-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Апрель 2021, 21:01

ТУЙ КӨНӨ Скетч

Сәхнә асылғанда заманса ҡала фатиры.Ҡатыны, күңелле көйҙәр йырлап, уңға-һулға үтә, ике бала шау-гөр килеп уйнай.Ҡатыны. Балалар, етте, йоҡлайбыҙ. Хәҙер атайығыҙ ҡайта.Ҡәйнәһе. Нимәгә тағы аш бүлмәһендә табын ҡорҙоң? Кейәү ҡайтмаған әле.Ҡатыны. Балалар, йоҡланыҡ. Әсәй, бөгөн өйләнешеүебеҙгә һигеҙ йыл, шуны байрам итәбеҙ.Ҡәйнәһе. Әйтәм, иртәнән бирле өтәләнәһең.Ҡатыны. Өтәләнмәй, тәмле ашарға ярата, ғаиләне ҡарай.Ҡәйнәһе. Харап, шуны ла кеше итеп тотор икән.Ҡатыны. Әсәй, шунан арыуырағын ҡайҙан алайым? Минең мәктәптән алған утыҙ меңемә уның ҡырҡ меңе йәтеш кенә булып килеп тора бит әле.

Сәхнә асылғанда заманса ҡала фатиры.Ҡатыны, күңелле көйҙәр йырлап, уңға-һулға үтә, ике бала шау-гөр килеп уйнай.

Ҡатыны. Балалар, етте, йоҡлайбыҙ. Хәҙер атайығыҙ ҡайта.

Ҡәйнәһе. Нимәгә тағы аш бүлмәһендә табын ҡорҙоң? Кейәү ҡайтмаған әле.

Ҡатыны. Балалар, йоҡланыҡ. Әсәй, бөгөн өйләнешеүебеҙгә һигеҙ йыл, шуны байрам итәбеҙ.

Ҡәйнәһе. Әйтәм, иртәнән бирле өтәләнәһең.

Ҡатыны. Өтәләнмәй, тәмле ашарға ярата, ғаиләне ҡарай.

Ҡәйнәһе. Харап, шуны ла кеше итеп тотор икән.

Ҡатыны. Әсәй, шунан арыуырағын ҡайҙан алайым? Минең мәктәптән алған утыҙ меңемә уның ҡырҡ меңе йәтеш кенә булып килеп тора бит әле.

Ҡәйнәһе. Һинең дипломың менән уҡығаныраҡ кешегә кейәүгә сыға ала инең, ҡыҙым. Ана, Фәрит та, Ғәбит тә һаман өйләнмәй йөрөйҙәр.

Ҡатыны. Эйе шул, өйләнмәй йөрөйҙәр, хәҙер икеһе лә эскегә һалышып баралар, Хоҙай һаҡлаһын.

Ҡәйнәһе. Икеһенең береһе үҙеңә эләкһә, кеше итеп алыр инең әле.

Ҡатыны. Әсәй, Зәйниҙе яратам мин.

Ҡәйнәһе. Нимә өсөн яратаһың?

Ҡатыны. Балаларын ярата, беҙҙе ҡарай. Былтыр тун алып бирҙе, быйыл итек алды.

Ҡәйнәһе. Харап.

Ҡатыны. Нисек итеп тун алып ҡайтты, беләһеңме, әсәй? Ҡайтып керҙе, тубыҡланды, минең яғыма бөркөт сөйгән һымаҡ тунды осороп ебәрҙе.

Ҡәйнәһе. Харап. Харап икән, бөркөт осорған.

Ҡатыны. Әсәй, булмаһа, йоҡла. Ир бит ул – аламамы, яҡшымы – ир. Эшен белә, аҡсаһын алып ҡайта, беҙгә тағы нимә кәрәк инде? Юғалып йөрөгәне юҡ.

Ҡәйнәһе. Әле ҡайталыр. Һин уны ҡара. Күҙ уңынан ысҡындырма. Мин әйтте тиерһең.

Ҡатыны. Йоҡла, әсәй, йоҡла. Хәҙер кейәүең ҡайта. Әле йәшәйбеҙ бит әле, бына тигән итеп. Бына яңы күлдәк кейҙем, сәсемә прическа яһаным. Әсәй, оҡшатыр микән?

Ҡәйнәһе. Эй-эй-эй, оҡшатыр, ҡайҙа барыр тиһең. Әле ҡайтмаған бит әле.

Ҡатыны. Ҡайтыр, ҡайҙа барыр тиһең? Мал да ашаған еренә ҡайта. Ярай, әсәй, тыныс йоҡо. Билмәнемде әҙерләйем, кәтлитемде йылытайым.

Ҡәйнәһе. Ҡара, иҫереп ҡайтып керер әле бына.

Ишектә ҡыңғырау тауышы. Ҡатын йүгереп барып аса һәм арты менән өйгә керә, үҙе иҙәнгә ҡарай. Унан дүрт аяҡлап ире килеп инә.

Ире. Эҙләнем, бәғрем, һине, йылдар буйы тилмереп... Матурым, мин ҡайттым, мин һине яратам. Бына һиңә сәскәләр. Сәскә гөлләмәһе.

Туҙып бөткән букет тоттора.

Ҡатыны. Хоҙайым, был бит иҫерек! Ах, хайуан, йүнһеҙ, мөртәт! (Сәскә гөлләмәһе менән ирен туҡмай башлай).

Ире. Ах, минең матурым, нисек мине иркәләй.

Ҡәйнәһе. Бәр, нығыраҡ бир (итек алып тоттора).

Ҡатын һөйләнә-һөйләнә итеге менән туҡмай.

Ире. О-о, һинең мине яратыуың! Иркәләнеү генә һымаҡ. Ғәфү ит мине, ҡәҙерлем.

Ҡатыны. Ғәфү ит, тиһеңме? Миндек һымаҡ сәскә тотоп ҡайтҡан,алкаш! Исмаһам, бөгөн айныҡ ҡайтыр инең.

Ҡәйнәһе. Әһә, ҡайттымы? Күрҙеңме? Мин һиңә нимә тип әйттем? Килтер әле итегеңде! (Итекте алып, ирҙе бар көсөнә туҡмай башлай).

Ҡатыны. Әсәй, ипләп, нишләйһең ул, үлтерәһең бит! (Әсәһенең ҡулына йәбешә, итекте тартып ала).

Ҡәйнәһе. Уға нимә булһын? Ташҡа талау тейәме?

Ҡатыны. Ай, әсәкәйем, үлтергәнһең бит, тын алғаны тойолмай. Эй Хоҙайым, унһыҙ нимә эшләйем. Үҙен балалар ярата. Әсәй, беҙҙе ултырталар бит.

Ҡәйнәһе. Ултырта һиңә! Йоҡлай бит. Һинең генә һуңғыуыңа ул бирешәме һуң инде?

Ҡатыны. Әсәй, ысынлап, тереме?

Ҡәйнәһе. Тере булмай, ҡайҙа барһын. Шап-шаҡтай хырылдай, ишетмәйһеңме ни?

Ҡатыны. Ах хайуан, иҫереп ҡайтып бында йоҡлап ята! Килтер әле бында, әсәй, итекте! (Итекте тартып алып туҡмай башлай).

Ҡәйнәһе. Аһ-аһ, ҡыҙым, ипләп, нишләп башына һуғаһың? Башын ҡара! Харап итәһең бит!

Ҡатыны. Бар тормошомдо харап итте бынауы алкаш! Ғәбиткә йә Фәриткә сыҡһам, ни булған инде? Ана, йөрөйҙәр ап-айныҡ!

Ҡәйнәһе. Айныҡ булыр һиңә! Бер айныҡ көндәрен күргәнем юҡ! Ҡыҙым, туҡта, нишләйһең, үлтерәһең бит кейәүҙе! Кеше шулайтып туҡмаймы ни?

Ҡатыны. Исмаһам, беҙҙең туй көнөндә айныҡ ҡайтып булмаймы ни? Әсәй, ҡарале, тын аламы ул?

Әсәһе ятып тыңлай. Түш кеҫәһенән алтын алҡа һалынған ҡумта сығара.

Ҡәйнәһе. Ҡыҙым бына һиңә!

Ҡатыны. Ҡайҙа-ҡайҙа, ҡарайым әле. (Көҙгө алдына баҫып кейә һала).

Ҡәйнәһе. Ҡара, ҡыҙым, ҡалай килешеп тора.

Ҡатыны. Уй, әсәй, Ғәбите лә, Фәрите лә кәрәкмәй. Үҙ көндәрен үҙҙәре күрһендәр! Ҡара әле, әсәй, мин ошондайҙы алырға теләгәйнем. Ҡайҙан белгән бит әле.

Ҡәйнәһе. Ниндәй баһадир һымаҡ йоҡлап ятыуын күр әле, ҡыҙым. И-и, кейәүкәйем, иҫән-һау ғына була күр инде.

Ҡатыны иренең эргәһенә иҙәнгә сүгәләй.

Ҡатыны. Арыған, йоҡлап киткән. Саҡ ҡайтып еткән.

Ҡәйнәһе. Шулай шул. Ундай ҙа уңған кейәү булыр икән. Ҡарале, ныҡ һуғып имгәтеп-маҙар ҡуйманыҡмы ул?

Ҡатыны. Бер аҙ булғандыр инде. Ике яҡлап төйҙөк бит.

Ире. Мин ҡайттыммы ул? Кемдәр мине ярата ине? Эҙләнем, бәғрем, һине, йылдар буйы тилмереп... (Тороп ултыра). Кем мине туҡманы ул?

Ҡәйнәһе. Кит, кейәү, һине кем туҡмаһын инде? Килеп тә керҙең, ҡолап та киттең. Ҡолап иҙәнгә төшкәнсе унда ла бәрелдең, бында ла бәрелдең. Бер аҙ булғандыр инде.

Ҡатыны. Шулай шул, батырым, килеп тә керҙең, ҡолап та киттең. (Эргәһенә сүкәйә, күтәреп торғоҙа).

Ире. Байрамыбыҙ менән!

Ҡатыны . Иҫән-һау ғына була күр инде.

Ҡәйнәһе. Бәхетле генә йәшәгеҙ, бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, балалар.

Шаршау ябыла.

Читайте нас: