+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Март 2021, 10:11

ҠАРА КӨН Хикәйә Етенсе бүлек

Ә бөгөн иртәнге алтыла Зәкинәнең фатирына кем килеп инде, беләһегеҙме? Ҡыңғырауҙы шылтыратыу ҙа юҡ, шунда уҡ ике ҡуллап ишекте дөбөрләтә башланы ул. Тимер ишекте асҡылағансы түҙмәй, етмәһә, һөрәнләй. – Асығыҙ, ас, ...пип-пип..., өйҙә икәнегеҙҙе беләм...пип... Йәшенеп ятмағыҙ! Зәкинә телефонына йәбеште. Ире, көрәк һабын тотоп, саҡ асып өлгөрҙө. Хужабикәнең апаһы Нәзирә килеп инде. Килеп инде лә иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу юҡ: – Тәңкәне һаттығыҙмы? Аҡсаһы ҡайҙа? Ҡайҙа минең өлөш? – тип һөрәнләй ҙә башланы.


ҠАРА КӨН
Хикәйә
Етенсе бүлек

Ә бөгөн иртәнге алтыла Зәкинәнең фатирына кем килеп инде, беләһегеҙме? Ҡыңғырауҙы шылтыратыу ҙа юҡ, шунда уҡ ике ҡуллап ишекте дөбөрләтә башланы ул. Тимер ишекте асҡылағансы түҙмәй, етмәһә, һөрәнләй.

– Асығыҙ, ас, ...пип-пип..., өйҙә икәнегеҙҙе беләм...пип... Йәшенеп ятмағыҙ!

Зәкинә телефонына йәбеште. Ире, көрәк һабын тотоп, саҡ асып өлгөрҙө. Хужабикәнең апаһы Нәзирә килеп инде.

Килеп инде лә иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу юҡ:

– Тәңкәне һаттығыҙмы? Аҡсаһы ҡайҙа? Ҡайҙа минең өлөш? – тип һөрәнләй ҙә башланы.

Шунда ғына Зәкинә үҙенең бик ҙур хатаға юл ҡуйғанына төшөндө. Кисә кис ауылдан Гөлшат исемле әхирәте шылтыратҡайны. Нимә тип әйтһен инде? Зәкинәнең теле ҡысып торғандыр – тәңкә хаҡында әллә әйтте, әллә әйтергә уйланы, әллә әйтмәне – хәҙер үҙе лә хәтерләмәй. Былай артығын өндәшкән һымаҡ та булманы. Әхирәтенең Нәзирә апаһы менән бер урамда йәшәгәнен онотҡан, уныһы апаһына йылылай ғына нимәлер еткергән. Хәҙер бына килеп, апаһы аҡса дауайлап тора.

Апаһы ултырғысҡа ултырҙы ла:

– Иң тәүҙә дөрөҫөн әйтегеҙ, күпмегә һаттығыҙ? – тип һораны.

Зәкинә иренә ҡараны. Ире ярай күҙ ҡыҫып өлгөрҙө һәм, утыҙға, тине.

– Оһо! – тине апаһы, ауыҙын ослайтып. – Утыҙ нимә?

Әғләм бисәһенә ҡараны, бисәһе иренә күҙ ҡыҫты.

– Утыҙ мең һум, – тине Әғләм.

Нәзирә алмаш-тилмәш икеһенә лә ҡараны ла:

– Минең 15 меңемде бирегеҙ, – тине.

Әғләм ыһ та итмәй шифоньерҙан өс бишлек сығарҙы.

Ә Зәкинә:

– Иң тәүҙә расписка яҙ, – тине.

Үҙе расписка һорай, ә үҙенең ни ҡәләме юҡ, ни ҡағыҙ таба алмай. Был өйҙә ҡағыҙ-ҡәләм ҡайҙан булһын инде? Көс-хәл менән таптылар.

Ваҡыт Нәзирә файҙаһына булып сыҡты.

– Утыҙ меңгә һатҡанығыҙҙың ҡағыҙын күрһәтегеҙ, – тине. Зәкинә менән Әғләм бер-береһенә ҡарашты һәм ир:

– Ҡулдан ҡулға һатыштыҡ, – тине.

– Ҡағыҙығыҙ юҡмы ни? – тип ныҡытты Нәзирә.

– Ҡағыҙыбыҙ юҡ, – тине Зәкинә.

– Әһһә! Былай булғас, – тине Нәзирә, – биш мең өҫтәйһегеҙ!

– Биш мең өҫтәйбеҙ, распискаңды яҙып бир, – тине кейәүе.

Шул уҡ минутта сатай-ботай хәрефтәр менән расписка яҙылды. Шифоньерҙан бағы бер биш меңлек һурылды. Нәзирә эшемде ҡырған ҡиәфәт менән аҡсаны кеҫәһенә тыҡты ла, хушлашып та тормай, сығып китте.

Мажаралар бының менән генә бөтмәне. Зәкинә лә, Әғләм дә алда ниндәй төп ваҡиғалар торғанын күҙ алдына ла килтермәй ине әле.

Телефондан ҡиммәтле металл һыныҡтары йыйыусы егет шылтыратты.

– Һеҙҙең тәңкәне һатып алыусы бар. Ул һеҙҙең менән осрашырға теләй. Әгәр миңә 10 процент комиссия түләһәгеҙ, мин һеҙҙе уның менән осраштырам да килешеү төҙөрбөҙ.

Әғләм бер ағарҙы, бер ҡыҙарҙы, ҡат-ҡат ҡатынына ҡараны. То-то-то-тотлоҡто:

– Бе-беҙҙән ни-ни-нимә кәрәк? – тине.

– Һеҙҙән бер нәмә лә кәрәкмәй. Клиент шул тиклем аҡса һалырға булғас, тәңкәне үҙ күҙҙәре менән күрергә, күсермәһен алырға, төрлө яҡтан фотоға төшөрөргә, ҡыҫҡаһы, тотоп ҡарарға теләй. Эксперт тәңкәнең ялған түгеллеген раҫлағандан һуң аҡсаны тулыһынса күсерәсәк. Теләһәгеҙ, ҡулаҡса менән хисаплашасаҡ.

– Был эш нисә көн талап итәсәк? – тип төпсәште Әғләм.

– Иң күбе – аҙна-ун көн.

– Аванс буласаҡмы?

– Аванс буласаҡ.

– Күпме?

– Күп. Мең.

– Мең һуммы?

– Юҡ, мең доллар.

– Мең доллар?

– Эйе, 70 мең һум.

Мең доллар тигән һүҙ Әғләмдең уяулығын ҡаҡшатты. Был ирҙең төп хатаһы булды.

– Ҡасан осрашабыҙ?

– Иртәгә сәғәт өстә, һеҙҙең фатирҙа.

Шулай килештеләр.

Зәкинә ҡалтырана-ҡалтырана иренә һыйынды:

– Сәғәт өстә беҙҙең фатирҙа нимә була?

– Һатып алырға теләүсе беҙҙең тәңкә менән танышырға теләй. Һин ризамы?

– Әлбиттә, риза.

Әғләм уйға ҡалды һәм хәҙер килеп хаталаныуына төшөндө, сөнки тәңкәнең хаҡы һәм уның билдәле булыуы ир менән ҡатын мөнәсәбәттәренә кәртә булып түгел, йөҙйәшәр бүрәнә булып килеп төшөүе һәм уларҙың араһын тулыһынса кире ҡайтҡыһыҙ кимәлгә еткереп өҙөүе ихтимал, сөнки ир, ҡатынының һәм тыумаған сабыйының һаулығын уйлап, 10 миллион һум хаҡында өндәшеүҙе кәрәк түгел тип тапҡайны. Шуға Әғләм ҡатынға ҡарата мөнәсәбәтен ҡырҡа үҙгәртте. Йылы һүҙҙәр тапты, әүрәтте, ҡосаҡланы, үпте. Хатта бер тапҡыр күтәреп та ҡараны.

Ҡатын ирене. Рәхәтлеккә түҙмәйенсә күҙҙәрен йомдо, үҙе лә ирен ҡосаҡланы. Ләкин телефон шылтыраны.

Эх, ошо урында Әғләмгә ҡыйыулыҡ күрһәтергә, ысын хаҡты әйтергә, ҡатынын ҡыуандырырға ине лә бит. Юҡ, ул өндәшмәүҙе өҫтөн күрҙе. Ни өсөн өндәшмәне? Ошо тиклем аҡса килеп эләкһә, ҡатыны иң тәүҙә уны тәңкәне үҙләштерергә тырышыуҙа ғәйепләйәсәк. Уны ҡыуып сығарыуы ла ихтимал. Был хәбәр һәм аҡсаның суммаһы Нәзирәгә лә барып етәсәк. Ир уларҙың икеһенә ҡаршы бер нисек тә көрәшә алмаясаҡ.

Әғләм әллә ни доъя күргән кеше түгел, шулай ҙа бер-бер хәл килеп сыҡмағайы тип, сумаҙандарының береһен һәм документтарын төйнәштереп ҡуйғайны. Кем белә, ҡапыл эвакуацияға дусар ителергә тура килмәгәйе. Ә эвакуация еңел генә булмаясаҡ. Сөнки һүҙ меңәр һумдар хаҡында түгел, миллиондар хаҡында бара.

Дауамы бар.
____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: