-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Апрель 2021, 15:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ИҘЕЛ БИТ УЛ... Хикәйә

Эсе бошҡанда йәки юлда йөрөгәндә тыңлай торған бер нисә йыры бар уның. Шуларҙың теҙмәһен телефонына ҡуйып алған. Әле лә автобусҡа инеп урынлашыу менән ҡолағына наушниктарын тығып та алды һәм был донъянан айырылды ла: Иҙел бит ул, тәрән бит ул,Тәрән бит ул, киң бит ул... Алһыу Бәхтейова йырлай. Күкрәге менән күтәреп, төптән сығарып башҡара белә йырҙы. Ҡайһылар кеүек сәрелдәмәй. Шуға тап уның яҙмаһын һайлап алған. Бик һирәк йырсыларҙы ғына тыңлай шул ул Ләйлә, тауыштарында бәрхәт йомшаҡлығы, моң тулҡындары булғандарҙы ғына. Һәм йырҙарының да мәғәнәле, йөрәккә үтерлектәрен генә. Иҙел диңгеҙгә ҡоя...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ИҘЕЛ БИТ УЛ...
Хикәйә
Эсе бошҡанда йәки юлда йөрөгәндә тыңлай торған бер нисә йыры бар уның. Шуларҙың теҙмәһен телефонына ҡуйып алған. Әле лә автобусҡа инеп урынлашыу менән ҡолағына наушниктарын тығып та алды һәм был донъянан айырылды ла:
Иҙел бит ул, тәрән бит ул,
Тәрән бит ул, киң бит ул...
Алһыу Бәхтейова йырлай. Күкрәге менән күтәреп, төптән сығарып башҡара белә йырҙы. Ҡайһылар кеүек сәрелдәмәй. Шуға тап уның яҙмаһын һайлап алған. Бик һирәк йырсыларҙы ғына тыңлай шул ул Ләйлә, тауыштарында бәрхәт йомшаҡлығы, моң тулҡындары булғандарҙы ғына. Һәм йырҙарының да мәғәнәле, йөрәккә үтерлектәрен генә.
Иҙел диңгеҙгә ҡоя...
Был йырҙы ла бушҡа һайламаған. Ғөмүмән, һәр яратып тыңлай торғаны бер иҫтәлеккә, хәтирәгә нигеҙләнгән шул. Бына “Зәңгәр күлдәк” – атаһыныҡы, шул сәбәптән ҡәҙерле. “Зәңгәр күҙҙәр, бөҙрә сәстәр, беҙҙәйҙәргә пар түгел. Пар түгеллеген белһә лә, өҙөлөп һөйә йәш күңел” тигән, исемен дә белмәгәнен, әсәһе, үҙенең әсәһенә атаһы шаяртып йырланы тип, һөйләй торғайны. “Ҡышҡы серенада”ны туған тейешле бер апай сәңгеләк бәүелткәндә йырлай ине, инде бигерәк һағышлы һәм моңло итеп. Еҙнәһе менән киноға барыр булһалар, Ләйләне бала менән ҡалдырырға алалар, апай шул йыр менән сабыйын йоҡлатып китә. Әллә нишләп шул апаһы бәхетһеҙҙер, эсендә зар барҙыр итеп һиҙҙе, әле бала ғына тойомлауы менән. Ә инде “Иҙел бит ул”... асылда атамаһы “Һыу буйлап” шикелле был йырҙың. Тик бала сағында уны башҡарыусы ла, тыңлусылар ҙа “Иҙел бит ул” тине лә ҡуйҙы һәм хәтерендә лә шулай уйылып ҡалған. Хәтерендә... Эйе, хәтерендә шул...
Һабантуй яланының бер осондараҡ йылға ярында урынлашҡан оло табындың ир-егеттәре көрәш-ярыш ҡарарға китеп бөткәс, унда ҡалған ҡатын-ҡыҙ, ашъяулыҡ өҫтөн бер ҡат йыйыштырып, сәй-аштарын эҫетеп, иркенләп ултырҙы. Бая ир-атты, бала-сағаның тамағын ҡайғыртҡан булһалар, әле бер-берен һыйлашты:
– Килендәр, яҡыныраҡ ултырһағыҙсы. Әйҙә, һалма ҡуйырып китә атыу, ашайыҡ.
– Аштан алда сәй эсмәһәм батмай миңә. Сәйгә еткәне бармы?
– Ҡомалаҡ икмәген, ҡана, был яҡҡа ебәрегеҙ әле?
– Э-эй, ҡалай татты буған манау һурпа! Һыйыр ите һыйыр ите инде, һурпаһы ла башҡа.
Аҙыраҡ тынып китеп тамаҡ ялғағас, табынға быу бөркөп торған самауырҙар килеп ултыра ла, тағы сыр-сыу һөйләшеү, көлөшөү, мәрәкәләшеү китә. Унан, иң ололарҙан булған Кәримә әбей, табындың сираттағы өлөшөн асып ебәреүҙе белдереп, Рабиғаға өндәшә:
– Йә, килен, Иҙелде йырҙай һал, һәҙер абышҡаң килеп етер...
Рабиға инәй (Ләйлә иҫләгәндә инәй ине инде), ҡайынбикәһенең әйткәненә йәһәт күнеп, таҫталамал менән ауыҙ-ҡулын һөртә лә, сәскәле яулыҡлы башын саҡ ҡына ҡырыныраҡ һалып, йырлап та ебәрә:
– И-иҙе-е-ел би-ит у-ул, И-и-иҙе-ел би-и-ит ул...
Барыһы ла, шул иҫәптән, Ләйлә лә уға ҡарап ҡата. Берәү ҙә был йырҙы, юҡ улай түгел, Рабиға инәй йырлаған йырҙы ситкә ҡарап тыңламай. Сөнки йырынан, тауышынан бигерәк ул үҙе матур. Иллегә етеп барғанда ла ул әле артыҡ оло төҫ алмаған, күҙ-ирен ситтәренә ятҡан ваҡ һырҙарҙы иҫәпләмәгәндә, йөҙ-төҫө, һын-ҡиәфәте, әлеге Кәримә әбей әйтмешләй, кәртинкә кеүек. Ә инде ирендәренең йырлағанда ҡупшы ҡыбырлауы, оҙон керфекле түңәрәк күҙҙәренең хисле генә булып йомолоп-йомолоп китеүе, нәфис аҡ муйынының һуҙылып, ҡупшы эйәгенең өҫкә күтәрелеп, яурындарының бәүелә биреп ултырыуы... Ҡыҫҡаһы, ауылда унан матур ҡатын да, килен дә юҡ. Әле инәйҙәр рәтенә инеп, өлкән балалары 16-17 йәштәрҙә булғанда ла, сибәрлектә уны алмаштырыр ҡатын заты күҙгә салынмай.
Онотолоп киткән ҡатын-ҡыҙҙы иҫенә килтерергә, унан бигерәк Рабиға инәйен туҡтатырға теләмәһә лә, Ләйлә, сараһыҙҙан өндәшергә мәжбүр:
– Рабиға инәй, шым, апам килә!
– Эй, ҡороғор, йөрөй бирһә ней булған! – Кәримә әбей һуҡранып, самауырға үрелә. – Шыл бы яҡҡа, теге алйот килеп самауырға тибеп ебәрмәһен, – тип Рабиғаны үҙе яғына күсертеп ала.
Алпан-толпан баҫып килгән Әхмәт апаның үгеҙ ҡарашы мәжлес араһынан ҡатынын эҙләй. Иҫереп үк етмәһә лә, ҡыҙмаса. Самай енләнә торған кимәлендә. Ул аңғарғансы уҡ, Рабиға инәй аяғүрә баҫа:
– Мине эҙҙәйеңме, Әхмәт, кил бында. Һурпа һалып бирәйемме? Сәйме?
Уға ҡапаҡлап башҡалар ҡушыла:
– Әйҙә, ҡайнаға, иҙелгән ҡорот бар – эсһәң.
– Мына, һимеҙҙән ҡалъя ҡәйнешемә, кил.
Холоҡһоҙ ирҙең көйөн көйләй инде ҡатын-ҡыҙ. Табында, әҙәм араһында уларҙың ҡайһындайының да бәҫен төшөрмәй ҙә инде бисәләр.
Әхмәт ҡатыны янына ҡырын төшөп ятты ла, түшәк аҫтына тығылғанын ым менән генә һорап алып, кәсә төбөнә һалып күтәреп ҡуйҙы. Ул шуны йотҡансы апай-килен, еңгә-һеңлеләре ҡулынан ите- һурпаһы, икмәге-ҡорото, майы-кәнфите алдына шылып ултырҙы.
– Аша-аша, ҡабып эс! – Кәримә әбей уның әсәһенең һеңлеһе, зат араһындағы иң оло ҡатындарҙан һанала, уға ағай-энегә һелкетәһенәнерәк һүҙ ҡушһа ла, шелтәләп ебәрһә лә бара. Һүҙе бата, ҡаршы өндәшеүсе булмаясаҡ. Хатта Әхмәт кеүек эт арҡыры, иҫереп әллә нимәләр сығарып бөтөр кеше лә ауыҙ эсенән мығырҙауҙан артыҡ үтә алмай.
– Әллә ятып тораңмы? – иренең ойоп барғанына шулай тигәйне Рабиға, тегеһе шундайыраҡ бер нәмә генә көткән:
– Нишәп ятайым мин? Бар ғәм күңел асҡанда! Мынауынан, һуғыр ҙа йығырмын! – тип тә һалды.
– Йә-йә! Һуҡмай тор әле. Ҡана, килен, манау самауырҙы терелтеп әпкиһәң, – йәһәтләп Рабиғаны ситкә ебәреү яйын да тапты Кәримә.
Ҡатыны самауыр тотоп киткәс, уның усаҡ тирәһендә тилбер генә ҡыланғанын ҡарап ятҡан ир, тороп янына барып, нимәләрҙер һөйләнеп эргәһендә ураланы башланы. Ҡатын йәһәтләп эшен бөтөп самауырҙы алып кире табынға килде. Ир бында ла эйәрҙе. Ҡатын табындың икенсе яғына сығып, аҙыҡ-түлекте өҫтәп сыҡты. Талағы ташып алған ир яйлап шул яҡҡа сыҡһа, быныһы түңәрәктең икенсе яғына юлланды. Улар шулай йөрөп табынды әллә биш, әллә алты әйләнделәр. Был хәлде ултырыусыларҙың барыһы ла белә лә, телдәре һөйләшеп, ауыҙҙары йырылышып ултырһалар ҙа, күҙ ҡырыйҙары ипләп кенә аяғөҫтө йөрөүселәрҙе күҙәтә. Һәр береһе ирҙең ҡатынына ана һуғып-бына һуғып ебәреүенән биҙрәп, һағайған. Ярай әле, бәхеткә, ошо табын ирҙәренең бер йәшерәге килә һалып сыҡты. Ул етер-етмәҫтән үк һөрәндәй:
– Әхмәт ағай, ҡайҙа киттең дә барҙың ул? Тимерйән көрәшкә сыҡты бит! Дауай!
Ир ай-вайына ҡуймай апаны алып китә. Сөнки был ғаилә ирҙәренә уны ҡатынынан алыҫыраҡ йөрөтөү бурысы йөкмәтелгән. Ҡалғандар еңел һулап ебәрә, әммә берәү ҙә әлеге хәлде телгә алмай. Был әрләү ҙә, тикшереү ҙә, насарлау ҙа кимәлендә түгел, күрәһең. Бары йәшерәк ҡатын-ҡыҙҙар ғына Рабиғаға йәлләүле ҡараштарын һиҙҙермәҫтән ташлап-ташлап алалар. Ололар ғәҙәти итеп өйрәнгән, күнгән әллә...
Рабиға инәйҙең матурлығын үҙе белгән тел менән һөйләгәйне бит инде Ләйлә. Ә бына Әхмәт апаның йәмһеҙлеген әйтеп кенә аңлатып булмайҙыр. Үҙ сиратында уның кеүек ямаҡай әҙәм ауылда ла юҡтыр. Ул кәрлә, ул тайыш, ул һыңар күҙенә тай типкәндән аҡ төшкән, ул ҡаҙан төбөндәй ҡарасманлығы, ул һалбыр ауыҙы – тьфү! Бәләкәйерәк сағында Ләйлә уға ҡарарға ла ҡурҡа торғайны. Әсәһе менән атаһына ла: “Әхмәт апа шайтан, ивет” – тип әйтеп көлдөрөп, әсәһе “Хоҙай биргән төҫө инде – ҡалайтаң” – тип тыйып ҡуйғайны. Һәм, әлбиттә, ауылдағы уны-быны яңы аңлай башлаған йөҙләгән бала кеүек үк, Ләйлә лә был парҙың бергә булыу сәбәбен һорамай ҡалманы.
– Рабиға инәй нишәп Әхмәт апаға сыҡҡан икән, әсәй? – тигәйне әсәһе менән икәү генә сәй эскән бер кисте. Дүрт балаһының һәр береһе ниндәйҙер бер йәштә бирә торған һорау булғас, әсәһе лә артыҡ аптыраманы. Ауылда барыһы ла белгән тарихты һөйләп һалды.
... Рабиғаның үҙенән ике йәшкә оло апаһы Рәйсәгә бала саҡтан йәрәшелгән булған икән Әхмәт апа. Аталары фронтовиктар, бергә һуғыш юлы үтеп йөрөп ҡайтып, тәүге балалары береһендә ҡыҙ, икенсеһендә ул тыуғас, ҡоҙалашырға вәғәҙәләшкәндәр икән. Рабиғалар икенсе ауылда йәшәһә лә, Әхмәт атаһына эйәреп уларға барып, ҡыҙҙарҙы белеп-күреп йөрөй. Улар ҙа Әхмәтте төҫ-башҡа беләләр һәм ҡыҙ өйөндә йыш ҡына “кәләш”те “ямаҡ кейәүгә” ҡушып үсекләйҙәр. Шаярыуын шаяралар, әммә берәү ҙә Әхмәткә сығырға йыйынмай унда. Рәйсә егетен хеҙмәттән көтөп алған, Рабиға оҙатҡан мәл була Әхмәттең атаһы ҡыҙ һората барғанында. Кәләш була торған ҡыҙ ҙа күп уйлап тормай, “һыуға барам” һылтауы менән сыға ла юғала. Ул да булмай көтөп ултырғандарға “Рәйсә егете менән ҡасҡан” тигән хәбәр ҙә килеп етә. Дуҫы алдында оятҡа ҡалған өй хужаһы, аяҡ аҫтына төкөрөп ҡапҡаға юлланған ҡоҙаларҙың алдына сығып тора:
– Йо-оҡ! Боролоғоҙ! Ҡорҙашҡа ҡыҙ бирәм тигәнмен икән – бирәм! Миндә ҡыҙҙар бүкән һайын ултыра, ана! Һайҙап ал!
Енләнеп киткән аталарынан ҡурҡышҡан ҡыҙҙар һәм ҡатыны иҫенә килгәнсе, мулла Рабиға менән Әхәткә никах уҡып та ҡуя. Шулай итеп атаһының намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапай алмай, үҙ бәхетен ашаҡлап сығырға мәжбүр була ҡыҙ.
Әхәт ғаиләһендә, киреһенсә, бер өйөр ир-егеттәр үҫә. Ҡарағай шикеллеләр. Баш бала ғына ниңәлер ҡустыларының буй-һынынан, холоҡ-күркенән мәхрүм. Әбейҙәр әйтмешләй, ысынлап “ен алмаштырған” булғандыр уны.
Эргәһендә шундай матур ҡатындың булыуын күтәрә алмай әллә ир, әллә ҡыҙғаныуҙан, әллә башҡа сәбәптән тота ла туҡмай, тота ла туҡмай инде. Саҡ ҡына ауыҙына алдымы, ул табында, ул кеше араһында тимәй, һелтәй ҙә ебәрә. Ире эскәндә ҡасып-боҫоп, этелеп-төртөлөп йөрөй бисара ҡатын. Тик шул көнөндә лә ҡайтыуҙы, китеүҙе белмәй – йәшәп ята.
– Ә теге егете армиянан ҡайтты микән? – был һорау тағы ла бер нисә йылдан ғына килде Ләйләгә.
Әсәһе уйлана биреп ултырып тағы һөйләп ҡуйҙы:
– Әле тәүге генә балаһын күтәреп әсәһенә ҡайтып барғанда юлда осрап утыртып алған уны теге егет. Шуфир буған икән. Ишетмәй тормағандыр инде, белгәндер Әхмәттең кем икәнен дә. “Киләм дә алам, Рабиға, бер нәмәнән дә ҡурҡмайым да, оялмайым да. Туҡмалып йәшәүеңдән йөрәгем һыҙлай”, – тигән, ти...
– Һы-ы... Рабиға инәй нимә тигән?
– “Ыста! Кем әйтә аны? Һатта һәйвәт йәшәйбеҙ, ирем һатта һәйвәт”, - тигән дә төшкән дә ҡалған. Анан ҡайтып еткәнсе баламды йөҙөмә ҡаплап илап килдем, тей...
Был тарихты белгәндән һуң инәйенең йырлағандағы һағышлы ҡарашын аңлай Ләйлә. Уны тыңлаусыларҙың барыһы ла аңлағандыр инде. Шуны, моғайын, Әхмәт апа ла беләлер ҙә, шуға ла йырлауын ене кеүек күрәлер ҙә. Хоҙай ҡөҙрәте менән һылыу итеп яратылған ҡатынының күркәмлеген әллә кешенән, әллә үҙенән нисек йәшерергә белмәй аҙапланалыр. Битен ҡоромға буярҙай, ҡойоға манырҙай, телен ҡырҡып алырҙай булып йөрөйҙөр... Ҡалайтһалар ҙа, ярты быуат бергә ғүмер итеп, тиҫтәнән ашыу балаларға ғүмер биреп, икеһе лә баҡыйлыҡҡа күскәндәр инде. Зат-туған араһында күҙгә-башҡа сибәрерәк ҡыҙҙар үҫеп еткәндә “Рабиға инәйенә оҡшап тора” тигәнерәк осондороу һүҙҙәре генә тороп ҡалған. Унан йыры ҡалған инде, йыры – “Иҙел бит ул”ы!
Иҙел бит ул, тәрән бит ул,
Тәрән бит ул, киң бит ул.
Ҡараңғы төн, болотло төн,
Беҙ айырылған төн бит ул...
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас в