-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Апрель 2021, 11:15

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АСЫБАР Хикәйә Беренсе бүлек

Асыбар яланына килеп сыҡҡас та өҫкә тарттым. Яланды урман ситләп үрҙәнерәк үтергә ниәтләүем. Юл буйлап барғанда ялан уртаһында элекке утарҙан ҡалған иҫке йорт ултыра. Шул өй шом һала аҙыраҡ. Эргәһендәге кәртә-ҡуралары емерелеп, ҡоймалары ҡолап бөткән булһа ла, үҙе шаҡтай тора торғайны. Шөбһәләнеүем дә шул – әсәй урмандағы аулаҡ өйҙө ҡасаҡ-фәлән, берәҙәк-зимагур торлаҡ итеп ҡуйырға мөмкин, тип киҫәткән дә, урап үтеп йөрөргә ҡушҡан.Заманында был ерҙәр гөрләп тора торғайны. Борондан ауыл халҡының йәйләү урыны булған. Ҡайһы тирәләлер ғәҙәти булмаған шишмәһе лә аҡҡан, тиҙәр. Йәнәһе, шул шишмә һыуы тоҙло булған да, унда әселек эҙләп болан-маралдар төшөр булған. Ысынмылыр-юҡмылыр, мин белгәндә ул тирәләге тоҙло һыуҙы төртөп күрһәтер әҙәм юҡ ине инде. Һәр хәлдә был урындар Асыбар тип атала һәм, моғайын, юҡҡа түгелдер.


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
АСЫБАР
Хикәйә
Беренсе бүлек
Асыбар яланына килеп сыҡҡас та өҫкә тарттым. Яланды урман ситләп үрҙәнерәк үтергә ниәтләүем. Юл буйлап барғанда ялан уртаһында элекке утарҙан ҡалған иҫке йорт ултыра. Шул өй шом һала аҙыраҡ. Эргәһендәге кәртә-ҡуралары емерелеп, ҡоймалары ҡолап бөткән булһа ла, үҙе шаҡтай тора торғайны. Шөбһәләнеүем дә шул – әсәй урмандағы аулаҡ өйҙө ҡасаҡ-фәлән, берәҙәк-зимагур торлаҡ итеп ҡуйырға мөмкин, тип киҫәткән дә, урап үтеп йөрөргә ҡушҡан.
Заманында был ерҙәр гөрләп тора торғайны. Борондан ауыл халҡының йәйләү урыны булған. Ҡайһы тирәләлер ғәҙәти булмаған шишмәһе лә аҡҡан, тиҙәр. Йәнәһе, шул шишмә һыуы тоҙло булған да, унда әселек эҙләп болан-маралдар төшөр булған. Ысынмылыр-юҡмылыр, мин белгәндә ул тирәләге тоҙло һыуҙы төртөп күрһәтер әҙәм юҡ ине инде. Һәр хәлдә был урындар Асыбар тип атала һәм, моғайын, юҡҡа түгелдер.
Мәктәп йылдарымда Асыбарҙа атайым йылҡы ҡышлатып ята торғайны. Йылына бер ауыл апайҙары, мәктәп уҡыусылары йыйылып барып ир-егеттәр генә төйәк иткән ерлекте таҙалап, йорттарын ҡырып йыуып та ҡайта торғайныҡ. Аҙаҡ, ҡалаға уҡырға китеп, интернаттан өс-дүрт айға бер ҡайтҡанда, йәйәү юлым ошо утар аша үтә һәм мин әлеге урынға етәрәк ҡыуанысымдан хатта йүгерә башлайым. Атай үҙе булмаған осраҡта ла, уның менән алмаш эшләүсе ауыл ағайҙары ҡаршы алып, ашатып-эсереп, менеп ҡайтырға ат биреп ебәрәләр ине. Шуға был утар миңә яҡын.
Студент булып киткәс, тыуған яғыма Өфөнән тура самолет менән йә икенсе яҡтан үҙәккәсә автобуста ҡайта башланым. Һәм бына, осраҡлы юл тағы ла бала саҡ һуҡмағынан алып килә – Асыбар яланынан үтеп барыуым. Ташландыҡ утарҙың өй ҡыйығын булһа ла аңғарып китәйем, тип, ҡалҡыуыраҡтан үтеп барһам – ни күрәйем – ҡышлаҡ элекке хәле менән күҙ алдыма баҫты. Йорт мөрйәһенән күтәрелгән төтөн көҙгө һауаға теремеклек, йылылыҡ биреп тетелеп-таралып тора. Тирә-яҡтағы ялан кәртәләр тергеҙелгән. Барыһынан бигерәк кәртәләрҙәге йылҡылар эсемә йылы йүгертте. Тимәк, бында – ауыл хеҙмәтсәндәре.
Яландағы кипкән үләнде йырып аҫҡа ашыҡтым. Туҡтап китмәй сара юҡ. Ун өс-ун дүрт саҡрым ҡара һыуыҡта атлау үҙәккә үткән. Асфальттан ғына йөрөй торған тәтәй ботинкаларымдың да ауыҙы йырылған инде, ҡойоға уҡмаша барып суҡмарға әйләнгән. Барыһынан бигерәк арҡаға дымпылдата һуғып килгән еле яман.
Мине аңғарған йылҡы малы башын күтәреп ҡарап-ҡарап алды ла, ашау менән мәшғүл булды. Асыҡ соланға үтеп, өй ишеген туҡылдатам. Бер шаҡыйым, ике... Эстән тауыш юҡ. Ахырҙа, көтөп торорға сабырлығым етмәй, ауыр ағас ишекте көскә тартып асам да, эстән урғылған йылы һауаға һурылып барып инәм. У-уй, йылыҡайғынаһы... Һыуығым сығып бөткәнсе ҡалтыранып торам да, бысраҡ ботинкаларымды һалып түргә үтәм. Ундағы эҫе мейескә барып устарымды терәйем, унан арҡамды. Шул арала хас минең бала саҡтағыса итеп йыйыштырылған өйҙө күҙҙән үткәрәм. Шул уҡ өс мөйөштәге өс һике, уларҙа ирҙәрҙең ҡаралдылары ята. Уртала ябыуһыҙ таҡта өҫтәл, ике яҡтан артһыҙ эскәмйәләр. Эшселәрҙең ашап йөрөгән ризыҡтары, ҡул һөрткән бысраҡ сепрәк-сапрағы. Ишек төбөндәге ҡулйыуғыстан аҫтағы тасҡа тыпылдап тамсыһы тамып-тамып ҡуя. Мейестең усаҡ яғында ут гөрләй, алдына утын өйөлгән, плитәһе өҫтөндә ҡара баҡырса бығырлап ҡайнап сыҡҡан. Эргәһендәге ҡапҡасы ябыҡ табанан һеләгәйҙе ағыҙыр тәмле еҫ килә. Мин был еҫте ялан осонда уҡ һиҙгәйнем инде – ҡыҙҙырылған картуф еҫе.
Мейескә һөйәлеп арыуыҡ торҙом, инде тамам йылындым, ә йортҡа һаман ҡайтмайҙар. Быға артыҡ аптырамайым, сөнки ағайҙарҙың ат эҙләп йөрөүҙәре лә, һунарға сығып китеүҙәре лә бар. Бала саҡта уларҙың шулай бушағанын көтөп яртышар көн ултырғаным була торғайны. Әле лә, тәртип өсөн көтәүәлләй бирҙем дә, бысраҡ таҫтамалдарҙың береһе менән тотоп теге табаны өҫтәлдәге гәзиткә алып килеп ултырттым. Ҡапҡасын асҡас та татлы парына иҫереп торҙом: ситтәре көрәнәйгәнсе һары майҙа йөҙгән картуф киҫәктәре... мммм.... Алюмин ҡалаҡты ҡат-ҡат һөртөп алып, таба ситендәге иң-иң ҡурылғандарын ғына һайлап кертелдеге сығарам. Шыптыр пакеттан кемдеңдер ҡомалаҡ икмәген табып, салғы осонан яһалған үткер ҡысаҡ менән киҫеп алдым. “Аҙ ғына ашайым да... тағы саҡ ҡына...” ти торғас, табаның өстән бер өлөшөн һыпырып ташлағанмын. Ярай, ауылдаштарым, моғайын, юл кешеһенән ҡурылған картуф ҡыҙғанып тормаҫ, тип үҙемде тынысландырып, табаны ябып урынына ҡуйҙым. Ярты көрөшкәләй ҡайнар сәй эстем. Сәй артында тәҙрә төбөндә ятҡан китаптарҙы алмаш-тилмәш алып ҡыштырлатып ултырҙым. Гел уҡымлы романдар. Беҙҙең ауыл кешеләре шулай китап уҡый бит ул. Ысын, ат өҫтөнән төшмәгән, яҙа-йоҙа белемле генә ағайҙар ҙа, мәҫәлән, минең атай һымаҡ, ҡалын-ҡалын китаптарҙы һөйрәп йөрөп уҡый. Асыбар йортонда һәр ваҡыт ошондай китаптар була торғайны, бында хатта китапханасы ла килеп китә, буғай. Һәр хәлдә элек шулай ине.
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: