0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Апрель 2021, 13:04

ЮҠҺЫНҒАНДА Хикәйә Дүртенсе бүлек

Гөлназ көн һайын эшкә йөрөгән һымаҡ дауаханаға килә һәм бабайҙы ҡарай-тәрбиәләй. Таныштары аша ҡартты көс-хәл менән урынлаштырғайнылар, хатта табиптар Гөлназға шик менән ҡарай башланы, һеҙ уның кеме, тип һорайҙар. Ә был һорау бик ҡатмарлы, сөнки уға яуап биреүе ҡыйын. Хәйер, яуап билдәле: бер кеме лә түгел. Сит-ят кеше булғас, нишләп бында йөрөйһөң, тип ғәжәпләнәләр.Ә бер көн уйламағанда-көтмәгәндә әсәһен эйәртеп Рафаил килеп инде. Сәғирә ҡарсыҡ, бында нишләп йөрөйһөң, тигән ҡиәфәт менән Гөлназға ҡарай атланы. – Һаумы, киленкәйем! Беҙҙе онотманыңмы? Бында нимә эшләп йөрөйһөң? Әһә, аңлашылды, тимәк, был ҡартты ҡарайһың.

Гөлназ көн һайын эшкә йөрөгән һымаҡ дауаханаға килә һәм бабайҙы ҡарай-тәрбиәләй. Таныштары аша ҡартты көс-хәл менән урынлаштырғайнылар, хатта табиптар Гөлназға шик менән ҡарай башланы, һеҙ уның кеме, тип һорайҙар. Ә был һорау бик ҡатмарлы, сөнки уға яуап биреүе ҡыйын. Хәйер, яуап билдәле: бер кеме лә түгел. Сит-ят кеше булғас, нишләп бында йөрөйһөң, тип ғәжәпләнәләр.

Ә бер көн уйламағанда-көтмәгәндә әсәһен эйәртеп Рафаил килеп инде. Сәғирә ҡарсыҡ, бында нишләп йөрөйһөң, тигән ҡиәфәт менән Гөлназға ҡарай атланы.

– Һаумы, киленкәйем! Беҙҙе онотманыңмы? Бында нимә эшләп йөрөйһөң? Әһә, аңлашылды, тимәк, был ҡартты ҡарайһың.

– Ярҙам итәм, – тине Гөлназ. – Миңә унан бер ни ҙә кәрәкмәй.

– Ярай, беҙ ышанырбыҙ: һиңә ҡарттан бер нәмә лә кәрәкмәй. Ә бына беҙгә һин кәрәк.

– Мин нимә эшләргә тейеш? – тине Гөлназ.

– Бына ҡыҙыҡ, ҡалай бер ҡатлы һорау бирәһең. Һин ҡайтырға тейеш.

– Ҡасан?

– Хәҙер үк. Эйе, хәҙер үк ҡайтаһың.

– Ә ҡайтмаһам, нимә була? – тине Гөлназ ҡалтыранған тауыш менән.

Утты-һыуҙы кискән ҡарсыҡ ҡатындың ҡолағын эйелде лә:

– Хәҙер мин бәләкәй генә митинг ойошторам. Нимә тип әйтәм, беләһеңме? Халыҡ! Кешеләр! Бына был ҡатын – минең элекке киленем, бер аферист! Шайтан холоҡло мәкерле бисә. Бынауы бахыр бабайҙың сирләүенән файҙаланып, уға кейәүгә сығырға йөрөй. Шул еттеме, әллә өҫтәйемме?

– Һеҙ мине төрлөсә мәсхәрә итә алаһығыҙ, ләкин бабайға бит ярҙам кәрәк, уны һауыҡтырырға кәрәк.

– Беләбеҙ, – тине ҡарсыҡ киҫкен генә. – Беҙгә лә ярҙам итергә мөмкинлек бир. Был ҙур эш, ҡатмарлы эш. Һин уны бер үҙең генә йырып сыға алмаясаҡһың. Беҙҙе лә ҡатнаштыр. Мин – хәләл ҡәйнәң, бына хәләл ирең тора.

– Юҡ, мин быны булдыра алмайым, – тине Гөлназ.

– Әсәй, туҡтат был уйыныңды,– тип Рафаил әсәһенә өндәшеп ҡараны.

– Сеү, маңҡа малай, һин нимә беләһең? – тип екерҙе уға әсәһе. Рафаил күҙ алдында бөршәйҙе лә ҡуйҙы.

– Кешеләр, халыҡ! – тип ҡысҡырҙы Сәғирә. – Барыһы ла уға боролоп ҡараны, аптыраштылар. Гөлназ үҙе лә һиҙмәҫтән ҡәйнәһенең ҡулынан тотоп алды:

– Сеү, Сәғирә апай, туҡтағыҙ!

Аптыранып, бүлек мөдире килде.

– Нимә булды? Ниңә ҡысҡыраһығыҙ? – тине ул тыныс ҡына итеп.

– Гөлназ минең киленем, уның был ҡартҡа ярҙам итеүенә һорауҙарым бар,– тине Сәғирә тыныс тауыш менән. – Ни өсөн ул ҡартты бер үҙе генә ҡарай? Ярҙам итеүсе юҡ.

– Юҡ-юҡ, бер нәмә лә кәрәкмәй, – тине Гөлназ.

Уның күңелендә бер нисә һорау барлыҡҡа килде. Уның ҡайҙа йәшәгәнен кем әйткән? Бабайҙы дауаханаға урынлаштырыуын ҡайҙан белгәндәр?

Ҡәйнә менән килен әлегә былай һөйләштеләр: Гөлназ эшкә сыға, ә Сәғирә ҡарсыҡ көн һайын бабайҙы ҡарашырға килә. Был бөтә эш Сәғирәнең контроле аҫтында бара.

– Киҫәтеп ҡуям, – тине ҡарсыҡ,тимер тештәрен шаҡылдатып. – Бер ниндәй мутлыҡҡа юл ҡуйылмаясаҡ. Барлыҡ эште мин үҙ ҡулыма алам. Әгәр һинең яҡтан әҙ генә ҡаршылыҡ булһа, ҡыҙыҡай...

– Ниндәй?

– Ниндәй булһа ла! Хәбәрселәр, кешеләр саҡыртып, полицияға әйтеп, һине фашлайым һәм рисуай итәм. Минең көс-ҡеүәт һәм ҡыйыулыҡ һиндә шик-шөбһә тыуҙырырға тейеш түгел. Етәр! Беҙгә ҡайтаһың! Хәҙер һинең һәр аҙымың минең контролдә буласаҡ. Хатта Рафаилға ла иҫәп тотма. Иреңдең йомшаҡлығынан файҙаланып, беҙҙе ошо көнгә төшөрҙөң. Килештекме? Йә, ҡысҡырыбыраҡ әйт, килештекме?

– Килештек, – тип мөңгөрләне килене.

Ҡарттың өйөнә кис Гөлназ шаңҡып, бөтөрөнөп ҡайтты, хатта Хәмзә килергә йыйынғайны, уның менән дә осраша алманы. Инде сәй ҙә эсмәйенсә ятырға ғына йыйынғайны, иң тәүҙә Хәмзә килеп керҙе, уның артынан уҡ ҡәйнәһе менән Рафаил күренде.

– Әһә, ошомо ни хәҙер һинең яңы ирең? Хәмзәме әле? – тине Сәғирә ҡарсыҡ. – Меҫкен ҡартты икәүләп таларға уйлағайнығыҙмы? Булмаясаҡ! Хәҙер һеҙҙең ҡартты алдау буйынса операцияғыҙ минең контролгә күсә.

Хәмзә юғалып ҡалды. Бер ҡарсыҡҡа, бер Гөлназға ҡараны, нимә әйтергә белмәне. Бына Әлиә лә ҡайтып керҙе. Ул өндәшмәй, хәйләкәр йылмайып, быларҙы күҙәтә.

Гөлназ шуға төшөндө: уның әхирәте аҫтыртын рәүештә Сәғирә ҡарсыҡ менән Рафаилға барыһын да еткергән һәм ситтән генә күҙәтеп йөрөй. Был оятһыҙлыҡта туранан-тура ҡатнашыуы ла ихтимал.

Сәғирә ҡарсыҡтан еңел генә ҡотолоу мөмкин түгел икән. Ул, һөйләшеп тә тормайынса, бүлмәләрҙе ҡарап сыҡты ла, Тимерйән бабай йоҡлап йөрөгәненә күрһәтеп, мин ошонда урынлашам, тип иғлан итте.

– Ғәфү итегеҙ, был бабайҙың бүлмәһе, хужаныҡы, – тине Әлиә.

– Дөрөҫ һайлағанмын, ҡарт миңә оҡшамай тип әйтә алмайым. Артабан ҡарарбыҙ. Был бүлмәлә, Рафаил, һин Гөлназ килен менән. Әлиә, һине ҡайҙа ҡуйырға икән? Ярай, мансарданан үҙеңә урын ҡара. Мин унда менеп тормайым, башым әйләнә. Былай ҙа эш күп булды. Килен, сәйеңде әҙерлә.

– Ә һеҙ үҙегеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе беләһегеҙме? – тине Хәмзә уҫал ғына итеп.

– Беләм, Хәмзә улым, һинең адвокат икәнеңде лә, хәлле икәнеңде лә беләм. Киленемде тегеләй-былай йөрөткәнеңде лә беләм. Уйын дауам итә. Ләкин был уйында һиңә урын юҡ.

– Һеҙ нимә һөйләгәнегеҙҙе аңлайһығыҙмы? – тине Хәмзә. – Һеҙ ҡарттың мөлкәтен тартып алырға самалайһығыҙ.

– Эйе, шуның өсөн беҙ ҡартты дауаханаға урынлаштырҙыҡ. Беҙ уны тәрбиәләйбеҙ. Был беҙҙең һәм ҡарттың ризалығы менән эшләнә. Был уйында, әгәр кәрәк булһа, һиңә лә урын табылыр. Ҡайһы бер юридик ҡытыршылыҡтарҙы көйләп ебәреү өсөн кәрәк булыуың бик ихтимал.

– Һеҙҙең менән минең бер уртаҡлығым да юҡ, һеҙгә бер эш тә эшләмәйәсәкмен, – тине Хәмзә.

– Ашыҡма, ҡабаланма. Әле һин йәш, үҙеңдең нимә эшләгәнеңде бик белеп тә бөтмәйһеңдер. Һиңә уйларға мөмкинлек бирәбеҙ. Әлегә йөрөп тор, саҡырһаҡ, килерһең.

Сәй ҡайнаны, өҫтәл ҡорҙолар. Шым ғына киске тамаҡҡа ашап алдылар.

Гөлназ бесәйгә лә ашарға һалды.

– Беләһең, минең бесәйгә аллергия, – тине Сәғирә ҡарсыҡ. – Әгәр мөмкин булһа, иртәгә ҡаланың берәй осона илтеп ташлағыҙ.

Гөлназ өндәшмәне. Бесәй һүҙҙең ни тураһында барғанын һиҙгән һымаҡ бүлмәнән сығып китте. Ҡараңғы төштө, йоҡларға йыйындылар. Сәғирә ҡарсыҡ шкафтағы кейемдәрҙе ҡараны. Мәрхүмә хужабикәнең туны күҙенә салынды. Түҙмәне, ишекте эстән бикләне лә тунды кейеп ҡарайһы итте. Ҡара әле, әллә өр-яңы инде? Саҡ ҡына мулыраҡ икән. Нисауа, бер аҙ ашаһам, таман була ул. Тунды ипле генә итеп шифоньерға кире элде.

Ҡарсыҡ ҡәнәғәт ине. Ғүмер буйы бухгалтер булып эшләгән ҡатын һәр ваҡыт байыу, мал эләктереү хаҡында хыялланды. Ә ул ғүмер буйы аҡса иҫәпләне. Кеше аҡсаларын. Их, ошо байлыҡтың бер генә өлөшө миңә эләкһә ине, тип хыялланды. Аллаһтан шул хаҡта ялбарҙы. Юҡ, ишетмәне. Бирмәне. Теләктәре үтәлмәне. Бына килеп ул сәғәт һуҡты. Хоҙай ишетте уның ялбарыуҙарын. Услап, тоҡлап түгел, өйөп, машина-машина килтереп һалды алдына. Хәҙер иң мөһиме – тыныслыҡ һаҡларға, артығын һөйләмәҫкә, тупаҫлыҡ, ҡомһоҙлоҡ күрһәтмәҫкә. Сит-яттарҙы арбарға кәрәк.

Сәғирә ҡарсыҡ көҙгө алдына баҫты.

– Бына шулай, йылмай, нығыраҡ йылмай, – тине ул үҙ-үҙенә. – Миһырбанлы, мәрхәмәтле, һөйкөмлө итеп йылмай. Һин – иң инәһе, һин Тимерйән ҡартты бынау аферистар ҡулынан ҡотҡарырға тейешһең. Һиңә, Сәғирә ханым, ҙур эш йөкмәтелә. Йыл һайын йөҙҙәрсә, меңдәрсә яңғыҙ ҡарт йә ҡарсыҡ ҡәҙер-хөрмәт күрмәйенсә интегеп баҡыйлыҡҡа күсә. Яҙмыш шуларҙың береһен һинең ҡулыңа килтереп тотторҙо. Һин Тимерйән ҡарттың аҡтыҡҡы көндәрендә уның тормошон еңеләйтеп, мәңгелеккә ҡараулы ғына булып күсеүен тәьмин итергә тейешһең.

Ҡарсыҡ үҙенең холоҡ-фиғеленән бик ҡәнәғәт ине. Дауаханала митинг ойоштороп ебәргәс, килененең ҡалтыранған ҡулдарын иҫенә төшөрҙө һәм эстән генә көлөп ҡуйҙы. Йә, йөрөһөн, әлегә йөрөй торһон. Ваҡыты етер, анау бесәй урынына сығарып ташлаясаҡ. Әйткәндәй, фатир өсөн түләргә ваҡыт етте. Иртәгә иртән шул хаҡта иҫенә төшөрөргә тура килер. Түләмәһә? Ә түләмәй ҡайҙа барһын! Түләмәһә, иртәгә банк картаһын үҙемә алам. Уға нимәгә ул? Йәшәр урыны бар. Карта ҡәйнә ҡулында булырға тейеш.

Шундай яҙмышты хәл итер уйҙар менән йоҡлап китте. Юҡ, йоҡламаны, икенсе рәүешкә күсте.

Һуғыштан һуңғы йылдар. Сәғирә – бәләкәй генә ҡыҙ. Өләсәһе һөйәк тараҡ менән сәсен тарай.

– Тарағыңды теләһә кемгә бирмә, – ти өләсәһе һуҙып ҡына. – Бет күсер, ҡорсаңғы йоҡторорһоң. Шуны бел: беҙ дворяндар. Һинең ете быуының дворяндар һәм дворянкалар булған. Олатайҙарыңдың олаталары, ҡарт әниҙәрең Мәскәүҙә, Ленинградта батшалар ҡатнашҡан балдарҙа бейеп йөрөгән. Ана, Уфала, күрәһеңме, иң матур йорт, унда беҙҙең ағай кешеләр йәшәгән. Хәйерселәр, әтрәгәләмдәр барыһын тартып алды. Хәҙер беҙ улар ыңғайына бил бөгөргә, тир түгергә мәжбүр. Килер бер көн, быуаттар төпкөлөндә ҡалған баллы-маллы-майлы замандар әйләнеп ҡайтыр. Аллаһ бойорһа, мин күрмәһәм, ул көндө һин күрәсәкһең. Шуның өсөн тырыш. Өләсәйең күрмәгәнде һиңә күрергә яҙһын. Хан һарайы һымаҡ йорттарҙа тәмле-татлы аҙыҡтар ашап, ялсылар, хеҙмәтселәр яллап йәшәргә яҙһын.

Бер ҡатлы Сәғирә:

– Ә хеҙмәтселәргә, ялсыларға аҡса түләйәсәкбеҙме? – тип һорай.

Өләсәй байтаҡ ҡына өндәшмәй.

– Ҡарарбыҙ, – ти ул. – Бәлки, бер аҙ түләрбеҙ ҙә. Тик күп түгел.

Дауамы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: