит әле. Әллә фонарь тотто микән? Ут ялпылдағандай булды. Әһә, телефонының фонары бар.

Зәкинә шул секундта уянды, эргәһендә ире юҡ. Хәҙер йылылай ғына тотоп, полиция саҡыртып, үҙен рисуай итеп, бар нәмәһен тартып алып, ҡыуып сығармаһамы?! Һикереп торған ыңғайы йәшен уты һымаҡ теге яҡҡа атылып сыҡты, шифоньер ишеген барып тотто. Аһ, быныһы ябыҡ та инде. Утты яндырған ыңғайы ванна бүлмәһенән, эшен бөтөрөп, Әғләм килеп сыҡты.

– Ни булды, Зәкинә? – тине ул аптыранып.

Зәкинә ишектәре ябыҡ шифоньерға, унан Әғләменең ҡулдарына ҡараны ла:

– Нимә булһын? Бер нәмә лә булманы, – тип яуап бирҙе.

– Әллә тағы берәй нәмәңде юғалттыңмы?

Зәкинә өндәшмәне. Нимә юғалғанын ул ҡайҙан белә икән? Нимә тип яуап бирергә? Белгән һымаҡ һорай бит әле ул, тағы нимәң юғалды, ти бит. Сәйер генә итеп тәңкә юғалғайны, үҙе тағы табылды. Әллә күпме аҡса юғалғайны, ҡайҙа икәнлеген берәү ҙә белмәй. Ә быныһы, йәнде көйҙөрөп, тағы нимәң юғалды, тип торасы. Әллә үсекләшә инде? Зәкинә аптыраны, иренең ҡулдарына ҡараны, ышанмаған һымаҡ, шифоньерҙы тағы тартты. Ишеге асылды, ҡағыҙҙары ла, аҡсаһы ла урынында ята һымаҡ.

– Әйҙә, ятайыҡ, йоҡлайыҡ, – тине ҡатын.

– Һин насар йоҡлай башланың шикелле, – тине ире. – Бәлки, табипҡа күренергә кәрәктер?

Йоҡларһың буғай. Разбуй ҡысҡыраһы ғына ҡалды. Халыҡтың оятһыҙлығына ғәжәп итерһең – ҡара көнгә генә тип йыйған аҡсаң юғалһын әле. Әсәһе лә шулай тине: “Бына, ҡыҙым, һеҙгә тәңкә. Атайым ҡара көнгә тип тотҡайны, олатайым ҡалдырған. Ул көн килер, асығып йөрөмәгеҙ, икмәккә алыштырырһығыҙ”, – тигәйне. Был ирен ҡайҙан килтереп керетте. Ай, донъялар, бер кемгә ышаныс юҡ.

– Һиңә табипҡа күренергә кәрәк, – тине Әғләм. – Иртәгә барып кил.

Шым ғына тыңлай Зәкинә, Әғләмдең һүҙҙәре бер ҡолағынан керә, икенсеһенән сығып тора. Табип ҡайғыһы түгел шул. Быныһының ҡатынды хәстәрләгән булып, өгөтләп ултырыуын әйт. Һинән башҡа белмәйҙәр ине, ти. Ана, начальнигы ла көлөмһөрәп ултырып ҡалған булды.

Икенсе көнөнә Зәкинә туп-тура табипҡа йүнәлде.

Дауамы бар.
____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: