Тимерйән ҡарт ҡайҙа килеп эләкте? Эргәләренән үтеп кенә бара ине. Ҡосаҡлап алдылар, етәкләп алып кереп, өҫтәлдең иң түренә ултыртып ҡуйҙылар бит әле. Алдына ҙур шаҡмаҡ тәрилкә ҡуйҙылар. Йоҡа ғына итеп теленгән ҡаҙы өйөлдө, ҡалъяһы ике киҫәк, тана ите булды, ахыры, ҙур ҡабырға һалдылар.
– Бына һеҙҙең милли эсемлек, – тине йорт хужаһы. – Быныһы буҙа. Ә ҙур һауыттағыһы – йылҡы һурпаһына иҙелгән ҡорот, саҡ ҡына борос һиптем. Ҡара борос һеҙгә яраймы?
– Ярай, ярай, – тип кинәнә Тимерйән. – Ашап туйғандан һуң ғәҙәттә борос һурпаһы менән булғанын баҫтырып ҡуябыҙ.
– Нисек баҫтырып ҡуябаҙ? – ти хужа.
Аһ, быныһын нисек аңлатырға икән? Кафтау аръяғынан килгән егет булһа ла, беҙҙеңсә бешеренергә өйрәнгән бит әле.
– Эйе, баҫтырып ҡуябыҙ, – тип һүҙҙәрен һайлай Тимерйән ҡарт. – Ашағаныбыҙ майлыраҡ, ҡоротло һурпа майҙы эшкәртергә ярҙам итә. Өҫтәүенә, ул бик туҡлыҡлы.
– Шәп, шәп! – тип маҡтай ҡара мыйыҡлы Кафтау егете. – Тартынма, беҙгә йышыраҡ ин. Һин миңә атайым һымаҡ.
Буйтым ашап алды Тимерйән. Уңайһыҙланып ҡына хөрмәһенә үрелгәйне, алдына өйҙө лә ҡуйҙылар. Гел үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлек бит әле, сит яҡтыҡы берәү ҙә юҡ.
Ҡарт ашай. Эстән генә рәхмәттәрен уҡый-уҡый, ҡабаланмай ғына еренә еткереп сәйнәп, икмәк ҡушып ашай. Бындай һый көн һайын эләкмәй. Ниңә, үҙҙәре саҡырып индерҙе, һоранып йөрөмәне.
Ана, береһе килеп ғаилә хәлен һораша.
– Бер үҙем йәшәйем, – ти Тимерйән, – яңғыҙмын. Ярты йыл элек ҡарсығым, Гөлсинәне әйтәм, үлеп китте.
Гөлсинәһе иҫкә төшкәс, ҡарт илап уҡ ебәрҙе. Тегеләр күмәкләшеп ҡартты йыуатты, пакетҡа һалып, ит, алма, хөрмә килтерҙеләр.
Тимерйәнгә уңайһыҙ булып китте. Үҙен юҡтан ғына йәлләткән һымаҡ тойолдо. Ю-юҡ, һоранып ултырманы, үҙҙәре бирҙе.
Эргәһенә үҙе һымаҡ ҡарт килеп ултырҙы. Был яҡтарҙа байтаҡтан икән – башҡортса ла өйрәнгән.
– Йәшәргә урының бармы? – тип ҡыҙыҡһынды Кафтау бабайы.
– Аллаға шөкөр, өйөм бар, шунда йәшәйем, – ти Тимерйән. – Һыуы, ваннаһы, йылыһы өйҙөң эсендә. Тик бына яңғыҙым ҡыйын.
– Яңғыҙһыңмы ни? – ти Кафтау бабайы. – Мин дә яңғыҙ. Яңғыҙ ҡыйын шул.
Шуны ғына көткән һымаҡ ике йәш кенә дәртле ҡатын Тимерйәндең эргәһенә килеп тә ултырҙы. Ҡартҡа ҙур ғына һауыт менән әллә шарап, әллә виски һондолар.
Ай-һай, был ҡаты ла инде. Тимерйән ауыҙ ғына итте. Эх, берҙе күтәргәндә! Юҡ, Тимерйәнгә эсергә ярамай, ул хәҙер белә: башы шаулай, ҡолағы насар ишетә.
– Юҡ-юҡ, – ти Тимерйән, – эсә алмайым, дарыу күп ашайым. Былай ҙа саҡ йөрөйөм.
Ҡатындарҙың береһе Тимерйәнгә һыйынып уҡ килә. Ярым асыҡ түштәре менән ҡартҡа боролоп ултырып, әллә ҡағылып, әллә терәлеп тора. Ә мыйыҡлы ҡарт ҡатынға бармаҡ янай, етте, ярамай, тип иҫкәртә. Ярамаймы һуң инде, һаман һыйынып килә бит әле. Ҡатын буш тәрилкәләрҙе күтәреп сығып китеүгә Кафтау бабайы Тимерйәнгә эйелде:
– Рәтең бармы, әгәр ҡулыңдан килһә, был һинеке, – тип бышылданы.
Тимерйән тәҡдимдән ҡыҙарынды-бүртенде, хатта оялып китте. Оялмай ни, яңыраҡ намаҙға баҫҡайны, ҡыш буйы ғәрәпсә уҡырға өйрәнде.
– Юҡ-юҡ, гонаһ була, – тине ул ҡартҡа, – миңә ярамай, мин намаҙҙа.
– Булһа ни, мин дә намаҙҙа, – тип мыйыҡ ҡулын һелтәп үк ебәрҙе.
Тимерйән ҡарт ашап бөттө, туйҙы, күңеле булды. Эх, бындай һый көн һайын эләкмәй шул. Ә былар ниндәй киң күңелле халыҡ! Егәрлеләр, эшлеклеләрҙер инде. Әллә ҡайҙа ятҡан Кафтау аръяғынан килеп, бында нығынып китеүҙәрен әйт. Әллә кемдең юбилейы тиме, әллә туймы, ана, бар донъяны һыйлап, үҙҙәре лә һыйланып, хан йәйләүендәге һымаҡ яталар.
Сәй килтерҙеләр. Ю-юҡ, Тимерйән бындай ҡуйы сәйҙе эсә алмай, ауыҙ ҙа итә алманы. Сәйҙе әлеге ҡатын алып килде. Аһ-аһ, сәйҙе лә ҡыҫтап эсерәләрсе. Юҡ, эсмәне Тимерйән, сәйҙе кире бирҙе. Шыйыҡ ҡына сәй килтерҙеләр. Эсеп ҡарағайны, әскелтем генә тәм тойҙо. Сәйҙәре ошолай була микән, әллә берәй нәмә ҡуштылармы? Тимерйән сәйен эсеп бөттө лә ҡайтырға ҡуҙғалды. Етәр, көн оҙоно нисек ултырмаҡ кәрәк, ашаттылар, эсерҙеләр, һыйланылар.
Ҡайтырға ыңғайлағайны, оҙатып бер егет сыҡты. Тәки ныҡышалар, теге ҡатынды Тимерйәнгә эйәртергә итәләр. Ҡара әле, ҡатын үҙе лә ныҡыша, оҙатам, ти, ҡартты ҡултыҡлап алды.
– Юҡ-юҡ, – Тимерйән һаман, – мин намаҙҙағы кеше, беҙгә ярамай.
Ҡапҡаһынан ихатаһына инеп барғанда боролоп ҡарайһы итте: әллә күҙенә күренде, әллә ысынлап ине, ағас ышығында теге ҡатын күренеп ҡалғандай булды.
Тимерйән күпме йоҡлағанын да хәтерләмәй. Байтаҡ булды шикелле. Уянып китһә, бүлмәһенә лә керә алмаған, залындағы диванда йоҡлап ята. Был нимә булды һуң әле? Һуҙып ҡына ашҡаҙаны һулҡылдап ҡуйҙы. Кисә кемдә булды әле ул, кем ҡунаҡ итте? Һуң, үҙенең тиңдәше бер ҡарт менән ҡунаҡ булдылар түгелме һуң? Әллә бер төш кенә булды инде? Һуң, алдыңда өйөлөп ятты, алҡынғансы ашаның, тамағың туйҙы, әле килеп ас уяндың.
Эх, донъяның рәте китте. Өйөн ҡарсығы ғына тотоп торған икән. Ни был ҡалала яҡындары юҡ. Үҙе 70-се йылдарҙа уҡ ҡатыны менән ошонда күсеп килгәйнеләр. Хәҙер байтаҡ ғүмер үтте. Ҡатыны саҡ ҡына сирләне лә үлеп ҡуйҙы.
Шулай ҙа башы ҡата: кисәге хәл төш булдымы, әллә ысынмы? Ҡаҙы ашап ултырғанын әлегеләй хәтерләй һымаҡ. Бер түгел, ике ҡалъя һондолар.
Ай Алла, дарыуҙарын эсергә онотҡан бит. Ҡарт ҡалтыранған ҡулдары менән таблеткаларын әҙерләне. Һыу ҡойоп алды. Ашҡа ымһынып, кисә дарыуҙарын онотҡан. Хәҙер нисек була инде? Ауырып ҡына китмәһә ярар ине. Юҡ, былай булмай, эргәһенә бер кеше кәрәк. Дөрөҫ, бер егетте индергән булғайны, уныһы тәүҙәрәк арыу ғына йөрөнө, һуңынан ҡыҙҙар саҡыра, эсә, музыка олота башланы. Запой менән икешәр аҙна ята ла ҡуя, етмәһә, өйҙә тәмәке тарта.
Ярай, участковыйҙы яҡшы белә. Уныһы килеп протокол төҙөнө лә, такси саҡыртып, әйберҙәрен тейәп, ауылына оҙатты ла ҡуйҙы. Оҙатып ҡуйҙы, ә бурыстары ҡалды. Уның өсөн былай ҙа электр утына күберәк түләргә тура килде. Берәр йәшерәк ҡатынды саҡырғанда, бәлки, өйҙө ҡарашыр ине. Иҙәнде йыуып бирһә лә бер файҙа.
Тимерйән ҡарт телефондан шылтыратырға тотондо.
Гөлназ, яңы күлдәген кейеп, өҫтәл артына ғына ултырғайны, ҡәйнәһе Сәғирә килеп тә инде һәм бот сапты.
– Һинең, килен, бөтөнләй оятың юҡ икән, – тине ҡәйнә төкрөктәрен сәсә-сәсә. – Был күлдәкте тағы нимәгә алдың? Һин беҙҙең хаҡта уйлайһыңмы? Беҙ һине бында нимәгә тотабыҙ? Рафаилдың аҡсаһыҙ интеккәнен беләһең бит.
– Беләм, – тине Гөлназ битараф ҡына, сәй эсеүен дауам итеп.
Нимә тип әйтһен, ҡәйнәм, ике-өс кенә күлдәгем бар, алмашлап кейәм, кеше араһында оят, кейемгә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылға ҡарап оҙаталар, тиһенме?
Юҡ, ҡәйнәһе тынырға уйламай ҙа.
– Һин Рафаилды һис һанға һуҡмайһың шикелле. Һине сығарып ебәрмәйенсә булмаҫ. Бына фатир эҙләп йөрөй башлаһаң, белерһең әле. Рафаил, сыҡ әле бында!
– Әсәй, нимә булды, ниндәй тауыш?
– Күрәһеңме? – ҡәйнәһе йыуан бармаҡтарын килененә төрттө.
– Әй, улым, нимә күрәһең?
– Гөлназды күрәм, әсәй. Шунан ни булған?
– Һуң, тағы ла яңы күлдәк алған бит!
– Алһа ни! – тине Рафаил. Үҙе аҡрынлап йоҡонан уянды шикелле. – Ҡатын-ҡыҙ кейенә инде ул.
– Кейенә инде ул, – тип үсекләште әсәһе. – Ә үҙең, аҡса юҡ, аҡса етмәй, бизнесты үҫтереп булмай, тип зарланаһың. Бисәң көн һайын кейенгәс, аҡса ҡайҙан еткерәһең?
Гөлназ эстән ярһый, әллә ниндәй ауыр һүҙҙәр әйткеһе килә, ләкин өндәшмәй, сөнки белә: өндәшеүҙән файҙа юҡ. Иргенәһе – әсәһенең иркә балаһы, ә әсәһе йылан, ике аяҡлы ҡара йылан. Ә йылан менән кешесә һөйләшеп булмай. Гөлназ Рафаил менән йылдан ашыу йәшәү дәүерендә шуға төшөндө: был фатирҙа уның бер хоҡуғы ла юҡ, ул бында кәрәк, ләкин аҙмы-күпме аҡса килтереүсе, фатир өсөн түләүсе, аҙыҡ-түлек ташыусы, ирҙең ваҡ-төйәк йомоштарын үтәүсе сифатында ғына. Гөлназ быны яҡшы белә. Рафаилдың тәүге ике ҡатыны ла ярты йылға ла сыҙамаған, ә күршеләр Гөлназдың йылдан артыҡ йәшәүенә ғәжәпләнә. Гөлназ өндәшмәй, шуның өсөн генә ваҡ-төйәк низағтарҙан өҫтөн ҡала белә.
Бына әле лә өндәшергә теләге юҡ ине. Ҡәйнәһе килеп, күлдәгеңде һал, аҡсаһын ҡайтар, тип бойорҙо. Эйе тағы, күлдәк һатып йөрөргә генә ҡалғайны, хатта үҙенә килешеп тора бит әле.
– Сәғирә апай, элеккесә әйтһәк, ҡәйнәм, булаһың инде. Мин һеҙгә бил бөгөүҙән арыным. Һеҙҙең йылан ояһына һис бер ҡайтҡым килмәй. Бына нисә ай эшләйем, тапҡан-таянғаным улыңдың әллә бар, әллә юҡ бизнесына һеңеп тора. Әгәр мөмкин булһа, берәй аҡсалыраҡ килен табығыҙ. Улың йәш, уңған һәм алйотораҡ кәләш тапһын, аҡсаны тоҡлап ташый торғанын.
– Табырбыҙ! Һинән арыуырағын алып ҡайтырбыҙ! Бына һинән генә ҡотолайыҡ! –тип төкрөгөн сәсә ҡәйнәһе.
– Шулай булғас, мин һеҙҙе ҡалдырырға булдым, – тип Гөлназ бүлмәгә инеп сумаҙанын алып сыҡты ла:
– Ярай, хушығыҙ, һау булығыҙ, – тине.
– Барған ереңә таш булып ят! – тип зәһәрен сәсте Сәғирә. – Мәңге күрмәһәм дә үкенмәйем. Артынан талаҡ ҡысҡырып ҡал, улым. Өс тапҡыр әйт, талаҡ, талаҡ, талаҡ, тип әйт!
Гөлназ туҡталышҡа килеп етеүгә автобус та күренде.