+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Март 2021, 11:10

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ХЫЯЛ Хикәйә Икенсе бүлек

Ысынында шулай итеп тә ҡарағайны бит ул. Атайлы малайҙарҙың аттарына элмәнләп, бер һыбай атландырыуҙарына ялланып йөрөп иптәштәренең хужалыҡ эштәренә ярҙамлашып хитлашып йөрөп арығас. Ауыл ситендәге колхоз йылҡыһы ҡышлаған һарайға килде лә, малдарҙың ялан кәртәлә сығарылған саҡтарын көтөп алып сүс ептән әтмәләнгән йүгәнен ялпылдатты. Ситтәге аттар тертләп йүгерешеп китте, әммә баш ҡалҡытып ҡарағаны булманы. Арыҡ беләге арығансы һелкетте йүгәнен малай, тик кәртә ситенә яҡынлаған ат та, исмаһам берәй ҡорсаңғы ҡолонсаҡ та булманы.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ХЫЯЛ
Хикәйә
Икенсе бүлек
Ысынында шулай итеп тә ҡарағайны бит ул. Атайлы малайҙарҙың аттарына элмәнләп, бер һыбай атландырыуҙарына ялланып йөрөп иптәштәренең хужалыҡ эштәренә ярҙамлашып хитлашып йөрөп арығас. Ауыл ситендәге колхоз йылҡыһы ҡышлаған һарайға килде лә, малдарҙың ялан кәртәлә сығарылған саҡтарын көтөп алып сүс ептән әтмәләнгән йүгәнен ялпылдатты. Ситтәге аттар тертләп йүгерешеп китте, әммә баш ҡалҡытып ҡарағаны булманы. Арыҡ беләге арығансы һелкетте йүгәнен малай, тик кәртә ситенә яҡынлаған ат та, исмаһам берәй ҡорсаңғы ҡолонсаҡ та булманы.
Был тәжрибәһен дуҫы Саматҡа һөйләгәйне, тегеһе уйлана биреп ултырҙы ла, хәҡиҡәтте асты:
– Һуң атайың юҡ та инде һинең. Атайһыҙ малайға ат килмәй инде, һин уны нисек итеп ҡарайһың? Атай булһа ат та була, унан, атайҙарҙың йүгәне лә былай булмай.
– Ҡалай була? – Рамаҙан үҙенең ҡырҡ төйнәүле еп йүгәненә ҡарап ҡалды.
– Атайҙарҙың йүгәне майлы ҡайыштан була. Унан дегет еҫе аңҡып тора. Етмәһә еҙ тимерҙәр менән биҙәлгән була. Ошолайтып болғаһаң ул ысынлап салтырап тора, белдең? Ундай йүгәнде сылтыратһаң ысынлап берәй ат ҡарай ҙа.
Был асыштан һуң күңеле төштө Рамаҙандың. Уның бер ваҡытта ла аты булмаясаҡ. Атаһы булмаған кеүек. Атайһыҙ ат та булмай икән. Шуға әсәһе тағы әлеге әкиәтен һөйләп, әлеге еренә еткәс кенә шып туҡтатты:
– Һөйләмә ҡабат быны!
Бығаса көн дә кис ныҡышып һөйләткән балаһының бындай ҡарарына аптырап ҡалды әсә.
– Оҡшамаймы?
– Оҡшамай. Икенсене һөйлә... ат булмағанды.
Шул хәлдән ары ат уның күңеленең иң төбөнә инеп йәшеренде. Бер ваҡытта ла тормошҡа ашмай торған хыял, үҫә бара бала саҡ хәтирәләрен һаҡлаусы бер әкиәт булып.
Сәғәттән ашыу бәүелеп барып, урынға килеп еткәс, ялан кәртәлә тыныс ҡына һалам көйшәп, яҙғы ҡояшта йылынышып ирәйеп йөрөгән йылҡы көтөүе тәңгәленә туҡтанылар. Сығып баҫыуҙарына яндарына урта буйлы, киң яурынлы ир-уҙаман килде. Түбәһен генә япҡан баш кейеме аҫтынан сикә сәстәренең ағарғаны, эйәк-сикәләрендәге шыртҡа ла аҡ юлаҡтар йүгергәнлеге аңғарыла. Сабыр ҡарашлы, тыныс йөҙлө ир тауыш-тынһыҙ ғына ҡуш услап күреште лә, улына эйәк ҡаҡты:
– Йүгән.
Тегенеһе машинаһының артҡы ултырғыстарына ташлаған моҡсаны алып йүгәнде сығарҙы. Ир дегет еҫе сығып торған йүгәнде ҡарттың ҡулына тотторҙо. Бына ул ысын йүгән! Киң ҡара ҡайыштан... еҙ төймәләр менән һырланған... күн суҡтар менән биҙәлгән... Рамаҙан был күренештән юғалып ҡалып, сабыйҙарса бер ҡатлы ҡарашын иргә күтәрҙе:
– Ҡустым... ҡалай ҙурланың әле, уйламағанда.
Бығаса бик етди, хатта уҫалыраҡ ҡарағандай булған ир йылмая бирҙе лә, терһәгенән алға этте:
– Яҡынлағыҙ өйөргә.
Рамаҙан Нуриманович йомшарғандай булған аяҡтарында саҡ барып етеп кәртәгә тотондо ла, ҡалтыранған ҡулын күтәрә биреп йүгәнен шылтыратты. Шылтырай икән бындай йүгән. Дуҫы Самат юҡты һөйләмәгән. Белеп әйткән. Атайлы буды бит ул – белгәндер.
Ҡапыл сылтыраған тауышҡа өйөрҙәге бер нисә йылҡы башын күтәрҙе. Ә араларынан береһе алаҡанлай биреп торҙо ла... О, мөғжизә: уның яғына ике-өс аҙым яһап ҡуйҙы. Арттағы ирҙәр көлөп үк ебәрҙе:
– Ана, ҡараны!
– Килмәксе әле!
Рамаҙан ғына хайран булып тик торҙо. Телен йотҡандай хәлдә. Уның күңел төбөндә генә йәшәгән, дөрөҫөрәге, хәҙер инде йәшәү мәғәнәһен дә юйған сабый хыялын бөтөнләй ят кешеләр тормошҡа ашырып тора. Бына хайран донъя.
– Оҡшаһа ошоноһон алығыҙ, - ир йәнәшәһенә килеп баҫты, - йәш бейә.
Ҡарт ҡапылда яуап бирә алманы. Ирекһеҙҙән күҙҙәренә тулған йәштәрен һөртөргә уңайһыҙланып тора бирҙе. Уның хәлен аңлаған хужа ла ҡамасауламаны:
– Ҡапылда алып китә алмаһағыҙ, йөрөһөн ошонда, - тине лә машинаһы янында булышҡан улы эргәһенә китте.
Бер килке торҙо Рамаҙан аттарға төбәлеп. Үҙенә тәғәйенләнгән йәш бейәне ҡарашы менән иркәләне. Юҡ, алмаясаҡ ул был малҡайҙы, һуғым да итмәйәсәк, ҡулға ла өйрәтмәйәсәк. Йөрөһөн ул ошонда, иректә. Әйҙә, ҡолонлаһын, үрсеһен. Уға хәҙер ҡайҙалыр бер ерҙә аты барлығын, атлы булыуын белеү ҙә етә. Ошо фекергә килгәс, доктор арттағыларға боролдо:
– Рәхмәт, ҡустылар. Ҡанаттарым үҫеп сыҡҡандай булды.
Унан үҙе барып иргә ҡулын һуҙҙы:
– Танышманыҡ та бит, ҡустым. Исемеңде лә белмәйем. Мин Рамаҙан ағайың булам.
Теге лә ҡулын ҡыҫты:
– Райман.
– Ат һынлы атты йәлләмәнең миңә, Райман ҡусты, бигерәк киң күңелле кеше икәнһең. Ҡайһы ауылдан?
– Тәпәндән.
– Унан кемдең улы?Атайың кем?
– Атайым... Нәфисәнең улы мин.
– ...
Ике ир ҡарашып ҡалды. Бер нисә секунд шулай торҙолар. Олоһо сикһеҙ шаңҡыу кисерҙе, хатта ауыҙы асыла төштө. Йәшерәге тағы ла ҡотҡарҙы уны.
– Ҡайтыуға машина көтә һеҙҙе. Ат буйынса нимә хәл итһәгеҙ ҙә егеттәр башҡарыр, - тине лә фермаларына ҡарай юлланды.
Ҡарт баҫҡан урынында ҡаҙаҡланған ише тороп ҡалды. Нәфисәнең улы... Нәфисә... Ат хаҡындағы бала саҡ хыялын да бары тик ул ғына белә ине. Нәфисәгә генә һөйләгәйне... ҡасандыр. Унан башҡа бер тере йәнгә лә был хаҡта билдәле түгел. Шаярып һөйләгәйне, уйын итеп. Ул, тимәк, нисә йылдар был тарихты күңелендә йөрөткән, онотмаған. Уның бала аҡылы менән генә уйланған әкиәти хыялын да хәтеренән юймаған... Ә Рамаҙан... уны онотто.
Аҙағы бар.

------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: