-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Апрель 2021, 18:03

ҮТӘЛМӘГӘН ВАСЫЯТ Хикәйә

Дим менән Дилә төпкө бүлмәлә уйнай. Диләнең ҡурсаҡтарын машинаға тейәнеләр. – Ҡайҙа барабыҙ? – тип һорай ҡыҙыҡай. – Ауылға, өләсәйгә, ҡунаҡҡа! – ти Дим. Дилә аптырай: нисек ауылға? Өләсәй бит унда юҡ хәҙер. – Өләсәй булмаһа, күрше апай бар, – ти Дим. Ҡыҙыҡай менән малай бәхәсләшкән арала әсәләре килеп инде. – Балалар, ана, атайығыҙ беҙҙән китә. Хушлашып ҡалығыҙ, – тине ул, иламһырап. Әсәйҙең шомло тауышы балаларҙы һиҫкәндерҙе. – Нисек китә? Ҡайҙа китә? Эштән һуң ҡайтмаймы ни? Ә Яңы йыл шыршыһына кем алып бара? Ул , тау шыуырға барабыҙ, тине бит. Дим өлкәнерәк, ул яҡшыраҡ аңлай: – Атай, һин ҡайҙа бараһың? Малай ныҡ булырға тырыша, ләкин күҙҙәренән йәш аға ла башланы.

Дим менән Дилә төпкө бүлмәлә уйнай. Диләнең ҡурсаҡтарын машинаға тейәнеләр.
– Ҡайҙа барабыҙ? – тип һорай ҡыҙыҡай.
– Ауылға, өләсәйгә, ҡунаҡҡа! – ти Дим.
Дилә аптырай: нисек ауылға? Өләсәй бит унда юҡ хәҙер.
– Өләсәй булмаһа, күрше апай бар, – ти Дим.
Ҡыҙыҡай менән малай бәхәсләшкән арала әсәләре килеп инде.
– Балалар, ана, атайығыҙ беҙҙән китә. Хушлашып ҡалығыҙ, – тине ул, иламһырап.
Әсәйҙең шомло тауышы балаларҙы һиҫкәндерҙе.
– Нисек китә? Ҡайҙа китә? Эштән һуң ҡайтмаймы ни? Ә Яңы йыл шыршыһына кем алып бара? Ул , тау шыуырға барабыҙ, тине бит.
Дим өлкәнерәк, ул яҡшыраҡ аңлай:
– Атай, һин ҡайҙа бараһың?
Малай ныҡ булырға тырыша, ләкин күҙҙәренән йәш аға ла башланы.
– Дилә, ҡарале, атай беҙҙе ҡалдырып китә.
Дилә бәләкәй шул әле, атайҙың элек бер нисек сығып киткәнен хәтерләмәй. Ә Дим белә: бер ваҡыт атай ташлап китте лә оҙаҡ ҡына ҡайтманы. Балалар баҡсаһынан әсәһе һуң алды.
– Атай, китмә, беҙҙе ҡалдырма, – ти малай, иламһырап. – Һин һуңынан ҡайтырһыңмы?
– Атайыңдан һора, ҡайтамы? – Әсәһе һаман улын ҡоторта. – Ул, бер киткәс, ҡайтмаясаҡ.
– Туҡта, ниңә улымды миңә ҡаршы ҡуяһың? – ти атаһы.
– Атай, атай, китмә, – ти ҡыҙы.
– Атай, һин ҡасан ҡайтаһың? – ти Дим, һаман күҙ йәштәренә төйөлөп.
– Ғәфү ит, улым, – тине атаһы, уфтанып ҡуйҙы. – Мин хәҙер ҡайтмайым.
Дим атайһыҙ малайҙарҙы үҙҙәренең төркөмөндә белә, хатта атайһыҙ ҡыҙҙар ҙа бар. Хәҙер Дим дә атайһыҙ булыр микән? Ә һеңлеһе һаман ҡурсаҡтары менән уйнап ултыра. Ә атаһы кейенеп тә бөттө.
– Дилә, күрмәйһеңме ни, атай беҙҙе ташлап китә бит.
Малай йүгереп барып атаһының аяғынан ҡосаҡлап алды.
– Атай, мин һине ебәрмәйем. Китмә, беҙҙе ҡалдырма.
Дилә атаһының икенсе аяғынан килеп ҡосаҡланы.
– Атай, мин дә һине ебәрмәйем.
Ҡыҙ менән малай ҡулдары менән ике яҡтан аталарын ҡосаҡлап алды.
– Атай, мин бит киләһе йылға беренсе класҡа барам. Һин мине алып бармайһыңмы ни?
– Юҡ, – тине атаһы ҡоро ғына итеп.
– Ә минең портфелемде кем тотоп барыр? Бәләкәй малайҙарҙың портфелдәрен аталары тотоп йөрөй. Минекен кем тота?
– Ярай, етәр, – тине атаһы. – Үҫкәс, аңларһың. Диләне әйтәм, һылыуыңды ҡара.
– Юҡ, атай, юҡ. Һинһеҙ миңә ҡыйын була.
Атай кеше ҡыҙы менән малайын аяҡтарынан һыпырып алды ла әсәләре яғына этәрҙе.
– Йә, ярай, етәр, хушығыҙ.
***
1 сентябргә Дим атаһын көттө, ләкин ул килмәне. Малайға сумкаһын көс-хәл менән күтәреп барырға тура килде. Яңы йылға Дим менән Диләгә атайҙан бүләк булманы. Әсәләренә эштән бирелгән срогы сыҡҡан кәнфиттәр менән генә сикләнергә тура килде.
***
Владивосток – Өфө самолетында Дим тыуған яҡтарына ҡайтып бара. Гастролдәрен өҙөп, ҡапыл ҡайтмаҫ ине, әсәһенән хәбәр килде, ауырып киткән икән.
Аэропорттан Дим туп-тура дауаханаға килде. Ике йыл ҡайтҡаны юҡ ине. Былай әсәһен иғтибарынан мәхрүм иткәне булманы. Аҡсаһы мул булғас, һәр ваҡыт ебәреп торҙо.
Ҡаршыһына ябығып, бәләкәйләнеп ҡалған ҡатындың атлағанын күргәс, Дим һиҫкәнде. Таныш һымаҡ.
– Һаумы, улым, – тине ул. – Ҡайтып еткән бит әле ул. Мин бит һине борсомаҫҡа ҡушҡайным.
Бәй, әсәһе лә баһа. Нимә булған, ниңә шул тиклем ябыҡҡан?
– Әсәй, һиңә нимә булды?
– Саҡ ҡына сирләп килгән булғайным, һалдылар ҙа ҡуйҙылар. Әйттем, Диләгә әйттем, ағайыңа шылтыратма, тинем. Һинең эшең күп бит.
Әсәһенең хәлен белгәндән һуң Дим уны дауалаған табип менән дә осрашырға булды.
– Әсәйегеҙҙең хәле бик насар, – тине ул. – Һуңғы стадия.
Дим шаңҡып ҡалды.
– Бәлки, берәй яҡҡа, Германияға? Мин аҡса түләй алам.
– Мин ҡаршы түгел. Аҡсағыҙ бар икән – тотона алаһығыҙ, – тине табип. – Йүнәлтмә, кәңәштәр бирә алабыҙ, ләкин был осраҡта бер нисек тә ярҙам итеп булмай. Әсәйегеҙ бер ай ҙа йәшәй алмаясаҡ. Әле организм үҙенең һуңғы мөмкинлектәрен файҙалана. Үлгеһе килмәй, йәшәргә теләй. Һуңғы резервтарҙы тотона.
– Бер нисек тә ярҙам итеп булмаймы?
– Үкенескә ҡаршы, юҡ. Әсәйегеҙ бик көслө ҡатын икән. Бындай хәлдә йөрөү түгел, ҡуҙғала ла алмайҙар.
Икенсе көнөнә Дим тағы әсәһе янына килде. Әсәһе был юлы сыға алманы. Ул ятып ҡына тора ине.
– Мин беләм, улым, һинең атайыңа үпкәң ҙур, ләкин мин һинең уны ғәфү итеүеңде һорайым.
Дим өндәшмәне, шунда уҡ кәйефе боҙолдо. Шулай ҙа:
– Хәҙер мин уны эҙләп йөрөргә тейешме? – тип һораны.
– Эҙләмә, бына адресы. Бар, тап, һөйләш. Мин беләм, ишетеп йөрөйөм, ул бик ауыр хәлдә. Ярҙам ит.
– Хәҙер мин утыҙ йыл күрмәгән атайға ярҙам итергә тейешме? Яңы йылға бер бүләк алып бирһә, тыуған көн менән ҡотлаһа, саҡ ҡына ярҙам итһә, тағы бер хәл. Әсәй, мин уйлармын.
– Улым, уйлама ла, минең үтенесемде кире ҡаҡма. Теге ҡатыны уны өйөнән ҡыуған, хәҙер Черниковкала бер бүлмә яллап йәшәй икән. Улым, мин уға үпкәләмәйем, мин уны ғәфү иттем. Миңә хатта еңел булып ҡалды. Һин дә ғәфү итеп өйрән.
– Ярай, әсәй, уйлармын, – тине Дим.
– Һин иртәгә лә киләһеңме? – тине әсәһе.
– Әлбиттә, киләм, әсәй. Һиңә берәй нәмә алып киләйемме?
– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Ашағым да килмәй. Шулай ҙа атайыңды эҙләп тап, минең хәлемде әйт. Шунан һуң, мин киткәс, фатирҙы нишләтәһең?
– Ә Дилә нишләп күренмәй әле?
Дилә хаҡында һүҙ сыҡҡас, әсәһе ҡап-ҡара булды, тағы ла бәләкәсәйеп киткәндәй тойолдо.
– Диләнең үҙ иштәре бар, ул хәҙер беҙҙеке түгел, – тине әсәһе. – Мин һине сәнғәт мәктәбенә йөрөткәндә һылыуың өйҙә бер үҙе ҡала торғайны. Хәҙер төшөндөм, минең уға иғтибарым етмәгән. Ул минең тәрбиәмде алманы һәм ошо көнгә ҡалды.
Әсәһе дөрөҫ әйтә: Дилә уларҙың ҡулынан ысҡынды.
Шул ваҡыт Димдең хәтеренә атаһының сығып киткән көнө килде. Нимә тип өндәште ул? Һылыуыңды ҡара, тине. Дим атаһы ҡушҡанды үтәй алманы. Ҡыҙ наркомандар төркөмөнә барып юлыҡҡан, улар ҡыҙҙы үҙ араһына алған һәм енәйәт юлына баҫтырған. Хәҙер уны бер нисек тә ҡәҙимге тормошҡа ҡайтарып булмай. Ҡайһылыр ҡалала үҙе һымаҡтар менән йөрөүе хаҡында хәбәрҙәр генә ишетелеп ҡала.
– Бына атайыңдың адресы, бөгөн барып тап, әгәр мөмкин булһа, килһен, мин уны ғәфү иттем.
Дим шул кистә үк атаһын барып тапты. Ишекте ҡартайған, йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан ир асты.
– Һин кем? – тине ул Димде күреү менән – Мине ҡайҙан беләһең?
– Һаумы, атай, мин һинең улың Дим булам.
– Ҡалай ҙур булып үҫкәнһең, – тип баштан-аяҡ ҡарап сыҡты, күрешергә ҡулын һуҙҙы. – Нимә, мине әрләргә килдеңме, тәрбиәләргә уйлайһыңмы?
– Һине тәрбиәләү минең эш түгел, атай. Минең өйөмдә һинән башҡа ике улым бар, мин шуларҙы тәрбиәләйем.
– Ҡасан ҡайттың?
– Кисә.
– Ялға тиһәң, йәй түгел. Әллә берәй йомошоң сыҡтымы?
– Әсәйҙән хәбәр килде, хәле бик ауыр. Һинең килеүеңде көтә.
– Эй алла, мин уға бер изгелек тә эшләй алманым, – тине атаһы. – Яман шештер инде.
Әсәһен ерләргә улар икәү генә барҙы. Ата менән ул еңеләйеп ҡалған кәүҙәне ләхеткә төшөрҙө. Йола үтәү агентлығы үҙенең эшен бик тиҙ башҡарҙы. Һуңынан икәүләшеп хәләл кафеға инеп, ашап сыҡтылар. Мәсеткә кереп, хәйер ҡалдырҙылар.
– Мин иртәгә яңынан Владивостокҡа осам, – тине Дим. – Һин хушлашҡанда миңә, һылыуыңды ҡара, тигәйнең. Мин һин ҡушҡанды үтәй алманым. Өйгә кире ҡайт, бына һиңә асҡыс. Был фатир һиңә ҡала. Хәҙер мин һиңә үҙемдең үтенесемде еткерәм. Атай, һин ҡыҙыңды ҡара.
Был һүҙҙәр атаһын әллә уйландырҙы, әллә һиҫкәндерҙе.
– Ишетеп йөрөйөм, уны тамам ҡулдан ысҡынған, тиҙәр.
– Һин атай кеше, һин ҡыҙыңды ваҡытында ҡарамағанһың. Һин ҡарамағанға ул шул көнгә төшкән. Шулай булғас, теләйһеңме-теләмәйһеңме, һиңә ҡыҙыңды табырға һәм дөрөҫ юлға баҫтырырға тура киләсәк.

Читайте нас: