Өҫтәл артында ла иҫемә килә алмайым әле. Алдымдағы фото менән ҡаршымдағыларҙы сағыштырып, берәй оҡшашлығын табырға тырышам. Әһә... йылмайһа аҙыраҡ нимәлер сағылып китә икән... шул ғына.
– Мин бит аварияға осраным. Күптән инде. Салауат ағайың менән уның районына ҡайтып йәшәп ятҡанда, – тип, ни һорарымды белгән Гөлдәр апай үҙе сиселә. Бәлки, шул хаҡта һөйләгеһе лә килгәндер инде, кем белә. – Ҙур итеп өй һалғайныҡ. Салауат ағайыңды ҡайтҡас та хакимиәткә алдылар, оҙаҡламай урынбаҫар итеп ҡуйҙылар. Уның шәп кеше булғанын беләһең дә инде?
Беләм. Белә инем шул. Ағай бик үткен, эшлекле, күрнекле бер ир ине. Беҙ берҙә уҡығанда, улар биште тамамланы. Салауат ағай комендант булып та эшләне. Бөтөн һорауҙар менән уға барҙыҡ. Ярҙамсыл, һәйбәт ине үҙе. Бәһлеүән ағайҙың эргәһендә ҡурсаҡ һымаҡ ҡына йәтеш ҡатыны йөрөнө. Был апай скрипкала уйнай торғайны. Сәнәғәттә уҡыны, ахыры. Кистәрен йыш ҡына матур кейенешеп концерттарға барҙылар, бәләкәс кенә бәпестәрен беҙҙең кеүек йәш ҡыҙҙар көтөп торҙо, бер-нисә тапҡыр беҙҙә лә ҡалдырҙы.
– Салауат ағай ҡайҙа һуң? – ҡатындың яңғыҙ икәнлеген аңлағайным бит инде.
– Э-эй, һөйләһәң... – Гөлдәр апай ҡулын һелтәп кенә ҡуйған булһа ла, дауам итә, – Райондан ҡалаға сыҡҡайныҡ, өс кеше инек машинала: мин, водитель һәм минең менән бергә эшләгән тағы бер ҡыҙ. Автобус аҫтына инеп киттек. Алда ултырған ҡыҙ менән водитель үлгән. Мине, бына, ошолайыраҡ итеп йыйып алғандар...
– Йылға яҡын балнистарҙа яттым... Унан өйҙә... Һөйләшә лә алманым бит башта, атламаным да.
– Ағайыңдың секретаршаһы килеп ярҙамлашып йөрөнө... Баланы баҡсанан алыпмы шунда... Эҫенешеп киткәндәр, күрәһең. Аҙаҡ мине икенсе ҡалала йәшәгән апайыма тапшырҙылар ҙа, өйҙө һатып, ҡыҙыбыҙҙы алып Өфөгә күскәндәр икән...
– Ҡасан атлап киттегеҙ һуң? – тамағыма тығылған төйөрҙө саҡ йотоп һорай алам.
– Дүрт йыл яттым. Яйлап телем асылды, унан йөрөргә өйрәндем. Үлгем килеп, өмөт өҙөлгәндә лә, баламды ҡабаттан күреү теләге сигенергә бирмәне. “Торам! Ҡыҙымды табам!” тип көрәштем.
Быларҙы әйткәндә апайҙың күҙҙәрендә зәһәр осҡондар ҡабынып китте хатта. Мин уның ысынлап бик ҡаты көрәш юлы үткәненә ышандым.
– Ҡыҙымды килеп күрерлек булғанда уға ун биш йәш ине. Тик ул минең менән аралашырға теләмәне, “ташлап киткәнһең, баш тартҡанһың” тип борлоп та ҡараманы. Ышанаһыңмы? Үгәй әсәһе менән атаһы уға минең турала туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп үҫтергән!
– Икенсе ир менән йөрөп тотолған, ул иргә китәм тип баланан баш тартҡан, унан тәҙрәнән һикергән... тағы әллә нимәләр шунда.
Бәтәс! Мин был тарихты беләм түгелме һуң? Хыянатта тотолоп тәҙрәнән һикергән ҡатын тураһында... туҡта!
– Үгәй әсәнең исеме кем? Земфира түгелме?
– Беләм дә ул! Бергә эшләнек.
– Ә-ә... Шунан? Нисек? – Гөлдәр апай сәйер генә йылмайҙы.
– Беҙ ҙә шул һеҙҙең ҡыҙығыҙ белгәнде белдек. Ә... был тарихты түгел...
– Ҡыҙығыҙҙы алғанһығыҙ түгелме?
– Алдым, Аллаға шөкөр. Баламды күҙәтеп әллә күпме ваҡыт йөрөнөм ошонда. Мәктәптән сыҡҡанында ла һағаланым, урамда ла ҡаршыһына төштөм, тигәндәй. Ахырҙа ҡыҙым ултырып тыңланы мине, рәхмәт төшкөрө! Бер һөйләштек, тағы күрештек, өсөнсөгә кафеға инеп сәй эстек. Шулайтып аралашып киттек. Күреп кенә лә, һөйөп кенә лә туя алманым баламды...
Апай көтмәгәндә көлөп ебәргән кеүек, ҡапыл ғына быуылып илап та ала. Тыныслана ла тағы һүҙен ялғай.
– Мәктәбен тамамлап, имтихандарын биреп бөткәс, ҡыҙым атаһына миңә китәм, тип әйткән. Тегеләр, әлбиттә, шаҡ ҡатҡан. Шау-шыу ҡупты инде... Талаш-тартыш та оҙаҡ барҙы. Ныҡ булдыҡ беҙ, бирешмәнек. Бына ошо фатирҙы табып күстек. Башта ауырыраҡ ине... Минең ғәриплек аҡсаһына ғына йәшәнек. Хәҙер, бына, тегеү курсын бөтөп оҫтарып алдым. Ҡыҙым да институтын тамамлап килә, эшләп тә йөрөй. Алламдың биргәненә шөкөр генә... шөкөр генә...
Был хәлде икенсе көнө үк бара һалып эштәге ҡатындарға һөйләнем. Түҙеп буламы инде! Ултыра төшөп аптыранылар. Айға яҡын шул теманы сәйнәнек. Тора-бара Земфираның исеме телебеҙҙә үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән “үгәй әсәй”гә үҙгәреп киткән икән. Бер мәл урамда ла күрҙем әле, башымдан шундуҡ “Ә-ә, “үгәй әсәй” тигән уй үтте. Һөйләшеп, эштәге хәлдәрҙе һорашып торҙо. Хәҙер инде ул миңә һауалы ла, бай ҙа, матур ҙа булып күренмәне. Сөнки мин уның эсен белә инем. Үгәй әсәй икәнлеген...