+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Апрель 2021, 16:55

БҮЛӘКТЕ БҮЛЕШКӘНДӘ юмореска

– Ҡотлайбыҙ, ҡотлайбыҙ! – тине Ташбаш районының мәғариф идаралығы начальнигы Урманбаев ҡаршыһына килеп сыҡҡан Торналы мәктәбе директоры Саҙрый Ғәлләмшинды күреп. Ғәлләмшиндың эйәге шунда уҡ һалынып төштө. Начальниктан бер ҙә маҡтау һүҙе ишеткәне юҡ, был ҡотлауы ла бик кинәйәле яңғырай түгелме һуң?– Ғәфү итегеҙ, Ильяс Сәмиевич, ни сәбәпле ҡотланығыҙ? – тине мәктәп директоры.– Бәй, ишетмәнегеҙме ни әле? – тине начальник. – Башҡорт телден үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ юғары баһаланды. Туған тел кабинеттарын йыһазландырыу буйынса һеҙҙең мәктәп беренсе урынды яуланы. Бик шәп эшләгәнһегеҙ, башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙым, уҡытыусыһын маҡтағыҙ, ҡәҙерләгеҙ, үҫтерегеҙ. Һеҙгә, иптәш директор, беҙҙән – бер оклад.– Рәхмәт, рәхмәт! – тине Саҙрый. – Ә, Ильяс Сәмиевич, мәктәпкә лә берәй нәмә барҙыр ул? Компьютер булһа ла. Мәҫәлән, берәр ксерокс.

БҮЛӘКТЕ БҮЛЕШКӘНДӘ
юмореска
– Ҡотлайбыҙ, ҡотлайбыҙ! – тине Ташбаш районының мәғариф идаралығы начальнигы Урманбаев ҡаршыһына килеп сыҡҡан Торналы мәктәбе директоры Саҙрый Ғәлләмшинды күреп.
Ғәлләмшиндың эйәге шунда уҡ һалынып төштө. Начальниктан бер ҙә маҡтау һүҙе ишеткәне юҡ, был ҡотлауы ла бик кинәйәле яңғырай түгелме һуң?
– Ғәфү итегеҙ, Ильяс Сәмиевич, ни сәбәпле ҡотланығыҙ? – тине мәктәп директоры.
– Бәй, ишетмәнегеҙме ни әле? – тине начальник. – Башҡорт телден үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙ юғары баһаланды. Туған тел кабинеттарын йыһазландырыу буйынса һеҙҙең мәктәп беренсе урынды яуланы. Бик шәп эшләгәнһегеҙ, башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙым, уҡытыусыһын маҡтағыҙ, ҡәҙерләгеҙ, үҫтерегеҙ. Һеҙгә, иптәш директор, беҙҙән – бер оклад.
– Рәхмәт, рәхмәт! – тине Саҙрый. – Ә, Ильяс Сәмиевич, мәктәпкә лә берәй нәмә барҙыр ул? Компьютер булһа ла. Мәҫәлән, берәр ксерокс.
– Мәктәпкә, үҙегеҙ ҡарағыҙ – 100 мең һум.
100 мең һум? Ғәлләмшин күҙ алдында сайҡалып ҡуйҙы:
– 100 мең һум?
– Эйе, 100 мең һум. Нисек теләйһегеҙ, шулай тотоноғоҙ.
– Мәҫәлән, нисек?
– Һине өйрәтергә түгел. Премия итеп өләшә алаһың. Аҡса фондтан тыш килә. Шулай булғас, нисек теләйһең, шулай тотона алаһың.
– Мәҫәлән,..
– Эйе, уҡытыусыларыңа берәр авторучка һәм берәр блокнот алып бирһәң дә, иҫтәлек булыр. Ҡыҫҡаһы, үҙең ҡара. Берәр ҡәләм, әлбиттә, әҙ булыр. Сәй эсеү ойоштороғоҙ. Тик, ҡара уны, үткәнендәге һымаҡ, эске булмаһын. Әтеү, ... ҡыҙып алһа, мәктәптең ҡараңғы мөйәштәренә таралышаһығыҙ. Анан йөрө һеҙҙең ялыуҙы тикшереп.
– Рәхмәт, Ильяс Сәмиевич! Тәртип буласаҡ, тырышып эшләйәсәкбеҙ.
– Да, онота яҙым. Уҡытыусыһын дәртләндер. Шундай итеп дәртләндер, мәтәбеңде ташлап китерлек булмаһын. Фамилияһы нисек әле?
Директор ҡыуанғайны, ҡаушағайны, тирләгәйне. Туған тел уҡытыусыһының фамилияһын онотто ла ҡуйҙы. Кем ине һуң әле ул? Иртүк килә лә, һуң ғына ҡайтып китә. Самарбаева! Самарбаева булырға тейеш!
– Бүләкләйәсәкбеҙ, дәртләндерәсәкбеҙ!
– Бүләклә, дәртләндер.
Ғәлләмшин бөтә коллективты йыйып алды һәм еңеү шатлығын йылылай иғлан итте:
– Был еңеү ҙур мәғәнәгә эйә, – тине ул, – беҙҙең татыу коллективыбыҙҙың хеҙмәтен таныу. 100 мең һум алған мәктәп юҡ әле. Беҙ хәҙер – беренсе. Хәҙер килеп ябырылырҙар инде – тәжрибә уртаҡлашырға, өйрәнергә, күсерергә, беҙҙең менән кәңәшләшергә... Начальник бик ҡыуанған. Миңә әйтә, ни эшләп һаман “отличник” менән йөрөйһөң, ти. Атҡаҙанғанды юлларға ҡушты. Коллектив быға нисек ҡарар, гәзиттәрҙән киләсәктәр. “Башҡортостан уҡытыусыһы” нимә ҡарай? Кәримов был еңеү хаҡында беләме икән? Берәйегеҙ менән уҡыманымы? Ҡолағына төшөрөргә кәрәк ине. “БСТ” ла ситтә ҡалырға тейеш түгелдер. Был еңеүгә лайыҡ мәктәп, тәртип, ныҡлы тәртип менән айырылып торһон.
Директорҙың һуңғы һүҙҙәрен оҙайлы алҡыштарға күмделәр. Ул арала булмай, хужаның урынбаҫары ҡалҡып сыҡты:
– Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙең тәрән һәм оҙайлы алҡыштарыбыҙҙы беҙҙең хөрмәтле директорыбыҙ Ғәлләмшин Саҙрый Һаҙый улының күп йыллыҡ эшмәкәрлеген бер күңелдән хуплау, уға ышаныс белдереү, һаулыҡ һәм уңыштар теләү һәм дә уны атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә күрһәтеү тип ҡабул итәйек.
– Ҡуйығыҙсы, килешмәҫ ул, – тип мөңгөрләне ҡәнәғәт директор һәм тауыш биргәндә кемдәрҙең ысын күңелдән, ҡайһыларының битараф, өсөнсөләренең, ундайҙары ла табыла бит, асыулы ҡул күтәреүҙәрен үҙе өсөн теркәп ултырҙы.
– Ә хәҙер, хөрмәтле коллегалар, беҙҙе күңеллерәк мәшәҡәт көтә! – тине директор, коллективты һынсыл байҡап. – Начальник, бөгөн булмаһа, иртәгә аҡсаны премия сифатында бүлеп, исемлекте раҫлап, мәғариф идаралығына килтерергә ҡушты. Нисек бүләбеҙ, йәғни бүлешәбеҙ, йәмәғәт?
Әлеге директорҙың урынбаҫары тағы ла һикереп торҙо:
– Әгәр колективҡа премияны бүлеүҙе ышанып тапшырғандар икән, беҙ ҙә директырыбыҙға үҙебеҙҙең ышаныуыбыҙҙы күрһәтәйек. Әйҙәгеҙ, хужанан да ғәҙел бүлгән кеше булмаҫ. Уның фекере нисек икән?
– Тәүҙә начальниктың фекерен ишетегеҙ, – тине директор, – ул әйтте, ҙур еңеү, иҫтәлекле еңеү. Һәр береһенә берәр ҡәләм, берәр дәфтәр бүләк итегеҙ, иҫтәлек итеп һаҡлаһындар, тине. Был еңеүгә мөнәсәбәте булған берәү ҙә, ҡабатлап әйтәм, берәү ҙә, хатта йыйыштырыусыға һәм ашнаҡсыға тиклем, бүләкһеҙ ҡалырға тейеш түгел.
Әлеге урынбаҫар һикереп торҙо:
– Ғәҙел булмаһам, дөрөҫөн әйтмәһәм, төҙәтегеҙ. Директорыбыҙға – бер оклад.
Хатта директор урынынан һикереп торорға мәжбүр булды. Ыҡ-мыҡ итте, нимәлер мөңгөрләне, күптәр уны премиянан баш тартты, тип аңланы. Ләкин хужа:
– Урынбаҫарға ла – бер оклад, – тине лә, үтәлгән бурыс тойғоһо менән ултырғысына ҡоланы.
Ғәскәрованың фамилияһын әйттеләр. Нимә эшләгәндер, аныҡламанылар. Әллә ошо класта былтыр уҡытҡанмы, әллә уҡытырға еткәнме... Һәр хәлдә, уның өсөн 5000 һум тап-таман, тип таптылар. Иҙән йыуыусы Фәриҙә апай килеп инде:
– Ул класты кем йыуа, тип һораһағыҙ, мин йыуам. Өс мең һум! Самиға апай тәмле итеп аш бешергән, уның хеҙмәтен нисек күрмәй ҡалаһың? Ҡарауылсы, Ғилми бабай, был класс бүлмәһен барыһынан да нығыраҡ һаҡлаған, методик ҡулланмаларҙың, китаптарҙың юғалыуына юл ҡуймаған. Уларға ла өлөш сыҡты.
Былтыр хаҡлы ялға сыҡҡан Фәүриә апай саҡ килеп өлгөрҙө. Ишетмәй ҡалһа, килеп өлгөрмәһә, үҙенә тигән 3 меңдән мәхрүм ҡала ине. Күрше класс бүлмәһе уҡытыусыһы Фәниә апайҙы да онотманылар. Башҡорт теле дәрестәре ваҡытында үҙенең класында ултырыусы уҡыусыларҙың шым ғына ултырыуын тәьмин иткән. Ә ҡалған аҡсаны Ильяс Сәмиевич сәй эсергә тотонорға ҡушты. Тик сәй генә, бер ниндәй эске-меске, ҡараңғы мөйөштәр юҡ. Юғиһә, үткәнендә...
Урынбаҫар директорҙың алдына башҡорт теле кабинеттары араһында беренсе урынды яулау һәм премия хаҡында Маҡтау грамотаһын килтереп һалды. Ә быныһын кемгә бирәбеҙ?
Директор ҡапыл иҫенә килде:
– Кем әле, теге уҡытыусыһы, башҡорт теле уҡытыусыһы ҡайҙа әле?
Бер-береһенә ҡараштылар, хатта парта аҫтына ла күҙ һалдылар. Күренмәй, юҡ.
– Ну, был йәштәр! – тине урынбаҫар. – Бер тәртип юҡ!
Мәктәп паркында “Яҙ килә” тигән темаға инша яҙалар икән, тинеләр.
– Ярай, яҙһындар, – тине директор, – был грамотаны уға бирәбеҙ. Уның хеҙмәте лә лайыҡлы баһа алырға тейеш.
– Күп булмаҫмы? – тине кемдер.
– Өс-дүрт йыл ғына эшләүен иҫәпкә алһаҡ, тап-таман булыр һымаҡ.
– Әгәр әҙ тип уйлаһа? – тине икенсеһе.
– Уйлаһа ла, өндәшмәһен. Уның йәшендә беҙ көнө-төнө эшләй инек. Бүләкте түгел, һөҙөмтәне ҡайғырта инек.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: