-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Апрель 2021, 21:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА АСЫБАР Хикәйә Икенсе бүлек

Элек... Атай һөйләгән ҡыҙыҡтарҙың береһендә, Асыбар ерҙәре боро-ондан енле урындар булған. Атайҙың әсәһе бала саҡта, ауыл халҡы был тәңгәлдә йыш ҡына ендәр менән тап булышҡан. Кемдер уларҙың һөйләшкәнен ишеткән, кемдер ат ҡыуғанын, кемдер күсенеп барғандарын... Берәү, арбаларын шығырлатып, бала-сағалары менән сыр-сыу килешеп үтеп китеүҙәренең барыһы ла ап-асыҡ ишетелеп тора, тик күҙгә күренмәйҙәр генә, улар барған тәңгәлдә ике-өс ҡойон өйөрөлөп барҙы, шулай китеп олаҡтылар, тип һөйләгән. Ә инде Хәким апаның әкәмәте балалар ҡурҡытҡысы һымағыраҡ булды. Йәнәһе, ауылдан, Ҡупырыш ҡушаматлы Хәким олатай, ошо Асыбарҙа мал ҡарауҙа ятҡан да, бер көн, яңғыҙы ҡалғанында, өйгә иҫ киткес һылыу ҡатын килеп ингән. Ағай, бының кем булырын шундуҡ төшөнгән һәм, йоҡлап ятҡан булып, һыңар күҙе менән генә күҙәтеп ята, имеш. Ҡатын килеп ингән ғайын мейескә ут яғып ебәргән, сәй ҡуйған, донъя көтә башлаған. Унан ирҙең уянғанын аңғарып ҡалып, таҡмаҡ әйтеп бейеп киткән, ти: – Уйнайыҡ та көләйек, Ҡупрыш Хәким бар саҡта!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
АСЫБАР
Хикәйә
Икенсе бүлек
Элек... Атай һөйләгән ҡыҙыҡтарҙың береһендә, Асыбар ерҙәре боро-ондан енле урындар булған. Атайҙың әсәһе бала саҡта, ауыл халҡы был тәңгәлдә йыш ҡына ендәр менән тап булышҡан. Кемдер уларҙың һөйләшкәнен ишеткән, кемдер ат ҡыуғанын, кемдер күсенеп барғандарын... Берәү, арбаларын шығырлатып, бала-сағалары менән сыр-сыу килешеп үтеп китеүҙәренең барыһы ла ап-асыҡ ишетелеп тора, тик күҙгә күренмәйҙәр генә, улар барған тәңгәлдә ике-өс ҡойон өйөрөлөп барҙы, шулай китеп олаҡтылар, тип һөйләгән. Ә инде Хәким апаның әкәмәте балалар ҡурҡытҡысы һымағыраҡ булды. Йәнәһе, ауылдан, Ҡупырыш ҡушаматлы Хәким олатай, ошо Асыбарҙа мал ҡарауҙа ятҡан да, бер көн, яңғыҙы ҡалғанында, өйгә иҫ киткес һылыу ҡатын килеп ингән. Ағай, бының кем булырын шундуҡ төшөнгән һәм, йоҡлап ятҡан булып, һыңар күҙе менән генә күҙәтеп ята, имеш. Ҡатын килеп ингән ғайын мейескә ут яғып ебәргән, сәй ҡуйған, донъя көтә башлаған. Унан ирҙең уянғанын аңғарып ҡалып, таҡмаҡ әйтеп бейеп киткән, ти:
– Уйнайыҡ та көләйек, Ҡупрыш Хәким бар саҡта!
Бармаҡтары шарт-йорт итә, күҙҙәре ялт-йолт килә, ти, ҡатындың. Хәким инде түҙә алмаған, ҡапыл ырғып тороп, баш осонда ятҡан мылтығын алып берҙе атып ебәргән дә, атылып сығып атына һикереп менеп ауылға ҡарай сапҡан. Шулай булған, йәнәһе. Атай һөйләй ҙә, үҙе: “Ул Хәкимдең ҡупырыш булыуын да белгән, ти, бисура” тип һығылып көлөп ала торғайны. Ә беҙ ҡурҡабыҙ, бейеп йөрөгән бисураны күҙ алдына килтереп: “Бисмилла... Бисмилла...” тип төкөрөнәбеҙ.
Туйынып алғас ауырайтты, арыу ҙа, өшөү ҙә үҙенекен иткәндер, урындыҡ ситенә ултыра торғас, ойоп тантып барам. Йоҡо менән көрәшеп маташҡанымды аҙыраҡ иҫләйем, унан түшәк осона ятып йоҡлап киткәнмен, күрәһең. Күпме ятҡанмындыр, кемдер ҡолаҡ төбөндә генә исемемде өндәшкәндәй булғанға уянып киттем. Әсәйемдең тауышы һымаҡ булды, ап-асыҡ итеп исемем менән саҡырҙы. Тертләп уянып, йоҡо аралаш һикереп тороп, бөршәйеп ятҡандан ойоған яурынымды ыуа-ыуа тәҙрәнән тәҙрәгә йөрөп ҡарайым – әллә береһе килдеме? Юҡ, урамда шул уҡ аттар өйөрө, яландың теге яғында ла, был яғында ла кеше заты күренмәй. Көҙгө көн һарҡыуға барып, ҡояш офоҡҡа ҡоларға тора. Хәҙер генә ҡапыл ҡараңғы төшәсәк. Был ат ҡараусылар һуңғаса килмәһә, ауылға ҡайта торғандары булмаһа, төнгә бында ирҙәр араһында ҡалып булмай бит инде, тип уйлап, йыйына башланым. Хәҙер инде туҡ, йылынған мин, йылдам ғына атлап сығып киттем. Ҡалған туғыҙ саҡрымды шул ҡыҙыулыҡ менән үтеп, ҡараңғы ҡуйыра башлауға ауылға барып та индем. Бына тыуған йортом, ҡапҡа, ишек алды...
– Һау-мыһығыҙ!
Аш ашап, мунса төшөп, һөйләшеп ултырып, ҡыҙҙар өсөн бүленгән бәләкәй яҡҡа инеп ятҡас ҡына, юл мажараларым иҫкә төшөп, стена аша ҡысҡырып өндәшәм:
– Атай, Асыбарҙа кемдәр ята икән ауылдан?
Атайым аҙыраҡ ваҡыттан ғына һорауыма һорау менән яуаплай:
– Анда кем ятһын ул?
Мин аптырай төшәм:
– Нисек – кем?.. Мин бая унда инеп... сәй эстем, – тип әйткәнемдә атайҙың түшәге эргәһендә торам инде.
Ул тороп ултыра, көлөмһөрәй бирә:
–Шунан?
–Аттар тора ине кәртә тулы... Өй яғылған, ҡаралтылар ята – кеше йәшәй!
–Кешеләрен күрҙеңме?
–Юҡ... Йылынып... көтә бирҙем дә киттем.
Атайым алдына ҡарап ултыра бирә лә, мине бөтөнләй шаҡ ҡатырған хәбәр әйтә:
– Анда ней... хәҙер инде ун йыллап тормайҙар. Дауна кәртә-мәртәһен ташып алдылар... Өйөндәге мейесен дә берәү емереп әпкиткән ине ике-өс йыл әүәл һуғылғанда.
–А-а... атыу... кем?
Атайым көлә әле:
–Кем булһын, ен инде!
Түрбаштағы мәшәҡәттәрен ташлап килеп, һөйләшкәнебеҙҙе сала-сарпы ишетеп ҡалған әсәй, сар-сор итеп ҡала:
–Шунда төшөп йөрөмә тип әйтелмәнеме һиңә? Уй, ошо балларҙың йәйәү йөрөүе! Бер төпкөлдә тороп ҡалынды! Ней юлы юҡ, ней автобусы! Ҡалай ҡыҙыҡ нәмәгә ауыҙ йырып ултыра!
Атайым уның әрләүенә оторо көлә:
– Илайыҡмы, атыу? Бошмай ҙа ендең сәйен эсеп ҡайтҡан да һаң...
–Кит, мәғәнәһеҙ!
–Улар өсөн әллә беҙ ендер әле! “Мынау Сәйәхтең ҡыҙы нишәп йөрөй бында?” тип, әллә улар аптырап ултырып ҡалған?..
Атайым шулай оҙаҡ көлдө. Әсәйем көйҙө. Мин теге өйҙәге һәр секундымды яйлатылған кинокадрҙағы һымаҡ итеп ҡабаттан баштан үткәреп, был хәлдең “юрамал” булғанына ышана алманым. Әммә ялдарҙан һуң, кире киткәндә, атай менән ярым емерек ташландыҡ Асыбар утары янынан һыбай үттек. Минең күҙ маңлайға менеүенән атай һаман көлә:
– Ошо яҡта күпме йөрөһәм дә мине һыйлағандары юҡ, былар һине ҡунаҡ күргән, әләйһәң.
... Шул хәлдән алып ҡыҙҙырылған картуф ашай алмайым... Ҡурҡҡандан йәки ерәнгәндән түгел, ә тәрән психологик шок кисереүҙән, күрәһең. Асыбарҙа был ризыҡты шундай яратып, тәмләп ашауым һуңғы тапҡыр булған икән.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: