+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Апрель 2021, 21:10

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КЕРЧЬ Хикәйә Алтынсы бүлек

… Атакала… юҡ, бәйгелә саба ине Керчь. Ҡапыл алдында ер убылды ла, уны эйәһе менән бергә ҡом ямғыры япты. Яуын аҫтынан сыҡҡанда толпарҙың эйәре буш, ҡараштары аларған, танау-ҡолаҡтарынан ҡан киткән, үҙе тояҡтарының ҡайҙа нисек баҫҡанын аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Күпме йөрөгәндер ул шулай ут-төтөн араһында. Эргә-тирәһендә снарядтарҙың ерҙе ҡутарып күккә ташлауын күрҙе – тауышын ишетмәне. Көбәктәренән ут бөркөп килгән танкыларҙың өҫкә менеп килгәнен аңғарҙы – тауышын ишетмәне. Танк артына йәшеренеп боҫоп килгән автоматсыларҙың үҙенә ҡарай йүгергәндәрен һәм уратып алырға иткәндәрен самаланы – тауыштарын ишетмәне.


БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КЕРЧЬ
Хикәйә
Алтынсы бүлек
… Атакала… юҡ, бәйгелә саба ине Керчь. Ҡапыл алдында ер убылды ла, уны эйәһе менән бергә ҡом ямғыры япты. Яуын аҫтынан сыҡҡанда толпарҙың эйәре буш, ҡараштары аларған, танау-ҡолаҡтарынан ҡан киткән, үҙе тояҡтарының ҡайҙа нисек баҫҡанын аңларлыҡ хәлдә түгел ине. Күпме йөрөгәндер ул шулай ут-төтөн араһында. Эргә-тирәһендә снарядтарҙың ерҙе ҡутарып күккә ташлауын күрҙе – тауышын ишетмәне. Көбәктәренән ут бөркөп килгән танкыларҙың өҫкә менеп килгәнен аңғарҙы – тауышын ишетмәне. Танк артына йәшеренеп боҫоп килгән автоматсыларҙың үҙенә ҡарай йүгергәндәрен һәм уратып алырға иткәндәрен самаланы – тауыштарын ишетмәне.
Керчты һәм тағы ла ике тиҫтәләгән атты бер ихатаға йыйып бикләне немецтар. Докторҙары малдарҙы ҡарап-тикшереп сыҡҡас, яралары ауырыраҡ булғандарҙы ситкә алып китеп аттылар. Керчты тотоу өсөн әллә нисә һалдатҡа арҡан осонда һөйрәлеп йөрөргә тура килде. Шулай ҙа уны аҙбар мөйөшөнә ҡыҫырыҡлап тешен, ҡолаҡтарын, тояҡтарын ҡаранылар. Доктор, осмотр үткәргәс, бөтөн был эште ойошторған һәм тамаша күҙәтеп урам уртаһына ҡуйылған артлы ултырғыста ултырған түрәһенә яҡын уҡ барып, баш ҡаға-ҡаға отчет бирҙе:
– Был мал сабыш аты булырға оҡшай. Тик бик уҫал һәм ҡырағай. Аңлауымса, рустарҙың Орлов тоҡомона тартым, тик ниндәйҙер тағы ла бер көслө ҡушылмаһы бар…
– Яҡшы, яҡшы, – тине уға хужаһы, – мин был атты Германияға ҡайтартам. Унда минең фермам бар. Бик шәп трофей буласаҡ.
– Хәүефле идея, кәңәш итмәҫ инем, оберст әфәндем, был ат буйһона торғанға оҡшамай. Әлегә ул контузияла ғына.
– Ҡурҡмағыҙ, доктор, мин бер атты ғына түгел, күрәһегеҙ, әллә күпме ғәскәрҙе буйһондорҙом. Ошо ҡаланы алғас та был аттарҙы тимер юлына сығарып тейәтербеҙ. Бына һеҙ күптән отпуск һорай инегеҙ, яйы сыҡты, ошо айғырҙы минең фермаға алып барып тапшырғас, ялға китерһегеҙ. Ундағы беҙҙең ҡупшы бейәләргә шәп тоҡом бирәсәк был ҡырағай.
Аҙна-ун көн кәртәле урам эсендә иркен йөрөгән, яҡшы һолола һәм һыуҙа торған, доктор дауаһын алған Керчтың ҡолаҡтары яйлап асылды, ҡарашы асыҡланды. Ул хәҙер эргәһендәгеләрҙең яттар икәнен дә, уға аңлашылмаған тел-ауаздар менән аралашыуҙарын да төшөнә. Еҫтәре, биргән бойороҡтары, ҡыланыштары башҡа быларҙың. Уны менәм тип килбәтһеҙ ҡыланыуҙары, ҡойма башынан өҫтөнә һикереүҙәре, тояҡ аҫтында ятып ҡалыуҙары, әүрәтәм тип ҡулдарын һуҙып сутылдап килеүҙәре – барыһы ла башҡа. Керчь ундай мөғәләмәгә өйрәнмәгән. Ул ҡысҡырғанды, сыбыҡ болғағанды, ҡурҡып ҡалтырап торғандарҙы өнәмәй. Ул һыҙғырыуға, өзләүгә, йыр-моңға, шыбырлап иркә һөйләшеүгә,ҡыҫҡа киҫкен командаларға, ышаныслы ҡулдарға күнеккән. Быларҙан сыҡҡан татлы еҫ тә, эргәһендә туҡтауһыҙ сәбәләнеүҙәре лә ялҡытты, ярһытты айғырҙы. Господин оберстың һалдаттарына атҡа атланып урамда бер түңәрәк әйләнә алыусыға приз иғлан итеүе уғата ҡуҙғытты фрицтарҙы. Хәҙер улар менгегә сиратҡа баҫты. Әле береһе ырғыны, әле икенсеһе ҡолап ҡалды, әле өсөнсөһө теҙгенгә йәбеште, дүртенсеһе тапалды, бишенсеһе тешләнде... Генерал-офицерҙар бейек болдорҙан тамаша ҡылып көлдөләр, шаулап ҡул саптылар, ставканы күтәрҙеләр. Шулай ҡайнашҡан мәлдә Керчтың ҡолағына бер ауаз салынды. Ул талымһыҙ ғына сабып йөрөгән еренән шып туҡтаны, ҡолаҡтарын ҡайсыланы. Ел һыҙғырған кеүек өн тағы ҡабатланды:
– Фьюууу…
Тик бының ел тауышы түгел икәнлеген белә Керчь. Ул был өндө күптән көтә. Команда көтә!
Ул арала, атты күнде тип уйлап, бер нисә һалдат килеп тә йәбеште. Кемеһелер теҙгенгә аяғын тыға һалырға ашыҡты.
– Фьююууу…
Дауамы бар.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: