+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Апрель 2021, 22:00

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КЕРЧЬ Хикәйә Өсөнсө бүлек

Икеһен уҙып, дүнән ҡорона инеп барғанда, Керчты, тоҡом яҡшыртыу маҡсатында колхозға – ауылға юллайҙар. Башҡорт тоҡомонан булған киң һөйәкле, көслө, сыҙамлы өйөр айғыры менән бейек нәҙек сираҡлы Орлов сабыш тоҡомонан яралған йәш айғыр баш бирмәҫ холҡо, йылғырлығы, уҫаллығы менән ат заводында дан алған да ине. Йәше етер-етмәҫтән бейәләрҙе өйөрөргә, йәштәштәренә ҡаршы сығырға ынтыла ғына түгел, өйөр башы булған атаһына ла буйһонмай ыҙалата. Бындай характерлы атты өйөр айғыры итеп кенә тотонорға була ине. Шулай иттеләр ҙә.

-1- -2- -3- -4- -5- -6- -7-
БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КЕРЧЬ
Хикәйә
Өсөнсө бүлек
Икеһен уҙып, дүнән ҡорона инеп барғанда, Керчты, тоҡом яҡшыртыу маҡсатында колхозға – ауылға юллайҙар. Башҡорт тоҡомонан булған киң һөйәкле, көслө, сыҙамлы өйөр айғыры менән бейек нәҙек сираҡлы Орлов сабыш тоҡомонан яралған йәш айғыр баш бирмәҫ холҡо, йылғырлығы, уҫаллығы менән ат заводында дан алған да ине. Йәше етер-етмәҫтән бейәләрҙе өйөрөргә, йәштәштәренә ҡаршы сығырға ынтыла ғына түгел, өйөр башы булған атаһына ла буйһонмай ыҙалата. Бындай характерлы атты өйөр айғыры итеп кенә тотонорға була ине. Шулай иттеләр ҙә.
Киң туғайҙарҙы иңләп үҙ өйөрөн алып йөрөй хәҙер Керчь. Менеп йөрөгән хужаһы ла председатель. Уны, әсәһе Һылыу бейә хөрмәтенә, бейәнең тыуған яғы – Керчь ҡултығы атамаһы менән исемләгәндәр ине, ауыл халҡы үҙенсәләп “Кириш” ҡа әйләндерҙе. Әммә Кириш булып китеү генә айғырҙың кәрен ҡайтарманы, киреһенсә йылдан-йыл ғәйрәтләнеп, тулы көскә ултырып, бөтөн-тирә яҡҡа даны таралған сабыш айғыры булып алды. Һуңғы һабантуйҙа ла ул еңгәйне. Ҡара-һоро йөнө тиргә төшөп йылтырап, кирелеп сабып килеп ҡыҙыл таҫманы өҙөп үткәндә, артындағы юртаҡтар күҙ күреме арала ятып ҡалғайны. Эйәрендәге малай, өйрәтелгәнсә, уны ҡапыл туҡтатмай бер килке саптырып алып китте, унда ла халыҡ ҡыуып етеп, өҫтөндәгеһен һөйрәп төшөрөп күккә сөйҙө, йылҡының муйынын-һыртын шапылдатып һөйҙө.
– Ай, Кириш! Уай, Кириш! – тип һоҡландылар уға.
– Ҡанатлы ҡара толпар был! – тип маҡтанылар.
Һуңғы һабантуй тип иҫләй Керчь, сөнки был байрамдың ахыры булманы – һуғыш башланыуы хаҡында хәбәр килде. Председатель уны атланып районға сапты. Унан киләһе көндәр ҙә ғауғалы, ығы-зығылы булып, айғыр өйөрөнә йоҡмай ҙа йөрөнө.
Ҡышҡа һарайға ингәндә өйөрө ярайһы кәмегәйне Керчтың. Сөнки һуғыштың тәүге көнөнә үк ауылдар илгә һалдатын да, атын да, ризығын да ебәрә башлағайны. 1942 йылдың башында, уның үҙен дә, тиҫтәләгән өйөрҙәштәре менән бергә кешәнәтә-кешәнәтә кәртәнән етәкләп алып сыҡҡандарында, эстә бары оло бейәләр ҙә, тай-ҡолондар ғына ҡалды. Аттар тынысһыҙланды, үрәпсене, ниндәйҙер ҡотолғоһоҙ бәлә, ҡиәмәт хәтәре тойҙо уларҙың һиҙгер күңеле. Ауылдары күҙҙән юғалғансы боролоп ҡараған, ҡул болғаған эйәрлеләренә ауаздаш булып улар ҙа сарбаулап кешнәне, тыуған төйәктәре менән хушлашты.
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: