+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
30 Март 2021, 11:58

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ХЫЯЛ Хикәйә Өсөнсө бүлек

Райманды һоло үлсәгән келәттә барып тапты ҡарт. Тегеһе бер генә һирпелеп ҡарап алды ла, эше менән булды. Уның тилбер ҡыланыштарын күҙәтеп ишек яҡтауына һөйәлде Рамаҙан. – Үлсәйһеңме? – күреп торһа ла һораны. – Эйе, ҡолонло бейәләрҙе айырым ашатам. – Ҡолонло бейәләрҙе?.. Әсәйең һөйләнеме... ат тураһында?Райман үлсәгес һандарына төбәлеп баш ҡаҡты: – Эйе. Ул мәрхүм, беләһегеҙҙер? – Мәр... мәрхүм?.. – Йыл булды инде.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ХЫЯЛ
Хикәйә
Өсөнсө бүлек
Райманды һоло үлсәгән келәттә барып тапты ҡарт. Тегеһе бер генә һирпелеп ҡарап алды ла, эше менән булды. Уның тилбер ҡыланыштарын күҙәтеп ишек яҡтауына һөйәлде Рамаҙан.
– Үлсәйһеңме? – күреп торһа ла һораны.
– Эйе, ҡолонло бейәләрҙе айырым ашатам.
– Ҡолонло бейәләрҙе?.. Әсәйең һөйләнеме... ат тураһында?
Райман үлсәгес һандарына төбәлеп баш ҡаҡты:
– Эйе. Ул мәрхүм, беләһегеҙҙер?
– Мәр... мәрхүм?..
– Йыл булды инде.
Тағы һүҙһеҙ ҡалдылар. Ул арала тоҡтар үлсәнеп бөттө. Уларҙы бер урынға өйгәс, Райман һаман ишек уйымында торған Рамаҙандың яурыны аша тышҡа ҡарап дауам итте:
– Атайһыҙ үҫтем... Атайым үлгән тип белеп... Әсәй атайыңдың бала саҡ хыялы шулай булған, сүс йүгән тотоп өйөргә барып йөрөгән... ултырып илаған... хыялланған тип йыш һөйләне бала саҡта. Ә мин шул ваҡыт “Их, атайым тере булһа, мин ҙурайып күп аттар көтөр ҙә, уны өйөргә алып килеп теләгән атын һайлатыр инем” тип ярһып әйтә инем...
Ауыр бирелә ине уға ла был хәбәрҙәр. Уйланып тора бирҙе. Тағы һүҙен ялғаны:
– Мин дә ат яраттым. Атайлы малайҙарға ялланып йөрөп һыбай йөрөргә өйрәндем. Йылҡы аҫрарға хыялландым. Тәүге ҡолондо әсәй алып бирҙе... шунан үрсеттем. Түшәккә ятҡас... әсәй һеҙгә ат бирергә ҡушты. Йүгән менән үҙе килеп һайлап алһын тине. Мин... һеҙҙе... бер ваҡытта ла күрмәҫмен тигәйнем башта... Әммә... әсәй ғүмер буйы яратып һөйләп ныҡ һеңдергәнме... Юйылды ул нәфрәт тә... Бына, шулай...
Ҡайтты ла ауырып йығылды Рамаҙан. Ҡыҙҙарының ҡотон алды. Ике ҡыҙы ике яҡтан килә һалып етте. “Атай ҙа атай” тип йүгермәләштеләр. Ни ере ауырығанын белә алманылар. Докторға табип саҡырмаҡсылар ине – туҡтатты:
– Кәрәкмәй. Ни ерем ауырығанын үҙем генә беләм.
– Әйт һуң беҙгә лә, - ҡыҙҙары ныҡышты.
Атайҙарының хәбәре уларҙы шаҡ ҡатырҙы:
– Йәнем ауырый минең. Намыҫым...
– Ата-аҡ! – оло ҡыҙы ул ятҡан диванға килеп ултырҙы.
– Нигә, атай? – бәләкәйе лә яҡынлашты.
– Йә-әш саҡта... Медучилище студенты булғанда әле, армияға ла тиклем... һөйгән ҡыҙым булғайны. Нәфисә тигән...
– Нәфисә? Әсәй мәрхүмә һине ҡайһы саҡта “Нәфисә” тип һаташа, тип әйтә торғайны. Тимәк, ул Нәфисә булған?
Рамаҙан ауыр итеп көрһөндө:
– Булды... Армияға оҙатып ҡалды.
– Шунан, атай? Артабан? – тағы тынып ҡалған икән, аяҡ осонда ултырған ҡыҙы һаҡ ҡына ҡағылып алды.
– Миңә берәүҙән хат килде, Нәфисә һин киткәс тә икенсе егет тапты, тип. Ә мин үтә көнсөл инем, ҡыҙыу инем... Шул ҡыҙыулыҡ менән уға бик йәмһеҙ хат яҙып һалдым... кирза итегемдең эҙен баҫып тороп... өс тинлек аҡса һалып.
– Уныһы ни өсөн?
– Алйотлоҡ инде. Беҙҙең заманда һалдаттар көтмәгән ҡыҙҙарына шулай иткән булалар ине, йәнәһе – үс.
– Ә ул?
– Ул өндәшмәне. Унан Нәфисәнең балаһы тыуғанлығын ишеттем. Был хәбәр бөтөнләй йөрәгемде ярҙы. Хатта атылып үлергә уйлағайным, иптәшем ҡоралымды ҡайырып алып өлгөрҙө. Унан мин үҙемә Нәфисәне оноторға һүҙ бирҙем. Армиянан ҡайттым, институтҡа индем... әсәйегеҙҙе осраттым, һеҙ тыуҙығыҙ. Барыһы ла һәйбәт, барыһы ла ыңғай булды. Эшләнем, эшләнем... эшләнем... Нәфисәнең төҫөн, исемен яҙмышымдан юйыу өсөн тырыштым. Әллә минең хаҡта белһен, ишетһен әле тинемме?..
Тағы онотолоп ҡалған атаһын телгә килтерә ҡыҙҙары:
– Ҡайҙа икән хәҙер ул ҡатын?
– Ул... ҡатынмы? Был донъяла юҡ... юҡ.
– Йәл...
– Булмаһа ла беҙҙең хыялдарҙы тормошҡа ашырҙы...
– Ниндәй хыялдарҙы?
– Кемдең – “беҙҙең”?
– Минең... улым менән икебеҙҙең... Нәфисәм... әй, минең Нәфисәм...
Атайҙарының юрған осон тешләп һығылып илап ебәргәнен ҡарап, ҡыҙҙар өнһөҙ ҡалды.
Аҙағы.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: