Илнурға уның бәләкәй сағы иҫенә төштө. Өлкән ағайҙар бәләкәйерәктәргә таш ата торған рогаткалар яһап бирә торғайнылар. Ни өсөн яһай торғайнылар? Бағана башында янған яҡтыртҡыстарҙы ватыр өсөн. Бөтә ауыл ҡарап тора. Хәҙер Илнур үҙенән күпкә өлкән апайҙы ҡултыҡлап, ҡараңғылыҡҡа инеп юғалырға тейеш.
Тейеш һиңә. Юғалмай тор әле. Ҡапҡа төбөндә, Элинаны күтәреп, ҡыҙыҡайҙың әсәһенең ҡәйнәһе – Фәниә апай тора. Уф, ағаһы күрһә, тәгәрәп көлә инде.
– Илнур улым, һаумы, – тине Фәниә апай, – кил әле бында.
Ошо саҡырыуҙы ишетеү менән, егет йүгереп ҡасырҙай булды.
– Бына, Элина, ҡыҙым, ошо ағай һине бөгөн ҡотҡарып ҡалды.
Ҡыҙыҡай бер ҡулына йоҙороҡ ҙурлыҡ алма тотҡан да, шуны кимерә. Ул алмаһын тағы бер умырып тешләне лә, Илнурға һондо:
Фәниә апай Илнурға яҡыныраҡ килде:
– Илнур, һиңә рәхмәт инде! Әлдә һин булғанһың! Ҡара ҡайғыға ҡала инек. Әлдә һин килеп сыҡҡанһың. Еңгәң хәҙер килер, бер үҙенә күңелһеҙ. Дим буйына алып төш, бәлки Сусаҡтауға ла менеп килерһегеҙ. Алыҫ китмәгеҙ, ошо тирәлә йөрөһәгеҙ, еткән.
– Ә Элина барамы? – тип һораны Илнур.
– Теләһә, эйәртегеҙ һуң, – тине өләсәһе.
Еңелсә генә кейенгән Ғәлимә сыҡты.
– Элина, әйҙә, беҙҙең менән бараһыңмы? – тине ул.
– Юҡ, мин өләсәй менән ҡалам, – тине ҡыҙыҡай.
Илнур тамам баҙап ҡалды. Былар ҡыҙыҡ икән, киленен күрәләтә ейәнсәрен ҡотҡарыусыға тоттороп ебәрергә итә түгелме һуң? Ә бында Илнур ағаһы менән көнө буйы баш ватҡан була. Юҡ бит, тәки һинеңсә булманы.
– Фәниә апай, оҙаҡ йөрөйөкмө? – тине Илнур. – Ҡасан ҡайтабыҙ?
– Әллә тағы, үҙегеҙ ҡарағыҙ. Мин йоҡлайым, Элина ла йоҡлар. Күңелегеҙ булғас, ҡайтырһығыҙ әле.
Тәүҙә тыҡрыҡ аша икәүләшеп Дим буйына төштөләр. Ҡатын эйелеп ҡулдарын, битен йыуҙы. Аҙаҡ, ҡулъяулыҡ алып, ентекләп ҡулдарын һөрттө, битен ҡоротто.
– Уау! Һыуы ҡайһылай йылы! Ә ниңә беҙ һыу инмәйбеҙ? – тип һоҡланыу ауазы сығарҙы ҡатын. – Әйҙә, төшәйек.
Илнур иҫенә төшөрөргә тырышты. Был осраҡта ағаһы нимә тип әйткәйне әле? Ҡатын өлкән кеше, ул үҙе белә, үҙ яйына ҡуй, тинеме? Ярай, шулай булһын. Илнур өҫтөндәге футболкаһын сисеп ырғытты ла, туҡтап ҡалды.
– Мин ыштандың һыу инә торғанын алмағанмын.
– Шулаймы? – тип яңғыратып көлдө. – Ә ниңә, былай ғына төш.
Байтаҡ һыу инделәр. Ауыл яғынан күңелле музыка ишһетелә, кемдеңдер һыйыры мөңрәне, ҡаҙҙар ҡаңғылдашты, ә был икәү бер нимә лә ишетмәне.
– Ә һин йөҙә беләһеңме? – тине ҡатын.
– Әйҙә, теге яҡ ярға сығабыҙ.
– Ярай һуң. Тик кейемдәрҙе төрөп алайыҡ.
– Донъя хәлен белеп булмай, алайыҡ.
Илнур кейемдәрҙе төрөп алды ла, һулаҡай ҡулына күтәреп, йөҙөп тә китте.
Ҡоштар һайрай, эргәлә генә һандуғас саҡыра. Хуш еҫле сәскәләр төрлө еҫ бөркөп ултыра. Хатта Илнур иҫереп киткән һымаҡ булды. Йөҙөп сыҡҡандан һуң сәскәләр араһында байтаҡ яттылар.
– Һин өшөмәйһеңме? – тине ҡатын, егетте ҡосаҡланы.
Илнурҙың башы әйләнгән һымаҡ булды. Юҡҡа борсолған икән. Әллә нимәләр көткәндәй булғайны, артыҡ бер нимәһе лә юҡ икән.
– Һин бигерәк тыйнаҡ икәнһең, – тине ҡатын, егеттең сәстәренән үбеп, – әсәйең дә шулай тине бит. Бигерәк йыуаш, тип әйткәс, аптырап ҡуйғайным. Үҫеп бөткән баһадир кәүҙәле егет, ә үҙен йыуаш, тиҙәр. Хәҙер йыуаштарға бик ауыр, улар өлөшһөҙ ҡала. Әрһеҙҙәр, көслөләр, әҙәп белмәгәндәр заманы килде. Һин мине ғәйепләмә, яраймы.
– Ә Фәниә апай нисек ебәрергә булды һеҙҙе минең менән? – тине егет.
– Нисек ебәрмәһен? Һин беҙҙе бөгөн ҙур бәләнән ҡотҡарып алып ҡалдың. Ҡәйнәм белә, һиңә ышанырға мөмкин. Кем бәхетенә үҫәһеңдер инде. Бигерәк көслө, ипле икәнһең.
– Беҙҙең хаҡта кеше белеп ҡалһа, ни эшләрбеҙ? – тине егет.
– Ә кем белергә тейеш? Беҙҙе берәү ҙә күрмәне. Күрһә лә, икебеҙҙең арала бер нимә лә булманы. Егет, әллә һин ҡурҡаһыңмы?
Илнур тәүҙә өндәшмәне. Ярай, Фәниә апай үҙе йөрөп килергә рөхсәт итте. Фәниә апайҙың улы бар бит әле. Ағай ҡайтып төшһә, белеп ҡалһа, нимә тип әйтер икән? Нимә тип әйтһен, еңгәне туҡмап һаласаҡ, аҙаҡ Илнурға йәбешәсәк.
– Мин ҡурҡмайым, – тине Илнур, – ул беҙҙе күрмәне, шулай булғас, нимәһенән шикләнергә?
– Мин дә шулай тип торам бит, – тине ҡатын, – ә һин мине электән белә инеңме?
– Былки күргәнмендер, – тине егет, – ә былай иғтибар иткәнем булманы.
Ҡатын тәүҙә шым ғына ятты.
– Ә мин һинең күҙеңә лә салынмағанмын икән, – тине ул үпкәләгән һымаҡ.
– Ниңә, мин һеҙҙе күргәнем бар ине. Былтыр бер һөйләшеп тә торҙоҡ. Һеҙ беҙгә килгәйнегеҙ. Әллә һөт, әллә ҡатыҡ, әллә ҡаймаҡ һатып алырға теләнегеҙ.
– Ҡара һин уны, онотмаған бит әле, – тине ҡатын, ҡыуанды.
– Нисек онотаһың, өй һайын, һөт-ҡаймаҡ, кемгә һатырға белмәйбеҙ.
– Борсолма, – тип ҡосаҡланы ҡатын егетте, – бына, ауылдаш ағайың ҡайтыр, көн һайын ҡаймағын да, һөтөн дә һатып алырҙар.
– Нисек алырҙар? Һеҙ булмайһығыҙмы ни?
– Юҡ шул, мин булмаясаҡмын, – тип уфтанды ҡатын, – бәлки...
Илнур тәүҙә өндәшмәне. Бында нимәлер бар. Бәлки сер ҙә түгелдер. Бөтәһе лә беләлер ҙә. Бәлки егеткә генә өндәшмәйҙәрҙер. Сабит ағай һирәк ҡайта шул.
– Ә һин ағайың менән беҙҙең былтыр уҡ айырылшҡаныбыҙҙы белмәйһеңдер?
Илнур һикереп үк торҙо. Тәүҙә нимә әйтергә белмәне, бер аҙ ултырғандан һуң, иҫенә килеп:
– Мин ишетмәгәйнем, – тине.
Егет ир менән ҡатындың айырылышыуы хаҡында ишетеп-күреп түгел, үҙ елкәһендә татыны. Үҙенең атаһы вахтала йөрөй ине. Хәҙер һөйләүе лә уңайһыҙ, бер ялына ҡайтманы ла ҡуйҙы. Әсәһе менән никахын тарҡатыуҙы һорап, ғариза ғына ебәрҙе. Илнурҙың аңына шул барып етте, уның эргәһендә ятҡан сибәр ҡатын да, уның ҡыҙы Элина ла, Илнур үҙе лә, хатта ағаһы ла, әсәһе лә – бер үк оҡшаш яҙмышлы кешеләр – ир ҡосағынан, атай иркәләүенән мәхрүмдәр.
Бына ун йылдан ашыу инде Илнур атаһын күргәне юҡ. Былай үҙенә үпкәләп булмай. Атайлыҡ бурысын аҙмы-күпме үтәгән һымаҡ. Алиментын түләй, хатта ҙур байрамдарҙа бүләктәрен дә ебәрә. Ә үҙе юҡ, килмәй ҙә, күренмәй ҙә, өндәшмәй ҙә. Хәҙер һәр кешелә телефон бар, бәйләнеш булмаған ер юҡ, тип әйтерлек. Ә ул малайҙарына шылтыратмай. Исмаһам, ара-тирә шылтыратһын, хәл белешһен, кәрәк булһа, кәңәш бирһен ине.
– Йә, ярай, бигерәк күңелһеҙ һөйләшәбеҙ, – тине ҡатын. Егеткә боролдо ла, ирененән үбеп алды, – бәй, әллә һин илап ятаһыңмы? Туҡта әле, туҡта, ни эшләп илайһың?
– Илайым шул, – тине егет.
– Йә, әйт, ниңә илайһың? Нимә булды?
– Атайымды һағындым. Мин уны һуңғы тапҡыр мәктәпкә барғанда күргәйнем, шунан бирле осрашҡаныбыҙ юҡ. Хәҙер ҡайтҡандар, Өфөлә йәшәйҙәр. Бер ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр, тип кенә ишетеп ҡалғайным.
Ҡатын менән егет бер-береһенә һыйындылар. Көслө, ҡайнар ҡатын егетте үҙ ҡосағына алды.
– Ә һин башҡа илама, – тине Ғәлимә, – бер ваҡытта ла һыр бирәһе булма. Сөнки һин – ир-егет, ҡотҡарыусы. Миңә бөгөн дауаханала ла шулай тинеләр: “Ҡыҙығыҙҙың ҡотҡарыусыһы көслө һәм әҙерлекле булған. Юғиһә, ҡыҙығыҙҙы юғалтыр инегеҙ”. Ә миңә һинең ҡосағыңда шул тиклем рәхәт. Һин бәлки ышанмаҫһың, ағайыңдан айырылғаны бирле мин берәү менән дә булғаным юҡ. Ышанаһыңмы?
– Һиңә бер һорау бирһәм, мөмкинме? – тине ҡатын.
Егет өндәшмәне, баш ҡына ҡаҡты.
– Тик үпкәләштән булмаһын.
– Һин бөгөн беренсе тапҡыр булдыңмы?
– Эйе, – тип баш ҡаҡты егет, – ә һеҙ миңә кейәүгә сығыр инегеҙме?
Ҡатын тыйнаҡ ҡына итеп, көмөш ҡыңғырау тауышы сығарып, көлдө. Хатта ҡыңғырау сыңының ауазы йылға өҫтөнән таралғаны ишетелде.
– Әллә һин миңә өйләнергә самалап ятаһыңмы?
– Ә ниңә өйләнмәҫкә? Киләһе йылға мин мәктәпте тамамлайым, институтҡа уҡырға инәм. Шунан һуң һеҙгә өйләнәм дә, беҙ бергә йәшәйбеҙ.
– Ҡуй, Илнур, тормошҡа ашмаҫ ымһыныуҙар менән бер-беребеҙҙе алдаштырмайыҡ. Була торған эш түгел.
– Һин бит үҙең әйттең, мине ҡотҡарыусы тинең! Мин һине яңғыҙлыҡтан ҡотҡарырға теләйем!
– Эх, һин, ҡотҡарыусым минең! Ана, Элинаны ҡара, бер ун-ун ике йылдан ул минең йәшемдә буласаҡ. Әле уға 6 йәш. Һин дә уҡып бөтөп, эшләп, тәжрибә туплап, ғаилә ҡорорһоң. Һинең мөмкинлектәрең күп буласаҡ.
Шул ваҡыт йылғаның теге ярында кемдәрҙер ҡысҡырышты, гитара доңғорлаттылар, усаҡ тоҡандырып ебәрҙеләр. Тирә-йүндә шәүләләр күренде.