0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Апрель 2021, 09:10

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КЕРЧЬ Хикәйә Етенсе бүлек

Таныш һыҙғырыуҙан йөрәге ҡупҡан толпар бөтә тәне менән талпынып ер тетрәтеп кешәнәне лә, көтмәгәндә артҡы аяҡтарына үрә баҫып алғылары менән һауаны төйгәс, күҙенә аҡ- ҡара күренмәй алға йомолдо. Бимазалаусыларҙың ҡайһылары ситкә һибелеп өлгөрһә, теҙгенгә эләгеп киткәне һуғылып барып, айғыр ҡойма аша һикергәндә ырғытылып ятып ҡалды. Тояҡ тауыштары алыҫая башлағас ҡына оберст әфәнде аңына килеп аҡырҙы:– Ҡыуып етергә! Тоторға! Мотоциклдарға!!


БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КЕРЧЬ
Хикәйә
Етенсе бүлек
Таныш һыҙғырыуҙан йөрәге ҡупҡан толпар бөтә тәне менән талпынып ер тетрәтеп кешәнәне лә, көтмәгәндә артҡы аяҡтарына үрә баҫып алғылары менән һауаны төйгәс, күҙенә аҡ- ҡара күренмәй алға йомолдо. Бимазалаусыларҙың ҡайһылары ситкә һибелеп өлгөрһә, теҙгенгә эләгеп киткәне һуғылып барып, айғыр ҡойма аша һикергәндә ырғытылып ятып ҡалды. Тояҡ тауыштары алыҫая башлағас ҡына оберст әфәнде аңына килеп аҡырҙы:
– Ҡыуып етергә! Тоторға! Мотоциклдарға!!
Тик ҡайҙа ул! Һалдаттар мотоциклдарын ҡабыҙып сыҡҡанда ауыл тирәһендә аттың әҫәре лә юҡ ине. Ул һыҙғырыусыһының йылға буйындағы ағаслыҡта икәнлеген аңлап тура шунда елдергән дә, инде атлы-һыбайлы булып фронттың ҡаршы яҡ һыҙығына етәләр ине.
– Стой! Кто идет?
– Свои!
Часовойҙар атты танып ҡаршы килде:
– О-о! Керчь килә!
– Маладис, тәки алып ҡайттың бит!
– Мин уны юғалтмаҫҡа, ташламаҫҡа тип һүҙ биргәйнем.
Һүҙендә торҙо майор, ташламаны. Ә шулай ҙа бер мәл, ант боҙола, сабырлыҡ һына яҙған мәл булды. Хужаһы ҡаты яраланып госпиталгә оҙатылғас, айғыр инде уның еҫен һәм тауышын онота башлаған, һағыныуҙан ябыҡҡан, башҡаларға баш бирмәй ҡарыулашып арыған һәм инде һындым ғына тигәндә, күҙ алдында таныш һын пәйҙә булды. Ял араларына таныш бармаҡтар инеп батты, танауға таныш еҫ тулды.
– Керчь, толпарым минең… Бына мин ҡабаттан терелеп килдем.
Айғыр дымлы томшоғон ирҙең йөҙөнә терәп тынып ҡалды.
– Һин мине ут эсенән алып сыҡҡанһың… Миңә һөйләнеләр, беләм. Барыһы ла белә һинең батырлыҡты, малҡай, хатта тыуған яҡтарҙа ла ишеткәндәр.
Ә йылҡы, тоҡомо ергә яратылғандан алып ир-егеткә тоғро юлдаш һәм яуҙаш булыу ҡанына һеңгән йылҡы малы, дәһшәтле атакаларҙың һуңғыһында эйәһе ҡолап ҡалғас, уны эҙләп кире боролғайны. Яртылаш ергә күмелеп ятҡан кешеһен тапҡас, уны иҫенә килгәнсе төрткөләне, битенә ҡайнар тынып бөрктө, нимәлер һөйләп аңлатырға теләгәндәй булып ҡолағы төбөндә фырылданы, ҡысҡырмай ғына кешәнәгән ауаздар сығарҙы. Ниһайәт, иҫенә килде майор, тик арҡаһына инеп ҡалған һәм балтырын үтә сыҡҡан пуля яралары ҡуҙғалырға, баҫҡан тупраҡты йырып сығырға бирмәй. Шулай ҙа ирҙең ҡулдары иҫән һәм көсөн юғалтмаған. Ул аттың йүгәненә йәбешә лә шыбырлай:
– Артҡа, Керчь, артҡа…
Ат ипләп кенә артҡа сигенә. Кеше бер ҡарышҡа ҡуҙғала, әммә ыңғыраша ла тағы иҫен юя. Малҡай тағы ла уны төрткөләй, мороно менән битен ыуалай. Күпмелер ваҡыттан майор яңынан телгә килә:
– Керчь… арт-ҡа…
Бер аҙым, ике аҙым… тағы ла аҙ ғына… Ирҙе соҡорҙан ситкәрәк һөйрәп һалғас, уның саҡырыуына яҡын уҡ килде лә, аяҡтарын бөкләп эргәһенә ятты, ә хужаһы көскә эйәргә үрмәләп менеп, бөтә кәүҙәһе менән елкәһенә ауҙы. Кәрәкле йөгөн тейәп алған толпар еңел ҡуҙғалып кирегә, бығаса тороп өйрәнгән төйәгенә ҡарай юртты. Ә үҙенең снаряд ярсығы йыртҡан янбашынан һәм муйын тәңгәленән леркелдәп йылы ҡан һарҡып килгәнен аңғарманы ла малҡай.
Аҙағы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: