+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Апрель 2021, 18:21

ЮҠҺЫНҒАНДА Хикәйә Бишенсе бүлек

Гөлназ менән Хәмзә сығып йөрөп килергә булды. Күренеп тора, Әлиә уларҙың аралашыуын яратмай. Яратмай ғына түгел, күрә алмай. Егет күҙенә салынғас, тырт-мырт килә башланы. Әйтерһең, Хәмзә уға килгән дә, Гөлназ унан һыпырып алған.

ЮҠҺЫНҒАНДА
Хикәйә
Бишенсе бүлек
Гөлназ менән Хәмзә сығып йөрөп килергә булды. Күренеп тора, Әлиә уларҙың аралашыуын яратмай. Яратмай ғына түгел, күрә алмай. Егет күҙенә салынғас, тырт-мырт килә башланы. Әйтерһең, Хәмзә уға килгән дә, Гөлназ унан һыпырып алған.
Рафаил Хәмзә менән Гөлназды күрмәмеш булып, ныҡ-ныҡ баҫып, әсәһе күрһәткән бүлмәгә инеп китте. Әлиәме һуң инде, хужаһыҙ ҡалған ирҙе ҡулдан ысҡындыра торған кеше? “Бәй, бында ҡыҙыҡ ҡына формат барлыҡҡа килә түгелме һуң, – тине ул, Рафаилдың бүлмәһенә инеп китеүен күргәс. Ә теге убырлы ҡарсыҡ нимә эшләй икән? Ҡарсыҡ йоҡлай. Хатта шым ғына йоҡлаһа, тағы бер хәл. Хырылдай, иҫерек тирмәнсе һымаҡ, ятҡан еренән һөрәнләгәне лә ишетелеп ҡала. Уф, быға килен булырға яҙмаһын”, – тине Әлиә һәм сәй әҙерләп, Рафаил янына кереп китте.
– Рафаил, – тине ул, – мин һеҙгә сәй эсерергә булдым.
Ә ҡайҙа һуң ул ир? Ни эшләп күренмәй? Шаршау артына ҡапланған да, тәҙрә аша ҡатыны менән Хәмзәне күҙәтә икән. Тиҙ генә килеп сыҡты ла:
– Һеҙгә тағы нимә кәрәк? – тине.
– Мин һеҙгә сәй эсерергә теләйем.
– Юҡ, мин сәй эсмәйем.
– Рафаил, сәй эсмәһәң дә була, ләкин һин Гөлназ тураһында белергә тейешһең.
– Һөйләмә юҡты! Мин уны яратам! Миңә унан башҡа тормош юҡ.
– Ә һин яратҡан ҡатыныңдың Хәмзә менән йоҡлап йөрөгәнен беләһеңме?
– Һеҙ алдайһығыҙ! Ул ундай боҙоҡ ҡатын түгел.
– Улайһа, әйҙә, мин һине уларҙың туҡталған еренә алып барып күрһәтәм.
– Кәрәкмәй! – тине Рафаил. – Уны, барыбер, әсәйем тындырмаясаҡ.
Ҡыҙ тәүәккәлләне:
– Ә мине тындырырмы икән? Нисек уйлайһың, ул мине оҡшатырмы? – тине ҡыҙ һәм ипләп кенә егетте ҡосаҡлап алды, сәсенән һыйпаны.
– Белмәйем, – тине егет, – минең әсәйгә ярауы еңел түгел. Ә мин, барыбер, ҡатынымды яратам.
– Яратҡас, ниңә яҡламаның һуң? – тине Әлиә. – Ә бына мине яҡлар инеңме? Мин бит Гөлназға ҡарағанда ла йыуашыраҡ. Ә һиңә йыуаш ҡатын-ҡыҙҙар оҡшаймы?
– Белмәйем, һеҙҙе мин бик үк йыуаш, тип әйтмәҫ инем.
Шул ваҡыт өйҙөң ҡапҡаһы алдына ике автобус килеп туҡтаны, эргәнән, арт яҡтан баштан-аяҡ ҡоралланған ОМОН тип яҙылған махсус частар хеҙмәткәрҙәре йортто уратып алды, өйгә бәреп инде һәм кешеләрҙе берәм-берәм һөйрәп сығарып, ергә һуҙып һалды.
– Был кемдең йорто? – тине командирҙары.
– Беҙҙең йорт, – тип теге Ҡафтау егеттәренең береһе, Фирзат, килеп сыҡты.
– Документтарың бармы?
– Әлбиттә! Бына – килешеү. Беҙ уны ошо йорттоң хужаһынан һатып алдыҡ.
– Ә хужа ҡайҙа?
Фирзат тағы ла алғараҡ баҫты:
– Хужа өйҙә ине. Беҙ иртәгә бында күсенергә тейеш инек.
Шул ваҡыт Хәмзә менән Гөлназ килеп инде. Уларҙы шунда уҡ командир алдына килтереп баҫтырҙылар. Хәмзәнең таныҡлығын ҡарағандан һуң, хеҙмәткәрҙәрҙең командиры:
– Бында нимә барғанын беләһегеҙме? – тип һораны.
– Йорт хужаһы дауаханала ята, – тине Хәмзә, – бына – Гөлназ, уны тәрбиәләй.
Асыҡланыуынса, хеҙмәт ветеранының дауаханала ятыуынан файҙаланып, кемдәрҙер был йортто баҫып алған икән. Махсус часть командирын был эшкә сит төбәк вәкилдәренең ҡыҫылыуы шикләндерә төштө. Барыһын да фотоға төшөрөп, ардестарын асыҡлағандан һуң, ҡайтарып ебәрҙеләр. Ә Фирзат үҙенең яҡындары менән үҙен хужа тип иғлан итте һәм асҡыстарҙы таптыра башланы.
Хәмзә Фирзаттан документтарын алып ҡарағандан һуң, бәйләнерлек бер сәбәп тә таба алманы. Хәҙер шул аңлашыла, бабайҙы урлағандар һәм нотариус аша йортто үҙҙәренә яҙҙырып, рәсмиләштереп ҡуйғандар.
Фирзат, Гөлназдың эргәһенә килеп:
– Бабайҙың ҡайҙа ятҡанын әйтһәгеҙ, һеҙгә өлөш сығара алабыҙ, – тип бышылданы.
Хәҙер улар йорт хужаһының артынан һунар ойоштороуҙары бик ихтимал. Хәмзә Гөлназды, етәкләп, ситкә алып китте:
– Өндәшмә! Беҙ бер нимә лә белмәйбеҙ, – тине.
Фирзат һәм уға эйәргән егеттәр, шат йылмайып, үҙҙәренсә ҡыуана-ҡыуана өйҙө баҫып алдылар һәм бүлмәләргә урынлаштылар. Асыҡҡандар, күрәһең, мунса эргәһендә шешлек көйҙөрә башланылар. Рафаил менән Сәғирә ҡарсыҡҡа, Әлиәгә, Гөлназ менән Хәмзәгә, сығып китеүҙән башҡа, сара ҡалманы. Сәғирә, Гөлназдың эргәһенә килеп:
– Килен, хәҙер беҙгә ҡайтмай, бер сараң да юҡ. Аҡсаңды ла бир, фатирға түләргә ваҡыт етте, – тине.
Гөлназ уға ҡарап та торманы:
– Һеҙгә урынлашҡансы, мин вокзалға барып йоҡлайым, – тине.
Хәмзә саҡыртыуға, такси килеп ете һәм улар тиҙ генә юҡ булдылар. Гөлназ нимә булғанын да һиҙмәй ҡалды. Тәүҙә тимер юл вокзалына төштөләр, икенсе таксиға күсеп ултырҙылар.
– Ниңә ҡасып йөрөйбөҙ ул? – тине Гөлназ.
– Теге такси аша беҙең ҡайҙа барыуыбыҙҙы белеүҙәре ихтимал.
– Белһәләр һуң.
– Белһәләр, Тимерйән ҡартты барып табасаҡтар. Беҙгә уны ҡотҡарырға һәм милкен кире ҡайтарырға кәрәк.
– Ә бабай ҡайҙа йәшәп торор? – тине Гөлназ.
– Минең бер таныштың өлкәндәр өсөн приюты бар, шунда йәшерәбеҙ.
Бабайҙың пенсияһы бар, шуны түләрбеҙ.
Бабайҙы дауахананан алып сығыу мәшәҡәтле булманы. Шунда уҡ приютҡа урынлаштырҙылар. Хужалары табип икән.
– Бабайға тыныслыҡ кәрәк, – тине Хәмзә.
Гөлназ менән Хәмзә, егеттең фатирына барып, бер яҙ ял иттеләр ҙә, эшкә ҡуҙғалдылар. Ә Гөлназды эшендә Фирзат көтөп тора:
– Һине өлөшкә алырға тура килер, ахыры, – тине Фирзат асыулы ғына итеп, – бабайҙы йәшергәнһегеҙ. Файҙаһы булырмы икән? Беҙ уны тапһаҡ, һиңә файҙа теймәйәсәк. Шуға бабайҙы беҙгә бирһәң, яҡшыраҡ булыр.
– Минең дауаханаға барғаным юҡ, – тине Гөлназ.
– Етәр! – тип асыуланды Фирзат. – Хәҙер һине алып китеп, бикләп ҡуйһаҡ, Тимерйән ҡарттың ҡайҙа икәнлеген әйткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡаласаҡһың.
Гөлназ, ярҙам һорап, тағы ла Хәмзәгә шылтыратты. Хәмзәгә эш күбәйҙе, хәҙер уға Тимерйән ҡарттың мөлкәтен кире ҡайтарыу менән шөғөлләнергә тура киләсәк. Хәмзә үҙенең бик ауыр эшкә юлыҡҡанын аңлай. Ҡалала яңғыҙ ҡалған әбейҙәр һәм бабайҙар ете ят ерҙән йыйылған әрһеҙ, оятһыҙ егеттәр өсөн, ысын мәғәнәһендә, табыш булып тора. Үкенескә ҡаршы, ветерандарҙы хоҡуҡи яҡлау мәсьәләһе тулыһынса эшләнеп бөтмәгән. Тимерйән бабай, йортонан ҡолаҡ ҡағып, инде мөлкәтен рәсмиләштереп бөтөр алдынан ғына ғәйеп булып, Ҡафтау аръяғынан килгән егеттәрҙең эшен юҡ итте. Хәмзәгә икеләтә ҡурҡыныс янай. Уға хәҙер Гөлназды һаҡларға, бабайҙың ҡайҙа икәнлеген һиҙҙермәҫкә, хатта үҙенә лә һаҡланырға кәрәк.
Гөлназға ла еңел түгел. Рафаилдың ғына көсө етмәне, әсәһе тағы килене эргәһенә килде.
– Минең өсөн борсолмағыҙ, – тине Гөлназ элекке ҡәйнәһенә, – минең һеҙгә бер дәғүәм дә юҡ. Шулай булғас, үҙ яйығыҙҙы үҙегеҙ ҡарағыҙ. Минән ҡурҡмағыҙ, мин һеҙгә ялыу яҙып йөрөмәйәсәкмен.
Сәғирә Гөлназдың эргәһенә һыйыныбыраҡ ултырҙы:
– Тимерйән бабайҙы тәрбиәләргә мин дә ярҙам итер инем. Өлкән атайым менән әсәйемде үҙем ҡараным. Үҙең күреп тораһың, йорто бик матур. Хөкүмәткә эләгә, йәки берәй бандиттың ҡулына күсә инде. Ана бит, теге егеттәр килеп тә еткән. Әгәр килешһәк, миңә, йә һиңә яҙҙырыр инек тә, аҙаҡ бүлешер инек.
– Мин һеҙҙе йылдан артыҡ беләм, – тине Гөлназ, – һеҙҙең менән табып та, бүлешеп тә булмай. Бындай мутлыҡтар менән шөғөлләнергә минең намыҫым ҡушмай. Бабай үҙе кемгә бирә, шуға ҡалыр. Мин ҡыҫылмайым.
– Йә, ярай, һинеңсә булһын, – тине ҡарсыҡ, – улайһа, уның адресын әйт. Үҙем барам, һөйләшәм, кәрәкһә, ҡартҡа кейәүгә сығам.
Гөлназ көлөп ебәрҙе:
– Мин һеҙҙең икегеҙҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Бабайҙа хәҙер өйләнеү ҡайғыһы түгел. Уға дауаланырға, йә үҙен һаҡлап ҡалырға кәрәк. Теге егеттәр уға тыныс йәшәргә мөмкинлек бирмәйәсәк.
– Ярай, минең яҡшылыҡты аңламаның, – тине Сәғирә ҡарсыҡ, – башҡа мине эҙләп, ярҙам һорап йөрөмә. Мин һинән баш тартам.
Ҡарсыҡ шулай итеп ҡысҡырып янай-янай сығып китте. Гөлназ тәҙрәгә ҡараны һәм “жигули” эргәһендә торған Фирзатты күреп, терт итеп ҡалды. Сәғирә, егет эргәһенә килеп, магазинға күрһәтеп, ҡулдарын болғай-болғай нимәлер һөйләне.
Әлиә лә үҙгәрҙе. Телефонын тотоп, серле генә итеп, мөйөшкә барып, бер нисә тапҡыр кем менәндер оҙаҡ ҡына һөйләште. Хатта Гөлназ үҙе лә шикләнә башланы. Әхирәте бер тапҡыр ышанысты юғалтҡас, икенсе тапҡыр уға нисек ышанмаҡ кәрәк? Ә әхирәт күҙ алдында үҙгәрҙе. Гөлназға сәй яһап эсерҙе. Уның башы, аҡрынлап, әйләнә башланы. Бәй, был нимәлер эсерҙе түгелме һуң?
Гөлназ бәҙрәфкә сыҡты ла, Хәмзәгә шылтыратты:
– Хәмзә, мине тиҙ генә килеп ал, – тип әйтеп кенә өлгөрҙө, хатта ҡулынан телефоны төшөп китте.
Егет килеп еткәндә, Гөлназдың хәле билдәле түгел ине әле. “Тиҙ ярҙам” машинаһы күренде, шунан һуң эргәләге бәҙрәфтә һушын юғалтҡан бер ҡыҙҙы табыуҙары тураһында хәбәр ишетелде.
Дауамы бар.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: