+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
2 Апрель 2021, 10:28

ЮҠҺЫНҒАНДА Хикәйә Өсөнсө бүлек

Әлиә менән Гөлназ эштән ҡайтты, ә бабай юҡ. Көнө буйы өйҙә булмағаны күренеп тора. Ҡыҙҙар янына бесәй килеп сыҡты. Ҡарттың өйҙә юҡлығы уны ла аптырата буғай. Бесәй фатирға ингән икәүгә аптыранып ҡарап торҙо, һыуытҡыс эргәһенә килеп ултырҙы.– Был бит ашарға һорай, асыҡты микән? – тип Гөлназ һыуытҡысты асып ҡараны. Бесәй ҡыҙғаныс итеп мыяулап ҡуйҙы. Гөлназ бесәйгә тигән аҙыҡты сығарып бирҙе.Бабайҙың өйҙә көнө буйы булмағаны һиҙелеп тора. Хатта төшкөлөккә ҡалдырған ашты ла эсмәгән. Әллә ҡалаға сығып, ауырып китеп, дауаханаға эләктеме икән? Өҫтәлдә газ, һыу өсөн түләй торған ҡағыҙҙары ята.– Берәй танышында йөрөйҙөр, – тине Әлиә. – Бабай ныҡ күренә, ҡайтыр әле.

Әлиә менән Гөлназ эштән ҡайтты, ә бабай юҡ. Көнө буйы өйҙә булмағаны күренеп тора. Ҡыҙҙар янына бесәй килеп сыҡты. Ҡарттың өйҙә юҡлығы уны ла аптырата буғай. Бесәй фатирға ингән икәүгә аптыранып ҡарап торҙо, һыуытҡыс эргәһенә килеп ултырҙы.

– Был бит ашарға һорай, асыҡты микән? – тип Гөлназ һыуытҡысты асып ҡараны. Бесәй ҡыҙғаныс итеп мыяулап ҡуйҙы. Гөлназ бесәйгә тигән аҙыҡты сығарып бирҙе.

Бабайҙың өйҙә көнө буйы булмағаны һиҙелеп тора. Хатта төшкөлөккә ҡалдырған ашты ла эсмәгән. Әллә ҡалаға сығып, ауырып китеп, дауаханаға эләктеме икән? Өҫтәлдә газ, һыу өсөн түләй торған ҡағыҙҙары ята.

– Берәй танышында йөрөйҙөр, – тине Әлиә. – Бабай ныҡ күренә, ҡайтыр әле.

Тынысландылар. Шулай ҙа Гөлназдың күңелендә шик яралып ҡуйҙы. Уны өй эргәһендә ят кешеләр менән “Жигули” уралыуы ла һағайта төштө. Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Хәмзә икән. Гөлназды йөрөп килергә саҡыра. Ҡыҙ өндәшмәй генә кейенә башланы.

– Ҡайҙа йыйынаһың? – тип ҡыҙыҡһынды Әлиә.

– Ә, теге адвокат шылтырата, Хәмзә. Йөрөп киләйек, ти.

– Һин тағы юридик консультация алырға итәһеңдер инде, – тип аҫтыртын ғына көлдө әхирәте. – Берәүҙән ҡотолоп өлгөрмәнең, икенсеһен эләктереп тә алдың. Ә мин уны миңә ылығыр тип уйлағайным.

– Минең өсөн барыбер, ул миңә бик оҡшамай ҙа, – тигән булды Гөлназ. – Теләһәң, һиңә бирәм. Башы-тояғы менән һинеке.

– Юҡ инде, әхирәт, – тине Әлиә. – Һиңә килгәс, нишләп мин уға эйәреп йөрөйөм, ти. Борсолма, табырмын. Кисә бер кафе хужаһы саҡырҙы әле.

– Тимерйән бабай хаҡында һорашырға ине. Хәмзә менән кәңәшләшергә кәрәк, – тине Гөлназ. – Бабай өсөн борсолоп торам әле. Бынау хәтле йортон ташлап, ҡайҙа йөрөй икән? Белеп булмай, бәләгә тарып ҡуймаһын.

Ҡыҙҙар киске тамаҡ ашап, сәй эсеп алыуға, урамда Хәмзәнең машинаһы күренде. Гөлназ сыҡты ла, ҡала буйлап киттеләр. Ағиҙел йылғаһы буйында бик матур кафелар асҡандар икән, шуларҙың береһендә туҡтап, кофе эстеләр.

– Мине йорт хужаһының яҙмышы борсой, – тине Гөлназ. – Иртән өйҙә ҡалғайны, кис ҡайтһаҡ, юҡ. Ҡайҙалыр уҡығайным, ҡара риэлтор тигән әҙәмдәрҙең ҡорбаны булып ҡуймаһын, тип ҡурҡам.

– Яңғыҙ ҡарт кеше, ярҙамға мохтаж, һаулығы ла насар икән – бандиттар өсөн иң ҡулай ҡорбан.

Сәғәт төнгө 11-ҙәрҙә ҡайтҡас, ҡараһалар, ҡапҡа алдында Тимерйән ҡарт ултыра. Гөлназды таныманы, бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Хәмзә менән ҡыҙ ҡартты ҡултыҡлап өйгә алып керҙеләр. “Тиҙ ярҙам” саҡырырға тура килде. Табип ҡарағандан һуң:

– Борсолорлоҡ бер нәмә лә күренмәй. Ҡартлыҡ ғәләмәте инде. Сәй эсереп, ашатып, урынына һалығыҙ. Яҡындары бар микән, табырға кәрәк.

Бабайҙың кеҫәләрен ҡаранылар, паспорты юҡ ине. Комодында ятҡан документтары араһынан да ҡараштырҙылар, унда ла табылманы.

Гөлназ менән Әлиә аптыранды, иртәгә уларҙың икеһенә лә эшкә. Иртәгә түгел, бөгөн бабайҙың ярҙамға мохтаж икәнлеге күренеп тора.

Етмәһә, бесәй, эргәһенә килеп, “был ни эш?” тигәндәй, асыуланып, мыяулап торҙо.

Хәмзә, Гөлназға ҡарап:

– Бабайҙың паспорты юҡ, үҙе адекват түгел. Бабай менән нәмәлер булған. Һеҙгә уның эргәһенә кеше ялларға йә дауаханаға һалырға тура килмәгәйе. Полицияға мөрәжәғәт итергә тура килеүе лә бар. Уларға ла нимә тип әйтәһең, бабай юғалды, бабай табылды, ә паспорты юҡ.

Икенсе көнөнә Гөлназ менән Әлиә икәүләп йүгерешеп эшкә сығып киттеләр.

– Кисәге “Жигули” күренмәйме? – тине Гөлназ, тирә-яҡты байҡап. “Жигули” күренмәй, ләкин күҙҙәренә туҡталыш эргәһендә ултырған иҫке генә иномарка салынды. Гөлназ менән Әлиә, кисәге водителде танып, бер-береһенә ҡарашты. Эргәһенә килделәр.

– Нимә, бөгөн беҙҙе эшкә алып бармайһыңмы ни? – тине Гөлназ. Хаҡын да шунда уҡ килештеләр – икеһенән йөҙәр һум.

Водитель телдәр икән, ҡыҙҙарҙың хәлен һораша башланы, ҡайҙа йәшәүҙәре менән ҡыҙыҡһынды.

Эшкә барғас, Гөлназ Хәмзәгә шылтыратты. Водителдең бик шикле күренеүен телгә алды.

Тимерйән ҡарт кискә генә иҫенә килгән һымаҡ булды. Үҙе менән нимә булғанын бик белмәй. Аҡрын ғына уйлай, аҙымдары ла һүлпәнләнгән. Кисә, бөгөн нимәләр эшләгәнен, ниҙәр булғанын хәтеренә төшөрөргә тырышты. Теге Кафтау аръяғынан килгән ҡарт менән тағы осраштылар ҙабаһа. Ҡарт аптырана, үҙен әрләй: һин дауаханаға барырға тейеш инең, ул ҡартҡа тағы ҡайҙан барып юлыҡтың? Ниңә тағы ҡунаҡ итте ул һине? Ә паспортыңды ниңә ҡартҡа тотторҙоң? Тимерйән ҡарт төрлөсә уйлап ҡарай, ләкин осона сыға алмай. Ниндәйҙер бер ҡараңғы бүлмәлә ултырған һымаҡ булды. Ҡараңғы бүлмәлә теге егет менән ҡатын да булды шикелле. Хатта намаҙын уҡыттылар. Намаҙға ла бергә баҫтылар шикелле. Ҡарт хәтеренең юҡҡа сығыуын һиҙҙе. Алдында бейек, ныҡлы таш диуар торған һымаҡ. Ә теге ҡатын ниндәй ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙыртты? Улайға китһә, фатирына ингән был ике ҡыҙ ҙа бик ҡурҡыныс күренә түгелме һуң? Бәлә-ҡаза алып килмәнеме был ҡыҙҙар? Юҡтыр, уларҙың ғәйебе юҡтыр. Бәлә бит әбейем үлгән көндән башланды. Мин яңғыҙ ҡалдым, етмәһә, баш шаулай, ҡолаҡ ишетмәй. Тимерйән ҡарт үҙен тимер ҡоршау эсендә һымаҡ итеп һиҙҙе. Юҡ, ҡоршау түгел, кемдәрҙеңдер ҡулдары был. Ана, улар ҡарттың ҡулдарынан-аяҡтарынан тотоп алдылар ҙа ҡайҙалыр өҫтөрәп алып киттеләр. Ҡарт уянды. Берәү ҙә юҡ. Бәй, ул иҙәндә ята түгелме һуң? Тимәк, карауатынан ҡолап төшкән. Эй ҡарсығы күрһә асыуланыр инде. Әллә көлөр микән? Ҡайҙан көлһөн йә асыуланһын инде, ул бит күптән мәрхүмә. Тимерйән ҡарт ҡарсығына асыулана башланы:

– Бына мине ташлап киттең дә, хәҙер интегеп йәшәйем!

Бабай торҙо, бүлмәләрҙәге утты яҡтыртты. Шул ваҡыт ике бүлмәнән ике ҡыҙ килеп сыҡты.

– Эх, ҡыҙҙар, һеҙгә миңә нимәгә кәрәк инде? – тине Тимерйән ҡарт. Бесәйе һаман асыулы мыяулай. – Эй бесәйкәйем, һине бит ашатырға кәрәк.

Ҡыҙҙар, бабайҙы ике яҡтан ҡултыҡлап, бүлмәһенә алып керҙе.

– Һайт, шаяндар, мине ҡайҙа алып китеп бараһығыҙ? Хәҙер миндә һеҙҙең ҡайғы юҡ инде.

Гөлназ менән Әлиә фатир хужаһын бүлмәһенә алып кереп, карауатына һалдылар. Өҫтөнә юрғанын ҡымтып яптылар.

– Их, бабай, – тине Гөлназ. – Беҙ эшкә барабыҙ, һин нишләрһең инде?

Иртәгеһен Гөлназ, бабайҙың хәле арыуланғансы тип, ике аҙналыҡ ял алды. Хәмзә менән кәңәшләште. Егеттең таныш табибы бар икән, уға ҡасандыр ниндәйҙер эш менән ярҙам иткән. Шул килеп, бабайҙы бик оҙаҡлап ҡараны.

– Ҡарт сирләй, – тине табип. – УЗИ, МРТ үтергә кәрәк. Фалиж булмағайы тип шикләнәм. Паспорты юғалды тиһегеҙ, бында нимәлер бар.

Дауамы бар.


------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: