Тирәкле ауылы ҙур түгел. Ике урамда күп булһа 120-ләп йорт барҙыр. Уныһының да яртыһы тиерлек ҡыш көнө буш тора, йәғни мөрйәһенән төтөн сыҡмай.
Ә йәй көнө кешенең күплегенә хайран ҡалырһың. Эргәләге ҡаланан да, сит төбәктәрҙән дә йәйгелеккә ошонда ҡайталар. Дим һыуы таҙа, йәй көнө иркенләп һыу инергә мөмкин. Күберәк күпер төбөнә йыйылалар. Унда тымыҡ, шуға һыуы ла йылы. Асфальт юлдан ғына киләһең дә оҡшаған ерҙә сума-сума һыу инәһең.
Ун икеләрҙән һуң Илнур күпер төбөнә йүнәлде. Сумып, йыуынып, ҡояшта бер аҙ ҡыҙынһын әле. Барып етеп өлгөрмәне, шунда йыйылған бала-саға сыр-сыу килә, ҡайҙа барырға белмәй, һыуға төшөп күрһәтәләр. Бер малай висәпитенә атланды ла ауыл яғына осто.
– Нимә булды? – тине Илнур, балалар эргәһенә килгәс.
– Анау Фәниә инәйҙәргә килгән ҡыҙ юғалды!
– Бына кейемдәре ята, ә үҙе юҡ.
– Әле генә ошонда ине, – тине ҡыҙҙарҙың береһе.
Илнур кейемен сисеп ырғытты ла һыуға сумды. Тегеләй барҙы, былай барҙы – тойолмай. Шул саҡ аяғына нимәлер эләккән һымаҡ булды. Егет ҡыҙҙың ҡулынан эләктереп, һыуҙан килеп тә сыҡты һәм мәктәптә дәрестә өйрәткәнсә йөҙтүбән әйләндереп һалды ла, ауыҙына бармаҡтарын тығып, телен сығарҙы. Байтаҡ ҡына һыу аҡҡан һымаҡ булды. Туҡтарға ярамай. Илнур ҡыҙҙың ауыҙына ҡат-ҡат һауа өрҙө, йөрәге тәңгәленә массаж яһаны. Аһ, һынып ҡуймаһын, күкрәк ситлеге сытырҙағандай булды. Егет күпме хитланғандыр – хәтерләмәй. Бер заман ҡыҙ уҡшып сәсәне лә ҡысҡырып илап ебәрҙе.
Ауылға хәбәр барып та еткән. Әсәһе ҡысҡыра-ҡысҡыра килеп етте.
– Балаҡайым, Элина, Элина! Мин һиңә әйттем бит!
Ҡыҙы илай, әсәһе уны ҡосаҡлап алды ла ауылға йүгерҙе.
Илнур һуңынан белде: шунда уҡ ауылдағы фельдшер-акушер пунктына йүгергәндәр. Уныһында фельдшер әллә булған, әллә юҡ. Аҙаҡтан килеп сыҡты, тиҙәр. Һыуға батҡан ҡыҙҙың әсәһе Фәниә апайҙың килене икән. Уныһы ҡаланан төшкән килен, автомобилен ҡыҙҙыра һалып, ҡыҙын ҡалаға алып киткән.
Һуңынан ҡайтҡас һөйләгән: ҡыҙҙы әйләндереп-әйләндереп ҡарағандар ҙа, ваҡытында ярҙам күрһәткәнһегеҙ, шуға ғына иҫән ҡалған, тип ҡайтарып ебәргәндәр.
Ә төштән һуң Элинаның әсәһе, ҙур ғына пакет күтәреп, Илнурға рәхмәт әйтергә килде. Егет уларҙың килерен, иҫкә алырын көтмәгәйне лә. Ярай, онотмаған өсөн рәхмәт. Ауыл бәләкәй тиһәләр ҙә, хәбәр тиҙ тарала шул. Быға, әлбиттә, ауыл хәбәрҙәрен еткереп тора торған сайт булыуы ла ярҙам иткәндер. Шунда ялға ҡайтҡан малай-шалай, ҡыҙ-ҡырҡын Илнурҙың нисек ваҡытында килеп сығыуын, һис икеләнеп тормайынса һыуға ташланыуын арттырып-шаштырып бәйән иткәндәр. Һыуға бата яҙған ҡыҙҙың әсәһе Ғәлимә исемле икән. Ошо хәбәрҙе уҡыған, күңеле тулған һәм Илнурҙы иҫенә төшөргәндер инде.
Рәхмәттәрен уҡый-уҡый иламһырап, күстәнәсен Илнурҙың әсәһенә тотторҙо.
– Әллә нәмә алып булманы инде, магазинда булғанды ғына килтерҙем, – тине ул аҡланған һымаҡ.
– Ҡуйығыҙсы, кәрәкмәҫ ине, – тине әсәһе. Шунда уҡ тоҡсайҙы асып ҡараны.
– Рәхмәт, килен, белекле икәнһең. Әйҙә, бергәләп ултырып сәй эсәйек, – тине.
Илнурҙың әсәһе Ғәзимә апайға йәтеш булды.
– Ҡалаға бара алмайым, хатта тәмле ҡаймағым, эремсегем әрәм булып ята, – тип һөйләнгәйне, күҙ менән ҡаш араһында ике банка ҡаймаҡ, бер тоҡсай эремсек һатып алды ла ҡуйҙы Ғәлимә.
Ғәзимә апай ҙа инәлтеп торманы, бер банканы күстәнәс итеп тотторҙо. Киләһе аҙнаға Элинаның атаһы ялға ҡайта икән. Ире ҡайтҡас, Ғәлимә Ғәзимә апайҙан көн һайын берәр банка ҡаймаҡ һатып алырға һөйләште.
Ауылда хәҙер шулай бит инде, баҙар тормошона күнегеп баралар. Ҡаймағын, эремсеген урынлаштырып бөткәс, Элинаның әсәһе Илнурҙы иҫенә төшөрҙө. Нисәнсе класта уҡыуы, кем булырға теләүе хаҡында һорашты. Хатта: “Йөрөгән ҡыҙың бармы, ауылдамы?” – тип тә белеште. Егет, ҡыҙарынып-бүртенеп, бер кемем дә юҡ, тигәс, аптырауға ҡалды.
– Һинең һымаҡ егеткә ауылдың иң матур ҡыҙҙары күҙ һалырға тейеш, – тип ҡуйҙы.
– Өлгөрөр әле, – тине Илнурҙың әсәһе. – Былай ҙа төнө буйы дискотекала йөрөйҙәр.
– Ауылда дискотека бармы? – тип аптыраны Ғәлимә. – Ишеткәнем дә юҡсы. Ярай, атаһы ҡайтҡас, барып сығырмын әле.
– Дискотека тиһәң, хәтере ҡалыр. Иҫкереп бөткән музыкальный центр менән бейейҙәр инде шунда, – тине Илнур.
Килен кеше Илнурҙан иғтибарын кәметмәне.
– Элинаны ҡарап йөрөт, Илнур, – тине. – Хәҙер ул һинеке. Электән ҡалған йола бар. Әгәр егет кеше ҡыҙҙы бәләнән ҡотҡарһа, ул ҡотҡарыусыһына тейеш булған.
Илнур тағы ҡыҙарынды, тороп китергә ынтылды.
– Беҙҙең Илнур шулай инде, – тип әсәһе маҡтаны. – Утынын да яра, картуфын да күмә, быҙауҙы ла алып ҡайта.
Унынсы класты ғына бөткән малай нишләһен инде? Әсәй ҡушҡас, ваҡ-төйәк йомоштарҙы ла үтәргә тура килә.
Ә ҡунаҡ еңгә Илнурҙан һаман “ҡыҙың бармы?” тип һораша.
– Юҡ, – тине егет өҙөп кенә.
– Нишләп юҡ, берәү ҙә оҡшамаймы? – тине ҡатын. – Бер үҙеңә күңелһеҙ түгелме?
– Күңелһеҙ түгел, тиһеңме? – тине ҡатын.
Шул арала әсәһе нәмәлер эҙләп, өйгә инеп юғалды, өҫтәл артында икәү генә ултырып ҡалдылар.
– Мин һиңә ысынлап рәхмәтлемен, – тине ҡатын, ҡыҙарынды, хатта тотлоҡто. – Ки-кис 12-нән һуң беҙҙең өй эргәһенә кил, мине Дим буйына алып төшөрһөң.
– Ә ниңә үҙегеҙ генә төшмәйһегеҙ? – тине.
– Бер үҙем ҡурҡам шул. Төндәрен әллә кемдәр йөрөй. Мотоцикл, машина менән тегеләй ҙә, былай ҙа үтәләр.
– Сәғәт нисәлә, тинегеҙ? – тип һораны Илнур. Ә үҙе һаман аптырай: был ҡатынға нимә кәрәк икән?