-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Апрель 2021, 09:10

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КЕРЧЬ Хикәйә Дүртенсе бүлек

Өс айҙай һуғышҡа өйрәтеү алып барылды. Кешеләр менән бер рәттән аттар ҙа күнекмәләр үтте. Стройҙа тороу, шул уҡ теҙем менән хәрәкәт итеү, бойороҡҡа ҡапыл туҡтау, ятыу, тороу, кәртәләрҙе һикереп сығыу… Тик быларҙың барыһы ла беренсе атакала уҡ баштан сығып осто.


БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КЕРЧЬ
Хикәйә
Дүртенсе бүлек
Өс айҙай һуғышҡа өйрәтеү алып барылды. Кешеләр менән бер рәттән аттар ҙа күнекмәләр үтте. Стройҙа тороу, шул уҡ теҙем менән хәрәкәт итеү, бойороҡҡа ҡапыл туҡтау, ятыу, тороу, кәртәләрҙе һикереп сығыу… Тик быларҙың барыһы ла беренсе атакала уҡ баштан сығып осто. Ерҙә-күктә-эргә-тирәлә геүләгәндән, йәнәшәлә генә тупраҡ ҡутарылып һауаға осҡандан, алдағы аттар йән-фарман сапҡанда тоҡ-томалға тәкмәс итеп киткәндән, һыбайлылары ҡолап ҡалған йәки өҙәңгегә һөйрәлеп барғандан ҡот осто, күҙ алдары ҡараңғыланды, аяҡ аҫты бәүелде. Тик ҡасыр, йәшенер урын юҡ. Алға, тик алға ғына барырға ҡала. Һыбайлыһының балтырҙарын ҡабырғаһына ҡуша ҡыҫҡанын ғына тоя ла, туҡтауһыҙ ярылған снарядтар утын урап үтергә икәнде генә белә Керчь. Бөтөн был геүләү-шартлау тауышынан, ҡан-үлем еҫенән һәм ошо ҡурҡыныс эсендәге сабыш ҡомарынан ярһыған атты был ваҡытта, һыбайлыһы туҡтатырға теләгәндә лә, башын ҡайыра алмаҫ ине. Толпар был халәтендә үлә лә, еңә лә, ҡанатланып осоп китә лә ала ине. Ул кирелеп сапты ла сапты. Бөтөн уттар, шартлауҙар, ҡысҡырыуҙар ялпылдап ятып ҡала барҙы. Аттың маҡсаты бөтөн был ғауғаны алыҫта, күрмәҫ-ишетмәҫ арауыҡта ҡалдырыу ине. Бөтөн был тауыштар уға бәйге ҡыйғыуы һымаҡ була башланы. Уны әйҙәләйҙәр! Унан бәйге көтәләр! Керчь тағы ла ҡыҙыбыраҡ, тағы ла көсәнеберәк йомолдо. Унда толпар асылы уянғайны.
…Ауылды фашистарҙан азат итеп, ял итергә туҡтағас, һыбайлы аты янында оҙаҡ ҡына торҙо. Күптән түгел генә ауылынан сығып һалдат шинеле кейгән йәш егет ине ул кавалерист. Егеттең бармаҡтары ҡалтыранғанын да, тауышына ҡарағанда илай икәнен дә тойҙо шул саҡ юртаҡ.
– Керчь… Керчь, әгәр һин булмаһаң… мин ҡурҡып ҡаса инем… оят миңә, Керчь… Ҡурҡтым мин… Ә һин мине алға алып киттең… Иң беренсе барып индең ауылға… Беҙҙе күргән немецтар автоматтарын ташлап ҡасты… Пулемет менән ҡаршы сыҡҡанын бәрҙереп үттек… Командир минең ҡулымды ҡыҫты… батырһың икән тине… Мине һин батыр иттең, Керчь… ҡаһарман атым, ҡара толпарым минең.
Тик был йәш, тәжрибәһеҙ ҡуллы эйәһе менән оҙаҡ бергә булырға яҙманы Керчҡа. Сираттағы шундай утлы сабышта хужаһын ел осороп алып ҡалғандай булды. Өҫтөндәге еңеллектең сәбәбен аңлаған ат, тиҙлеген ҡапылдан ташлай алмай саба бирҙе лә, йүгәне алға төшөп сайҡала башлағас, ҡайырылып артҡа ҡараны. Унда, бәйге үткән яланда, уның бейәләре лә, ырыуҙаштары ла, кешеләр ҙә сәселешеп ята… Ер яна… төтөн…
Егетен шулар араһынан эҙләп тапты ат. Еҫкәп ҡараны – шул. Снаряд ярсығы түбә осон алып киткәндән, урғып аҡҡан ҡаны битен ҡыҙыл пәрҙәләй ҡаплаған. Ат уның ибәтәйһеҙ ятҡан кәүҙәһен ҡыбырлатырға теләп томшоғо менән улай-былай этәргеләп ҡараны, эргәһендәге тупраҡты сапсыны, күҙҙәрен астырырға теләпме әленән-әле йөҙөнә ҡағылып, морон-яңаҡтарын ҡанға буяп бөттө. Егет ҡуҙғалманы. Һиҙгер йәне менән эйәһенең хәлен төшөнгән толпар йүгән тимер-биҙәктәрен сылтыратып башын сайҡаны ла, ян-яҡтың ғәрәсәт геүен телеп әсе кешнәне:
– Ииһо-һо-һо-һооо!
Дауамы бар.

–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: