+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Март 2021, 11:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҮГӘЙ ӘСӘЙ Хикәйә Икенсе бүлек

Бер яҡтан ҡарағанда, Земфираның ғаиләлә иң оло бала булған үгәй ҡыҙына эш ҡушыуы бер нәмә лә түгел һымаҡ. Кем балаһына йомшамай? Үҙебеҙ телефондан һыҙыра әрләп ташларға ла, “Ҡайтһам йәнеңде алам” тип янап һалырға ла аптырамайбыҙ. Ялдан килеп “малайҙы ҡайышланым әле” йәки “ҡыҙҙы наказать иттем” тип һөйләүселәр ҙә бар. Донъя хәлендә, бынау эш һәм башҡа йөҙ төрлө мәшәҡәт араһында балалар үҫтереп ятҡан көн – ни хәл итәһең – һуғып та, әрләп тә ебәрелә. Әммә, әсәләр әсәләр инде, үҙебеҙҙең “эш ҡушыу” менән Земфираның “эш ҡушыуы” араһында айырма барлығын һиҙәбеҙ. Һәр әйткән һүҙенән үгәйлек һалҡынлығын, битарафлыҡ сатҡыларын тойоп ултырабыҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҮГӘЙ ӘСӘЙ
Хикәйә
Икенсе бүлек
Бер яҡтан ҡарағанда, Земфираның ғаиләлә иң оло бала булған үгәй ҡыҙына эш ҡушыуы бер нәмә лә түгел һымаҡ. Кем балаһына йомшамай? Үҙебеҙ телефондан һыҙыра әрләп ташларға ла, “Ҡайтһам йәнеңде алам” тип янап һалырға ла аптырамайбыҙ. Ялдан килеп “малайҙы ҡайышланым әле” йәки “ҡыҙҙы наказать иттем” тип һөйләүселәр ҙә бар. Донъя хәлендә, бынау эш һәм башҡа йөҙ төрлө мәшәҡәт араһында балалар үҫтереп ятҡан көн – ни хәл итәһең – һуғып та, әрләп тә ебәрелә. Әммә, әсәләр әсәләр инде, үҙебеҙҙең “эш ҡушыу” менән Земфираның “эш ҡушыуы” араһында айырма барлығын һиҙәбеҙ. Һәр әйткән һүҙенән үгәйлек һалҡынлығын, битарафлыҡ сатҡыларын тойоп ултырабыҙ.
– Привет, балаҡайым! Шунан, бөттөмө дәрес? – тип башлаһа, үҙ ҡыҙы икәнен беләбеҙ. – Ашаттымы апайың? Арыныңмы? Ятып тор һуң, балам, йоҡлап ал да, дәрестәреңә ултыр. Йә, ярай, ҡайтҡас һөйләшербеҙ. Мин дә һине яратам. Пока.
Ә инде “Алло! Нимә эшләйһең? Һаман ҡайтманыңмы ни? Ҡайтһаң шуны шулай ит, быны былай” тип башланһа ла, покаһыҙ-ниһеҙ һалып ҡуйылһа – билдәле – үгәй ҡыҙы.
Тик нисек һөйләшһә лә кеше ғаиләһенә ҡыҫылып булмай. Үҙебеҙ үгәй әсә булып ҡарамағанбыҙ, кеше балаһын тәрбиәләмәгәнбеҙ, был хәлде ситтән күҙәтеп “шыш-быш” итәбеҙ ҙә – бөтә ине, бер мәл Земфираның бойороҡ биреүҙәре бөтөп киткән. Ҡатындар һиҙгер ҙә инде, кемдер быны аңғарып та ҡалған икән. Сәй эскәндә яйын тура килтереп һорап та ҡуйҙы берәүебеҙ:
– Өлкән ҡыҙың ҡайҙа инде шул? Әллә ҡырға-фәлән китеп барҙымы?
– Китте! Етем бала аҫраһаң шул инде...
– Ҡайҙа китте?
– Әпсәһенә сығып киткән булды. Нисә йыл иҫенә лә төшөрмәгән бисә как бутта уны көтөп тора? Кире ҡайтыр булһа, ныҡ итеп әйт, ғәфү үтенмәйсә индермәйем тинем әле атаһына.
– Алай икә-ән... – Саимә апай үҙенсә һығымта яһанымы, бер нөктәгә текәлеп ултыра бирҙе лә, “әпәр” итеп тороп китте. Уның артынан беҙ ҙә ҡуҙғалдыҡ.
Бер-нисә йылдан, ниндәйҙер тантанаға күлдәк тектереүгә тегенсе эҙләп иғландар ҡарай инем, танышым үҙ тегенсеһен тәҡдим итте. Телефон номерын биргәндә “Аптырамаҫһың, ғәрип ҡатын ул, иғтибар итмә” тип тә киҫәтте. Барып эҙләп таптым. Ишекте ысынлап ғәрип кеше асты. Башта уның ҡатын икәнлеген дә ҡапылдан аңламаным. Тертләпме, тетрәнепме аҙыраҡ юғалыңҡырап ҡалдым. Шул халәтемдән уңайһыҙландым, тегенсе лә быны һиҙҙе, көлөп ебәрҙе:
– Ҡурҡмағыҙ ҙа, оялмағыҙ ҙа, мин өйрәнгәнмен инде, үтегеҙ.
Артынан эйәреп барғанда ҡатындың бер яҡҡа ҡыйшайып сатанлауын да, бер яурынының һиҙелерлек төшкәнен, бөтөн кәүҙәһенең шул яҡҡа ҡыйшайғанын аңғарҙым. Ә иң аяныслыһы уның бите инде. Һыңар күҙе йомола биреп, танауы, ауыҙы, сикәһе ҡырын булыңҡырап салшайып тора. “Аллам һаҡлаһын” тигән уй тел осонан саҡ ысҡынмай ғына...
Тегенсе ай-вайыма ҡарамай сәй ултыртты. Уның ҡаршыһында бер йотом йота алмаҫтай булһам да, үҙемде ҡулға алып ултырҙым. Сәй араһында алып килгән туҡымаларымды, журналдарҙан күлдәк фасондарын ҡарап сыҡтыҡ. Аҙаҡ үлсәмдәремде алып, хаҡын килешеп, тышҡа сығып уҡ оҙатып ҡалды. Заказды ала килгәнемдә тегенсем өҫтәлен әҙерләп үк көтөп торған, юлда ла ҡат-ҡат шылтыратып ҡабаландырҙы. Был юлы ул ингәс тә һорау менән ҡаршыланы:
– Һин мине танымайһың, ивет?
Сисенеп торған ерҙән туҡтап уға төбәлдем:
– Ю-уҡ...
Кеткелдәтә көлөп алды ла, фото альбом тотоп та килде:
– Ә быны?
Һүрәттәге йәш ир менән ҡатынды сырамытҡандай итәм, тик атап ҡына әйтә алмайым:
– Таныш һымаҡтар...
– Студент саҡтағы Салауат ағайыңды хәтерләмәйһеңме? 505-тә йәшәне, ҡатыны, ҡыҙы менән?
Тора биргәс тағы ла нығыраҡ аптыранған ҡарашымды ҡатындың зәғиф йөҙөнә күсерәм:
– Эйе-е... Салауат ағайҙы иҫләйем, балаһын ҡалдыра ине ҡай саҡ. Ҡатыны?.. Һеҙ инегеҙме ул?..
Ҡатын тағы кеткелдәп көлә:
– Мин инем бит! Гөлдәр апайыңды таныманың, әй!
Танырһың! Ул саҡтағы ҡурсаҡ һымаҡ апай менән әлеге инәй араһында айырма түгел, упҡын ята.
Аҙағы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: