-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Апрель 2021, 15:10

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КЕРЧЬ Хикәйә Бишенсе бүлек

Икенсе эйәһенең теҙгенен алыуынан уҡ йылҡы малы менән эш итеп өйрәнгән әҙәм икәнлекте аңланы ат. Тупаҫ түгел, әммә ҡаты, ышаныслы, көслө ине был ҡулдар. Тауышы ла йәшәгән ирҙәрсә ҡалын, төптән килә. Йыш ҡына Керчь менән һөйләшә йә шым ғына йырлай. Ана шул саҡтарҙа ирәүәнләнеп тыныслана һәм ҡарышҡырлығы әллә ҡайҙа юғалып, йыуаш малға әйләнә лә ҡуя атың. Эйәһе уның тояҡтарын алмаш-тилмәш күтәртеп дағаларын тыҡылдатып тикшерә, эйәр аҫтындағы һуғылған урындарын майлай, ҡутыр-талпандарынан таҙалай, ҡойроҡ-ялын ҡырҡып тигеҙләй. Яйлы тура килгән, яу-фәлән булмаған саҡтарҙа, йылға-күл тирәһендә торғанда, йүкә йыуғысын күпертеп ышҡып-ышҡып йыуа ла. Бындай мәлдәрҙә ҡабаттан ауылында, конюхҡа ярҙам итеүсе малайҙар тәрбиәһенә ҡайтҡандай тойола Керчҡа. Әйтерһең, был ҡанлы һуғыш булмаған, әйтерһең, уны һәм өйөрөн тыуған ерҙәренән айырып йәһәннәм төбәгенә алып китмәгәндәр, әйтерһең…

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КЕРЧЬ
Хикәйә
Бишенсе бүлек

– Керчь, малҡай, бына беҙ һинең менән Донда ла һыуланыҡ, Днепрҙа ла ҡойондоҡ.
Ерҙә ниндәй генә афәттәр, яу-ҡырылыштар, үлем-ҡиәмәттәр барғанда ла, йәшәү дауам итә. Тәбиғәт йәшәй. Ул бөрөгә тулыша, сәскә ата, кибә лә тағы йоҡоға тала, яҙға тағы ла баш күтәрә. Ундағы барлыҡ йән эйәләре лә шулай: үлән-ағастар ҙа, кейек-йәнлектәр ҙә, кешеләр ҙә…
Ҡар асылыр асылмаҫтан дивизия йылҡы өйөрөндә ҡолондар тауышы сыңғырай башланы. Шундай саф, саңҡыу, сөңгөр уларҙың һалҡын һауаны телеп ебәрер әсе ауазы. Ялан кәртәлә сабышҡан ҡолоҡайҙар кешәнәгән һайын әсәләре һағайып баштарын күтәрҙе, ҡолаҡтарын ҡайсылатты. Ҙур тупта уның кеүек тоҡом айғырҙары күп булмағанлыҡтан, ниндәй бейәләр үҙнеке икәнен дә, ҡайҙа сыңраған ҡолонда уның ҡаны тирткәнен дә белә Керчь. Ана, урынында тороп сыҙай алмаған, туҡтауһыҙ уйнаҡлап, әле арт һынын, әле башын сойорғотоп сапҡылаған сысҡан һыртлы ҡара-көрән бәләкәс тә уныҡы. Үткән аҙнала ғына тыуған булһа ла ҡалай теремек, ала-ҡола инәһенә лә, башҡаларға ла тынғылыҡ бирмәй.
Керчь ауыр башын ҡойма тәртәһенә һалып, күпте күргән хәсрәтле ҡарашы менән ҡолондарын һәм бейәләрен күҙәтә. Бейәләр әсә булыу бәхетенән донъяларын онотоп, ҡолондары әле был ерҙә үлем һәм бәлә барлығын белмәй ирәйеп йөрөй. Тик айғыр ғына тыныслана, онотола алмай. Уның һиҙгер танауы көнбайыштан килгән елдә дары, ут, ҡан еҫтәрен тотоп ала, көслө мускулдары араһында ҡыҫылып дарҫлаған йөрәге яҡынлашып килгән шомдо һиҙә. Был байманлыҡ күпмегә етер?..
Атака алдынан ҡолондарҙы айырып ҡалдырырға тигән бойороҡ булды. Юлда осраған ауылдарҙа, таныш булмаған кешеләргә таратылды ҡолонсаҡтар. Уларҙы нәҙек муйындарына ҡороҡ һалып ҡайырып алып ҡалдылар. Тулап сыңрашты, аҙарынып кешнәп өйөр артынан атылырға теләп, ҡолап ҡалдылар. Дивизия рәтендә тәртип китте. Бейәләр алға барырға теләмәй ҡарышты, уларҙы балаларының тауышы кирегә борҙо. Үксә типкеһен дә, ҡамсы ярыуын да, ауыҙлыҡ шаҡарыуынан ауыҙ ситтәре йыртылыуын да тоймай айҡашты улар. Бер урында тапанған һәм туҡтауһыҙ өйөрөлгән аттарҙың аҙарынып кешәнәүе, сорлап үрәпсеүе дәшһәтле бер күренешкә әүрелде. Тик был алыш оҙаҡҡа һуҙылманы. Әҙәмдәрҙең ҡулы ҡаты булды. Уларҙы алға ҡыуҙылар. Ҡолондарҙың тауышы алыҫайғандан-алыҫая барып, йылға, урман шауы, күмәк ат тояғы тауышы артында ҡалды. Еҫкәп-ялап та туймаған бәләкәстәренән айырылыу хәсрәтенән шаңҡыған бейәләр, улар зарын яҡшы тойоп барған башҡалары, артабан бер өнһөҙ баштарын эйеп атланы ла атланы. Эйәрҙәге ир-егеттәр ҙә шым. Хатта тәмәке лә көйрәтмәйҙәр. Берәүҙәре шинель осо менән йәшертен генә күҙҙәрен һөрттө, икенселәре ҡаштарын емереп, ирендәрен ҡымтып үҙ уйҙары солғанышында ҡалды.
Дауамы бар.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: