– Алло! Ҡайттыңмы? Һауыт-һабаны йыуып ҡуй, мин өлгөрмәнем иртәнсәк. Картуф әрсе, үҙем ҡурырмын. Ләйләнең дәресен эшләт, тикшер яҡшылап. Гөлкәйҙе алтынан һуң ғына ал, киске ашты ашаһын.
Трубкаһын һалып өлгөрмәй, тағы ла нимәләрендер иҫләп, ҡабаттан ҡолағына ҡуя:
– Ҡыйҙы сығар. Аш бүлмәһенең иҙәнен һөрт.
Теге яҡта нимә тиҙәрҙер инде, һәр хәлдә һөйләшеүсеһенең тауышы ишетелмәй, шым ғына баш ҡағып торамы, әллә “ыһы” тиеү менән генә сикләнәме. Нимә тиһә лә был яҡтағыға барыбер, ҡоро ғына бойороҡтар бирә лә һала. Коллегам был минең, бер кабинетта ултырабыҙ. Минең генә түгел, бүлмәлә биш ҡатын-ҡыҙбыҙ. Һәм әлеге Земфира ошолай телефондан һөйләшә башлаһа, ҡалған дүртебеҙ көсөргәнешле шымып, хатта шымтайып ҡала. Юҡ, тупаҫ һөйләшмәй ул, ҡысҡырмай ҙа, әрләмәй ҙә былай. Әммә нисектер ҡоро, ҡаты тип әйтәйемме, улай ғына түгел ул... ҡалайыраҡ итеп аңлатырға икән... һалҡын, һөйөүһеҙ тиһәм дөрөҫөрәк булыр – бына шулай килеп сыға әңгәмәһе. Төптән, күкрәктән түгел, ә тамаҡ тәңгәленән генә килә кеүек тауышы ла. Быны беҙ барыбыҙ ҙа тойоп ултырабыҙ. Телефонға үрелгәндә үк күҙ ҡараштары һалҡынайыуын, аҙаҡ шул телефонын кәрәкмәгән нәмәләй итеп ырғыта биреп һалыуын да күреп өйрәнгәнбеҙ. Уныһы – ярай, үҙ әйбере, теләһә ни эшләтһен дә, кем менән һөйләшкәнен белгәнгә һағаябыҙ. Үгәй ҡыҙы менән. Үҙе әйтеүенсә, биш йәшенән алып көтөп үҫтереп килгән үҫмер ҡыҙы менән.
Земфира беҙҙең коллективҡа өс йыл элек килде. Инеп күренеүенән үк, йәғни беренсе ҡараштан, беҙ уның бик тә ҡараулы, сибәр һәм хәлле йәшәмештә булыуын төшөндөк. Нимәләренән тиһегеҙме? Ҡатын-ҡыҙға быны аңлатып тороу кәрәкме? Аяғындағы итегенән, ҡулындағы сумкаһынан, өҫтөндәге кейеменән, ҡолағындағы алҡаһынан, бармаҡтарындағы тырнаҡ лагынан. Ултырасаҡ өҫтәленә сылтыратып һалған машина асҡысынан. Һәм ысынлап шулай булып сыҡты ла. Яңы коллегабыҙҙың ире ниндәйҙер ойошманың етәксеһе икән. Аҙаҡ танышып-өйрәнешеп, бергә сәйҙәр эсә, серләшә-ләпелдәшә башлағас, икенсе ире икәнлеген дә, балалы иргә үҙе бер бала менән килеп, уртаҡ тағы берәүҙәре булып, өс ҡыҙ үҫтереп ятҡандарын да белдек. “Балалы иргә” тиеүенә сәйерһендек, әлбиттә, беҙҙә бит ғәҙәттә ҡатындар ғына “балалы” була. Айырылышып киткәндә лә, башҡа сәбәптәрендә лә, бала-саға әсәй менән ҡала ла, был хәл берәүҙе лә аптыратмай. Ә ирҙәрҙең яңғыҙ бала көтөүе һирәк күренеш. Шунлыҡтан ҡыҙыҡһынмай ҡала булабыҙмы.
– Иреңдең тәүге ҡатыны мәрхүм булғанмы әллә? “Бала менән” тигәсең һорайым инде, – тип аҡлана биреп кенә ҡылын сиртә арабыҙҙа иң олоһо булған Саимә апай. Ул шулай белергә теләгәнен уңайһыҙланған булып, йәтеш итеп төпсөнә торған.
– Юҡ, – тип яуаплай Земфира еңел генә. Һәм ошо һорауҙы көтөп кенә торғандай һөйләп тә һала: – Иремдең беренсе бисәһе аҙғын була, икенсе менән йөрөп китеп, тотола. Унан ирем өйҙән ҡыуа башлағас, үсегепме, еңәм типме, фатир тәҙрәһенән һикерә.
– Йә, Хоҙай! Аллам һаҡлаһын... – тип кенә әйтә ала Саимә апайыбыҙ.
– Үлгәнме улай булғас? – минең дә аҙағын белгем килә шул.
– Үлеп ҡуймаһын! Әллә нисә йыл бәлә булып ятты. Һуңынан атлап киткән шикелле, точно ғынаһын белмәйем, ҡыҙыҡһынғаным да юҡ.
– У-уй, ҡалай хата яһаған... – ҡатындарҙың һәр береһе үҙенсә һығымта яһай. – Исмаһам балаһын уйлаһа ни булған... Ҡыҙ ғынаһына нисә йәш булды икән?
– Миңә килгәнендә биш ине, тимәк, ул хәлдә бер өс тирәһе булғандыр.
– Нимәһе “бахыр”? – Земфира яурындарын һикертеп үк ҡуя, – Өҫтө бөтөн, тамағы туҡ. Минең балаларым да ул йәшәгән шарттарҙа йәшәй, шул уҡ ризыҡты ашай. Мине “әсәй” тип өйрәнгән, үҙ әпсәһен хәтерләмәй ҙә ул.
Ул шулай тип тынысландырҙы тынысландырыуын, тик беҙ бындағы барыбыҙ ҙа, олобоҙ ҙа, йәшебеҙ ҙә, балалы ҡатындар һәм һәр беребеҙ шул мәл был бала урынына үҙ сабыйыбыҙҙы ҡуйып тетрәнде, моғайын. Һәр хәлдә минең йөрәгем өҙөлөп төшөп китә генә яҙҙы, ирекһеҙҙән усым менән түшемде яптым. Саимә апай ҙа бер ауыр итеп көрһөнөп, һәммәһенең уйын әйтеп ҡуйҙы:
– Эй, Аллам-Раббым, балаларымды, балаларымдың балаларын кем тапҡан шунан көттөр, етемлектәрҙе күрһәтмә, Хоҙайым.