+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Апрель 2021, 10:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ШОҢҠАР Хикәйә Өсөнсө бүлек

Өсөнсө Шоңҡар көрән-ала эт ине. Шундай уҡ оҙон көслө ботло, беҙ ҡолаҡлы, күкһелт-һоро күҙле. “Айыусы бит ул, – тип тыпылдата һөйөп ала ине уны инде хәҙер салланған һәм холҡо ла күпкә йомшарған хужаһы. – Айыуҙы орсоҡ һымаҡ “зыр” айҙандырып алып йөрөй, ҡурҡмай, әй, өҙмәй ҙә ҡуймай.”

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ШОҢҠАР
Хикәйә
Өсөнсө бүлек
Өсөнсө Шоңҡар көрән-ала эт ине. Шундай уҡ оҙон көслө ботло, беҙ ҡолаҡлы, күкһелт-һоро күҙле. “Айыусы бит ул, – тип тыпылдата һөйөп ала ине уны инде хәҙер салланған һәм холҡо ла күпкә йомшарған хужаһы. – Айыуҙы орсоҡ һымаҡ “зыр” айҙандырып алып йөрөй, ҡурҡмай, әй, өҙмәй ҙә ҡуймай.”
Нисәмә айыу алып, ниндәй кейек менән ҡайҙа нисек яғалашҡанын ул Шоңҡар үҙе генә белгәндер инде, ә бына минең менән бер ҡыҙыҡ хәле булды. Йәй аҙағында миңә өй бураһы бурап урманда ятабыҙ. Ҙур булмаған йылға яры башында “кухня” урыны яһап алып, бешеренеп-төшөрөнөп ҡалдым, ир-егеттәр урманда ағас эше менән мәшғүл. Әлеге Шоңҡар ни эшләптер эргәлә уралана. Йә йылға буйында, йә аҙыҡ-түлек тирәһендә еҫкәнеп тик йөрөй. Мин уның был ғәҙәтен оҡшатмайым һәм сәй эскәндә атайыма: “Этең усаҡ тирәһенән китмәй” тием. Атайым малын яҡлапмы: “Һине һағынған ” тип шаяртыуға бора (бәлки, мин бит ҡалала йәшәйем).
Төшкө ашты ашъяулыҡҡа ултыртып, йылғаға һөт-ҡаймаҡҡа төшөп әйләнһәм, ни күрәйем – эт, консерва балығынан яһаған бутербродтарымдың өҫтөн ялап сыҡҡан. Мин яҡынлашыуға ситкә китеңкерәй ҙә, эш ҡылған шуҡ балалай күҙҙәрен ялтыратып ҡарап тора.
– Ах, һин йүнһеҙ! – бындай күрәләтә оятһыҙлыҡтан ярһып, ерҙән ҙур булмаған тупраҡ киҫәге алып бәреп ебәреүем була, уныһы туп-тура барып эттең ҡаҡ маңлайына “шаҡ” итә. Көтөлмәгән хаслыҡтан эт “сай” итеп һикереп китһә, үҙем иһә, мәргәнлегемдән дә, былай барып тейеүенән дә, ҡаушап ҡалам:
– Ай, Алла...
Шоңҡар шул секундында атылып сығып китә лә, урманға инеп тә юғала. Сәйгә килгән бурасыларға хәлде һөйләһәм, барыһы ла бер ауыҙҙан этте яҡланы. Саҡырып-саҡырып та таба алмағас, атайым, хатта, үҙе үпкәләй яҙып китте:
– Бер кәнсер селтейе өсөн ул һәтте итмәһкә ине... Эткә таш менән һуғып ней.
– Таш түгел, тупраҡ ине...
– Ул һине һаҡтап йөрөй, ә һин уны мыһҡыл итеп, маңдайына һуғып...
– Ашъяулыҡҡа килгәс һуң, – тип һаман аҡланам.
– Улайтмай торғайны былай, өрөхсәтһеҙ теймәй торғайны.
– Үсегә һалып китте бит әле, этең дә инде – ҡуй.
Кискә ҡайтыуға этте һарай башындағы иҫке бесән араһынан таптылар. Хужаһы менеп “һөйләшеп” төшһә лә, маһъмайы яҙылманы, килмәне ашарға. Атайым һаман ризаһыҙ һөйләнде:
– Ныҡ әбижәйт иткәнең минең этте. Бы һәтте буғаны юҡ ине...
Икенсе көндө лә эйәрмәне Шоңҡар. Этһеҙ барып эш башланыҡ. Сәйгә һыу алайым тип, үҙ уйҙарым солғанышында һиңмайланып ҡына йылға ярынан төшөп килһәм, кисә кис һыу ситенә таш менән ҡамап һалып киткән май-һөт банкаларымды нисек итеп асып ашарға белмәй әйләндергеләп бер айыу ултыра. Күрҙем дә – сүктем дә. Шул сүкәйгәндән дүртаяҡлап яр башына үрмәләнем һәм менеп еткәс тә тороп саптым:
– Айыу!! Ата-ай! Айы-ыууу!
Ахылдап барып етәм, тегеләрҙең артыҡ иҫе китмәй. Ағай-ҡустыларым ышанмағандай:
– Эһе, айыу, ти, шунда, эт килгәндер.
– Ҡайҙа?
– Яңылыш күргәнһеңдер.
Көйөп китәм:
– Айыуҙы эттән айырмай тейегеҙме әллә? Айыу ине!
Атайым көлөмһөрәй:
– Бәләкәй генә, ивет?
– Бәләкәй тип... ну... бәләкәйерәк ине шикелле...
– Сәпсим бала ғына айыу ул, тәүге көн үк күрҙем мин аны, Шоңҡар баҫтырып ебәргәйне. Етемәктер, йонсоу ғына. Эт юҡ икәнде белеп килде инде. Зыяны юҡ аның, астыр, бахыр.
Ҡайтҡас этте саҡ яҙып алдым. Ашатып, һөйөп, иркәләп, көлә-көлә ҡат-ҡат ғәфү үтендем:
– Извини. Прасти, брат, прасти...
Һәм инде усаҡ янында эргәмдә генә һыйлап тоттом.
... Көрән Шоңҡар, атайым әйтмешләй, “Айыухандан ҡолаҡ төпкә алып” һаңғырау булып ҡалһа ла, һуңғы көндәренә тиклем таҫылын юғалтмай. Ҡолаҡтары һәлберәп төшөп, ҡойроғо бер яҡҡа ҡыйшайып, йөндәре ҡойолоп йөрөгәндә лә йәш эттәргә баш булып һунарға сыға әле. Ул хужаһынан аҙ ғына алдараҡ китә. Этен күмеп, ҡәбере өҫтөндә һыңҡылдап ултырып иланы, тиҙәр, ҡартты.
Шуның менән мин белгән һунарсылар дәүере бөттө. Шәп дәүер ине ул. Ғорур, көслө, сапсан, тоғро эттәр дәүере. Шоңҡарҙар дәүере.
Аҙағы.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: