+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Апрель 2021, 15:28

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КЕРЧЬ Хикәйә Беренсе бүлек

Кәртә эсендә көсөргәнеш артҡандан артты. Аттарға һоло һалған ат ҡараусылар ҙа, оло ҡапҡа төбөндә быҫҡылдатып тәмәке һурған ветврач менән зоотехник та тыштан ғына тыныс күренделәр, ә эстәрендә сараһыҙлыҡ үҫкәндән үҫә барҙы. Хатта аттар ҙа ниндәйҙер хәүефтеме, кешеләр күңелендәге тулҡынланыуҙымы һиҙемләп, сәбәпһеҙгә кешнәп-кешнәп алдылар, фырылдап тауыш бирҙеләр.

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КЕРЧЬ
Хикәйә
Беренсе бүлек
Кәртә эсендә көсөргәнеш артҡандан артты. Аттарға һоло һалған ат ҡараусылар ҙа, оло ҡапҡа төбөндә быҫҡылдатып тәмәке һурған ветврач менән зоотехник та тыштан ғына тыныс күренделәр, ә эстәрендә сараһыҙлыҡ үҫкәндән үҫә барҙы. Хатта аттар ҙа ниндәйҙер хәүефтеме, кешеләр күңелендәге тулҡынланыуҙымы һиҙемләп, сәбәпһеҙгә кешнәп-кешнәп алдылар, фырылдап тауыш бирҙеләр.
– Булды, етәрлек көттөк, – ниһайәт, ветврач, халаты кеҫәһенән оҙон еңле резина бирсәткәләрен алып кейә-кейә ферма осондағы айырым кәртәләнгән аҙбарға йүнәлде. Зоотехник һурып бөтөрмәгән төпсөгөн мөйөштәге ҡалай биҙрәгә ташлап, ашығып уның артынан эйәрҙе. Быларҙың ҡыбырлағанын күргән малсылар ҙа, эштәрен ташлап, шул тирәгә эркелеште.
Ҡолон тулғанғында тартышҡан йәш бейә, ирҙәрҙең килеп инеүен әллә оҡшатмауын белдереп, әллә киреһенсә, ярҙам һорапмы, аҫҡы иренен генә дерелдәтеп тауыш бирҙе. Был өнө үңәс буйынан килгән хырылдау булып сыҡты.
– Их!.. Хәле етмәй бит бының, – зоотехник әйткәнен дәлилләтергә теләп ветврачҡа ҡарап алды. Уныһы, тәжрибәле мал докторы, ризалашып баш ҡаҡты.
Бейәләр ҡолонлағанда, ғәҙәттә, ҡыҫылмайҙар бында. Малдар үҙҙәре лә кеше күҙенән йәшерен тыуҙырырға тырыша ҡолондарын. Ҡайһы бер олораҡтар хатта, мал тыуым мәлен ир-егеткә күрһәтергә теләмәй, ҡарап торғанда уңайһыҙлана ла, тиҙәр. Шулайҙырмы-түгелдерме, бындай ырымдарҙы иҫкелек ҡалдығы тип кире ҡаҡһалар ҙа, шул ғөрәфәттәрҙе тыңлап үҫкән халыҡ балалары, ҡысҡырып әйтмәһә лә ҡайһы бер йолаларҙы тота. Мал-тыуарға, әлеге хәл кеүек булмағанда, тыуым мәлендә ҡамасаулап, артыҡ күҙ булып йөрөмәҫкә тырышалар. Был һылыу бейәне лә, ҡолонлар мәлен самалап айырып ҡуйғайнылар, иртәнән бирле тулғаҡта, бушана алмай әле. Бығаса көнөнә әллә нисәшәр бейә ҡолонлап торғас, бейәләрҙең тап артым ваҡыты булғас һәм быйыл береһе лә ҡатмарлылыҡ тыуҙырмағас, йәш бейәгә лә артыҡ иғтибар бирмәгәйнеләр. Тик малсыларҙың береһе, төшкә ҡарай, белгестәрҙе ҡуҙғатты: Ҡырым бейәһе ҡолонлай алмай оҙаҡ ята.
Былтыр республикаға Ҡырымдың Керчь ҡултығы буйында үрсетелгән тоҡом аттарын һатып алғайнылар, шуларҙан бер бейәне Өфө ат заводы ла эләктереп ҡала алды. Төн шикелле ҡара, ҡарға ҡанатылай шыма йылтыр, ҡыҙҙар сәсендәй ҡабарынҡы ялбыр ялдары нәҙек бәкәлдәренә һуғылып ялпылдап йөрөй ине малҡайҙың. Бейек янбашлы, аҡҡош муйынлы, бәләкәй генә ҡупшы башлы. Ваҡ ҡына аҙымдар менән бейеп-юртып йөрөгән был йәш бейәне күргән завод директоры ла, малсылар ҙа тел сартлатыуҙан үтә алманы. Ирҙәр телмәрендә йылҡының бындай гүзәллеген һүрәтләрлек һүҙҙәр юҡ ине.
Ят малҡайҙы кешеләр генә түгел, өйөрҙәге башҡа йылҡы ла аңғарҙы. Улар “был кем” тигән шикелле таҫырайышып торһа, сысҡан һыртлы, киң күкрәкле ғәййәр айғыр ерҙе һеңдерә баҫып елдереп килеп тә етте. Киң танау тишектәрен ҡуржыратып башта морон тирәһен еҫкәне, унан, бер уратып әйләнеп сыҡҡас, яурынбашы менән этәрә биреп үтеп, өйөр эсенә әйҙәне. Ҡара бейә, артыҡ ихлас ҡабул итмәгән оло бейәләрҙән шикләнеп, өйөр башына һырынып тигәндәй ҡушарлап китте лә, бынан ары ҡайһы мәл ҡараһаң да уның йәнәшәһендә генә булды. Атап ҡына исем дә бирмәнеләр уға, Ҡырым бейәһе, Һылыу бейә, Керчь бейәһе тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Һәм ошо Һылыу бейә төптән йыуан эре һөйәкле уҫал айғырҙың айырылмаҫ юлдашына әйләнде. Яратҡан ҡатыны булып алды, ахыры, башлыҡтың, тигән һығымтаға килде малсылар ҙа.
Дауамы бар.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: