+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Апрель 2021, 11:23

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ ЮЛДА ҮҘЕҢДЕ НИСЕК ТОТОРҒА?

Көн һайын йөҙҙәрсә мең водитель руль артына ултыра. Уларҙың тәртибен меңдәрсә автоинспектор контролдә тота. Әгәр һеҙ ябай водитель икән, һеҙҙе көн һайын бер нисә тапҡыр туҡтатыуҙары ихтимал. Бынан тыш, ҡағиҙәләрҙе теүәл һаҡлауығыҙҙы урам саты һайын видеокамералар күҙәтеп тора. Һеҙҙе туҡтаталар икән, тимәк, бының сәбәбе бар. Бындай осраҡта һеҙ автоинспектор талап иткәнсә, туҡталырға тейешһегеҙ. Һеҙҙе ни өсөн туҡтатыуҙары хаҡында һорарға хоҡуғығыҙ бар. Юлда автомобилдәр күп икән, инспекторҙың һеҙҙе һаулығығыҙың торошон белеү өсөн генә туҡтатыуы ихтимал. Әгәр һеҙ эсмәгәнһегеҙ икән, ҡағиҙәләрҙе боҙмаһағыҙ, автомобилегеҙ төҙөк булһа, бер ҡурҡынысы ла юҡ. Хатта машинанан төшөү ҙә мотлаҡ түгел.

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ
ЮЛДА ҮҘЕҢДЕ НИСЕК ТОТОРҒА?

Бындай туҡтатыуҙар ғәҙәттә дүшәмбе иртән йыш була торған. Беләһегеҙме, ни өсөн? Бәлки һеҙ кисә, йәки өсөнсө көн байрамда булғанһығыҙҙыр һәм спиртлы эсемлектәр ҡулланғанһығыҙҙыр. Хатта автоинспекторҙың, һеҙ эсмәнегеҙме, тип һорауы ла бик ихтимал.
Һис икеләнмәйенсә, мин айныҡ, мин эсмәгәнмен, тип әйтеү кәрәк.
Әгәр кисә, өсөнсө көн саҡ ҡына тотҡайным, тип яуап бирһәгеҙ, был һүҙҙәрегеҙ шунда уҡ протоколға индереләсәк һәм һеҙҙе медицина тикшереүенә ебәреүҙәре мөмкин.
Беҙҙең халыҡтың ял көндәрендә ҡунаҡ-төшөм, мәжлес яратыуҙарын иҫәпкә алһаҡ һәм көн һайын эскән килеш йөҙләп кешенең тотолоуын иҫәпкә алһаҡ, автоинспекторҙар үҙҙәренең эштәрен теүәл башҡара.
Читайте нас: