+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Март 2021, 22:20

ҠАРА КӨН Хикәйә Алтынсы бүлек

Ир еңелсә кейенде лә, балконға сығып, бер үрелгәйне – балта, икенсегә үрелгәйне – көрәк һабы эләктереп, кире инде. Ике ҡулына ике ҡорал тотоп, ишек яғына ҡуҙғалды һәм асып ебәрҙе. – Кем бар унда? – тине тауышына мөмкин тиклем ҡурҡыныс төҫ бирергә тырышып. Үрелеп ҡараны – берәү ҙә юҡ. Өҫтә лә, аҫта ла берәү ҙә күренмәне. Шул ваҡыт Әғләмдең кеҫә телефоны шылтырай башланы. Икәүләшеп килеп телефонға ҡарап торҙолар. Күренеп тора – ниндәйҙер ят номерҙан шылтыраталар.


ҠАРА КӨН
Хикәйә
Алтынсы бүлек

Ир еңелсә кейенде лә, балконға сығып, бер үрелгәйне – балта, икенсегә үрелгәйне – көрәк һабы эләктереп, кире инде. Ике ҡулына ике ҡорал тотоп, ишек яғына ҡуҙғалды һәм асып ебәрҙе.

– Кем бар унда? – тине тауышына мөмкин тиклем ҡурҡыныс төҫ бирергә тырышып. Үрелеп ҡараны – берәү ҙә юҡ. Өҫтә лә, аҫта ла берәү ҙә күренмәне.

Шул ваҡыт Әғләмдең кеҫә телефоны шылтырай башланы. Икәүләшеп килеп телефонға ҡарап торҙолар. Күренеп тора – ниндәйҙер ят номерҙан шылтыраталар.

– Ишекте бикләмәнең, – тине ҡатыны ҡалтыранған тауыш менән. Ир ишекте бикләп ҡуйыуға телефон шылтырауҙан туҡтаны.

– Тәңкә ҡайҙа? – тип бышылданы ире. – Шуның артынан килгәндәр, ахыры.

Тәҙрәнән үрелеп, тышҡа ҡараны. Эргәлә генә бер “Жигули” ултыра һәм эсендәге ике кеше уларҙың тәҙрәһенә ҡараған һымаҡ тойола.

– Ана ултыралар, – тине ир бышылдап ҡына.

– Кемдәр икән? – тине ҡатын ҡалтыранып.

– Кемдәр булһын? Шул бандиттарҙыр инде. Тәңкәне самалап йөрөйҙәр.

Икеһе лә шым ғына барып яттылар. Әғләм ярты сәғәт һайын үрелеп тәҙрәгә ҡараны. “Жигули” таңға тиклем ултырҙы. Яҡтырғас, салондағы ике кешенең юҡлығы, уның ҡарауы ултырғыста ике плащ ятыуы билдәле булды.

Юҡ, Әғләмде былай ғына алдап булмай. Плащ ҡалдырып киткәндәр. Иртән ҡарағанда “Жигули” урынында юҡ ине.

Ир менән ҡатын өсөн йәкшәмбе ял булманы. Иң тәүҙә өйҙөң эсендә тәңкәне ныҡлы йәшерҙеләр.

Әғләм эргәлә генә ишектәр һата торған салон күргәйне. Иламһыраған ҡатынын көс-хәл менән ҡалдырып, ишек ҡарарға китте. Салонға барған ыңғайы бына нәмә хаҡында уйланы: был тәңкә килеп сыҡҡанға тиклемге тормоштары ҡалай йәтеш булған икән. Бөтә ығы-зығы, бәлә-ҡаза әлеге тәңкәнән башланды. Әғләм “Икенсе бәхет” тип аталған яусылар клубына һирәк-мирәк ҡатын-ҡыҙ наҙына сарсаған саҡта ғына бара торғайны. Зәкинәһенең, тәңкәһен тотоп, шунда барыуы, “Икенсе бәхет”кә юлығыуы һәм шунда Әғләм менән танышыуы тормоштарының аҫтын өҫкә әйләндерҙе. 30 мең көткән тәңкәләре бер көн эсендә ярты “лимон”ға тиклем күтәрелде, тәүге төндә үк ике-өс сәғәт йоҡлай алдымы-юҡмы. Ә иртәгә эшкә барырға һәм ныҡлы тир түгергә кәрәк. Уф, бынауы ҡатыны ла бесәй һымаҡ икән: әллә ҡайһы арала ауырға ҡалды, етмәһә, туҡтауһыҙ мыжый. Үҙенә лә, иренә лә тынғы юҡ. Был килеш ташлап ҡасыуы ла уңайһыҙ. Ҡулынан тотоп, мөлдөрәп илап тик ултыра.

Әғләм аптырана, йорто яғына боролоп-боролоп ҡарай. Бөгөн булмаһа, иртәгә ишек мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Ғүмер буйы йөрәкте усҡа йомарлап ултырып булмай.

Әғләм үҙе урам буйлап китеп бара, ә һәр осраған кеше уның ниндәй мәшәҡәт менән йөрөгәнен белә һымаҡ. Ана, алдараҡ бер ир менән ҡатын туҡтанылар ҙа уға ҡарап нәмәлер һөйләнәләр. Әғләм уларҙың нимә хаҡында һөйләшкәнен ишетмәй, ләкин ҡатын, уға ҡарап, иренә, ана, теге ярты миллион һумлыҡ тәңкә тапҡан мужик китеп бара, тип әйтә һымаҡ.

Ишек салонына кергәйне, адресын һоранылар. Аһ, уныһын юҡҡа әйтте. Белә бит, ишеткәйне, һөйләнеләр, үҙе гәзиттән дә уҡыны: маҡтай-маҡтай тимер ишек килтереп ҡуялар ҙа төнөн йә икенсе көнөнә эшкә киткәндәрен самалап тороп, запас асҡыс менән килеп, ишектәрен асып, өйҙәрен таҙартып китәләр икән. Әй, суҡынып китһен дә, өй уныҡы түгел. Ике тоҡ, ике сумаҙан әйбере бар. Уның иҫке-моҫҡо кейеме кемгә кәрәк булһын? Ә тәңкә? Тәңкәне табып алһалар? Ярты миллион һум бит, ярты миллион! Әғләм өсөн үҙе бер дәүләт. Юҡ, Әғләм бирешә торғандарҙан түгел. Баш осонда балта, ҡул осонда көрәк һабы. Һуңғы һулышына тиклем көрәшәсәк, тәңкәне барыбер бирмәйәсәк. Ә ул ҡанһырап алышҡанда ҡатыны бахыр нимә эшләр икән? Ух, бынауы ауырға ҡалыуы ла иртәрәк булды. Хәҙер ни ташлап ҡасып булмай, ҡулға йәбешеп, илап тик ултыра.

Әғләм ишектең иң нығын һайлап алды. Ә ишекте ҡуйырға сират икән. Шаршамбы төштән һуңға яҙҙылар. Өҫтәп түләгәйне, дүшәмбегә күсерҙеләр. Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан бандит ҡиәфәтле ишек ҡуйыусыға 5 меңде төрткәйне, тегеһе ишекте хәҙер үк ҡуйып бирергә ризалашты. Ҡуй инде, быныһы ла хата булды шикелле. Бына бит, бандит ҡиәфәтле ишек ҡуйыусы салон менеджеры менән уның яғына ҡарап-ҡарап, нимә хаҡындалыр бик оҙаҡ һөйләштеләр. Бәлки, тәңкә хаҡында белмәйҙәрҙер, ләкин ишеген нығытырға булғас, был ир нимә йәшерергә уйлай икән, тип баш ваталарҙыр.

Әғләм быларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтергә булды.

– Әгәр мөмкинлек юҡ икән, иртәгә лә ярай, – тине ул. Йәнәһе, ишек ҡуйыу уның өсөн бик мөһим түгел.

– Юҡ, – тине теге бандит ҡиәфәтле. – Заказ ҡабул ителде, хәҙер ишекте алып барырға машина килә. Бәлки, өйөгөҙҙөң эсендәге бүлмә ишектәрен дә алмаштырырға кәрәктер?

Аһ, былар бит өйҙөң эсенә үк инергә самалай. Юҡ, инмәйһегеҙ, индермәйәсәк. Ишек тупһаһынан да ары үтмәйәсәктәр. Ул арала булмай, ишекте алып барыусы машина ла килде. Эй хоҙайым, кабинанан береһенән-береһе таҙараҡ Ҡафтау аръяғынан килгән ике ир төштө. Ярай, Әғләм бирешмәҫ, ә ҡатыны быларҙы күрһә, һушын юғалтып йығылыр ҙа ҡуйыр инде. Ир, тәңкәне алып, балкондан урамға ырғытыр сиккә еткәйне.

Бына Зәкинәнең фатиры эргәһенә килеп еттеләр.

– Ҡатыным ауырлы, – тип аңлатты Әғләм. – Тәүҙә инеп, уны тынысландырайым.

Ҡатыны төпкө бүлмәлә ятып ҡына тора ине.

– Кемдәр унда? Ниндәй ирҙәр ул? – тине дер ҡалтырап.

– Борсолма, матурым, – тине ир. – Улар хәҙер ишек ҡуя ла китә.

– Мин ҡурҡам, – тип иламһыраны ҡатыны.

– Ҡурҡма, – тине ире. – Ишек асыҡ, эргәнән кешеләр үтеп йөрөй.

Ишекте сәғәт ярым эсендә элеп тә ҡуйҙылар. Эшселәрҙең береһе ишекте нисек асырға, нисек ябырға, оҙайлы һаҡлауға нисек ҡуйырға икәнлеген күрһәтеп бирҙе. Әғләм барлыҡ ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙы һәм ишектең паспортында комплектта биш асҡыс ҡаралған тигән яҙыуҙы күреп ҡалды. Ә асҡыстар дүртәү генә ине.

– Бишенсе асҡыс ҡайҙа? – тине ул тауышына мөмкин тиклем дәһшәт сығарырға тырышып.

– Менеджерҙан һорағыҙ, – тине быларҙың өлкәнерәге. – Ул беҙгә дүртәүҙе бирҙе, дүртәүҙе килтерҙек.

– Йә асҡысты бирәһегеҙ, йә хәҙер үк полицияға шылтыратам, – тине Әғләм.

Тегеләр бер-береһенә ҡарашты ла салонға шылтырата башланы.

Ярты сәғәт тә үтмәне, салондан бандит ҡиәфәтле баяғы ир килде. Бер тоҡ асҡыс араһынан Әғләм һатып алған ишеккә ярашлыһын эҙләй башланы. Бер сәғәткә яҡын булашты, ләкин таба алманы. Ишек төбөндә, көрәк һабына таянып, Әғләм тора, төпкө бүлмәнән илап шешенеп бөткән ҡатыны ирен саҡыра. Теге бандит ҡиәфәтле менеджер, фатир менән салон араһында сабыулай торғас, шыбыр тиргә батты, бер нисә көн ашамаған, йүнләп кейенмәгән асарбаҡҡа оҡшай башланы.

Ниһайәт, асҡысты табып килтерҙеләр. Әғләм бик оҙаҡлап, һәр асҡысын тикшереп, асып, ябып, тағы ла асып ҡараны.

Тегеләр сығып китеү менән тағы телефон шылтыраны. Тағы таныш булмаған номер. Әғләм яуап бирергә булды. Хәҙер ишек булғас, уға бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел. Өйҙә икәнлеген дә белһендәр.

– Һеҙ яңы ғына суперныҡ ишек һатып алдығыҙ. Әгәр беҙҙең хеҙмәткәрҙәргә дәғүәләрегеҙ булһа, автоответчикҡа һөйләй алаһығыҙ.

Инде трубканы һалып ҡына ҡуйғайны, тағы шылтыраттылар. Кисә һуң ғына шылтыратҡан номер, ахыры.

– Тыңлайым, – тине Әғләм, тауышына ҡурҡыныс төҫ бирергә тырышып. Теге затлы металл һыныҡтары ҡабул итә торған салондың менеджеры икән.

– Тәңкәгеҙҙе һатмай тороғоҙ, – тине ул шомло ғына итеп. – Бәлки, һеҙ беләһегеҙҙер, бындай тәңкәләр 1896 йылда Николай Икенсе батшаның таж кейеүе айҡанлы бик сикләнгән данала ғына сығарылған һәм уларҙың хаҡы хәҙер 10 миллион һумға тиклем етә.

Ун миллион һум?! Ун миллион!!! Әғләм йығылмаҫ өсөн стенаға һөйәлде. Нисә миллион булмағайы, ләкин был хаҡта уның кәләше белергә тейеш түгел. Шулай яҡшыраҡ һәм тынысыраҡ булыр. Әле 500 мең һум тигәндә үҙәгенә үтте. 10 миллион һум хаҡында ишетһә, балаһын төшөрөп ҡуймағайы.

Дауамы бар.


____________________________

Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: