+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Апрель 2021, 15:10

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА КЕРЧЬ Хикәйә Һигеҙенсе бүлек

Еңеүҙе Германия янындағы Бранденбург провинцияһында ҡаршыланы Керчь. Һыбайлыларҙың кәпәс сөйөп ҡыуанғандарына, тик атакаларҙа ғына ҡысҡырған орандар яңғырауына ҡарап, һабантуйҙан да ҙур байрам икәнлеген аңланы.


БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕ ҠАРШЫЛАП
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
КЕРЧЬ
Хикәйә
Һигеҙенсе бүлек
Еңеүҙе Германия янындағы Бранденбург провинцияһында ҡаршыланы Керчь. Һыбайлыларҙың кәпәс сөйөп ҡыуанғандарына, тик атакаларҙа ғына ҡысҡырған орандар яңғырауына ҡарап, һабантуйҙан да ҙур байрам икәнлеген аңланы.
– Хәҙер ҡайтабыҙ! Ҡайтабыҙ, Керчь! Үлем бөттө, ҡайғы бөттө, – тип ҡат-ҡат ҡабатлаһа ла хужаһы, айғырға тағы бер ауыр ҡайғы кисерергә тура килде. Вагондарға тейәлеп килгән дивизия аттары юлдан арынып, күҙ-баш алып та өлгөрмәне, уларҙы ҡабаттан поезға тейәй башланылар. Кавалеристар был юлы соборлап аҡҡан йәштәрен тыя алмай, аттарының муйындарын һыға ҡосаҡлап илаштылар.
– Хуш бул, Бурат, үпкәләп китмә инде, зинһар…
– Бойороҡ шундай, Ҡолас… бойороҡ был…
– Яуҙашым минең… Күксәйем… онотмам һине, үлгәнсе онотмам…
–Турысай…
– Аҡбәкәл…
– Саптар…
Ә аттар яуап итеп сорнашып кешнәне лә кешнәне. Әйтерһең, баш осонан хушлашып торналар тубы үтте. Яу юлы, утлы һуғыш, юғалтыу, үлем ғазабын үтеп сыҡҡан аттар тағы ла йыраҡҡа, Украина, Кавказ яҡтарының ауыл хужалығын күтәреүгә оҙатылды. Уларҙың тыуған тупраҡтарына тояҡ баҫыр хыялы тормошҡа ашманы. Вагон тәҙрәләренән баштарын сығарып тилмерешеп ҡарап китте улар. Аттарының үпкәле күҙҙәрен оҙаҡ, бик оҙаҡ онота алманы кавалеристар. Был ҡараштар уларҙы ғүмер буйына эҙәрлекләне. Был ҡараштар кешеләр менән бергә ҡалдырылған Керчҡа ла тынғы бирмәне һәм ул киләһе тыныс көндәрҙә лә өйөрө араһында шул күҙҙәрҙе, шул аттарҙы – яуҙаштарын күрҙе.
– Ииһо-һо-һо-һоой! – айғырҙың кинәнеп кешнәгәне йылға-ялан өҫтәрен генә түгел, ҡаршы тауҙарҙы ла тетрәтте. Улар ҡайтауаз булып тауыш бирҙе:
– Һо-һо-һоой!
Өйөрөп килгән өйөрөн урап үтте лә, алға сығып башҡа торҙо Кириш. Уның һуңғы йылдарҙа үҫеп киткән ҡап-ҡара ялдары елдә туҙғыны, йыуан муйыны дәшһәтле дуғаланды, танауҙары ҡуржырап көҙгө һауаға пар бөрктө, ауыр кәүҙәһе бөтөн көс-ҡөҙрәтен күрһәтеп мөлкөп, уйнап килде. Өйөр уға буйһоноуын белдереп беренсе ауазынан уҡ ҡуҙғалып эйәрҙе. Улар уны ғәйрәтле, алыштырғыһыҙ, еңелеү белмәҫ башлыҡ итеп белә. Ә тәненең ике урынында мина ярсығы ышҡылып сәңкетеп барғанын һәм алғы аяҡ төбөндә яңылышыраҡ уңалған һөйәктең һыҙлауын… һәм төштәрҙә һаман да утлы атакаларға күтәрелеүен ул үҙе генә белә.
Данлыҡлы толпар өйөрөн һыулауға әйҙәне.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: