+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Апрель 2021, 20:00

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КЕРЧЬ Хикәйә Икенсе бүлек

Ветврач менән зоотехник бейә ҡорһағындағы арҡыры килгән ҡолондо ыңғайлатҡансы ла хәтһеҙ ваҡыт үтте. Хәҙер эш яйланыр кеүек ине лә, малҡайҙың бөтөнләй хәле ҡалмаған. Ул үҙ аллы көсәнеп этеп сығарырлыҡ түгел эстәгеһен. Ирҙәр хәҙер бейә кәүҙәһен арҡан менән ҡороҡлап, өҫ яғын быуа биреп күтәртеп ҡаранылар. Аттың ҡарышырлыҡ та, хатта артыҡ туларлыҡ та ҡөҙрәте тойолманы.


БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КЕРЧЬ
Хикәйә
Икенсе бүлек
Ветврач менән зоотехник бейә ҡорһағындағы арҡыры килгән ҡолондо ыңғайлатҡансы ла хәтһеҙ ваҡыт үтте. Хәҙер эш яйланыр кеүек ине лә, малҡайҙың бөтөнләй хәле ҡалмаған. Ул үҙ аллы көсәнеп этеп сығарырлыҡ түгел эстәгеһен. Ирҙәр хәҙер бейә кәүҙәһен арҡан менән ҡороҡлап, өҫ яғын быуа биреп күтәртеп ҡаранылар. Аттың ҡарышырлыҡ та, хатта артыҡ туларлыҡ та ҡөҙрәте тойолманы.
– Ай, әттәгенәһе… Нишләп кенә былай булды һуң? – ветврач, өҙгөләнеп, Һылыу бейәнең йомола барған күҙ ҡабаҡтарын алмаш-тилмәш асҡылап ҡараны ла, артҡа әйләнә барған күҙ алмаларынан хәлде төшөнөп, фарман бирҙе:
– Нәҙек бау алып килегеҙ, ҡолондо һөйрәп алам.
Алғы тояҡтарынан эләктерелгән ҡолонсаҡ тартып сығарылғас, уның дерелдәп торған һыу кәүҙәһен әсәһенең морон төбөнә алып килеп төрттөләр:
– Бына ҡолоноң, Һылыу бейә… Йә-йә, терел, әйҙә, тор… балаңды кем имеҙә?
Балаһының еҫен һиҙгән бейә, күҙен асмаһа ла, башын ҡалҡытырға итеп бер-ике талпынды ла, тынды. Ул шулай шым ғына ятып йән бирҙе. Ә әсә еленен бер тапҡыр ҙа төртөп ҡарамаған һәм яҡтыға оҙаҡ сыға алмауҙан тонсоғоп мәлйерәп өлгөргән ҡолонсағы, әсәһенең ни эшләп һаман уны йылытып яламағанын аңламай, һыуынып етмәгән һыртына һырынып ятып ҡалды. Уларға ярҙам итә алмаған ирҙәр сараһыҙ булышып ҡарап тора бирҙе.
Бейәнең үлемен документтарҙа теркәп, ат заводы директорының килеп күҙ һалыуын көткән ферма хеҙмәткәрҙәре, үле кәүҙәне алырға тип ингәндә, йәнһеҙ бейә эргәһендә нәҙек тояҡтарында бәүелә биреп баҫып торған ҡолонсаҡты күреп аптырап киттеләр. Был ҡолон бая ғына башын-тояғын тота алмаған сепрәк хәлендә, әсәһе яҙмышын ҡабатлары көн кеүек асыҡ ине. Шуға уны хатта салып та тормай ҡалдырып киткәйнеләр бит. Әле килеп… тороп баҫҡан.
– Икеһе лә үлде тигәйнегеҙ бит? – завод директоры аңлатма талап итте.
– Үлгән кеүек ине… – ветврач яурынбаштарын ғына күтәрә алды.
– Бөгөн үлмәгәндә лә… Яңы тыуған ҡолондо инәһеҙ мал итеп алыуы… белмәйем, – зоотехник та ни әйтергә белмәй ыуаланды.
– Шундай тоҡомло малдарҙың орлоғон булһа ла ҡалдырырға ине, – директор ҡолондоң муйын-яңаҡтарын ҡапшап ҡарарға иткәйне, тегеһе ҡомһоҙ ирендәре менән уның бармаҡтарын эләктереп алды. – Оһо! Был ҡолон үлмәҫкә лә ҡалмаҫҡа итә. Барығыҙ, шешә алып килегеҙ.
Дауамы бар.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: