+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Март 2021, 10:13

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ХЫЯЛ Беренсе бүлек

Ғалимды тыуған яҡтарында яраталар инде. Улай тиһәң, республикаһының ҡайһы төбәгенә барып төшһә лә аяғын ергә тигеҙмәй халыҡ, күтәреп алып йөрөгәндәй булалар. Булмай һуң. Ул бит фән донъяһында әллә ниндәй асыштар яһаған, күпме баҫмалар авторы булған, юғары уҡыу йортонда белем биргән доктор. Ысын мәғәнәһендәге, хоҙайҙан һәләт һалынған табип.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ХЫЯЛ
Хикәйә
Беренсе бүлек
Ғалимды тыуған яҡтарында яраталар инде. Улай тиһәң, республикаһының ҡайһы төбәгенә барып төшһә лә аяғын ергә тигеҙмәй халыҡ, күтәреп алып йөрөгәндәй булалар. Булмай һуң. Ул бит фән донъяһында әллә ниндәй асыштар яһаған, күпме баҫмалар авторы булған, юғары уҡыу йортонда белем биргән доктор. Ысын мәғәнәһендәге, хоҙайҙан һәләт һалынған табип.
Был юлы айырата ҙурланылар. Ни тиһәң дә юбилейы – 70 йәшен билдәләйҙәр. Район үҙәгендә шау-шыулы, йыр-моңло кисә, сәскәләр, бүләктәр, банкет, йөҙ төрлө хәтирәләр уятҡан сығыштарҙың барыһы ла күңеленә хуш килде Рамаҙан Нуриман улының. Сәхнә ситендәге ҡәнәфиҙә сумып ҡына тамаша ҡылып ултыра ла алманы, һәр береһенең ҡулын ҡыҫып йә ҡосоп һөйөп алыу дәрте менән һикереп килде лә торҙо, килде лә торҙо. Банкетта ла бик күп йылы һүҙҙәр булды, күҙҙәргә йәш төйөлдөргәндәре лә, быуылып көлдөргәндәре лә. Иң ахырҙа дәртле ҡурай көйөнә һәлмәк һелкенеп бейеп, оҙон көйгә ҡушылып йырлап ҡуйҙы.
Икенсе көн һуң ғына тороп ҡайтырға йыйына башлағайнылар, телефон шылтыраны.
–Сәлимгәрәев тыңлай.
–Рамаҙан Нуриманович, бында һеҙгә килгәндәр.
–Кем килгән?
Консьерж егет трубканан айырылып килеүсегә шул уҡ һорауҙы ҡабатланы ла, яуап алғас уны бында оҙатты:
–Кисә һеҙгә йүгән биргән кеше. Ат артынан барайыҡ, ти.
Шул ваҡыт докторҙың иҫенә төштө: кисә бит уға ат бүләк иттеләр. Ат! Уның бала саҡ хыялын.
–О-о! Әйҙүк-әйҙүк, үтһен.
Әйберҙәрҙе йыйышып машинаға ташыу менән мәшғүл булған ярҙамсыһы менән шоферына сығып торорға ҡушып, өй халатын йәһәт кенә салбар-күлдәккә алмаштырып алды, көҙгөгә күҙ һалып сәсен рәтләне. Унан күстәнәс көткән балалай булып, шатлығын йәшерә алмайынса ишеккә ҡарап ҡалды.
Кисәге егет шул. Оҙон буйлы, ҡара һылыу. Ул бит кисә хас уның бәләкәй саҡтарындағы әкиәттәгеләй итеп әйтеп һалды: “Бына һеҙгә йүгән. Өйөргә сығып ҡороғоңдо ҡалтырат, йүгәнеңде сылтырат. Ҡайһы йылҡы боролоп ҡарай – шул һеҙҙеке.”
–Э-эй, мине атлы иткән ҡустымы был?! – оло кеше йәшенең ҡулдарын ҡармап ҡыҫты.
–Һаумыһығыҙ. Мин һеҙҙе ҡырға алып сығырға килдем, өйөр янына.
–Ниндәй хужалыҡ бүләк итә һуң миңә ат һынлы атты, ҡустым? – һаман егеттең ҡулын ысҡындырмай ҡарт.
– “Тарпан” шәхси хужалығы.
–Һинме уның етәксеһе?
–Юҡ, аға... олатай, мин түгел. Мин етәксенең улы булам, кинйә улы, беҙ дүрт малай унда.
–Ә-ә, бик яҡшы, бик мәслихәт, улым. Ул нишләп улай атлап ҙурланы икән мине шәхси хужалыҡ, ауырға тура килмәйме һуң үҙегеҙгә?
–Атай шулай хәл итте, мин уның ҡушыуын ғына үтәйем, - егеттең баҫалҡы йылмайыуында әллә ниндәй яҡынлыҡ, йылылыҡ тойолдо.
–Үҙе килмәнеме атайың?
Егет тағы йылмайҙы:
–Юҡ. Ул бындай сараларға йөрөмәй.
Доктор ҡулдарын йәйҙе:
–Ҡайҙа итермен икән мин ул атты?
– Белмәйем, уныһын атай менән хәл итерһегеҙ, минең бурыс һеҙҙе өйөргә алып барыу. Йүгәнде онотмағыҙ!
– Йүгәнде? Эйе лә һуң... – доктор бүләктәр өйөмө араһынан соҡоноп кисәге күн моҡсаға һалып бирелгән йүгәнде эҙләп тапты.
Ҡунаҡты оҙатырға тип ашығып килгән хакимиәт етәкселәренә эш айышын бер һүҙ менән генә аңлатып, егеттең машинаһына инеп тә ултырҙы ҡарт. Тау-таш араһында йөрөүгә ҡулайлаштырылған ҙур тәгәрмәсле авто ҡеүәтле геүләп алға елдерҙе.
“Ат” һүҙе менән дәртләнгән Рамаҙан ысынында бүләген ни эшләтерен дә белмәй әле. Асылда ул ат уға кәрәк тә түгел, әммә егет әйткәнсә “ҡороғон ҡалтыратып, йүгәнен сылтыратып” өйөргә барыу, үҙенә ҡараған атты бүләккә алыу...
– Улым, “ҡороғон ҡалтыратып, йүгәнен сылтыратып” тигәнде ҡайҙан беләһең әле һин?
Руль артындағы башын бора биреп яуапланы:
– Атай ҡушты. Йүгәнде тап шулай итеп тапшырырға тине.
Муйынын яурын эстәренә тартып уҡ һеңеп ултырған ҡарт ҡаштарын һикертте:
– Хәтә-әр... Бала саҡта әсәй шундай әкиәт һөйләй ҙә, эй, минең, маңҡа малайҙың, шулайтып өйөргә барып ат алғы килә бит. Ҡайҙа инде... атайһыҙ балаға ат...
Дауамы бар.

------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: