+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Апрель 2021, 22:11

ЮҠҺЫНҒАНДА Хикәйә Икенсе бүлек

Гөлназ эш урынына кереп ултырыуға, ғәйепле генә йылмайып, Рафаил килеп баҫты.– Күҙемә күренәһеңме, тип торам, – тине Гөлназ.– Һине эҙләп килдем, – тине Рафаил.– Кем дә булһа шикләнһәсе, – тине Гөлназ. – Минән башҡа эҙләр кешең бармы?– Юҡ, – тине тегеһе.– Юҡлығына шикләнмәйем, – тине Гөлназ. – Шулай уҡ һиҙгәнһеңдер, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең дә киләсәге юҡ. Бәлки, булыр ине, һинең әсәйең туҡтауһыҙ ҡыҫылмаһа. Шулай булғас, бөтә үпкәләрҙе һәм дәғүәләрҙе әсәйеңә генә белдер.– Ә ҡайҙа йәшәргә уйлайһың? – тине Рафаил.– Өфө ҡалаһында был хәл итмәҫлек мәшәҡәт түгел. Үҙең күрҙең, һеҙҙә йәшәү миңә ай һайын кәм тигәндә 30 меңгә төшә ине.– Ниндәй 30 мең? – Рафаилдың күҙҙәре шаҡмаҡланды.

Гөлназ эш урынына кереп ултырыуға, ғәйепле генә йылмайып, Рафаил килеп баҫты.

– Күҙемә күренәһеңме, тип торам, – тине Гөлназ.

– Һине эҙләп килдем, – тине Рафаил.

– Кем дә булһа шикләнһәсе, – тине Гөлназ. – Минән башҡа эҙләр кешең бармы?

– Юҡ, – тине тегеһе.

– Юҡлығына шикләнмәйем, – тине Гөлназ. – Шулай уҡ һиҙгәнһеңдер, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең дә киләсәге юҡ. Бәлки, булыр ине, һинең әсәйең туҡтауһыҙ ҡыҫылмаһа. Шулай булғас, бөтә үпкәләрҙе һәм дәғүәләрҙе әсәйеңә генә белдер.

– Ә ҡайҙа йәшәргә уйлайһың? – тине Рафаил.

– Өфө ҡалаһында был хәл итмәҫлек мәшәҡәт түгел. Үҙең күрҙең, һеҙҙә йәшәү миңә ай һайын кәм тигәндә 30 меңгә төшә ине.

– Ниндәй 30 мең? – Рафаилдың күҙҙәре шаҡмаҡланды.

Ҡыҙ ярһып китте:

– Йә, хәҙер һанап күрһәтәм. Һинең эшкинер-эшкинмәҫ бизнесыңа алынған кредит өсөн ай һайын 15 мең. Фатир өсөн ай һайын 7-8 мең. Аҙыҡ-түлек 10-15 мең. Күрҙеңме, утыҙ меңдән артып китте.

– Барыһын да аҡсаға һалып иҫәпләмәйек, – тине Рафаил. – Һине яратҡанымды беләһең.

– Беләм, ләкин хистәреңдең яҡтылығын шик аҫтына ҡуям. Һин мине түгел, әсәйеңде күберәк тыңланың.

– Әйткәндәй, әсәйем һинән ғәфү үтенә.

– Ғәфү үтенә? Хәҙер уның ғәфү үтенеүе минең өсөн бер әһәмиәткә лә эйә түгел.

– Ул һинең менән осрашырға теләй, Гөлназ.

– Килһен, ошонда тубыҡланып торһон, ер тырнап илаһын, ләкин фәтеүәһе булмаясаҡ. Һуң, бик һуң, Рафаил. Мине һеҙҙең өсөн йәшәнем, бер рәхмәт тә ишетмәнем. Хәҙер үҙем өсөн йәшәп ҡарарға теләйем.

Рафаилдың танауы төштө, илап ебәрергә йыйынғандай булды:

– Ярар, бер аҙ ваҡыт үтһен. Һыуынайыҡ, уйланайыҡ, шунан ҡарарбыҙ.

– Һуң, Рафаил, бик һуң. Иртәрәк уйларға кәрәк ине. Бына бөгөн кис минең барыр урыным юҡ. Ҡайҙа барып ҡунып сығырымды белмәйем. Ләкин миңә ҡыйын түгел. Беләһеңме, ни өсөн ҡыйын түгел? Сөнки һинең әсәйең янына ҡайтмайым. Бөгөн уның мыжығанын ишетмәйәсәкмен. Ә был хәл миңә шундай еңеллек бирә.

– Барыр урының юҡ бит, кис килеп алам, – тип ныҡышты Рафаил.

– Борсолма, Рафаил, табырмын. Һәр хәлдә һеҙгә бармаясаҡмын.

Рафаил шым ғына сығып китте. Гөлназдың әхирәте һәм хеҙмәттәше Әлиә килеп керҙе.

– Әллә ирең килгән инде? – тине ул.

– Йөрөй инде шунда, – тип ҡул һелтәне Гөлназ.

– Әллә ҡыуҙыңмы?

– Юҡ, ташлап сығып киттем, туйҙырҙылар. Бер йыл ғүмерем әрәм булды. Фатирына теркәмәнеләр. Әсәһе бик яман, барыбер үҙ күрмәне, ҡабул итмәне.

– Ә ҡайҙа ҡунасаҡһың?

– Бер әхирәтемә шылтыраттым, урын табырбыҙ, тине.

Әлиә Гөлназдың эргәһенә килде.

– Мин поселокта бер өлкән генә бабайға йортҡа керҙем. Уның тағы бер бүлмәһе бар, кеше тап, тине.

– Мине алаһыңмы? – тине Гөлназ. – Һине тыңлап ҡына йөрөр инем.

– Тыңлау ғына етмәй, иҙән йыуасаҡһың, ашарға бешерәсәкһең, кер йыуасаҡһың. Шуға ризамы?

– Риза, әлбиттә, риза булмай ҡайҙа барайым? Минең барыр урыным юҡ.

Кис Тимерйән ҡарт Гөлназ менән Әлиәне ҡыуанып ҡаршы алды.

– Эх, ҡыҙҙарым, – тине ул, – ниңә иртәрәк тыуҙым икән? Йәшерәк булһам, һеҙҙе ҡосағымда ғына йоҡлатыр инем. Ҡартайтылды шул.

– Ә беҙ һеҙҙе һис тә ҡарт тип уйламайбыҙ, – тине Әлиә. – Һеҙ әле лә йәп-йәш егет кеүек.

– Шулай булмағайы, – тине ҡарт. – Һеҙ мине йәш саҡта күрмәнегеҙ. 50-се йылдар, мәктәптә уҡыйым. Ҡыҙҙар килеп, тәҙрә төбөндә һыҙғырып ултыра торғайны.

– Һеҙ бабай, әле лә егеттәр һымаҡ күренәһегеҙ, – тине Гөлназ. – Бына өйөгөҙҙө йыйыштырып, үҙегеҙҙе ашатып, тәрбиәләп алһаҡ, йәшәреп китәсәкһегеҙ.

– Балалар, ысынлап та шулай булыр микән?

– Әйҙә, бабай, шулай булһын, – тине Әлиә. – Беҙҙең Гөлназ шул хәтле ашарға оҫта бешерә.

Кис өсәүләп ултырып күңелле генә итеп сәй эстеләр. Бабай зыянһыҙ күренә. Эсмәй, хатта намаҙ уҡый икән.

Тик иртән эшкә барырға сыҡҡас, шуға аптыранылар: бер “Жигули” килеп сыҡты ла ултыртып ҡалаға алып барырға тәҡдим итте.

Руль артында йәш кенә мыйыҡлы Кафтау аръяғы егете. Ҡыҙҙар менән танышырға теләк белдерҙе. Гөлназ бик илтифат итмәһә лә, Әлиә, кәрәге булыр әле тип, телефонын яҙып алды, үҙенекен дә бирҙе.

Һуңынан асыҡланыуынса, егет йәшәгән фатир шул тирәлә икән. Исеме Фирзат. Өйләнмәгән. Тағы бер ҡустыһы бар икән. Гөлназ был танышыуҙы бик өнәп бөтмәне.

– Киләсәген күрмәйем был танышлыҡтың, – тине ул. – Әле Рафаилдан ҡотолоп бөтмәгәнмен, үҙең күрҙең, килә лә тора, килә лә тора.

– Ҡара уны, хаҡыңды төшөрмә, – тип киҫәтте Әлиә. – Бик ныҡ бөтөрөнгән, һин уны ҡамыр урынына иҙә алаһың.

– Шулай булһа икән. Һин уның әсәһен күрһәң! Уның менән хатта бер аҙ һөйләшеп тороу ҙа көс талап итә. Вампир һымаҡ ҡатын.

– Уф, шундай булырға яҙмаһын, – тип Әлиә төкөрөнөп ҡуйҙы.

Гөлназдың телефоны шылтыраны. Ҡараһа, Сәғирә ҡарсыҡ, ҡәйнәһе шылтырата икән. Трубканы алды, ләкин тыңламаны Гөлназ. Уның ҡарауы, Әлиә алып тыңланы ла шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

– Гөлназым, бәпескәйем, матурым, үҫкәнем, уңғаным, мин шул хәтле үкенәм. Һинән башҡа йәшәп булмай икән. Ҡайт инде, Гөлназ, Рафаил да һине һағына. Тамағына аш түгел, сәй ҙә бармай.

Гөлназ асыуланып трубканы тартып алды ла һүндереп ҡуйҙы.

– Кит, йә ышанып ҡуйырмын.

Гөлназ менән Әлиә күңелле генә эшкә тотондолар. Икеһенә лә эшләгән урындары оҡшай. Таҙа, яҡты, йылы. Улар элиталы бутикта һатыусы-консультант вазифаһын башҡара. Бында теләһә кем йөрөмәй, тик байҙар, аҡсалылар үҙҙәренә кейемде ошонан һайлай. Эш хаҡы һатылған тауар хаҡынан алып түләнә. Европала билдәле сауҙа йорттарының береһенең тауарын һаталар һәм хаҡты ла артыҡ күп өҫтәмәйҙәр. Һайлау мөмкинлеге ҙур, хаҡтары арзан, кеше өҙөлмәй. Эргәлә генә ирҙәр кейеме бүлеге, яңғыҙ ир-ат та килеп сыға. Улар иһә ҡатын-ҡыҙҙар бүлегендә эшләгән Гөлназ менән Әлиәгә күҙ һалып ҡына үтмәй. Танышырға, аралашырға теләгәндәре табылып ҡына тора.

Бына әле бер егет кейем һайлап алды ла ҡыҙҙар яғына килде.

– Мөмкинме, бынау кейемдәрҙе кейеп ҡарайым, баһалағыҙ әле, – тине ул ябай ғына итеп.

– Ул яҡта консультанттар юҡмы ни? – тине Әлиә аптырап.

– Барлыҡҡа-бар, – тине егет. – Тик уларҙың зауығы минең талапҡа тап килмәй шикелле.

– Улай булһа, беҙгә мөрәжәғәт итеп дөрөҫ эшләйһегеҙ, – тине Гөлназ. – Әйткәндәй, мин Гөлназ. Ә һеҙҙең исемегеҙ?

– Хәмзә, – тине егет, – Хәмзә Ғәлиевич.

– Хәмзә Ғәлиевич, – тине Гөлназ, – йәйге осор, эҫе, ҡояш ҡыҙҙыра. Ә һеҙ ҡап-ҡара костюм-салбар алғанһығыҙ. Бәлки, һеҙгә урамда эшләргә тура килер. Әйткәндәй, кем булып эшләйһегеҙ?

– Мин адвокат, – тине Хәмзә.

– О-о, адвокат! Һеҙҙең беҙгә бик кәрәк булыуығыҙ бар, – тине Әлиә.

Хәмзә ҡыҙҙарҙың икеһенә лә визиткалар тотторҙо.

– Телефон яҙылған, тәүлектең теләһә ҡайһы сәғәтендә, кәрәк булған һайын шылтырата алаһығыҙ.

Был осрашыу аҙаҡтан ҡыҙҙар һәм уларҙың фатир хужаһына хәл иткес әһәмиәткә эйә буласаҡ. Ләкин нимә булдырын әлегә уларҙың береһе лә әйтә алмай.

Тап ошо минуттарҙа Тимерйән ҡарт дауаханаға барырға булды һәм кейенеп урамға сыҡты. Ул туҡталышҡа ун метр ҙа атлап өлгөрмәне, эргәһенә баяғы “Жигули” килеп туҡтаны. Туҡтап ҡына ҡалманы, унан бер көн күргән ҡатын килеп төштө.

– Һаумы, Тимерйән бабай! – тип еңелсә кейенгән ҡатын тәүҙә ҡартты ҡосаҡлап алды. – Ҡара әле, һеҙ бит йәшәреп киткәнһегеҙ. Һеҙгә нисә йәш әле?

Ҡарт уңға тартылды, һулға тартылды, тик ҡаршылаша алманы. “Жигули”ҙың артҡы ултырғысына инеп ултырырға мәжбүр булды. Икенсе яҡтан әлеге ҡатын һыйынды.

– Йә, бабай, ҡайҙа барабыҙ? – тине ҡатын.

– Әгәр мөмкин булһа, 21-се дауаханаға.

Ҡатын теш араһынан ғына бойороҡ бирҙе:

– Жора, 21-се дауаханаға барабыҙ.

Ярты сәғәт тә үтмәне, дауахана эргәһендәге туҡталҡала “Жигули”ҙан төштөләр.

Ҡатын бабайға һыйына биреберәк ҡултыҡлаған да, ҡәтғи генә күрһәтмәләр биреп, юл ярып бара.

– Зинһар өсөн үткәрегеҙ, күрмәйһегеҙме ни, ветеранды дауаханаға алып килгәнмен. Рәхмәт.

Бабай арлы-бирле иткәнсе йүнәлтмә алды, медицина картаһын эләктерҙе.

Күреп торалар, ветеранға хөрмәт ҙур. Уның ыңғайына ҡатын үҙе лә кереп китте. Бер сәғәт үттеме-юҡмы, эштәрен бөтөрөп, килеп тә сыҡтылар.

– Ҡалай йәтеш булды, тиҙ сыҡтыҡ, – тип ҡыуанды Тимерйән ҡарт. – Бер үҙем булһам, ике-өс көн йөрөр инем.

– Үҙеңдең хоҡуҡтарыңды файҙалана белергә кәрәк, бабай, – тине ҡатын. – Һеҙ бындай хөрмәткә күптән лайыҡ.

Ҡарт үҙенең сарсауын һиҙҙе.

– Ошонда һыу һата торғайнылар, – тип тирә-яғына ҡаранды. Әрһеҙ ҡатын водителгә күрһәтмә бирҙе:

– Жора, һыу.

Тегеһе йүгереп сыҡты, багажниктан ике шешә һыу килтереп тотторҙо.

Ҡатын шешәләрҙең икеһен дә болғатып ҡараны ла береһен ситкә алып ҡуйҙы, икенсеһенән пластик стаканға һыу ҡойоп, ҡартҡа тотторҙо.

Ҡарт һыуһағайны, бер тынала эсеп ҡуйҙы.

– Булдымы, етеме?

Ҡарт тамшанды, шешәгә ҡарап ҡуйҙы.

– Мөмкин булһа, тағы берәй стакан.

– Әлбиттә.

Икенсе стаканды эскәндә ҡарт үткәндәге һымаҡ әскелтеп тәмде һиҙеп ҡуйҙы, ләкин сарсауы көслө ине. Шик-шөбһәһеҙ генә бер тынала эсте.

Ҡарттың эскәнен водитель боролоп, ҡарап ултырҙы.

Ҡарт шунда уҡ ултырғысҡа һөйәлде лә ойоп та китте, ләкин йоҡлағыһы килмәй, өйөнә ҡайтырға кәрәклеген онотманы. Әллә ойоп, әллә һушын юғалтып барғанда Жораның:

– Ныҡ ҡарт, ике стакандан ыһ та итмәне, – тигәнен ишетеп ҡалды. Ләкин ҡарттың аңы ҡеүәтле эсемлек алдында көсһөҙ ине. Ул соҡорға төшөп киткән һымаҡ ҡапыл йоҡоға сумды.

“Жигули” ҙур тиҙлектә ҡасабаға ҡайтты һәм Кафтау бабайының ихатаһына инеп юғалды.

Дауамы бар.


------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: